Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды

Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды (рус. Конституционный Суд Республики Башкортостан) — 19922022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ хөкөм эшмәкәрлеген башҡарыусы суд власының иң юғары органы[4].

Эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына, федераль закондарға, 1992 йылдың 27 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды тураһында» тигән законға[5] ярашлы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән закондарҙы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы булыу-булмауын, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының көндәлек тормошта үтәлешен һәм ҡулланылышын тикшерә.

2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 103-сө статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы 2023 йылдың 1 ғинуарынан был суд органы бөтөрөлә һәм уның урынына Башҡортостан Республикаһының Конституция Советы тигән яңы консультатив орган ойошторала[6]. Яңы орган суд власы системаһына инмәй. Шул уҡ ваҡытта Советтың ағзаларын тәғәйенләү һәм ойошманың эшмәкәрлек тәртибе элеккесә ҡала[7].

Структураһы

Конституция Судының етәксеһе — Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе.

Башҡортостан Республикаһының 1992 йылдың 27 октябрендәге ВС-13/7 (13.07.2009 йылғы редакцияла) «Башҡортостан Республикаһының Конституция суды тураһында» Законының 12-се статьяһына ярашлы:

1. Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды судьялары вазифаһына кандидаттар тураһында тәҡдимдәрҙе Башҡортостан Республикаһы Президентына Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы депутаттары, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, Башҡортостан Республикаһы судьялар берләшмәһе органдары, хоҡуҡ өлкәһендә юғары квалификациялы (рус.)баш. тип танылған абруйлы кешеләр иҫәбенән юридик ғилми һәм уҡыу йорттары индерә ала. (371-з БР Законының 07.11.2006 йылғы редакцияһында)

2. Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдиме менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан вазифаһына тәғәйенләнә. (371-з БР Законының 07.11.2006 йылғы редакцияһында)

3. Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды судьялары Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе фекерен иҫәпкә алған тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан вазифаларына тәғәйенләнә. (371-з БР Законының 07.11.2006 йылғы редакцияһында)

4. Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды судьяһы вазифаһына кандидаттар ошо Закон һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламентында билдәләнгән тәртиптә тәғәйенләнә. (371-з БР Законының 07.11.2006 йылғы редакцияһында)

5. Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды судьяһы вәкәләттәре туҡтатылған осраҡта вакантлы (рус.)баш. вазифаға башҡа кешене тәғәйенләү тураһында тәҡдимде Башҡортостан Республикаһы Президенты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға вакансия асылғандан һуң ике айҙан да һуңға ҡалмайынса индерә. (371-з БР Законының 07.11.2006 йылғы редакцияһында).

Башҡортостан Республикаһы Конституция Судының Вәкәләттәре

«Башҡортостан Республикаһының Конституция суды тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына ярашлы: Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошон, кеше һәм гражданин хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына ҡараған мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының юғары юридик көсөн тәьмин итеү маҡсатында эшмәкәрлекте тормошҡа ашыра.

Суд составы

Рәйестәре

Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды составында дүрт судья:

  1. Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы
  2. Крылов Владимир Михайлович
  3. Моратшин Фләрит Рәшит улы
  4. Кәримова Рүзәлиә Рәмил ҡыҙы

Ҡабул ителгән ҡарарҙар һаны

  • 2016 йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды үҙ эшмәкәрлеге буйынса 32 ҡарар сығара[8].

Финанслау

  • 2015 йылда суд эшмәкәрлеген тәьмин итеү республика бюджетына (рус.)баш. 24,4 миллион һумға төшә[9].

Адресы

Иҫкәрмәләр

  1. ч.2,3 ст.12 Закона Республики Башкортостан «О Конституционном Суде Республики Башкортостан»
  2. ч.1 ст. 15 Закона Республики Башкортостан «О Конституционном суде Республики Башкортостан» от 27.10.1992 г.
  3. Постановление Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан от 29.05.2014 ГС-476
  4. А. Һ. Юламанов. Конституция Суды (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.
  5. Закон Республики Башкортостан от 27 октября 1992 года N ВС-13/7 «О Конституционном Суде Республики Башкортостан». Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.
  6. Конституционный совет Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.
  7. Башҡортостан Республикаһы 01.10.2021 йылғы 441-З Законы
  8. Худолей К. М. Нужен ли конституционный (уставный) суд в субъекте РФ? // Вестник Пермского университета. Юридические науки. — 2016. — № 34. — С. 393—394.
  9. Худолей К. М. Нужен ли конституционный (уставный) суд в субъекте РФ? // Вестник Пермского университета. Юридические науки. — 2016. — № 34. — С. 394.

Тема буйынса өҫтәмә