Беренсе май (байрам)
Беренсе май (тарихи халыҡ-ара исеме — Хеҙмәтселәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө, рус. Пе́рвое ма́я, Первома́й, Первома́йский пра́здник) — йыл һайын 1 майҙа донъяның күп илдәрендә билдәләнгән халыҡ-ара байрам. Хәҙерге Рәсәйҙә рәсми исеме — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы.
Байрамдың барлыҡҡа килеүе нигеҙҙә 1886 йылдың 4 майында Хеймаркет ваҡиғалары менән бәйле. Байрамды булдырыу тураһында ҡарар 1889 йылда ҡабул ителә. Рәсәй империяһында, башҡа күп илдәрҙәге кеүек үк, ул тәүге тапҡыр 1890 йылда билдәләнә.
Байрамдың исеме илдән илгә айырыла. Шулай уҡ күп илдәр хеҙмәт һәм хеҙмәтселәргә арналған байрамдарҙың даталарын үҙаллы билдәләй, һәм улар һәр ваҡыт 1 майға тура килмәй.
Ғәҙәттә, Беренсе май — ял көнө. Рәсәйҙә был байрамға йыш ҡына бер нисә көнлөк байрам каникулдары тура килә[1].
Тарихы
1856 йылдың 21 апрелендә Австралияла эшселәр хәрәкәттәре һигеҙ сәғәтлек эш көнө индереүҙе талап итә[2].
Һигеҙ сәғәт — эшкә. Һигеҙ сәғәт — ялға. Һигеҙ сәғәт — үҙебеҙ теләгән нәмәгә! — был АҠШ-та забастовкала ҡатнашыусыларының (1886 йылдың 1 майы) лозунгы[3].
1886 йылдың 1 майында АҠШ һәм Канадала анархистик ойошмалар тарафынан митингтар һәм демонстрациялар ойошторола[2].
1886 йылдың 4 майында Чикагола Хеймаркет бунты һөҙөмтәһендә бер нисә анархист һәләк була: Август Спис, Альберт Парсонс, Адольф Фишер, Джордж Энгельман, Луис Лингг, Михаэль Шваб, Сэмюэл Филден һәм Оскар Неебе[4].
1889 йылдың июлендә II Интернационалдың Париж конгресы «Бөтә донъя эшселәренең теләктәшлек көнө»н иғлан ителә. Был көндө демонстрациялар үткәрелә, уларҙа һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап ителә, шулай уҡ башҡа социаль талаптар ҙа ҡуйыла[5][6].
Байрам иғлан ителеү алдынан 1890 йылдың 1 майына эшселәр забастовка иғлан итергә әҙерләнә[2].
Бөтә илдәрҙең социал-демократик партия ойошмалары һәм профсоюздары 1 майҙа һигеҙ сәғәтлек эш көнөн закон буйынса билдәләргә, пролетариаттың синыф талаптары һәм дөйөм тыныслыҡ өсөн әүҙем сығыш яһарға саҡыра, тип II Интернационалдың 1904 йылғы алтынсы конференцияһында белдерелә[7].
Бөтә илдәрҙең пролетар ойошмалары 1 майҙа, эшселәргә зыян килтермәгән осраҡта, эште туҡтатырға тейеш, — II Интернационалдың Париж конгресы ҡарары[7].
1890 йылда һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап ителгән демонстрациялар Германия, АҠШ, Дания, Бельгия, Австро-Венгрия, Италия, Испания, Франция, Норвегия һәм Швеция кеүек илдәрҙә үтә[8].
1891 йылда II Интернационалдың Брюссель конгресы ҡарары буйынса һәр илгә был көндө нисек һәм ҡасан билдәләргә үҙе хәл итергә хоҡуҡ бирелә[8].
Рәсәй империяһы
1890 йылда Рәсәйҙә һәм Варшавала тәүге тапҡыр «Берәнсе май» байрамы (Маёвка (рус.)баш.) — Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө итеп билдәләнә. Байрам барышында 10 мең эшсе ҡатнашлығында забастовка үткәрелә[6]. 1891 йылда Санкт-Петербургта Михаил Бруснев етәкселегендә яҡынса 200 революционер тәүге йәшерен маёвка ойоштора[9].
1897 йылдан алып байрам сәйәси характер ала. 1 майҙа эшселәрҙең стачкалары һәм демонстрациялар үткәрелә[6].
1903 йылда Петербург һәм Мәскәүҙән тыш май демонстрациялары Тверь, Тула, Һамар, Харьков, Одесса, Тбилиси һәм Рәсәй империяһының башҡа ҡалаларында уҙғарыла[10]. Шул ваҡытта яңғыраған лозунгтар: «Самодержавие — бөтһөн!», «Республика йәшәһен!», «Батша юҡ булһын!», «Революция йәшәһен!»[11].
1912—1914 йылдарҙа демонстрацияларҙа 500 меңдән ашыу эшсе, һалдат, матрос һәм крәҫтиән ҡатнаша[10].
1917 йылда, Февраль_инҡилабынан һуң, урамдарға миллионлаған эшселәр сыға[10]. Петроградта демонстрация Марс яланында үтә, төп сығыш яһаусы А. Ф. Керенский була.
Большевиктарҙың лозунгтары[6]:
- «Капиталист-министрҙарға — юҡ!»;
- «Бөтә власть Советтарға!»;
- «Империалистик һуғыштарға — юҡ!».
Беренсе май йәмғиәттең социалистик ҡоролошо өсөн һәр төрлө иҙеүгә ҡаршы көрәш өсөн бер туғандар союзына берләшкән эшселәр байрамы тип иҫәпләнә, — тип белдерә В. И. Ленин[7].
РСФСР һәм СССР
1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң «Интернационал көнө» байрамы рәсми рәүештә иғлан ителә[12].
1918 йылда Мәскәүҙә, Ходынка яланында тәүге хәрби парад (рус.)баш. ойошторола. Артабан парадтар Ҡыҙыл майҙанда үткәрелә башлай[11].
1918 йылдан алып, РСФСР-ҙың Хеҙмәт кодексы буйынса, 1 май — ял көнө итеп билдәләнә[13]. 1928 йылдың 23 апрелендә Үҙәк Башҡарма Комитет һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән 2 май байрамдың икенсе көнө тип билдәләнә[14].
Ул көндәрҙә ошондай саралар уҙғарылған[10]:
- 1 май — эшселәр демонстрациялары һәм хәрби парадтар;
- 2 май — маёвкалар.
Советтар Союзында эшселәр май байрамында капиталистик илдәрҙәге хеҙмәтсәндәрҙең революцион көрәшен, милли-азатлыҡ хәрәкәттәрен яҡлап теләктәшлек белдерә, коммунистик йәмғиәт төҙөү өсөн бөтә көстәрен һалырға әҙер булыуҙарын күрһәтә, — тип сығыш яһаған Л. И. Брежнев[7].
Лозунгтар[3]:
- «Хеҙмәт кешеһенә дан!»
- «Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!»
- «Ленин васыяттарына тоғролоҡ!»
- «Йәшәһен 1 Май!»
Демонстрациялар бөтә союздаш республикаларҙа уҙғарыла[10]:
- хеҙмәтсәндәрҙең ойошҡан колонналарының марш һәм күңелле музыка яңғыраған демонстрациялары. Төп тантана Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үтә;
- репродукторҙар аша дикторҙар сәләмләүҙәрҙе һәм сәйәси лозунгтарҙы уҡый;
- административ биналар янында трибуналар ҡуйыла, уларҙан партияның урындағы етәкселәре һәм власть вәкилдәре демонстранттарҙы сәләмләй;
- саралар урындағы һәм үҙәк телевидение, радио каналдары аша трансляциялана.
1933 йылда Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙан өҫтөндә авиация парады уҙғарыла[10]. АНТ-20, И-16 һәм башҡа самолеттар күрһәтелә. Был традиция артабан СССР-ҙың башҡа ҡалаларында ла индерелә[10].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында демонстрациялар һәм парадтар үткәрелмәй[8].
1956 йылда беренсе тапҡыр Мәскәүҙән Ҡыҙыл майҙандағы демонстрация тура эфирҙа телевидение аша күрһәтелә[8].
1970 йылдарҙа байрам «Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө» тип үҙгәртелә[10].
Эшселәр флагтар һәм транспаранттар менән байрам сараларында ҡатнаша.
1990 йылдың 1 майында СССР-ҙа һуңғы рәсми май демонстрацияһы уҙғарыла, шул уҡ ваҡытта демократия яҡлы кешеләрҙең советтарға ҡаршы лозунгтар менән рәсми булмаған йөрөшө була[10].
1991 йылдың 1 майында Ҡыҙыл майҙанда хаҡтарҙы күтәреүгә ҡаршы митинг үтә. Уны Мәскәү профсоюздар федерацияһы һәм Азат һәм бойондороҡһоҙ профсоюздар ассоциацияһы ойоштора. Мавзолей трибунаһында М. С. Горбачёв, А. И. Лукьянов һәм башҡалар була[15].
Демонстранттарҙың лозунгтары[15]:
- «Индексация тураһындағы закон талап итәбеҙ!»
- «Балалар тауарҙарына хаҡтар артыуына ҡаршыбыҙ!»
- «Парламентарийҙар — хеҙмәтсәндәрҙең социаль яҡланыуын тәьмин итегеҙ!»
- «Хеҙмәт көсө хаҡлы баһаланһын!»
- «Иҡтисадты емерһәк — барыбыҙ ҙа юҡҡа сығабыҙ!»
- «Һатыу һәм хеҙмәттәргә 5 % һалым юҡҡа сығарылһын!» һәм башҡалар.
Рәсәй
1992 йылда Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө «Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы» тип үҙгәртелә[6].
1993 йылда бер нисә 1 Май митингыһын Милли ҡотҡарыу фронты[ru], «Хеҙмәтсе Мәскәү» хәрәкәте һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы ойоштора. Ленин проспектында демонстранттар менән ОМОН (рус.)баш. араһында бәрелеш булып, 150 кеше йәрәхәтләнә[16][17].
Социаль-сәйәси лозунгтар[18][19]:
- «Хөкүмәт банкроттарын — отставкаға!»
- «Һеҙҙең көрсөк өсөн беҙ түләргә теләмәйбеҙ!»
- «Үҙ-үҙеңде ойоштороу! Үҙидара! Үҙ-үҙеңде һаҡлау!»
2002 йылдан башлап Новосибирск ҡалаһында «Монстрация» исемле ижади акция уҙғарыла башлай. Һуңғыһы 2019 йылда үткәрелә.
2004 йылда ҡабул ителгән законға ярашлы, 2 май эш көнө тип иғлан ителә[10]. Мәскәүҙә Профсоюздар федерацияһы ойошторған сара, партияларҙың митингтары үтә.
2009 йылда байрам акцияларында төрлө профсоюздар, сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша. Улар иҫәбендә «Берҙәм Рәсәй» (ФНПР һәм МГЕР менән берлектә), «Ғәҙел Рәсәй», «КПРФ», «Яблоко», «Теләктәшлек», ЛДПР һәм «Автономное действие» хәрәкәте була[20]. Сараларҙа ошондай лозунгтар яңғырай[20]:
- «Путин планы — еңеү планы!»
- «Өлкәндәргә — өҫтәмә түләүҙәр!»
- «Ғаиләлә өс бала — норма!»
2013 йылда президент Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем булдыра. Ул — СССР-ҙың Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменең аналогы. Бүләкләү, ҡағиҙә булараҡ, 1 Майға тура килтерелә. 2013 йылда Мәскәүҙә 100 меңдән ашыу кеше демонстрацияла ҡатнаша[21].
2014 йылда илдең төрлө ҡалаларында профсоюздар ҡатнашлығында ҙур байрам саралары үтә[3]. Мәскәүҙә 1 майҙа 92 сара ойошторола.
2016 йылда ҡайһы бер төбәктәрҙә Православ Пасхаһы менән тап килеү сәбәпле 1 Май парадтары һәм митингтары үткәрелмәй[22].
2018 йылда Рәсәйҙә байрам сараларында яҡынса 3 миллион кеше ҡатнаша[10]. Лужникиҙа — спорт күрһәтмәләре, Горький паркында бейеү парады, Октябрҙең 50 йыллығы паркында Сәскәләр балы үткәрелә.
2020—2022 йылдарҙа COVID-19 пандемияһы арҡаһында саралар онлайн форматта үтә[10] — ҡатнашыусылар флагтар, плакаттар менән фотоларҙы социаль селтәрҙәрҙә баҫтыра[10].
2023 йылда Мәскәүҙә 200-ҙән ашыу сара үтә: концерттар, мастер-класстар, фәнни шоуҙар, театрлаштырылған күренештәр. Һамарҙа — «Гитары в строю» халыҡ-ара йыр фестивале була[23].
Шул уҡ йылда Симфоник оркестр сығышы, «Ржев» фильмы күрһәтелә, күп һанлы концерттар ойошторола.
2024 йылда ВДНХ майҙанында «Май! Труд крут!» тип аталған тантаналы йөрөш үтә[24]. Караоке, лекциялар, викториналар, концерттар ойошторола.
Еңеү музейында — трофей техника күргәҙмәһе, Сокольники паркында — рок-фестиваль, Горький паркында — йүгереү марафоны, экскурсиялар, бейеү майҙансыҡтары эшләй[25].
«Эрмитаж» паркында «Мәҙәни пикник» үткәрелә, симфо-джаз концерты, балет, актёр оҫталығы дәрестәре, пленэрҙар һәм лекциялар уҙғарыла.
Башҡортостанда
1 майҙа республика ҡалаларында һәм райондарында «Ғаилә. Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май» исемле ғаилә байрамдары үтә.
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, байрам саралары парктарҙа һәм асыҡ майҙансыҡтарҙа ойошторола. Программала «Бәхетле ғаиләләр парады» тантанаһы, проект партнерҙарынан ижади сығыштар һәм хәүефһеҙ ғаилә ялы тураһында файҙалы мәғлүмәт менән интерактив зоналар, шулай уҡ бөтә ғаилә өсөн «Күңелле фото» фоточелленджы үтә.[26]
Байрамды башҡа илдәрҙә үткәреү традициялары
- Англияла 1 майҙа күп ҡалаларҙа «Май ағасы» ҡуйыла, ул төҫлө таҫмалар менән биҙәлә, халыҡ уйындары ойошторола[27].
- Азияла демонстрациялар, концерттар, йәрминкәләр һәм фестивалдәр уҙғарыла, күпселек халыҡ байрамды ғаилә менән өйҙә ҡаршылай[3].
- Африкала профсоюз ойошмалары концерттар үткәрә, гараж һатыуҙары уҙғарыла. Төбәктәрҙә халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторола[3].
- Бразилияла байрам «Dia do Trabalho» тип атала — «Хеҙмәт көнө»[28]. Был көн хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлеген символлаштыра. Парадтар, митингтар, профсоюз йыйылыштары, күңел асыу саралары, пикниктар һәм футбол матчтары ойошторола[11].
- Белоруссияла Федерация профсоюздары тарафынан рәсми митингтар, ғаилә күңел асыу саралары, маёвкалар, хеҙмәт алдынғыларын һәм ветерандарҙы маҡтау саралары үткәрелә[29].
- Германияла 1 май — der Tag der Arbeit («Хеҙмәт көнө»). Maibaum — таҫмалар һәм сәскәләр менән биҙәлгән ағас бағана ҡуйыу традицияһы бар. Майҙандарҙа легендаларға нигеҙләнгән театраль тамашалар уҙғарыла. Шулай уҡ урамдарҙа парадтар, уйындар, немец колбасаларын һатыу ойошторола. Төньяҡ Германияла ғаилә менән тележкаларҙа аҙыҡ-түлек һәм бүләктәр һалып пикникҡа сығыу йолаһы бар[30]. Берлинда радикаль һул көстәр менән полиция араһында бәрелештәр йыш була[31].
- Гавайиҙа 1 май «Сәскә гөлсәләр көнө» тип атала. Был көндө тере сәскәләрҙән гөлсәләр үрелә һәм милли кейемдә шествие ойошторола[27].
- Грецияла балалар һәм үҫмерҙәр урамға сығып халыҡты сәләмләй, һуңынан яҙ билдәһе булған ғарлуғасты эҙләргә сығалар[3].
- Испанияла 1 май — хеҙмәт хоҡуҡтары өсөн көрәш, хеҙмәтсәндәр теләктәшлеге символы. Митингтар, демонстрациялар уҙғарыла. Был көндә ҡатын-ҡыҙҙарға яҙ сәскәләренән гөлләмәләр бүләк итеү йолаһы бар[32][3].
- Ирландияла май байрамында энәлек ағасы ҡыҙыл таҫмалар менән биҙәлә, уның янында теләктәр әйтелә[27].
- Ҡаҙағстанда 1996 йылда «Хеҙмәт көнө» байрамы юҡҡа сығарылған. Хәҙерге ваҡытта 1 май — Ҡаҙағстан халыҡтарының берҙәмлек байрамы.
- Кубала Хеҙмәт көнө митингтар, шествиелар, флагтар, революционерҙар портреттары менән урамдарҙы биҙәү менән үткәрелә[33].
- Нидерландтарҙа 1 май рәсми ял көнө булмаһа ла, күп кенә эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәргә үҙ теләге менән ял бирә[34].
- Парагвайҙа компания етәкселәре хеҙмәткәрҙәр өсөн барбекю ойоштора[11].
- Сенегалдың баш ҡалаһы Дакарҙа бер төҫтә кейенгән демонстранттар барабан, һыҙғыртҡыстар менән марш үткәрә. Парадтан һуң профсоюздар дәүләт башлығына талаптар яҙылған «ялыу дәфтәре» тапшыра[8][35].
- АҠШ-та митингтар һәм манифестациялар үткәрелә. Нью-Йоркта — велойөрөштәр уҙа[11].
- Финляндияла 1 май — студенттарҙың яҙғы карнавалы[36]. Был көндө парадта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла аҡ фуражкалар кейә (лицейҙы тамамлаған һәм сығарылыш имтихандарын тапшырған абитуриенттарҙың баш кейеме). Киске сәғәт 6-ла студенттар нимфа Хавис Аманда статуяһының башына аҡ төҫтәге фуражка кейҙерә[36].
- Шри-Ланкала эре профсоюздар ойошторған Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара көнө митингтар һәм демонстрациялар менән үткәрелә[37].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Началась последняя полная рабочая неделя перед майскими праздниками. На следующей неделе будет всего три рабочих дня. РБК Life (21 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2025.
- ↑ 1 2 3 Каково происхождение Первого Мая? propaganda-journal.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 1 мая 2025: суть, история и традиции Первомая, когда, где и как начали отмечать Праздник Весны и Труда. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Бессмертный К. С.. История Дня Гнева (Первомая). samlib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Юрий. О международной манифестации 1 Мая 1890 г., I конгресс II Интернационала в Париже (14 — 21 июля 1889) (билдәһеҙ). www.illuminats.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 1 мая - Праздник весны и труда. Справка (9 апрель 2025). 5 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 День международной солидарности трудящихся. 9 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Первое мая: история появления праздника, традиции, как его отмечают (27 апрель 2023). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Роженцова, О. История 1 мая. Как отмечали в СССР и что празднуют в России. А ещё — как Первомай менял свои названия. РБК Life (27 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 История 1 мая. Как отмечали в СССР и что празднуют в России. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ксения Эпова. 1 мая: история и традиции праздника — в статье на Zoon.ru (билдәһеҙ). zoon.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Основные законодательные и правовые материалы. Кодекс законов о труде 1918 года. www.hist.msu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Кодекс законов о труде 1918 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 1 май 2015 года.
- ↑ Постановление ЦИК СССР от 23.04.1928 "О праздничных днях, посвященных дню Интернационала, и об особых днях отдыха". www.consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Фильм Май тревог и надежд.. (1991). web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Предварительный отчет о массовых беспорядках, имевших место в Москве 1 мая 1993 года. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2025.
- ↑ Предварительный отчет о массовых беспорядках, имевших место в Москве 1 мая 1993 года. www.1993.sovnarkom.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ «Долой министров-капиталистов!» Призывы и лозунги Центрального Комитета КПРФ к массовым акциям 1 и 9 мая 2009 г.. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Если хочешь лучшей жизни — выходи на демонстрацию! Лозунги и призывы ЦК КПРФ к 1 и 9 Мая. 5 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 В Кризис.ру - экстренные новости экономики и бизнеса. Финансовый кризис, Россия кризис, причины кризиса, экономический кризис, кризис 2009. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ На первомайскую демонстрацию в Москве вышли 100 тыс человек. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ День святой Пасхи (20160501T0406). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Приедут европейцы: посмотрите, как пройдет празднование Первомая в Самаре. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 мая в 2024 году: праздник весны и труда, как отмечают первомай в России и мире (24 апрель 2024). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Куда сходить в Москве 1 Мая: программа мероприятий (30 апрель 2024). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 мая в городах и районах Башкирии пройдет Семейный выходной.
(22 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 1 мая — Праздник Весны и Труда, традиции и история (8 апрель 2024). 9 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Праздник труда День труда в Бразилии. Оренбургское региональное телевидение (ОРТ) (20 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2025.
- ↑ Мир, труд, май: что мы празднуем 1 мая? (1 май 2021). 23 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гуляева, К. 1 мая – День труда в Германии. Deutsch online (30 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2025.
- ↑ Umbruch-Bildarchiv Fotos und ein Video zum 1. Mai 2002 in Berlin. www.umbruch-bildarchiv.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2025.
- ↑ Día de los trabajadores: история и традиции в Испании. Españalandia (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2025.
- ↑ May Day in Havana. Cubagrouptour (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2025.
- ↑ Почему в Нидерландах 1 мая не является выходным днем: исторический контекст (билдәһеҙ). Новости Нидерландов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2025.
- ↑ Как зародился и как сегодня празднуется Первомай (1 май 2023). 23 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 aucor. Первое мая в Финляндии – праздник весны - Это Финляндия (27 апрель 2015). 5 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 мая – Международный Праздник Трудящихся. Туроператор «Кайлаш». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2025.
Әҙәбиәт
- Календарные обряды и обрядовая поэзия Воронежской области. Афанасьевский сборник. Материалы и исследования. — Вып. III / Сост. Пухова Т. Ф., Христова Г. П. — Воронеж: Изд-во ВГУ, 2005. — 249 с.
- Мельников-Печерский П. И. В лесах. Книга вторая. — М., 1875.
- Попов Алексей Дмитриевич, Пивоваров Никита Юрьевич. Демонстрация дискурсивной власти: высшее партийное руководство СССР и организация празднования 1 мая и 7 ноября (1950-1960-е годы) // Исторический курьер. — 2021. — № 6 (20).
- Люксембург, Р. Праздник Первого мая: пер. с польского. — СПб., 1895. — 16 с. Архивная копия от 27 сентябрь 2020 на Wayback Machine
- Фурсова Е. Ф. Традиционализм и неотрадиционализм в современной культуре восточнославянских народов Сибири // Материалы международной научно-практической конференции «Регионы России для устойчивого развития: образование и культура народов Российской Федерации». — Новосибирск: ЗАО ИПП «Офсет», 2010. — Т. 1. — С. 882—892. — ISBN 5-7133-0704-2.