Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө
Журналистарҙың халыҡ-ара солидарлығы көнө (рус. Международный день солидарности журналистов; ингл. International Day of Journalists' Solidarity) — журналистарҙың, хәбәрселәрҙең һәм репортёрҙарҙың халыҡ-ара һөнәри теләктәшлек көнө, йыл һайын 8 сентябрҙә билдәләнә. Байрам 1958 йылда Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы тарафынан булдырылған һәм 1959 йылдан алып үткәрелә. Дата осраҡлы һайланмаған: тап 1943 йылдың 8 сентябрендә Берлиндың Плетцензее төрмәһендә нацистар тарафынан чехословак журналисы, әҙәби һәм театр тәнҡитсеһе, публицист Юлиус Фучик язалап үлтерелгән.
Тарих
Халыҡ-ара журналистар теләктәшлек көнө 1958 йылдың май айында Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһының 4-се конгресында булдырыла. ХХ быуат аҙағында БМО-ның сираттағы конференцияһында 8 сентябрь Халыҡ-ара журналистарҙың теләктәшлек көнө тип иғлан ителә[1][2].
- 1942 йылдың апрелендә гестаповсылар Чехословакия журналисы, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе, публицист, Чехословакия коммунистик партияһы активисы Юлиус Фучикты (рус.)баш. ҡулға алған (Прага ҡалаһы, Оккупацияланған Чехословакия, 1942 йылдың 24 апреле). 1943 йылдың 8 сентябрендә Берлинда ул нацистар тарафынан язаланған. Төрмәлә ул «Репортаж с петлёй на шее» китабын яҙған. Китап совет осоронда батырлыҡ символы тип ҡакбул ителә, донъяның 70 теленә тәржемә ителә, Фучик үлгәндән һуң 1950 йылда Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.
Ойошторолған көндөң маҡсаты — журналистарҙың иғтибарын осраған проблемаларға йәлеп итеү, шулай уҡ уларҙың профессиональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығына ихтирам күрһәтеү. Был көн һүҙ ирке һәм мәғлүмәт алыу хоҡуғының әһәмиәтен иҫкә төшөрә[1].
Германия маркаһы, 1962 йыл
Статистика
«Журналистарҙы яҡлау комитеты» мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда 43 журналист үлтерелгән, 67 кеше юғалған, 320-нән ашыу кеше ҡулға алынған[3].
Бәйле ваҡиғалар
2013 йылда БМО Генераль Ассамблеяһы тарафынан «Журналистарға ҡаршы енәйәттәр өсөн язаһыҙлыҡты бөтөрөүҙең халыҡ-ара көнө» ойошторолған, был көн һәр йыл 2 ноябрҙә билдәләнә[2].
Һәләк булған Рәсәй журналистары[3]:
- 2014 йылда Рәсәйҙә, профессиональ бурысын үтәгәндә, Украинаның көньяҡ-көнсығышында «Россия сегодня» мәғлүмәт агентлығының махсус фотохәбәрсеһе А. А. Стенин, Беренсе канал операторы А. С. Клян, ««Россия-1»» телеканалының хәбәрсеһе һәм тауыш операторы И. В. Корнелюк һәм А. Д. Волошин һәләк булған (үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгәндәр);
- 2022 йылдың августында Мәскәүҙә Можайск шоссеһында Одинцово районында автомобиль шартлатылған, фажиғала журналист Дарья Дугина һәләк булған;
- 2023 йылдың июлендә Рәсәй журналистары төркөмөнә һөжүм иткәндә «РИА Новости» агентлығының хәрби хәбәрсеһе Р. И. Журавлёв һәләк булған (үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән).
Саралар
"Журналистарҙың халыҡ-ара солидарлығы көнө"ндә донъяның төрлө илдәренән журналисттарҙың йыйылыштары һәм конференциялары үткәрелә[3].
АҠШ-та һәр йыл журналистика, әҙәбиәт, театр һәм музыка өлкәһендә «Пулитцер премияһы» тапшырыла[4].
2016 йылда Мәскәүҙә донъяның алдынғы баҫмаларының мөхәррирҙәре араһында халыҡ-ара конференция үткәрелгән: Frankfurter Allgemeine Zeitung, The Wall Street Journal, Le Monde һәм The Associated Press (инглиз һәм француз телдәрендә трансляцияланған)[5].
2024 йылдың 10 сентябрендә Даккала (Бангладеш) «Русский дом» (Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге) тарафынан Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре (50-нән ашыу вәкил) менән пресс-конференция ойошторолған. Сарала Рәсәй фильмы «Чебурашка» күрһәтелгән[6].
Рәсәйҙә
Рәсәйҙә 2014 йылдан был көндә Рәсәй журналистар Союзы секретариаты тарафынан 2013 йылдың 30 авгусында Анна Политковскаяның тыуған көнөндә булдырылған «Камертон» премияһы тапшырыла[7].
2020 йылдан «Рәсәй журналистары союзы» йыл һайын П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Ҙур залында «Солидарлыҡ» премияһын тапшыра[3]. Премияға лайыҡ булыусылар:
- 2020 — Е. М. Меркачёва (публицист, хоҡуҡ һаҡлаусы, төрмәләрҙән репортаждар һәм коррупцияға ҡаршы тикшеренеүҙәр авторы). Джулиан Ассанж (Австралия журналисы, WikiLeaks агентлығын нигеҙләүсеһе);
- 2021 — А. Д. Стариков («Baltnews» баш мөхәррире), Анатолий Жданов («Коммерсантъ» гәзите фотохәбәрсеһе). Диплом менән Зинаида Макарова («Углегорские новости» холдингының генераль директоры һәм баш мөхәррире, Сахалин) бүләкләнгән, А. С. Соколов (Мәскәү дәүләт консерваторияһы ректоры);
- 2022 — Виктор Петренко (ДНР журналистары союзы рәйесе), Л. В. Свидовсков (ЛНР журналистары союзы рәйесе);
- 2023 — И. Ю. Куксенкова (Беренсе каналдың хәрби хәбәрсеһе), Кристель Нэан (Франция журналисткаһы, «Донбасс инсайдер» гәзитенең баш мөхәррире).
2013 йылда Сыуашстанда Аликово әҙәби-крайҙы өйрәнеү музейында иҫке һәм яңы гәзит һәм журнал баҫмалары күргәҙмәһе асылған: «Искра» (1900), «Правда» (1912), «Хыпар» (1906), «Колхоз ялавě» (1934), «Канаш» (1937), «Чăваш коммуни» (1948), «Коммунизм ялавě» (1961), «Советская Чувашия» (1946), район гәзиттәре «Колхоз хаçачě» (1949), «Ленин çулěпе» (1995), «Пурнăç çулěпе» (2000) һәм башҡалар[8].
2015 йылда Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында «Үлгән журналисттар иҫтәлегенә» хәйриә программаһы үткәрелгән. Рәсәй журналистары союзы тарафынан «Камертон» премияһы тапшырылған[9].
2024 йылда Чечен Республикаһы Шарой районында китапханала журналистикаға бағышланған периодика сәғәте үткәрелгән, күргәҙмә ойошторолған. Күргәҙмәлә гәзит баҫмалары, журналдар, шулай уҡ тематик мәҡәләләр, яҙмалар һәм китаптар күрһәтелгән[10].
Ингушетия Республикаһы Милли китапханаһы «Уларҙы дүртенсе власть тип атайҙар…» китап күргәҙмәһе ойошторолған. Крайҙы өйрәнеү бүлеге фондынан китаптар, брошюралар, библиографик күрһәткестәр, периодик баҫмалар (А. А. Мякиев «„Сердало“ 40 йыл» (Грозный, 1964), ""Сердало"ның алтын ҡәләмдәре" йыйынтығы (Назрань, 1998), «Айшет Дударова: тормош һәм ижад» (2019) һәм башҡалар) күрһәтелгән[11].
Татарстан Республикаһының Лайыш ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда мәҙәни сара үткәрелгән[12]. 2025 йылда Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Ҙур залында «Камертон» премияһын тапшырыу һәм «Тормош ҡиммәтһеҙ — хаҡиҡәт үлемһеҙ» хәйриә концерты үткәрелгән, унда А. Б. Любимов һәм Е. В. Державина ҡатнашҡан (концертта И. С. Бах, В. А. Моцарт, Ф. Шуберт әҫәрҙәре яңыраған)[7].
Журналистика өлкәһендә премия, Мальдив Республикаһы, 2022 йыл
Акцияға Башҡортостан журналистары ла ҡушылды. Был көндө Өфөләге «Матбуғат йорто»нда республика журналистары МХО яугирҙары өсөн традицион сәк-сәк әҙерләгән. «Юлдаш» радиоһы журналисы Зөһрә Арсаева, депутат Рәмзиә Кәримова-Байбулатова, «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто, «БСТ» телеканалы һәм «Юлдаш» радионың редакциялары вәкилдәре гуманитар ярҙам эшләгән. Башҡортостан журналистары союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов журналистарға Почёт грамоталары тапшырҙы[13].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Южный федеральный университет | Пресс-центр: Международный день солидарности журналистов. sfedu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2026.
- ↑ 1 2 Как появился День солидарности журналистов (билдәһеҙ). Союз журналистов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Международный день солидарности журналистов (8 сентябрь 2024). 3 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Международный день солидарности журналистов (ингл.). whenisholiday.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ [[1](https://mgimo.ru/about/news/announce/mezhdunarodnyy-den-solidarnosti-zhurnalistov/) https://mgimo.ru/about/news/announce/mezhdunarodnyy-den-solidarnosti-zhurnalistov/]. mgimo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2026.
- ↑ Международный день солидарности журналистов. mgimo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ 1 2 Концерт, посвящённый Дню международной солидарности журналистов. muzobozrenie.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ К Международному дню солидарности журналистов открыта выставка. alikov.cap.ru (7 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ Концерт в Международный день солидарности журналистов. 3 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ «Международный день солидарности журналистов» 2024, Шаройский район — дата и место проведения, программа мероприятия.. 3 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Пресс-служба. «Их называют четвертой властью…»: К Международному дню солидарности журналистов (6 сентябрь 2024). 3 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Международный день солидарности журналистов 2024, Лаишевский район — дата и место проведения, программа мероприятия.. 3 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Республика Башкортостан: В Международный день солидарности журналистов представители СМИ из Уфы изготовили чак-чак для бойцов. Инфорум. Союз журналистов России (8 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.