Көнсығыш Себер
Көнсығыш Себер — Себерҙең бер өлөшө, көнбайышта Йәнәсәйҙән көнсығышта Тымыҡ океан буйлап үткән һыу бүленеш диапазондарына тиклем Рәсәйҙең Азия территорияһын үҙ эсенә ала[1].
Географияһы
Көнсығыш Себер майҙаны 7,2 миллион км²[2] тәшкил итә. Уның күп өлөшөн тайга Урта Себер яҫы таулығы биләй, уны төньяҡта тундра түбәнлектәре, көньяҡта һәм көнсығышта Көнбайыш һәм Көнсығыш Саян тауҙарының бейек тау теҙмәләре, Байкал аръяғы һәм Колыма районы тауҙары алмаштыра. Бында Рәсәйҙең иң ҙур Йәнәсәй һәм Лена йылғалары аға.
Көнсығыш Себер сиктәрендә Красноярск һәм Байкал аръяғы крайҙары, Иркутск өлкәһе, Бүрәт, Тыва һәм Яҡут республикалары урынлашҡан[1].
Көнсығыш Себерҙәге иң ҙур ҡала — Красноярск; башҡа эре ҡалалар: Иркутск, Улан-Удэ, Чита, Якутск, Ангарск, Братск, Норильск.
Үҫемлектәрҙең өҫтөнлөк иткән төрө — тайга. Көнсығыш Себер тайгаһы төньяҡта урман-тундра (рус.)баш. сиктәренән көньяҡта Монголия сигенә тиклем яҡынса 5 000 000 км² майҙанға һуҙылған, шуның 3 455 000 км² ылыҫлы урмандар биләй.
Көнсығыш Себерҙең тайга зонаһының тупрағы һәм үҫемлектәре тундра һәм урман-тундра зонаһына ҡарағанда уңайлыраҡ шарттарҙа үҫешә. Рельефы күрше Көнбайыш Себергә (рус.)баш. ҡарағанда киҫкен; нигеҙ емерек ҡаялар элювиумында ташлы, йыш ҡына йоҡа тупраҡтар барлыҡҡа килә.
Көнсығыш Себерҙә һаҙлыҡлы ерҙәр аҙ, һаҙлыҡ башлыса тигеҙлектәр эсендә насар һыу үткәрелгән арауыҡтарҙа осрай.
Көнсығыш Себерҙә төрлө ландшафттар, үҫемлектәр берләшмәһе бар. Бында арктик сүллектәрҙе, ҡоро далаларҙы, тайганы, Таймырҙағы үҙенсәлекле бейек таулы пейзаждарҙы һәм япраҡлы урмандарҙы осратырға мөмкин.
Сәғәт бүлкәте
Көнсығыш Себер территорияһы өс сәғәт бүлкәтенә бүленгән: Красноярск ваҡыты, Иркутск ваҡыты һәм Якутск ваҡыты.
Климат
Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы −16 °C (Верхоянск)…+1 °C (Көньяҡ Себер). Көнсығыш Себер уртаса һәм һалҡын бүлкәттәрҙә ята. Көнсығыш Себерҙең rөньяғындағы rлимат экстраконтиненталь (Барғужа морфоклимат районы); уртаса континенталь (Назаров Һәм Красноярск-Канск морфоклимат райондары); ҡырҡа континенталь (Ангаро-Ленский һәм Селенга морфоклимат райондары); тау алды-дала, дала (Койбальский һәм Удинский морфоклимат райондары)[3].
Яуым-төшөм Рәсәйҙең көнбайыш өлкәләренә ҡарағанда кәмерәк, ҡар япмаһы ҡеүәте ғәҙәттә ҙур түгел, төньяҡта мәңгелек туң таралған.
Төньяҡ райондарҙа ҡыш оҙон һәм һалҡын, температура −40 °c −50 ° C етә. Йәй йылы, көньяҡта эҫе. Көнсығыш Себерҙә июль урыны менән Рәсәйҙең европа өлөшөндәге шул уҡ киңлектәрҙәгегә ҡарағанда йылыраҡ, ә ҡояшлы көндәр күберәк.
Йәйге Һәм ҡышҡы температураларҙың тирбәлеү амплитудаһы 4065 °C, Ә Көнсығыш Якутияла 100 °C етә.
Ҡурсаулыҡтар, милли һәм тәбиғәт парктары
- Ҡурсаулыҡтар
- Азас (Тува)
- Байкал-Лена ҡурсаулығы (Иркутск өлкәһе))
- Байкал ҡурсаулығы (Бурятия))
- Баргузин ҡурсаулығы (Бурятия))
- Ҙур Арктика ҡурсаулығы (Красноярск крайы)
- Витим ҡурсаулығы (Иркут өлкәһе))
- Даур ҡурсаулығы (Байкал Аръяғы крайы)
- Джергин ҡурсаулығы (Бурятия))
- Олёкма ҡурсаулығы (Яҡутия))
- Путоран ҡурсаулығы (Красноярск крайы))
- Саян-Шушенск ҡурсаулығы (Красноярск крайы)
- Сохондо ҡурсаулығы (Байкал Аръяғы крайы))
- Таймыр ҡурсаулығы (Красноярск крайы))
- Тунгус ҡурсаулығы (Красноярск крайы))
- Убсунур соҡоро (Тува)
- Лена тамағы ҡурсаулығы (Яҡутстан))
- Үҙәк Себер ҡурсаулығы (Красноярск крайы))
- Милли парктар
- Алханай (Байкал аръяғы крайы))
- Байкал аръяғы милли паркы (Бурятия)
- Красноярск Бағаналары милли паркы (Красноярск крайы)
- Байкал буйы милли паркы (Иркут өлкәһе))
- Тункин милли паркы (Бурятия)
- Чикой (Байкал аръяғы крайы))
- Шушенский бор (Красноярск крайы))
- Төбиғөт парктары
- Ергаки (Красноярск крайы))
- Лена ҡаялары милли паркы (Якутия))
- Момск тәбиғәт паркы (Якутия))
- Сиинэ (Яҡутия))
- Усть-вилюй тәбиғәт паркы (Яҡутия)
Гидрография
Көнсығыш Себер йөҙө менән Төньяҡ Боҙло океанға боролған (Рәсәй вице-адмиралы Степан Макаров шулай тип әйткән).
Диңгеҙҙәр: Кара, Лаптевтар һәм Көнсығыш Себер.
Ҙур күлдәр: Байкал, Таймыр, Хантай күле, Лама, Пясино.
Ҙур йылғалар: Енисей, Лена, Вилюй, Селенга, Олёкма, Ангара, Алдан, Витим, Колыма, Индигирка, Яна, Түбәнге Тунгуска, Хатанга һ. б. Бөтә йылғаларҙың оҙонлоғо 700 мең км.
Көнсығыш Себер йылғалары Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай.
Ресурстары
Көнсығыш Себерҙә Рәсәйҙең бөтә урман ресурстарының яртыһы тиерлек тупланған. Ағас запастарының төп өлөшөн ҡиммәтле ылыҫлы тоҡомдар тәшкил итә: ҡарағас, ҡарағай, шыршы, себер кедры, аҡ шыршы.
Көнсығыш Себер рәсәй майҙанының дүрттән бер өлөшөн биләй, бында Рәсәйҙең таш һәм һоро күмер запастарының яҡынса 70 % тупланған. Төбәк мәғдән ятҡылыҡтарына бай: Коршунов һәм Абакан ятҡылыҡтарының, Ангаро-Пит районының тимер мәғдәндәре, норильсктың баҡыр-никель мәғдәндәре[4], Алтай полиметалдары, Көнсығыш Саян бокситтары.
Урмандарҙың территорияһы яҡынса 3,9 млн км2 тәшкил итә, уларҙа 38 млрд м3 ағас һаҡланған, йыл һайын яҡынса 60 млн м3 әҙерләнә[5].
Көнсығыш Себерҙә Иркутск өлкәһендәге иң боронғо Бодайба алтын ятҡылығы, Минусин соҡоро һәм Байкал аръяғы ятҡылыҡтары; Красноярск крайындағы Олимпиаднин һәм башҡа алтын ятҡылыҡтары урынлашҡан[6][7]. Красноярск крайында байтаҡ Рәсәй нефте сығарыла[8][9].. Көнсығыш Себер мәғдән булмаған ҡаҙылмаларға бай: слюда, графит, исланд шпаты, төҙөлөш материалдары, тоҙҙар бар. Шулай уҡ Красноярск крайы һәм Якутия сигендә иң ҙур алмас ятҡылығы бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Восточная Сибирь // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Восточная Сибирь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- ↑ И .О. Баженов. Ландшафтно-климатические типы систем экзогенного рельефообразования субаридных районов юга Сибири. География и природные ресурсы. (2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- ↑ Краткая история открытия Норильских платиново-медно-никелевых месторождений. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025. Архивировано из оригинала 19 август 2025 года.
- ↑ Лесной комплекс Восточной Сибири. Журнал «ЛПК Сибири». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- ↑ Нонна Гончаренко. Красноярский край потратит на развитие инфраструктуры Северо-Енисейского района 15 млрд рублей. Коммерсантъ (21 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2520.
- ↑ Месторождение золота в Красноярском крае, открытое в 1912 году, выставлено на торги — ИА «Пресс-Лайн». Пресс-лайн (17 август 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
- ↑ Ванкор обгоняет Башкирию и Татарстан. Дела.ру (31 ғинуар 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-18-19.
- ↑ В январе нефти в Красноярском крае стало больше. Дела.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
Һылтанмалар
- Восточная Сибирь. Географическое описание Восточной Сибири. Описание истории, природы, населения и хозяйства Восточной Сибири (Тикшерелеү көнө: 19 август 2025)
- Природа и география Восточной Сибири на сайте «Природа Байкала». (Тикшерелеү көнө: 19 август 2025)