МСК+1

МСК+1, Мәскәү ваҡыты плюс 1 сәғәт — Рәсәйҙең 3-сө сәғәт бүлкәте ваҡыты, UTC+4-кә тап килә[1].

Был ваҡытты Удмурт Республикаһы, Әстерхан, Һамар, Һарытау һәм Ульяновск өлкәләре ҡуллана.

Тарихы

Рәсәй территорияһында 1919—1924 йылдарҙа, илдә халыҡ-ара сәғәт бүлкәттәре системаһы индерелгәндән һуң[2], Мәскәү ваҡытынан 1 сәғәткә алдараҡ (МСК+1[* 1]), ҡулланыла башлай.

1960-сы йылдарҙа һәм артабанғы осорҙа МСК+1 зонаһы уны барлыҡҡа килтергән төбәктәрҙең Мәскәү ваҡытына күсеүе арҡаһында тарая[3][4]. 2010 йылда МСК+1 зонаһы бөтөрөлә.

2011 йылда Рәсәйҙә миҙгелле сәғәт алмашыныуы бөтөрөлә, ә көҙгөһөн «ҡышҡы» ваҡытҡа кире ҡайтыу туҡтатыла. Рәсәй даими йәйге ваҡытҡа күсә. 2014 йылдың көҙөнән даими «ҡышҡы» ваҡытҡа күскәндән һуң, МСК+1 ваҡыты ҡабаттан ҡулланыла башлай.

UTC-ҡа ҡарата МСК+1 ваҡыты

Күрһәтелгән көндән башлап:

  • 02.05.1924 — UTC+3;
  • 21.06.1930 — UTC+4;
  • 01.04.1981 — UTC+5 (йәйге), UTC+4 («ҡышҡы»);
  • 31.03.1991 — UTC+4 (йәйге), UTC+3 («ҡышҡы»);
  • 19.01.1992 — UTC+4;
  • 29.03.1992 — UTC+5 (йәйге), UTC+4 («ҡышҡы»);
  • 28.03.2010 — МСК+1 ҡулланылмай;
  • 26.10.2014 алып — UTC+4.

МСК+1 ваҡыты региондарҙа

Төбәктең административ үҙәге ағымдағы йылға ҡарата йәки күрһәтелгән теүәл датанан башлап күрһәтелгән (2015 йылға административ-территориаль бүленеш буйынса), ул ваҡытта булған ҡалаларҙың элекке атамалары йәйәләрҙә бирелә:

Сәғәт бүлкәтен бөтөрөү

2009—2010 йылдарҙа президент Медведев тәҡдиме менәнн Рәсәйҙә сәғәт бүлкәттәре һанын ҡыҫҡартыу буйынса кампания башлана[12]. 2010 йылдың мартында, төбәктәрҙең урындағы властарының элекке мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Удмурт һәм Һамар өлкәһе Мәскәү ваҡытына күсерелә (йәйге — UTC+4, «ҡышҡы» — UTC+3:00)[13][14].

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренең 2010 йылда күрше көнбайыш сәғәт бүлкәттәренә күсеүе был өлкәләр халҡындаризаһыҙлыҡ тыуҙыра[15][16], 2010 йылдың аҙағында планлаштырылған сәғәт бүлкәттәрен тағы ла ҡыҫҡартыу илдең башҡа төбәктәрендә лә халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Көндөҙгө сәғәттәрҙе иртәнге сәғәттәргә күсереүҙән тыш, яңыртылған Мәскәү сәғәт бүлкәтенең көнсығыш сиге янында йәшәүселәрҙең күрше төбәктәр менән ике сәғәтлек айырмаһы арҡаһында аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Удмуртияның Новый ауылының яҡынса 70 % кешеһе күрше Пермь крайының Чайковский ҡалаһында (МСК+2) эшләй йәки уҡый. Пермь ваҡыты буйынса 8:30 сәғәттә өйҙән эшкә киткән ата-әсәләр балаларын оҙата алмай, сөнки Удмуртияла иртәнге сәғәт 6-сы яртыла урындағы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр бикле була.

Сәғәт бүлкәтен тергеҙеү

Һамар өлкәһе һәм Удмуртия

2011 йылда реформаны ойоштороусылар миҙгелле сәғәт алмашыныуын бөтөрөргә һәм даими йәйге ваҡытҡа күсергә ҡарар итә. Был өлөшләтә 2010 йылда башҡа ваҡыт зоналарына күсерелгән төбәктәрҙә, атап әйткәндә, Удмуртия һәм Һамар өлкәһендә, көндөң яҡты ваҡыттың иртәнгегә күсеүен аҡлай[17]. Әммә 2011 йылда даими йәйге ваҡытҡа күскәндән һуң, бөтә башҡа төбәктәрҙә ҡышҡы осорҙағы яҡты ваҡыт — октябрь аҙағынан март аҙағына тиклем — киске сәғәттәргә күсә. Быны бөтә халыҡ та ҡабул итмәй, сөнки иртәнсәк һуң яҡтыра.

Был шарттар 2010 йылда башҡа ваҡыт зоналарына күсерелгәндәрҙән тыш, бөтә төбәктәрҙе лә «ҡышҡы» ваҡытҡа ҡайтарыу кәрәклегенә килтерә[18]. Президент тейешле законға 2014 йылдың 21 июлендә ҡул ҡуя, ә 2014 йылдың 26 октябренән МСК+1 сәғәт бүлкәте тергеҙелә[19].

МСК+1-ҙең сәғәт зонаһы

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар
  1. Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
  2. Указаны регионы, которые, возможно, не переводили часы на «зимнее» время 29 сентября 1991 года и таким образом вышли из зоны московского времени (на тот момент UTC+2) и по разным сведениям из газет не должны были переводить часы 19 января 1992 года на 1 час вперёд:
    • Әстерхан, Киров, Һарытау өлкәләре[9];
    • Әстерхан, Волгоград, Һарытау өлкәләре, Удмурт Республикаһы, Чечня һәм Татарстан[10];
    • Әстерхан, Волгоград, Киров, Һамар, Һарытау һәм Удмурт Республикаһы[11].
    Гәзит хәбәрҙәрендә телгә алынғанса, Удмуртияла МСК+2 ваҡыты ғәмәлдә була, ул ваҡытта UTC+4UTC+4. ваҡытына тап килә.
Сығанаҡтар
  1. 1 2 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
  2. Декрет СНК РСФСР от 8 февраля 1919 года «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июль 2020. Архивировано 28 ноябрь 2018 года.
  3. 1 2 Атлас СССР, М., ГУГК, 1962.
  4. 1 2 Атлас СССР, М., ГУГК, 1969.
  5. Атлас офицера, Москва, 1947. Карта часовых поясов оцифрована: Александр Кривенышев (WorldTimeZone). Архивная копия от 6 май 2015 на Wayback Machine
  6. Новости | БУ "Государственный архив современной истории Чувашской Республики". www.gasi.archives21.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2019. Архивировано 26 август 2019 года.
  7. Малый атлас СССР, М., ГУГК при СМ СССР, 1973.
  8. Сидоров П. Депутаты Чапаевска хотят вернуть Самару в прошлое. samara.aif.ru (12 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2020. Архивировано 5 март 2021 года.
  9. Скажем часам: «ку-ку!» // Труд : газета. — 1992. (18 января).
  10. Жизнь станет светлее? // Известия : газета. — 1992. (18 января).
  11. Не забудьте перевести стрелки! // Звезда : газета. — 1992. (18 января).
  12. Гонка за стрелками. Коммерсантъ (24 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2020. Архивировано 28 март 2022 года.
  13. Постановление Правительства Российской Федерации от 17 марта 2010 г. N 166 г. Москва «О применении на территории Удмуртской Республики времени второго часового пояса». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2010. Архивировано 29 март 2010 года.
  14. Постановление Правительства Российской Федерации от 19 марта 2010 г. N 170 г. Москва «О применении на территории Самарской области времени второго часового пояса». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2010. Архивировано 24 март 2010 года.
  15. Самара против московского времени. Радио Свобода. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2020. Архивировано 28 июль 2020 года.
  16. 19 февраля – митинг против «московского» времени в Самаре. www.samru.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2020. Архивировано 28 июль 2020 года.
  17. Вечное лето. Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2019. Архивировано 18 июль 2019 года.
  18. Губернатора просят вернуть самарское время. 63.ru (17 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2020. Архивировано 28 июль 2020 года.
  19. Федеральный закон от 21.07.2014 г. № 248-ФЗ О внесении изменений в Федеральный закон «Об исчислении времени». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2018. Архивировано 7 ноябрь 2018 года.

Һылтанмалар

Категориялар