Назар

Викидата элементы юҡ

Назар — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

Назар башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән. Уй, ҡараш, иғтибар; ярҙам, яҡшы ниәт[1]; үткер ҡарашлы мәғәнәләрен аңлата[2]. Башҡорт телендәге бай, ҡол һүҙҙәре ҡушылып, Назарбай, Назарғол исемдәрен барлыҡҡа килтерә.

Билдәле кешеләр

Фамилияла

Нурсолта́н Әбеш улы Назарбаев(ҡаҙ. Звук Нұрсұлтан Әбішұлы Назарбаев; 6 июль 1940 йыл) — дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе президенты. Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советы рәйесе (19841989) һәм президенты (19901991); Ҡаҙаҡ ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары (1989—1991). «Илбашы» (ҡаҙ. Елбасы) рәсми титулына эйә. 2015 йылдың апрелендә бишенсе тапҡыр президент итеп һайлана. 2019 йылдың 19 мартында үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы[3].

Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (1 ноябрь 1944 йыл — 14 октябрь 2006 йыл) — шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.

Файл:Рашит.jpeg
Вафаты алдынан, дауаханала ятҡан саҡта

.

Назаров Андрей Геннадьевич (28 апрель) 1970 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Башҡортостан Премьер-министры (2020 йыл)дың 17 сентябренән). Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Федераль Йыйылышы депутат Дәүләт Думаһының депутаты (20072011). Сәйәси фәндәр кандидаты (2006).

Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы (10 апрель) 1930 йыл — 27 май 1990 йыл) — совет нефтсеһе, Ләнтор нефть ятҡылығын асыусы һәм Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы.

Назаров Павел Степанович (1890, Ырымбур — 1942, Йоханнесбург, Трансвааль — Рәсәй геологы һәм яҙыусыһы, Граждандар һуғышында аҡтар яғында ҡатнашыусы һәм Урта Азияла большевиктар хакимлығын ҡолатыу маҡсатын ҡуйған Төркөстан хәрби ойошмаһы хәрәкәте лидерҙарының береһе.

Кла́вдия Ива́новна Наза́рова (1920 йылдың 1 октябре — 1942 йылдың 12 декабре) — Советтар Союзы Геройы, Псков өлкәһе Остров ҡалаһында йәшерен комсомол ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе.

Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы(ҡаҙ. Сара Алпыс кызы Назарбаева;12 февраль 1941 йыл) — Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаевтың ҡатыны.

Ауылдар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Назаровка — Рәсәй йылғаһы.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ