Тауҡай-Ғәйнә

Тауҡай-Гәйнә (рус. Таукай-Гайна) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 156 кеше[1]. Почта индексы — 452091, ОКАТО коды — 80244830007.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 156 75 81 48,1 51,9

Географик урыны

Ауыл тарихы

Хәҙерге Тауҡай-Ғәйнә ауылы урыны Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәре була.Унда 1750 йылда керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһы Ғәйнә улусы башҡорттары Тауҡай исеме менән нигеҙ һала. 1795 йылда 23 йортта 152 кеше , 1865 йылда (хәҙ. исемдә) 96 йортта — 591 кеше йәшәгән.Халҡы малсылыҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгән.Ауылда мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, мәктәп, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 785 кеше; 1920 — 901; 1939 — 452; 1959 — 405; 1989 — 215; 2002 — 223; 2010 — 156 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
Ә.Л.Ғәлиев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Ә.Ф.Латипов ошо ауылда тыуған[2]

Урам исемдәре

  • Тау урамы, (рус.  Горная (улица))
  • Йылға урамы, (рус. Речная(улица))
  • Үҙәк урамы , (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы , (рус. Школьная (улица))[3]

Билдәле шәхестәре

Тема буйынса өҫтәмә