Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы

Әнүәр Әсәҙулла улы Фәтҡуллин[Прим. 1] (рус. Анвар Асадуллович Фаткуллин; 1922 йылдың 5 авгусы, Иҫке Бүздәк, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, СССР1986 йылдың 21 декабре, Луцк, Волынь өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР) — совет хәрби осоусыһы, полковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945), Ленин һәм ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы[1].

Биографияһы

Бала сағы, үҫмер йылдары

1922 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантонындағы Иҫке Бүздәк ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Бүздәк районындағы Иҫке Бүздәк ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Шунда мәктәптә туғыҙ класты тамамлай. Милләте буйынса — татар[1]. Мәктәптән һуң Белорет ҡалаһына китә, унда эшләү менән бергә Белорет аэроклубында уҡый[2][3][4].

Хәрби хеҙмәт юлы

Аэроклубты тамамлағандан һуң Свердловск ҡалаһындағы хәрби авиация осоусылар мәктәбенә уҡырға инә[4]. 1941 йылдың 25 апрелендә Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла[5]. 1942 йылда Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылдың октябрендә Бөйөк Ватан һуғышына алына[1].

Калинин, Воронеж, Дала, 2-се һәм 1-се Украин фронттарында алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда кесе лейтенант дәрәжәһен ала[4]. Шул уҡ йылдың 20 октябрендә «50 уңышлы хәрби осош яһағанда күрһәткән батырлығы өсөн» Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[6].

1944 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһенә лайыҡ була[4] һәм 140-сы гвардия штурмлау авиация Киев полкының эскадрилья командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (8-се гвардия штурмлау авиация дивизияһы, 1-се гвардия штурмлау авиация корпусы, 2-се һауа армияһы, 1-се Украина фронты)[1][7].

1945 йылдың ғинуарына 148 уңышлы хәрби осош яһай[1]. Хәрби хәрәкәттәр осоронда 23 төркөм һауа алышында ҡатнаша, дошмандың 8 самолётын бәреп төшөрә[1].

Батырлығы

1945 йылдың 13 ғинуарында өлкән лейтенант Фәтҡуллин етәкселегендәге дүрт Ил-2 (рус.)баш. самолётынан торған төркөм Кельце йүнәлешендә дошмандың оборона һыҙығын өҙгәндә Токарня районында, насар һауа торошона ҡарамаҫтан, түбәнәйеп, Халупки-Острув юлында утыҙлаған йөк арбаһына ут аса, ә Хенцины станцияһында бомба ташлап, паровоз менән тимер юл эшелонын шартлата. Һөжүм барышында ғәскәрҙәр һәм йөк тейәлгән өс автомашина, биш йөк арбаһы юҡ ителә һәм зыян күрә, дошмандың егермегә яҡын һалдаты һәм офицеры юҡ ителә[1][8].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән өлкән лейтенант Әнүәр Әсәҙулла улы Фәтҡуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән Ленин ордены тапшырыла[9].

Хәрби эпизодтары

1944 йылдың 7 ғинуарында хәрби задание үтәгәндә самолётына дошман истребителдәре һөжүм итә, һөҙөмтәлә уның руле һәм стабилизаторы зыян күрә. Осоусы идара итеүе ауырлашҡан машинаны фронт һыҙығына тиклем алып барып еткерә һәм ергә ултырта, шул рәүешле ауыр яраланған уҡсыһын ҡотҡара[7].

Полк составында Белгородты, Харьковты, Красноградты, Полтаваны, Знаменканы, Кировоградты, Львовты азат итеүҙә ҡатнаша, Днепр, Днестр, Прут, Серет һәм Висланы аша сыға[7].

Артабанғы тормошо

Һуғыштан һуң Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда Юғары офицерҙар осоу-тактик курсын, 1956 йылда авиация полктары командирҙарының Үҙәк осоу-тактик курсын тамамлай[1]. 1973 йылдың 26 авгусында полковник дәрәжәһендә запасҡа ебәрелә[5]. Луцк ҡалаһында (Украинаның Волынь өлкәһе) йәшәй һәм эшләй.

1986 йылдың 21 декабрендә вафат була[1]. Ҡала зыяратында ерләнә.

Хәтер

  • Бүздәк ауылындағы урамға Әнүәр Фәтҡуллин исеме бирелгән. Иҫке Бүздәк һәм Бүздәк ауылдарында Геройға һәйкәлдәр ҡуйылған.
  • Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ә. Ә. Фәтҡуллинға арналған экспозиция бар, унда В. Шәйхетдинов яһаған портреты һәм «Юғары осҡан кеше» альбомы ҡуйылған[18].

Комментарийҙар

  1. В некоторых источниках фамилия приводится как «Фатку́лин».

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Уфаркин Н. В. Фаткуллин Анвар Асадуллович. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026. Архивировано 24 июнь 2017 года.
  2. Белорецк вчера и сегодня. Том 2. Глава 18. ДОСААФ. Дом обороны. beloretsk.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  3. С о всей страной и он ковал победу. belormuseum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  4. 1 2 3 4 Воздушный витязь Фаткуллин. web.archive.org. Уфа гид. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  5. 1 2 Фаткулин Анвар Асадульевич. Учётно-послужная картотека. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  6. 1 2 Фаткуллин Анвар Асадуллович, Орден Красного Знамени (1943). Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  7. 1 2 3 Наградной лист Фаткулина А. А. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  8. Наградной лист. Электронный банк документов «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026. Архивировано 21 октябрь 2017 года.
  9. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  10. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  11. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Орден Красного Знамени (1945). Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  12. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Орден Отечественной войны I степени (1944). Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  13. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Орден Отечественной войны II степени. Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  14. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Орден Красной Звезды (1943). Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  15. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Медаль «За взятие Берлина». Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  16. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Медаль «За освобождение Праги». Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  17. Фаткуллин Анвар Асадуллович, Медаль «За боевые заслуги». Подвиг народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
  18. Подвиг героев бессмертен. Урок мужества прошел в историко-краеведческом музее. kopei-kubovo.ucoz.ru (11 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Подвиги их — бессмертны : Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан / сост.: Р. А. Валишин, Г. Д. Иргалин, Н. П. Каменев и др.. — Уфа: Китап, 2000. — С. 306. — 393 с. — 3000 экз. — ISBN 5-295-02784-8.
  • Славные сыны Башкирии: Очерки о Героях Советского Союза: [в 5 кн.] / сост.: Булатов, Газий Гидиатович. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1979. — Кн. 4. — С. 31—34. — 264 с. — 15 000 экз.
  • Фаткулин Анвар Асадульевич // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.