Аҡһары

Аҡһары (рус. Аксарово) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 321 кеше[2]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835011.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
335310321
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 89 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 459
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 369
1959 йыл 15 ғинуар 241
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 160
2002 йыл 9 октябрь 335
2010 йыл 14 октябрь 321 165 156 51,4 48,6
Файл:Аксарово.jpg
Аҡһары ауылы

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 26 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Отрада): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мурапталово): 4 км

Урамдары

  • Аҡһары урамы (рус. }Аксаровская (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы ((улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))[5]

Тарихы

Ә.З.Әсфәндиәров буйынса

Аҡһары һәүен түбәһенә ҡараған һәм Бөрйән улусының айырым бер өлөшөндә урынлашҡан. Ысынында иһә ауыл Һәүен -Ҡыпсаҡ улусына ҡарай, ләкин уның биләмәһе Бөрйән улусына күскән, шуға күрә ҡыпсаҡтар уның керҙәштәре булып китә. Ауыл 1789 йылдан билдәле, 6 йылдан һуң 10 йортлы ауылда 52 кеше йәшәгән. X ревизия һөҙөмтәһендә унда 82 йорт була, унда 257 ир-ат һәм 250 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Һуңынан бында Этҡол, Һөйөш, Санъяп ауылдарынан өс ғаилә күсеп килә. 1920 йылда ул Көйөргәҙе улусында була, 109 йортта 218 ир-ат һәм 241 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

1816 йылғы VII ревизия һөҙөмтәһендә Аҡһарайҙың улдары — 70 йәшлек Псәнчи, 57 йәшлек сотник Күҫәк, 54 йәшлек Күскилде, 52 йәшлек Күсәрбай, 51 йәшлек Әлибай, 34 йәшлек яҫауыл Мөхәмәтрәхим Аҡһариндар күрһәтелгән.

1842 йылда 9-сы кантондың 28-се йортона ҡараған 244 кешегә яҙғы игендең 139 сиреге (1112 бот) сәселә. Ауылда ужым игенен сәсмәгәндәр. Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[6].

  • Тағы тарихы[7]

Тарихы

Аҡһары ауылы Отрада ауыл Советына инә, Туғыҙтимер һәм Оло Юшатыр йылғаһы буйында, район үҙәгенән 26 км көньяҡта, Мораптал тимер юлы станцияһынан 4 км төньяҡта һәм Өфө — Ырымбур автомобиль юлы трассаһында урынлашҡан. Халҡы 1920 йылда 459, 1939—369 ,1959 — 241, 1989—160, 2002 йылда 335 кеше тәшкил иткән. Башҡорттар йәшәй (1989). Ауыл Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына ҡарай. Төп дөйөм урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, клуб эшләй.

Ауыл бик төҙөк. Йыраҡ түгел Юшатыр йылғаһын быуып, матур быуа эшләнгән. Юшатыр йылғыһының теге яғында Юшатыр ауылы урынлашҡан.

Матбуғатта

  • Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылында яҡшы ремонттан һуң ауыл клубы яңынан асылды[8]

Видеофильмдар

  • Аҡһары ауылы ағинәйҙәре «Бәхетнамә»[9]
  • Аҡһары ауылы ағинәйҙәре «Бәхетнамә»[10]
  • Аҡһары ауылы ағинәйҙәре «Бәхетнамә»[11]

Билдәле шәхестәре

Ер-һыу атамлары

Һылтанма буйынса уҡығыҙ[13]

Ауыл фотоһы

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  6. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 74 — 75
  7. Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 426-сы биттәр.
  8. [1]
  9. 1-се бүлек YouTube сайтында Видео
  10. 2-се бүлек YouTube сайтында Видео
  11. 3-сө бүлек YouTube сайтында Видео
  12. Заслуженные работники РФ и РБ(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2019)
  13. Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 427—428-се биттәр.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар