Башҡорт халҡының йолалары
Башҡорт халҡының йолалары — башҡорттарҙың йәшәйеш ҡанундары һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте.
Башҡорттарҙа йолалар уларҙың тарихи тамырҙарына, ышаныуҙарына, белеменә һәм үҙҙәрен уратып алған донъяны аңлы ҡабул итеүҙәренә бәйле. Тарих дауамында хужалыҡ эштәрен рациональ алып барыу, мораль нормалар булдырыу һәм һаҡлау өсөн менән бәйле социаль тәртип нормалары ла үҫешкән[1]. Башҡорттар синфи йәмғиәткә тиклемге ҡоролошто ла, социалистик үҫеш этабын да, дин тотоп йәшәһәләр ҙә, ике тапҡыр капиталистик ҡоролошто ла үткән. Быларҙың барыһы ла халыҡ йолаларына үҙенсәлек өҫтәгән[2].
Тыйыу-тыйылыуҙар
Башҡорттарҙың үҙҙәрен тотошонда тыйылыуҙар күп. Мәҫәлән, ҡышын ер йоҡлай, шуға был ваҡытта уны ҡаҙырға ярамай, оҙаҡ ятыуҙан ергә береккән ташҡа тейергә ярамай. Һул ҡул ауыр ҡул тип иҫәпләнгән. Шуға ниндәйҙер эшкә изге башланғыс һәм еңел эшләнеш юрап, уң ҡулдан тотонғандар: ризыҡ өләшкәндә лә, ризыҡ ашалып бөткәс тә хужа аш йәки аҙыҡ һалынған һауыттарҙы уң ҡулы менән таратҡан һәм алған. Ә һул ҡул менән, мәҫәлән, танауҙы һемгергәндәр.
Зыянлы тылсымға эйә, тип иҫәпләнгәнлектән, ҡатындарға ирҙәрҙең (хатта малайҙарҙың) юлын ҡыйыу, мәсеткә йөрөү, зыяратҡа барыу тыйылған.
Мәсеткә ингәндә, һәр башҡорт, башҡа мосолман кеүек үк, тупһаны уң, ә сыҡҡанда — һул аяғы менән ашаҡлап сығырға тейеш. Мәсеттәрҙә ишектәрҙе ябыу, бысраҡ майлы шәмдәр ҡулланыу, бәләкәй балаларҙы килтереү һ.б. тыйылған[3].
Ашауға ҡағылышлы тыйыуҙар: иҫерткес эсемлектәр эсеү, сусҡа ите һәм үләкһә ите ашау, икмәкте бысаҡ менән телеү (һындырып ашарға ҡушылған), ике бармаҡ менән аҙыҡ тотоу (кәмендә — өс бармаҡ). Ураҙа айында көндөҙ ризыҡ ҡабул итеү һәм эсеү тыйылған, төкөрөк йотоу ғына мөмкин тип иҫәпләнгән. Ауырыуҙар һәм балаларҙан башҡалар, ваҡытында ураҙа тота алмаһа, бына башҡа ваҡытта ғәмәлләргә тейеш булған.
Ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы йолалар
Башҡорттар ҡатындарына йомшаҡ, иғтибарлы булған. Ғаилә тыныслығы күп осраҡта ҡатындан торған. Ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән тыйнаҡ, сабыр, баҫалҡы итеп тәрбиәләгәндәр. Ирле ҡатындар баштарына яулыҡ ябынып йөрөргә, ирҙәре янында сит кешеләр менән һөйләшмәҫкә һәм уларҙың ҡайҙа булыуын, ни эшләп йөрөүен һорашмаҫҡа тейеш булған. Ҡатындарға ситтәр янында ирҙәренә күрһәтмәләр биреү тыйылған[1].
Ҡатындың иренә хыянаты ҙур гөнаһ тип иҫәпләнгән, ә ирҙәр өсөн бындай тыйыуҙар булмаған. Ире, тәүге ҡатыны менән кәңәшләшеп килешһә, икенсегә лә ҡатын ала алған. Әгәр ире үлеп китһә, исеме сыҡмаһын тип, тол ҡатынды иренең ҡустыһына димләгәндәр. Ҡалым тулайым түләнелмәй ҡалып, ҡатын кеше үлеп китһә, уның атаһы, ҡатынһыҙ ҡалған иргә (кейәүенә) үҙенең башҡа ҡыҙын биргән. Был осраҡта ҡалым хаҡы кәметелгән.
Яңы өйләнешкән йәштәр ата-әсәләренә һирәк күренергә тырышҡан. Кейәү кеше килгәндә, ҡыҙҙың ата-әсәләре лә, өйҙән ваҡытлыса сығып китер булған һ.б. Бындай саҡтарҙа ҡалымдың түләнеп бөтөүе лә иҫәпкә алынған.
Ғаиләләге мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы йолалар, әлбиттә, хәҙерге ваҡытта үҙгәрештәр кисерә, бары тик ауылдарҙа ғына уларҙың ҡайһы бер өлөштәре һаҡланып ҡала килә[4].
Ололарға хөрмәт
Башҡорт ғаиләләрендә олатай һәм оләсәйҙәргә айырым ихтирам күрһәткәндәр. Башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш, тип иҫәпләнгән.
Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, төрлө байрамдар ойоштороу, көсөргәнешле хәлдәрҙе көйләп ебәреү һ.б. ололар өлөшөнә төшкән. Йәштәр һәр эштең уңышлы барып сығырына уларҙан фатиха алған.
Үлгәндәрҙе иҫкә алыу, ерләү
Мосолман йолаларына ярашлы, үлгән кешене туғандары ҡәҙер-хөрмәт менән шул көндә үк, йә икенсе көнөнә (ҡояш байығанға тиклем) ергә тапшырырға, уны иҫкә алып йыназа уҡытырға тейеш.
Ерләүҙең үҙ тәртиптәре бар: мәйете өс тапҡыр йыуыу, мәйет күлдәген кейҙереү — кәфенгә төрөү, доға уҡыу, үҙенсәлекле итеп ҡәбер ҡаҙыу, мәйетте тейешле тәртиптә күмеү (ләхет алыу, йәрмә). Мосолмандар мәйетте табутһыҙ күмә.
Башҡорттарҙың мәйетте ерләгәндә «Аят уҡыу», мәрхүмде иҫкә алғанда — «өсөн», «етеһен», «ҡырҡын» һ.б. уҡытыу тигән йолалар бар. Шулай уҡ яңы өйҙә йәшәй башлағанда ла, алыҫ юлға сыҡҡанда ла аят уҡыла.
Балаларға мөнәсәбәт
Балаларға һөйөү, ғаиләне ишәйтеү теләге — башҡорттарҙа ғәҙәти күренеш. Баланың тәбиғи юл менән донъяға килеүе күп төрлө йолалар менән оҙатылған. Йөклө ҡатындарҙың бар теләктәрен үтәргә тырышҡандар, улар ауыр эштән баш тарта алған. Уларға, йөклө саҡта, йәмһеҙ нәмәләргә ҡарау тыйылған — тик матур күренештәрҙе генә күрергә тейеш булғандар.
Бала тыуған ваҡытта атай кешенең бала тыуыуына ҡыуаныу йолаһына иғтибар биргәндәр. Атай кеше «Тиҙерәк еңел ҡотол, ҡатыным». Бала табыусы ҡатын алдында буш тоҡ һелкеткәндәр, уны тиренән яһалған буш һауыт менән һуҡҡылағандар. Атай кешене тәүләп һөйөнсөләүсегә бүләк биргәндәр. Ғаиләлә бишек туйы тип аталған йола байрамы башланған[1].
Башҡорттар үҙ йолаларын быуындан-быуынға балаларына тапшырған[2].
Балаларына тыуыу ваҡытын белдергән исем ҡушыу ҙа башҡорт йолаларының береһе: Ейән, Кинйә һ.б.
Ҡунаҡсыллыҡ
Башҡорттарҙың йомартлығы һәм ҡунаҡсыллығы үҙенсәлекле. Улар саҡырылған ҡунаҡтарға ла, саҡырылмай килгәндәренә лә берҙәй алсаҡлыҡ күрһәткән.
Саҡырылмаған ҡунаҡтарға башҡорттар айырыуса хөрмәтле. Уларҙың уйынса, өйгә инеүсе ҡиәфәтендә Хоҙай Тәғәлә үҙе, йә Уның тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булыуы мөмкин. Шуға ла, килеүсегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәү, уны ҡундырып сығармау оло гөнаһ тип иҫәпләнгән. «Хоҙай ризығын шайтан ғына йәлләй», — тигән башҡорт мәҡәле лә бар. Ҡунаҡ килгәс, башҡорттар иң яҡшы ризыҡтарынан өҫтәл әҙерләргә тотонған. Ҡунаҡҡа өс көн буйы хөрмәт күрһәтелгән[1].
Башҡорт, һыйыры ҡыҫыр ҡалмаһын өсөн, өҫтәленә үҙенең һөт аҙыҡтарын ҡуйырға, ә ҡунаҡтар хужаның һөт ризыҡтарын ашарға тейеш булмаған.
Ҡунаҡтарға аш алдынан, итле аштан һуң, ҡайтыр алдынан ҡулын йыуыу мотлаҡ булған. Ашарҙан алда ауыҙ сайҡау ҙа тейешле һаналған.
Хушлашҡанда ҡунаҡтарға ғәҙәти генә бүләктәр бирелгән. Хужа кеше, ҡунаҡтарҙың табындағы ризыҡ менән һыйлана алмаған имсәк балаһын айырыуса бүләкләргә тырышҡан, сөнки күккә ҡарап ятҡан бәләкәстең ҡарғауы ихтимал тип иҫәпләнгән[2].
Ҡаҙ өмәһе
Башҡорттарҙа һәр бер эште бергәләшеп-өмәләп эшләү йолаһы йәшәп килә. Уның күп ерҙәрҙә бик яҡшы һаҡланған һәм бөгөнгө көндәрҙә лә ҡулланылғандырының миҫалы — «Ҡаҙ өмәһе»[5].
Ҡаҙ өмәһен, ҡар ятҡас, көҙ аҙағында йә ҡыш башында үткәрелә. Өмәгә ҡыҙҙарҙы, йәш ҡатындарҙы (килендәрҙе) саҡыралар[2]. Ҡоштарҙың түшкәһен эшкәрткәс, уларҙы йылғала (йәки күлдә) сайҡайҙар. Йылғаға барғанда «Ҡаҙ юлы» тигән йола ла үтәлә — балалар, йөнөнән һыҙырып алынған ҡауырһындарҙы, юл буйына ырғыта бара, ҡатындар, киләһе йылға ла ҡаҙҙар күп булһын, ошо юлдан оҙон итеп теҙелешеп йөрөһөн тигән теләктәр әйтә. Байрамда йырҙар йырланыла, парлап та, яңғыҙ ҙа бейеүҙәр башҡарыла, таҡмаҡтар әйтелә. Сәй табынына ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ бирелә. Кисен байрам өҫтәленә ҡаҙ итенән аш, бешерелгән баш-тояҡтар, ҡаҙҙың эс-бауырҙарынан бәлеш, шулай уҡ буҙа, бал, сәк-сәк, бауырһаҡ һәм ҡоймаҡ ултыртталар.
Байрамдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Башкиры: особенности характера и традиций. Сайт «Национальный акцент» (2 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Народы России. Башкиры. Обычаи и традиции. Общественная палата ЯНАО. Официальный сайт (16 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. (рус.)
- ↑ 12 "можно" и 12 "нельзя" при посещении мечети. сайт «Islam-Today» (26 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
- ↑ Свадьба в Башкирии — традиции и последовательность обрядов. Сайт «Профессиональная свадьба». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
- ↑ Республиканский народный праздник «Ҡаҙ өмәһе». Государственное бюджетное учреждение Дом дружбы народов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026. (рус.)
- ↑ «Ҡарға бутҡаһы». Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана» (6 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026. (рус.)
- ↑ Ф. Ф. Фәтихова. Һабантуй, байрам (башҡ.) (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
Әҙәбиәт
- Никольский Д. П. Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование. — СПб., 1899. — С. 141.
- Никольский Д.П Из поездки к лесным башкирам // Землеведение. — 1895. Кн. 4. — С. 10.
- Назаров П. К этнографии башкир // Этнографическое обозрение. — 1890. — № 1. — 1990
- Акчурина А. А. Роль семьи в формировании личности: социально-философский анализ. Автреф. дисс. канд. филос. наук. Уфа, 2001.
- Аминев З. Г. Мифоритуальные основы башкирского праздника «Сабантуй» // Актуальные проблемы истории Саяно-Алтая и сопредельных территорий: материалы международной научно-практической конференции, 24-26 октября 2007 г., г. Абакан. Выпуск 3. Часть 1 / Отв. ред. И. А. Чеботарева. — Абакан: Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанаева, 2007. — С.175 — 188.
- Асфандияров А. З. Башкирская семья в прошлом (ХVШ — первая половина ХIХ в.). — Уфа, 1997. — С. 70.
- Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Семейный быт башкир. XIX — ХХ вв. — М., 1991. — С. 28.
- Баязитова Р. Р. Традиционный семейный этикет башкир. Уфа, 2010.
- Кузбеков Ф. Т. История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997. -
- Кузеев Р. Г. Историческая этнография башкирского народа. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979
- Кузеев Р. Г. Очерки исторической этнографии башкир. Ч.I. (родоплеменные организации башкир в XVII—XVIII вв.). — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1957. — 184 с.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 571 с.
- Культ слова и речевой этикет башкир // История и культура Башкортостана. Хрестоматия / под ред. Ф. Г. Хисамитдиновой. — М.: АО МДС
- Мурзабулатов М. В., Мурзаков Р. М. Западный, северо-восточный, юго-восточный регионы Башкортостана: учебное пособие. — Уфа: Редакционно-издательский отдел Республиканского учебно-научного методического центра Госкомнауки РБ, 1999. — 94 с.
- Рахматуллина З. Н. Особенности формирования и основные черты менталитета башкирского народа: автореф. дисс. канд. филос. наук. Уфа. 2001.
- Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. — М.- Л.: Издательство академии наук СССР. 1955. — 394 с.
- Руденко С. И. Башкиры. Опыт этнологической монографии. Ч. П. Быт башкир. — Л., 1925. — 330 с.
- Флоринский В. Башкирия и башкиры. Путевые заметки // Вестник Европы. Журнал истории, политики, литературы. — СПб., 1874. — Т.
- Юлдашбаев Б. Х. История формирования башкирской нации (дооктябрьский период). Уфа: Башкир. кн. изд-во. 1972.
- Ямаева Л. А. Менталитет башкир: особенности национального характера // Национальные и языковые процессы в Республике Башкортостан: история и современность: Информационно-аналитический бюллетень № 11 / ИГИ АН РБ. Уфа, 2010. С. 195—200.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ҡарғатуй (баш.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026).
- Государственное бюджетное учреждение Дом дружбы народов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Башкирский народный праздник «Ҡарға бутҡаһы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026).
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Һабантуй, байрам (баш.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026).
- Портал «Культура. РФ». Как празднуют сабантуй? (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026).
- Сайт РБК. Сабантуй: что это за праздник, история и традиции (Тикшерелеү көнө: 2 март 2026).