Шаһиев Мөнир Әхмәтйән улы
Биографияһы
Мөнир Әхмәтйән улы Шаһиев 1929 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Биктимер ауылында тыуған. 1973 йылда Силәбе дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Үҫмер егет 1943 йылдан ололар менән бер рәттән «Коммуна» колхозында (Солтанай ауылы) төрлө эштәрҙә хеҙмәт һала.
1945—1989 йылдарҙа район мәктәптәрендә башланғыс синыфтар һәм тарих уҡытыусыһы, Күлмәк ауыл Советы рәйесе, КПСС-тың Ҡоншаҡ район комитетының инструкторы, «Ҡояш» совхозы партия комитеты секретары була.
1993 йылда Мөнир Әхмәтйән улы Ҡоншаҡ районын тергеҙеү буйынса милли программаны эшләүселәрҙең береһе. Күп тапҡырҙар йәмәғәт сараларын, шул иҫәптән Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм ижады көндәрен үткәреүҙе, Силәбелә, Өфөлә, Арғаяш районында һ.б. Ҡоншаҡ көндәрен, Һабантуй милли байрамын, Ҡоншаҡ районы башлығын дин общиналар етәкселәре менән осрашыуҙы ойоштора. Ҡоншаҡ, Бәғерәктамаҡ, Ҡараболаҡ, Хәлит ауыл Советтарында ҡатын-ҡыҙҙар клубын, башҡорт-татар мәҙәни үҙәктәрен (1990-сы йылдар башынан уның рәйесе була) ойоштороусыларҙың береһе. Татарҙарҙың 1-се Бөтә донъя конгресы, башҡорттарҙың 1-се Бөтә донъя ҡоролтайы делегаты.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Портал Челябинской области. Шагеев Мунир Ахметьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2021)