Матрай

Матрай (Мөхәммәтрәхим) (рус. Матраево) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 940 кеше булған[2]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227000001.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1859186618901900192019261938
162199187179512205389
19391959198920002002[3]2009[3]2010[4]
411771110611349671011940
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 279
1920 йыл 26 август 512
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 411 208 203 50,6 49,4
1959 йыл 15 ғинуар 736 343 393 46,6 53,4
1970 йыл 15 ғинуар 1129 547 582 48,4 51,6
1979 йыл 17 ғинуар 1082 516 566 47,7 52,3
1989 йыл 12 ғинуар 1106 543 563 49,1 50,9
2002 йыл 9 октябрь 967 441 526 45,6 54,4
2010 йыл 14 октябрь 940 452 488 48,1 51,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 58 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 105 км

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Быҙаулыҡ урамы (рус. Бузавлыкская (улица))
  • Г.Насыров урамы (рус. Г.Насырова (улица))
  • З. Вәлиди урамы (рус. З.Валиди (улица))
  • З. Ҡаҙнабаев урамы (рус. З.Казнабаева (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))
  • 1 Май урамы (рус. Первомайская (улица))
  • С. Юлаев урам (рус. С.Юлаева (улица))
  • Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица))
  • Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))
  • Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова (улица))[7]

Ер-һыу атамалары

Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[8].

Тарихы

Боронғоларҙан яҙып алған легендаға ярашлы, ауылға 1755 йылда Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Мөхәмәтрәхим Алғышаев нигеҙ һалған. Әммә архив документтарын тикшереү легенданың теүәл булмауын күрһәтә: XVIII быуат документтарында һәм 1795—1834 йылдарҙағы ревизия материалдарында был ауылдар юҡ. Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы Юлдыбай ауылы буйынса 1816 йылғы ревизия материалдарында бер йортта йәшәгән 47 йәшлек Игелек Алғышаев һәм уның ҡустыһы Мөхәмәтрәхим Алғышаев (уға 24 йәш) ҡатыны Дәүләтбикә (23 йәш) күрһәтелгән. Тимәк, Мөхәмәтрәхим ауылына нигеҙ һалыусы Юлдыбай ауылы кешеһе. Был башҡа документтар менән дә раҫлана. Туңгәүер улусы Мөхәмәтрәхим ауылы 1859 йылғы ревизия материалдарында теркәлгән. Был ваҡытта ул 4-се Башҡорт кантонының 1-се тирмәһенә ҡараған, һәм унда 21 йорт иҫәпләнгән. Ошо документтан күренеүенсә, тәүге тапҡыр Мөхәмәтрәхим ауылы 1850 йылғы IX ревизияла теркәлгән. Унда 20 ихата булған. Әммә 1850 йылғы материалдар беҙгә барып етмәгән. Ошо уҡ документта күрһәтелгәнсә, 1855 йылда 63 йәшлек Мөхәмәтрәхим Алғышаевтың улы Сәйетов вафат була, уның исеме ауылға бирелгән. 1858 йылда Мөхәмәтрәхим ауылы халҡы формалашыуы дауам итә: Юлдыбай аулынан «башлыҡ бойороғо буйынса» бында Әбделмән Балыҡбаевтың ғаиләһе күсерелә. 1859 йылда Мөхәмәтрәхим ауылында 21 йорт һәм 162 кеше иҫәпләнә (81 ир-ат һәм 81 ҡатын-ҡыҙ). Тулыһынса һылтанма буйынса рус телендә уҡығыҙ[9].

Топонимикаһы

Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[10].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Матбуғатта

  • Йылайырҙа балыҡ тоторға яратыусылар йыйылды[11]
  • Һаумыһығыҙ, ауылдаштар 2021 йыл[12]
  • Мөхәмәтрәхим булған исеме[13]

Видеояҙмалар

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. Ярлыкапов Абрар Бадретдинович — Башкирская энциклопедия 2016 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2017)
  6. В Уфе ушел из жизни заслуженный артист Башкортостана Марсель Саитов. ИА «Башинформ», 12 января 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2024)
  7. Улицы
  8. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 23 март 2017 йыл. 3-сө йыйынтыҡ. 14 — 18-се биттәр
  9. Из истории села Матраево Зилаирского района
  10. Йылайыр районы Матрай ауылының ер-һыу атамалары
  11. Йылайырҙа балыҡ тоторға яратыусылар йыйылды
  12. Матрай встретил своих односельчан(недоступная ссылка)
  13. Мөхәмәтрәхим булған исеме
  14. Алтын тирма. Народные театры Зилаирского р-на Илхам и Краснокамского р-на Замандаш

Әҙәбиәт

Һылтанмалар