Олимпия уйындарында саңғы ике бәйгеһе


Саңғы ике бәйгеһе 1924 йылда Шамониҙа I ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелгәндән алып олимпия спорт төрө булып тора. Ярыш программаһына 1924—1984 йылдарҙа бер төр инә, ә 2002 йылдан алып өсәүгә тиклем киңәйтелә.

2014 йылға ҡарата олимпия миҙалдарын 16 команда (шул иҫәптән СССР, ГДР, ГФР һәм берләшкән Германия командаһы) вәкилдәре яулай, ә алтын миҙалдарға 11 команда вәкилдәре лайыҡ була.

Әлеге ваҡытта саңғы ике бәйгеһе — ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһында миҙалдар уйнатылмаған берҙән-бер спорт төрө.

Тарихы

Саңғы (йәки төньяҡ) ике бәйгеһе ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына ҡышҡы Олимпиада үткәрелә башлағас та (1924) индерелә. Шамониҙа саңғы ике бәйгеһе өсөн миҙалдар саңғы ярыштары һәм трамплиндан һикереүҙәге һөҙөмтәләр суммаһы буйынса тапшырыла; шул уҡ ваҡытта был төрҙәрҙең һәр береһендә үҙ чемпиондары һәм призерҙары айырым була ла.

Был спорт төрө буйынса Олимпия ярыштарының тәүге 12 йылында бөтә пьедесталды Норвегия вәкилдәре биләй.

Олимпия уйындарында саңғы ярыштары һәм трамплиндан һикереү үҫеше менән бергә саңғы ике бәйгеһе ҡағиҙәләре лә үҙгәрә. 1952 йылда Олимпиадала трамплиндан һикереү тәүге тапҡыр саңғы уҙышы алдынан үтә (быға тиклем тәртип киреһенсә була)[1]. 1956 йылғы Олимпиадала саңғы ярыштары дистанцияһы 18-ҙән 15 саҡрымға тиклем ҡыҫҡартыла. 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 90 метрлыҡ трамплиндан (тәүҙә 70 метр) һикерәләр. Олимпия уйындарында саңғы ике бәйгеһенең ир-егеттәр өсөн генә булыуы ғына үҙгәрешһеҙ ҡала[2].

Ярыштар

Дисциплина 24 28 32 36 48 52 56 60 64 68 72 76 80 84 88 92 94 98 02 06 10 14 18 Бөтәһе
Ғәҙәти трамплин / 10 км 23
Ҙур трамплин / 10 км 5
Эстафета — Ғәҙәти трамплин / 4×5 км 9
Бөтәһе 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 2 2 2 2 3 3 3 3 3

Миҙалдар иҫәбе

undefined
Урын Ил Алтын Көмөш Бронза Барлығы
1 Норвегия Олимпия уйындарында Норвегия 13 10 8 31
2 Германия Олимпия уйындарында Германия 5 5 4 13
3 Финляндия Олимпия уйындарында Финляндия 4 8 2 14
4 Австрия Олимпия уйындарында Австрия 3 2 10 15
5 ГДР Олимпия уйындарында ГДР 3 0 4 7
6 Япония Олимпия уйындарында Япония 2 3 0 5
7 Франция Олимпия уйындарында Франция 2 1 1 4
8 ГФР Олимпия уйындарында ГФР 2 1 0 3
9 АҠШ Олимпия уйындарында АҠШ 1 3 0 4
10 Швейцария Олимпия уйындарында Швейцария 1 2 1 4
11 Германияның берләшкән командаһы Олимпия уйындарында Германияның берләшкән командаһы 1 0 1 2
12 СССР Олимпия уйындарында СССР 0 1 2 3
13 Швеция Олимпия уйындарында Швеция 0 1 1 2
14 Польша Олимпия уйындарында Польша 0 0 1 1
Рәсәй Олимпия уйындарында Рәсәй 0 0 1 1
Италия Олимпия уйындарында Италия 0 0 1 1
Бөтәһе 37 37 37 111

Титуллы спортсылар

Таблицала саңғы ике бәйгеһендә ике һәм унан да күберәк алтын олимпия миҙалдарына эйә булған спортсылар күрһәтелгән.

Урын Спортсы Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Йылдар
1 Австрия Феликс Готтвальд 3 1 3 7 2002—2010
2 Финляндия Самппа Лаюнен 3 2 0 5 1998—2002
3 Германия Эрик Френцель 3 1 2 6 2010—2018
4 Германия Демократик Республикаһы Ульрих Велинг 3 0 0 3 1972—1980
5 Норвегия Фред Бёрре Лундберг 2 2 0 4 1992—1998
6 Норвегия Бьярте Энген Вик 2 1 1 4 1994—1998
7 Германия Йоханнес Ридзек 2 1 1 4 2010—2018
8 Япония Таканори Коно 2 1 0 3 1992—1994
9 Австрия Марио Штехер 2 0 2 4 2006—2014
10 Норвегия Йохан Грёттумсбротен 2 0 1 3 1924—1932

Иҫкәрмәләр

  1. Nordic combined - Olympics (ингл.). FIS. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 29 ғинуар 2014 года.
  2. Skiing – Nordic Combined (ингл.). Canadian Olympic Team Official Website. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2014. Архивировано 2 февраль 2014 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә