Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы
Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова (рус. Сабиля Гайзулловна Сулейманова; 1940 йылдың 5 феврале, Темәс, Башҡорт АССР-ы) — педагог-ғалим, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
Биографияһы
1940 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[2], атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.
1954 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Урта махсус уҡыу йорттарын берләштереү сәбәпле, 1956 йылда Белорет педагогия училищеһына күсерелә һәм уны 1958 йылда «отлично»ға тамамлай.
Ике йыл Баймаҡ районының Ишмырҙа ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй һәм 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша һәм шуның өсөн 1965 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
1965—1966 йылдарҙа йүнәтмә буйынса Темәс урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1966—1970 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләй.
1970 йылдың декабренән РСФСР Мәғариф министрлығының Өфөләге Милли мәктәптәр фәнни-тикшеренеү инстиутының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр[2].
1979 йылда «Методика обучения видо-временным формам русского глагола в 1—3 классах башкирской школы» исемле тәүге монографияһын баҫтыра, ә 1981 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә ошо уҡ темаға кандидатлыҡ диссертацияһы[3] яҡлай һәм «педагогия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.
1976—1983 йылдарҙа Милли мәктәптәр фәнни-тикшеренеү институты Башҡортостан филиалының тәүге партия ойошмаһы секретары була.
1983 йылдың ғинуарында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдиренең урынбаҫары итеп эшкә күсерелә[2].
1985 йылдың ғинуарында Башҡорт АССР-ының мәғариф министры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1988 йылда министрлыҡ бөтөрөлгәнсе башҡара[2]. Ошо осорҙа Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[4]
1988—1991 йылдарҙа Сәбилә Сөләймәнова Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡытыусы булып эшләй. 1991—2001 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында уҡытыу методикаһы кафедраһында мөдир һәм уҡытыусы була.
2003 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының методик үҙәгендә бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғилми хеҙмәттәре урыҫ булмаған башланғыс мәктәптәрҙә урыҫ теле уҡытыу методикаһына, милли балалар баҡсаларында урыҫ телмәрен үҫтереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт аавторы.
Шулай уҡ башҡорт телендә шиғыр һәм публицистик очерктар йыйынтығы нәшер иткән.
Ғилми хеҙмәттәре һәм китаптары
- Методика обучения видо‑временным формам русского глагола в I—III классах башкирской школы. М., 1977; (рус.)
- Гөлбәҙрән (Өфө, 1980);
- Дидактический материал по русскому языку для 1—3 классов национальных школ РСФСР. 2‑е изд. Л., 1983 (соавтор). (рус.)
- Методика обучения глагольным конструкциям русского языка в башкирской начальной школе (1983) (рус.)
- Тормош миңә үҙе ҡанат ҡуйҙы: Текст, автобиография. — Өфө: Китап, 2014. — 286 бит.
- Память об отце. — Уфа: ЮША, Башкирская энциклопедия, 2016. — 37, (1) с.[6] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре
- Темәстең ғәййәр бөркөтө. «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 22 февраль;
- Намыҫыбыҙ таҙа булһын! «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 27 июнь.
Әҙәбиәт
- Нурғалина Н. Йүгереп үткән оҙон юл… «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 4 февраль] (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2020)
- Кәримова Ф. һәм башҡалар. Ғүмер йомғағын һүтә белеү — үҙе бәхет. «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 8 июль.
- Аминева З. От учителя до министра прошла путь наша землячка Сулейманова Сабиля Гайзулловна. Газета «Баймакский вестник», 3 февраля 2015 года. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1965);
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976);
- Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980);
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
Ғаиләһе
- Тормош иптәше Ғафаров Айрат Ғайзулла улы, Өфө ҡалаһындағы 11-се һөнәри училищеның элекке директоры.
- Улдары:
- Илдар Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998);
- Алмас Ғафаров[7], Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022).
- Ейәне — Искәндәр Ғафаров.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- ↑ Сулейманова Сабиля Гайзулловна. Обучение видо-временной системы русского глагола в начальных классах башкирской школы : Автореф. дис. на соиск. учен. степ. канд. пед. наук : (13.00.02), 1980 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- ↑ 1 2 БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- ↑ Совет старейшин (Международный союз общественных организаций) «Всемирный курултай (конгресс) башкир». Официальный сайт
- ↑ Государственная публичная историческая библиотека России
- ↑ Илһөйәрлекте атай-әсәй балаһына күсерә. «Киске Өфө» гәзите, 28 апрель 2018 йыл
Сығанаҡтар
- Сулейманова Сабиля Гайзулловна: Основные даты жизни и деятельности. Список печатных изданий. — Уфа: РИО РУНМЦ МО РБ, 2010. — 12с. (рус.)
- Родом она из Темясово. Ю. А. Узиков. Сказание о земле Баймакской.- Уфа: Слово, 1998.-222с.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 −5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- Баймакская межпоселенческая центральная библиотека. Официальный сайт. Известные люди Баймакского района. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)