Ҡабан (Уйылға ҡушылдығы)
Ҡабан — рус. Каба́нка - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә үҙәк өлөшөндә аҡҡан йылға. Уйылға йылғаһының уң яҡҡы, иң эре ҡушылдыҡтарының береһе.
Йылғаның оҙонлоғо 85 км, һыулыҡтар бассейны майҙаны — 933 км².[1]
Инеше Уй районының Лесной ҡасабаһы янында. Впадает в реку Увелька на территории Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы биләмәһендә Уйылға йылғаһына ҡоя ( Южноуральск ҡалаһы). Тамағы — диңгеҙ кимәленән 201 м бейеклектә.
Өлкәнең 3 районы (Уй, Пласт һәм Уйылға) аша аға.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
- ← Һул ҡушылдыҡ
→ Уң ҡушылдыҡк
- ← Чукса
- ← Лог Зелёный
- → Кочкарка
- → Чёрная
Этимологияһы
Ғәҙәттә бандай атамалар ҡабандар йәшәгән урындарға бәйле була. Ә бына Уйылға йылғаһына ҡойған Ҡабан йылғаһының атамаһы башҡорт теленән, Ҡабан тигән ирҙәр исеменән йә ҡушаматынан ингән булыуы ихтимал. Йылға исеме менән ике ауыл барлыҡҡа килгән: Кабанка (элекке Кабанское), Уйылға районы, 1753 йылғы документтарҙа телгә алына, Үрге Кабанка, Пласт ҡалаһы биләмәһе 1779 йылға документтарҙа күренә.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй Дәүләт һыу реестрына ярашлы, йылға Иртыш бассейн округына инә, Уйылға йылғаһының һыу хужалығы өлөшө, Тобол йылғаһының кесе бассейнынан ҡарай. Иртыштың йылға бассейны[1].