Башҡортостан президентын һайлау (2014)

Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлау (рус. Выборы президента Башкортостана (2014)) 2014 йылдың 14 сентябрендә берҙәм һайлау көнөндә була. 11 йыллыҡ тәнәфестән һуң тәүге тапҡыр республиканың иң юғары вазифалы кешеһе бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлана.

Башҡортостан Президенты вазифаһына бөтәһе дүрт дәғүәсе теркәлә: Рөстәм Хәмитов, Юнир Ҡотлоғужин, Иван Сухарев һәм Илдар Бикбаев. Һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыу тауышын йыйып, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидат Рөстәм Зәки улы Хәмитов еңеү яулай.

Һайлау алдынан сәйәси хәл

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы президенты вазифаһынан «үҙ теләге буйынса» отставкаһын ҡабул итә. Башҡортостан президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп ил башлығы Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе Рөстәм Зәки улы Хәмитовты тәғәйенләй[2]. 2010 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Р. З. Хәмитовты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына раҫлай[3]. Рөстәм Хәмитовтың вәкәләттәре 2015 йылда тамамлана ине[4].

2012 йылда «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкәләтле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы һәм «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында»ғы федераль закондарға үҙгәрештәр индерелә. Улар Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында иң юғары вазифаға һайлау юлы менән тәғәйенләүҙе кире тергеҙә. 2012 йылдың октябрендә «Сәскә атыусы Башҡортостан өсөн» йәмәғәт коалицияһы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ваҡытынан алда һайлау үткәрергә тәҡдим итә[5].

Шул уҡ ваҡытта «Халыҡ референдумы» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан халҡына ваҡытынан алда президент һайлауҙарын үткәреү кәрәклеге тураһында халыҡ референдумы үткәреү инициативаһы менән мөрәжәғәт итә, сөнки республиканың ғәмәлдәге президенты «иҫке схема» буйынса — Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан һәм субъект парламентында раҫлау аша тәғәйенләнә[6].

2013 йылда төрлө киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы 2013 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау менән берлектә үткәрелере тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә[7][8][9].

2014 йылдың 30 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2014 йылдың 14 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндәге РФ субъекттары башлыҡтарын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн Рөстәм Хәмитовтың отставкаһын ҡабул итә. Эксперттар фекеренсә, һайлауҙы күсереү киләһе йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә бәйле[4].

2014 йылдың 18 июнендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлау тураһындағы ҡарарҙы хуплай[10], шуның менән һайлау кампанияһы башланыуға старт бирелә. Башҡортостан ҡануниәтенә ярашлы, республика парламенты депутаттары һайлауҙы тәғәйенләү тураһында ҡарарҙы тауыш биреү көнөнә тиклем 100 көндән дә алдараҡ түгел һәм 90 көндән дә һуңға ҡалмайынса ҡабул итергә тейеш. Әммә һайлау ваҡытынан алда үткәрелгәнлектән, Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексының 10-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, һайлауҙы тәғәйенләү ваҡыты ҡыҫҡартылырға мөмкин, әммә өстән бер өлөшөнән артыҡҡа түгел[11]. Башҡортостан Президентын һайлау Башҡортостан Республикаһы биләмәһен үҙ эсенә алған берҙәм һайлау округы буйынса абсолют күпселектең мажоритар системаһы нигеҙендә үткәрелә[12].

Кандидаттар күрһәтеү

Кандидаттарҙы күрһәтеү хоҡуғы

Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттарҙы сәйәси партиялар тәҡдим итә. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат һайлау тәғәйенләү тураһында рәсми ҡарар баҫылып сыҡҡандан һуң 20 көндән дә һуңға ҡалмайынса кәрәкле документтарҙы Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға тейеш[13]. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттар күрһәтеү — 2014 йылдың 9 июленә тиклем, ә теркәлеүгә документтар тапшырыу 2014 йылдың 19 июленә тиклем дауам итә[14].

Кандидаттарҙы күрһәтеү барышы

Рөстәм Хәмитов

Киң мәғлүмәт сараларында «Берҙәм Рәсәй»ҙән һайлауҙа Рөстәм Хәмитовтың дәғүәсеһе тип тәүҙә Радий Хәбиров ҡарала, уның кандидатураһын федераль властар ҙа, Башҡортостандың беренсе Президенты М. Ғ. Рәхимов йөҙөндәге республика сәйәси элитаһы ла хуплар тип күҙаллана[4][15][16].

2014 йылдың 11 июнендә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Башҡортостан Президенты вазифаһына артабан тәҡдим итеү өсөн өс кандидат билдәләнә: Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов (129 тауыш), РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин (41 тауыш), Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов (39 тауыш)[17].

2014 йылдың 21 июнендә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһында Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов партиянан кандидат итеп раҫлана, уның өсөн 209 партия ағзаһы тауыш бирә. Рафаэль Мәрҙәншин өсөн — өс, Булат Йомаҙилов өсөн ике тауыш бирелә[18].

2014 йылдың 24 июнендә Р. З. Хәмитов беренсе булып Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына республика президентын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн документтар тапшыра[19].

Политологтар белдереүенсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте «Украиналағы сәйәси хәлдең тотороҡһоҙлоғона һәм ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына» бәйле Рөстәм Хәмитовтың кандидатураһын хуплай. «Сәйәси эксперт төркөмө» башлығы Константин Калачев фекеренсә, Хәмитовтың төп проблемалары араһында — халыҡта популярлығы түбән һәм элиталарҙың уға тәнҡитле ҡарашта булыуы. Төбәк үҫеше буйынса эксперт Иван Огнев фекеренсә, һайлауҙа еңер өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк, сөнки «әлегә ғәмәлдәге республика башлығы элекке көслө президенттан аныҡ эштәре буйынса түгел, ә күберәк вәғәҙәләр биреүе менән айырыла, был халыҡтың иғтибарынан ситтә ҡалмай, әлбиттә»[4].

Раил Сарбаев

2014 йылдың 25 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең элекке премьер-министры Р. С. Сарбаев «Гражданлыҡ көсө» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителә[20]. Кандидатлыҡҡа күрһәтеүҙәре өсөн уға «Берҙәм Рәсәй» сафын ҡалдырырға тура килә[21], ә «Ғәҙел Рәсәй» партияһы экс-премьерҙы яҡлауҙан баш тарта[22]. Политологтар фекеренсә, Сарбаев ун кеше араһынан Рөстәм Хәмитовҡа конкурент булырлыҡ берҙән-бер кандидат булып тора[23]. Күпселек эксперттар фекеренсә, һайлауҙа элекке премьерҙы республиканың элекке президенты М. Ғ. Рәхимов яҡлаясаҡ[21]. Политолог Константин Калачев белдереүенсә, Башҡортостандың элекке премьер-министрының уңышҡа өлгәшеү өсөн мөмкинлектәре яҡшы, ә һайлау үҙе ҡыҙыҡлыраҡ һәм демократик юҫыҡта уҙасаҡ: «Башҡортостан халҡы конкурентлы һайлауҙы һағынды, ә бындай калибрлы кандидатты күрһәтеү һәм уға шундай ҡеүәтле ярҙам хәлде ҡырҡа үҙгәртә»[24].

2014 йылдың 9 июлендә — партияларҙан Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар күрһәтеү процедураһы тамамланған көндә Мәскәү өлкәһендәге партия съезында Раил Сарбаевты тәҡдим иткән «Гражданлыҡ көсө» партияһы «партия мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән һәм уға зыян килтергән ғәмәлдәргә бәйле» формулировкаһы менән уның кандидатураһын алып ташлай[25]. «Һайлауҙа ҡатнашыу тураһындағы хәбәрҙән һуң Раил Сарбаев партияның Өфөләге төбәк бүлексәһендә бер тапҡыр ҙа күренмәне», — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала "Гражданлыҡ көсө"нөң урындағы бүлексәһе етәксеһе Алексей Скрындица[26].

Эксперттар фекеренсә, «Сарбаевтың кандидатураһын тәҡдим иткәндән һуң төбәктә шикле политтехнологтар әүҙем эшләй башлай, федераль киң мәғлүмәт сараларында заказ буйынса мәҡәләләр барлыҡҡа килә»[27]. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Раил Сарбаевты һайлауҙан төшөрөүҙе законлы тип иҫәпләй[28]. Экс-кандидаттың үҙе белдереүенсә, ул үҙен яҡлаған муниципаль депутаттарҙың 454 ҡултамғаһын (кәрәкле 457-нән) йыйып өлгөргән[29]. Рәсәй Демократик партияһы рәйесе Андрей Богданов үҙенең элекке партиялаштарының был ҡарарын урындағы властар менән низағлашырға теләмәүҙәре менән аңлата[28].

Экс-кандидаттың юридик мәсьәләләр буйынса вәкиле Ирина Твердова, етерлек дәлилдәр йыйылған осраҡта, Раил Сарбаевтың һайлау штабы судҡа дәғүә бирергә һәм уның аша партия ҡарарын законһыҙ тип танырға ниәтләй, тип белдерә[30]. 2014 йылдың 16 июлендә Раил Сарбаев «Гражданлыҡ көсө» партияһының ҡарарын законһыҙ тип таныу маҡсатында Мәскәүҙең Пресня судына һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары судына ғариза бирә[31].

Юнир Ҡотлоғужин

2014 йылдың 23 июнендә Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан Республика бүлексәһе конференцияһы делегаттары асыҡ тауыш биреү юлы менән тәҡдим ителгән дүрт кандидатуранан икәүһен һайлай — «Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужинды һәм партияның Иглин район комитетының беренсе секретары Хәсән Иҙиәтуллинде. Һуңынан йәшерен тауыш биреү үткәрелә, уның барышында 57 тауыш менән КПРФ-тан кандидат итеп Ю. Ғ. Ҡотлоғужин һайлана[32].

Илдар Бикбаев

2014 йылдың 22 июнендә «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Илдар Бикбаевты Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтә[33]. 2014 йылдың 18 июлендә Бикбаев кандидаттарҙан беренсе булып муниципаль фильтрҙы үтә һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына 479 депутаттың ҡултамғаһын тапшыра[34].

Павел Ксенофонтов

2014 йылдың 23 июнендә «Рәсәй халыҡ идараһы партияһы» федераль партияһының төбәк бүлексәһе Башҡортостан Президенты вазифаһына Павел Ксенофонтовты кандидат итеп күрһәтә[35]. Ул «АнтиКроношпан» йәмәғәт хәрәкәте лидеры булып тора һәм теркәлгән ваҡытта рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәй[36]. Йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин фекеренсә, республикала танылыу яулауына ҡарамаҫтан, был кандидаттың еңеүгә мөмкинлектәре «минималь»[37].

Иван Сухарев

2014 йылдың 28 июнендә ЛДПР-ҙың Башҡортостан төбәк бүлексәһе Башҡортостан Президенты вазифаһына РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухаревты тәҡдим итә[38]. Муниципаль фильтр үткән кандидаттар араһында ул иң байы булып тора: БР Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда 8,67 миллион һум аҡса эшләгән[39].

Сергей Наумкин

2014 йылдың 28 июнендә «Яблоко» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе Башҡортостан Президенты вазифаһына Сергей Наумкинды кандидат итеп күрһәтә[40].

Константин Шаһиморатов

2014 йылдың 30 июнендә «Ғәҙел Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе Башҡортостан Президенты вазифаһына «Республика мәғлүмәт-консультация үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Константин Шаһиморатовты тәҡдим итә[38]. Кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәй, һәм «Ғәҙел Рәсәй» республика президентын ваҡытынан алда һайлауға үтмәгән берҙән-бер дума партияһы була. Партиялаштар быны хакимиәттәр тарафынан муниципаль депутаттарға «административ баҫым» менән дәлилләй. Политолог Ростислав Туровский фекеренсә, Константин Шаһиморатов республикала аҙ билдәле булһа ла, «республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының эшмәкәрлегендә конкуренциянан тулыһынса ҡотолоу теләге артығы менән күҙәтелә»[41].

Рәсих Хәмитов

2014 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы «Рәсәй коммунистары» партияһынан республика башлығы вазифаһына кандидат — «Башнедра» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы идараһы президенты Рәсих Хәмитовты күрһәтеү буйынса документтар ҡабул итә[42]. «Сәйәси эксперт төркөмө» башлығы Константин Калачев фекеренсә, Рәсих Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов мәнфәғәтендә күрһәтелеүе «оппоненттар һөжүменән прививка» булып тора[43].

Ришат Мәғәсүмов

2014 йылдың 3 июлендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» партияһынан республика президенты вазифаһына кандидат Ришат Мәғәсүмовтан — Башҡортостан Республикаһы «„Закон һәм тәртип“ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесенән документтар ҡабул итә[44].

Нурислам Усманов

2014 йылдың 9 июлендә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Нурислам Усмановтың "«Достоинство» дөйөм Рәсәй сәйәси партияһы"нан республика президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү буйынса документтар ҡабул итә[45][46].

Муниципаль фильтр

Республика президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеүҙе яҡлап муниципаль берәмектәр депутаттарының 457 ҡултамғаһы, шул иҫәптән район һәм ҡала округтары вәкиллекле органдары депутаттарының 57 ҡултамғаһы йыйылырға тейеш[14]. Политолог Александр Кынев фекеренсә, депутаттарҙың ҡултамғаларын беренсе булып йыя башлаған партиялар бөтә лимитты һайлай ала, шулай итеп, конкуренттарға теркәлеү өсөн мөмкинлек ҡалдырмайҙар[47].

Кандидат Тыуған көнө Вазифаһы
(күрһәтелеү мәленә)
Партия Кандидаттың статусы (күрһәтелеүе/регистрация)
Бикбаев Илдар Зиннур улы 15.02.1959 Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Рәсәй патриоттары теркәлгән[48]
Ксенофонтов Павел Алексеевич 19.06.1975 ваҡытлыса эшләмәй Рәсәй халыҡ идараһы партияһы теркәүҙән баш тартҡандар[49], кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәгән[50]
Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы 25.04.1958 КПРФ-тың Башҡортостан республика бүлексәһе секретары КПРФ теркәлгән[48]
Мәғәсүмов Ришат Тәлғәт улы 21.09.1981 «„Закон һәм тәртип“ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы теркәүҙән баш тартҡандар[49], кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәгән[50]
Наумкин Сергей Александрович 29.10.1953 пенсионер Яблоко теркәүҙән баш тартҡандар[49], кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәгән[50]
Сарбаев Раил Сәлих улы 11.01.1962 «СГ-транс» ААЙ-һы вице-президенты Гражданлыҡ көсө теркәүҙән баш тартҡандар[49], сөнки партияһы уның кандидатураһын һайлауҙан ситләткән[50]
Сухарев Иван Константинович 10.06.1978 РФ Дәүләт Думаһы депутаты ЛДПР теркәлгән[48]
Усманов Нурислам Карам улы 12.03.1954 пенсионер Достоинство теркәүҙән баш тартҡандар[49], кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәгән[50]
Хәмитов Рәсих Әғзәм улы 05.04.1951 пенсионер Рәсәй коммунистары теркәүҙән баш тартҡандар[49], кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәгән[50]
Хәмитов Рөстәм Зәки улы 18.08.1954 Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Берҙәм Рәсәй теркәлгән[48]
Шаһиморатов Константин Нил улы 29.01.1975 «Республика мәғлүмәт-консультация үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Ғәҙел Рәсәй теркәүҙән баш тартҡандар[49], кандидат муниципаль фильтрҙы үтмәгән[50]

Кандидаттар программалары

Агитация кампанияһы

2014 йылдың 20 авгусында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында кандидаттарҙың тәүге теледебаттары үтә. Һайлау алды агитацияһы өсөн телевидениела бушлай минуттарҙы шулай уҡ «Рәсәй 1» һәм «Рәсәй 24» телеканалдары, «Спутник FM», «Юлдаш», «Ашҡаҙар» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары бүлеп ала. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итеүенсә, һайлау кампанияһын яҡтыртыуҙа республиканың 170-тән ашыу киң мәғлүмәт сараһы ҡатнашҡан, шуларҙың 141-е баҫма матбуғат, 25-е телерадиокомпания, дүрт мәғлүмәт агентлығы, биш интернет-киң мәғлүмәт сараһы[51].

Муниципаль фильтр үткән кандидаттар араһында һайлау фондтарындағы сумма буйынса 27 миллион һумға эйә Рөстәм Хәмитов лидер булып тора. Икенсе урында — Иван Сухарев (3,8 миллион һум), өсөнсөлә — Юнир Ҡотлоғужин (400 мең һум), дүртенселә — Илдар Бикбаев (110 мең һум)[52].

Рөстәм Хәмитов «Ижад ваҡыты» лозунгылы билбордтар менән сикләнеп, туранан-тура әүҙем агитация кампанияһы үткәрмәй[53], әммә Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булараҡ республика райондары һәм ҡалалары буйлап эш сәфәрҙәренә сыға[54]. Эксперттар был һайлауҙа башҡа кандидаттарҙың ҡатнашыуын «техник» тип атай[54][55]. Иван Сухаревтың һайлау штабы агитация материалдарын тарата, әммә әүҙем эште Өфө ҡалаһында ғына алып бара. Илдар Бикбаев һайлау алды кампанияһын бөтөнләй алып бармай. Юнир Ҡотлоғужиндың һайлау алды кампанияһы кандидаттың биографияһы һәм уның программаһы менән мәғлүмәт листовкалары һәм «Башҡортостан коммунисы» гәзите сығарыу менән генә сикләнә, был кандидаттың бай булмаған һайлау фонды менән аңлатыла. «Гражданлыҡ көсө» партияһы Раил Сарбаевты һайлауҙан ситләткәндән һуң, Ҡотлоғужин—Сарбаев һайлау алды альянсын булдырыу перспективаһы тикшерелә. Әммә сәйәсмәндәр килешеп өлгөрмәй һәм бының сәбәбе булып КПРФ-тың республика президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовҡа лояль мөнәсәбәте тора[54].

Башҡортостандың ҡайһы бер йәмәғәт һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары һайлауҙарға бойкот иғлан итергә ҡарар ҡыла йәки республика халҡын һайлауҙарға бойкот иғлан итергә саҡыра. Өфөлә бер нисә йәмәғәт һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы ғәҙел һәм демократик һайлауҙарҙы яҡлап митингылар һәм пикеттар үткәрә[56].

Фараздар һәм аналитика

2014 йылдың 5 июлендә Өфөлә «„Һеҙҙең һайлау!“ халыҡ тауыш биреүе» социологик һорау алыуы ваҡытынан алда тамамлана. Проектты ойоштороусылар фекеренсә, бының сәбәбе булып ҡала хакимиәте һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары яғынан баҫым тора. Проект координаторы Мария Пушкина белдереүенсә, бөтәһе 10 мең бюллетень йыйыла, һорауламала ҡатнашыусыларҙың 45,8 проценты — БР Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовҡа, 17 проценты — БР-ҙың элекке премьер-министры Раил Сарбаевҡа, 11,1 проценты КПРФ кандидаты Юнир Ҡотлоғужинға тауыш бирә, ә ҡалған биш кандидат респонденттарҙың 10-ар проценттан кәмерәк тауышын йыя[57].

Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды Башҡортостанды әлегә ярыштан төшөп ҡалмаҫ борон көслө потенциаль дәғүәселәре булған субъекттар иҫәбенә индерә[58].

Политолог Станислав Радкевич фекеренсә, һайлау фондтары нисбәте буйынса Рөстәм Хәмитов президент ярышында фаворит булып тора һәм 95 процентҡа һайлауҙа еңәсәк, әгәр һайлау фондында Хәмитов менән сағыштырғанда ете тапҡырға кәмерәк аҡсаһы булған Иван Сухаревтың мөмкинлектәре бәләкәй булһа, ҡалғандарҙың ул бөтөнләйе менән юҡ[52]. «Сәйәси эксперт төркөмө» етәксеһе Константин Калачев фекеренсә, әгәр Хәмитов өс миллион менән генә сикләнһә лә, был етерлек буласаҡ, сөнки Раил Сарбаев һайлау кампанияһынан төшөрөп ҡалдырылғандан һуң ул альтернативаһыҙ инде[59].

Политолог Эдуард Мурзин фекеренсә, Рөстәм Хәмитовтың һайлау алды кампанияһы «тыныс һәм һиҙелмәйенсә үтә», ә Раил Сарбаевты һайлауҙан төшөрөп ҡалдырғандан һуң уның көслө конкуренттары юҡ, шуға күрә ул беренсе турҙа уҡ еңергә тейеш[59].

Журналист Софья Самохина фекеренсә, Рөстәм Хәмитов өсөн был республикала беренсе һайлау кампанияһы булһа ла, уның бер дәғүәсеһе лә уның өсөн хәүефле күренмәй. Ә был һайлау һөҙөмтәләре Башҡортостан халҡын һәм федераль үҙәкте Рөстәм Хәмитовтың республикалағы хәлде ныҡлы контролдә тоторона ышандырырға булышлыҡ итергә тейеш[60].

Тауыш биреү

2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлау үтә. Бөтәһе 3 453 һайлау участкаһы эшләй, шуларҙың бишәүһе күреү буйынса инвалидтар өсөн махсуслаштырыла[61], ә 34 участка һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында урынлаша — тимер юл вокзалында, дауаханаларҙа, шифаханаларҙа, тәфтиш изоляторҙарында[62]. Өфөлә 428 һайлау участкаһы асыла[63]. Башҡортостанда тәүге тапҡыр өс исемле һайлау участкаһы асыла: Әбйәлил районының Асҡар ауылында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге, Бәләбәй районының Надеждино ауылында яҙыусы Сергей Аксаков исемендәге[64].

Республикала 48 825 теркәүҙән төшөрөү танытмаһы бирелә[65].

Хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өсөн Башҡортостанда тауыш биреүҙә ете меңгә яҡын Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре һәм 220-нән ашыу шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәре йәлеп ителә[66]. Тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһының һайлау участкаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өс меңдән ашыу хеҙмәткәре янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә[67].

Ваҡытынан алда һайлауҙарҙа президент вазифаһына үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партияларҙан 3 715 күҙәтеүсе эшләй. «Берҙәм Рәсәй» — 2 741, ә КПРФ 864 күҙәтеүсе ебәрә[68]. Һайлау барышын шулай уҡ Йәмәғәт контроле штабы вәкилдәре күҙәтә, уларға «Ғәҙел Рәсәй», РПНУ, «СССР-ҙа тыуғандар», «Яблоко», Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһының Кеше-Граждан хоҡуҡтары өсөн йәмғиәте, «Йыйын», «Аҡтамыр» һәм башҡа партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары инә[69].

Экзитпол мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов 80 % тауыш менән алда бара[70].

Һайлаусыларҙың килеүе хаҡында мәғлүмәт

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө ваҡыты буйынса 12 сәғәткә 717 485 һайлаусы, йәғни һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 23,82 процент тауыш биргән[71]. 15 сәғәткә һайлаусыларҙың килеүе 47,55 % тәшкил итә[72].

Республикала урындағы ваҡыт буйынса 18 сәғәткә 1 975 749 һайлаусы тауыш биргән, был уларҙың дөйөм һанынан 65,43 % тәшкил итә. Башҡортостанда һайлаусыларҙың иң ҙур әүҙемлеге (86—91 %) Тәтешле, Илеш, Балтас һәм Краснокама райондарында күҙәтелә[73].

БР Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө ваҡыты буйынса 20 сәғәткә Башҡортостанда ваҡытынан алда президент һайлауҙарына яҡынса 77,27 % кеше килә[74].

Ошо көндә Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында үткәрелгән ошондай уҡ һайлау һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда һайлауҙа ҡатнашыу иң юғары күрһәткесле була[75]. Ҡайһы бер республика хоҡуҡ һаҡлаусылары президент һайлауҙарына килеү һандары арттырып күрһәтелгән тип иҫәпләй[76].

Тәртип боҙоуҙар тураһында хәбәрҙәр

КПРФ партияһынан күҙәтеүселәр хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһының Ленин районындағы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бинаһында урынлашҡан 183—184-се һайлау участкаларында урнаға бюллетендәр ташлау күҙәтелә[77].

«Тауыш» йәмәғәт ойошмаһының матбуғат хеҙмәте тауыш биреү барышында бер нисә тәртип боҙоу осрағы асыҡланыуы тураһында хәбәр итә[78].

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республикала һайлауҙарҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәмәй[78].

Һайлау йомғаҡтары

Һайлаусыларҙың участкаларға килеүе[79]
Һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һаны 3 027 300 100 %
Шуларҙан һайлауҙа ҡатнашҡандар 2 267 077 74,88 %
Тауыштарҙың бүленеше[80]
1. Хәмитов Рөстәм Зәки улы 1 851 625 81,71 %
2. Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы 229 452 10,13 %
3. Сухарев Иван Константинович 109 040 4,81 %
4. Бикбаев Илдар Зиннур улы 59 475 2,62 %

Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидат Рөстәм Хәмитов еңеү яулай, ул һайлаусыларҙың 81,71 % тауышын ала. Балтас районында иң күп тауыш йыя — 98,28 % һәм республиканың тағы 15 районында уға ышаныс кимәле 90 % билдәһенән ашып китә, ә Бөрйән районында был кандидат өсөн иң аҙ тауыш бирәләр — 66,67 %[80]. КПРФ-тан кандидат Юнир Ҡотлоғужин 10,13 % тауыш йыя, уның өсөн иң күп тауыш Бөрйән районында бирелә — 29,39 %, ә иң аҙы Балтас районында — 0,74 %[80]. Һайлау йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды ЛДПР кандидаты Иван Сухарев яулай, ул 4,81 % тауыш йыя, иң күп тауыш Өфө ҡалаһының Калинин районында — 13,14 %, ә иң аҙы Балтас районында — 0,4 %. «Рәсәй патриоттары» вәкиле Илдар Бикбаев һайлаусыларҙың 2,62 % тауышын йыя[81], иң ҙур күрһәткес Салауат ҡалаһында була — 6,49 %, ә иң аҙы — Баҡалы районында — 0,34 %[80]. Ҡайһы бер йәмәғәт эшмәкәрҙәре һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен шик аҫтына ала[82].

2014 йылдың 25 сентябрендә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда яңы һайланған Башҡортостан Президентының инаугурация тантанаһы үтә. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты танытмаһын тапшыра, артабан Рөстәм Хәмитов башҡорт һәм рус телдәрендә халыҡҡа, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияларына тоғролоҡ анты бирә[83].

Иҫкәрмәләр

  1. «Максимальная явка была в Башкортостане, а минимальная — в Вологодской области». Коммерсантъ (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 15 июля 2010 года № 913 «О досрочном прекращении полномочий Президентом Республики Башкортостан». web.archive.org. kremlin.ru (19 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  3. Рустэм Хамитов наделен полномочиями Президента Башкортостана. ИА «Башинформ» (19 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 30 октябрь 2014 года.
  4. 1 2 3 4 Рустэм Хамитов выдвинется на пост президента Башкирии в 2014 году. «Известия» (30 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  5. Президента Башкирии призывают подать в отставку и идти на досрочные выборы. ИА Regnum (23 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  6. Вопрос досрочных выборов президента Башкирии предлагают поставить на референдум. ИА Regnum (31 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  7. В 2013 году в Уфе пройдут выборы. Может даже не одни! «Комсомольская правда» (9 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 март 2015 года.
  8. Депутаты Курултая отказались назначать дату выборов из скромности. Коммерсантъ (4 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  9. На выборы в Курултай пала тень Хамитова. ИА «ФедералПресс» (18 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  10. Парламент Башкирии поддержал досрочные выборы президента республики. ИА «ФедералПресс» (18 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2014 года.
  11. В Башкирии объявлены выборы Президента республики. ИА «Башинформ» (18 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  12. Статья 95.1 Кодекса Республики Башкортостан о выборах. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2025. Архивировано 20141204133943 года.
  13. Статья 40 Кодекса Республики Башкортостан о выборах. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2025. Архивировано 20141204133943 года.
  14. 1 2 Избирательная кампания по досрочным выборам главы региона стартовала в Башкирии. Интерфакс (19 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  15. Радий Хабиров навестил родину. Коммерсантъ (10 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 19 февраль 2015 года.
  16. Между прошлым и будущим. Коммерсантъ (11 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 19 февраль 2015 года.
  17. ЕР на праймериз определила трех кандидатов в президенты Башкирии. ИА «ФедералПресс» (11 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2014 года.
  18. Хамитов стал кандидатом от ЕР на пост главы Башкирии. ИА «ФедералПресс» (23 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2014 года.
  19. ЦИК Башкортостана принял первые документы по выдвижению от кандидата на должность Президента республики Рустэма Хамитова. ИА «Башинформ» (24 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  20. Экс-премьер Башкирии Сарбаев включился в борьбу за пост главы республики. Интерфакс (30 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  21. 1 2 Экс-премьер Башкирии Раиль Сарбаев намерен вступить в предвыборную гонку. ИА Regnum (24 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  22. Оппозиция пытается собраться на губернаторских выборах. Коммерсантъ (25 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  23. Из избирательной гонки за пост президента Башкирии выбыл экс-премьер республики Раиль Сарбаев. АЦ «Эксперт-Урал» (10 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  24. Раиль Сарбаев выдвинут кандидатом в президенты Башкирии. ИА Regnum (25 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 17 декабрь 2014 года.
  25. Согласно п."г" ч.3 ст. 98 Устава Всероссийской политической партии «Гражданская сила».
  26. Кандидата в президенты Башкирии сняли с выборов "за ущерб, наносимый репутации партии". regnum.ru (9 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  27. Кандидата в президенты Башкирии сняли с выборов «за ущерб, наносимый репутации партии». ИА Regnum (9 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 17 декабрь 2014 года.
  28. 1 2 Раиль Сарбаев «легитимно» снят с выборов в Башкирии. Коммерсантъ (10 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2014 года.
  29. Экс-претендент на пост главы Башкирии Сарбаев: отзыв моей кандидатуры сделан под давлением. ИТАР-ТАСС (10 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  30. Экс-кандидат в президенты Башкирии Раиль Сарбаев не собирается оспаривать решение партии об отзыве его кандидатуры. Интерфакс (10 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  31. Экс-кандидат в президенты Башкирии Раиль Сарбаев оспаривает решение «Гражданской силы». web.archive.org. Proufu.ru (17 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  32. КПРФ определилась с кандидатом на выборах главы Башкирии. Интерфакс (23 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  33. Ильдар Бикбаев выдвинут кандидатом на выборы Президента Башкирии от «Патриотов России». ИА «Башинформ» (22 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  34. Кандидат на пост главы Башкирии Ильдар Бикбаев первым прошел муниципальный фильтр. ИА «ФедералПресс» (18 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  35. Кандидатом в президенты Башкирии РПНУ выдвинула Павла Ксенофонтова. web.archive.org. Proufu.ru (23 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  36. Лидер «АнтиКроношпана» поборется за пост главы Башкирии. ИА «ФедералПресс» (7 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  37. Рахимов способен победить Хамитова в первом туре. РИА «Клуб Регионов» (4 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  38. 1 2 Кандидаты на пост главы Башкирии пытаются преодолеть муниципальный фильтр. ИА Regnum] (30 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  39. Рустэма Хамитова обошли по доходам. Коммерсантъ (28 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  40. Сергей Наумкин выдвинут кандидатом в Президенты Башкирии от партии «Яблоко». web.archive.org. РИА «Башкирия» (29 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  41. «Справедливую Россию» не пропустили через фильтр. Коммерсантъ (24 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  42. Число кандидатов на должность Президента Башкортостана увеличилось до семи. ИА «Башинформ» (2 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  43. Хамитову подобрали двойника, а Паршин отказался от участия в выборах. «Известия» (4 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  44. ЦИК Башкортостана приняла документы у 8-го кандидата в президенты Ришата Магасумова. «Бизнес Online» (3 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 13 март 2017 года.
  45. В Башкирии уже одиннадцать кандидатов на должность Президента республики. ИА «Башинформ» (9 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  46. Выборы главы Башкирии: документы подал одиннадцатый кандидат. ИА «ФедералПресс» (9 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 ғинуар 2015 года.
  47. «Патриоты» замахнулись на фильтр. Коммерсантъ (27 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  48. 1 2 3 4 Четыре кандидата будут бороться за пост главы Башкирии. Интерфакс (25 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  49. 1 2 3 4 5 6 7 Сведения о кандидатах. ЦИК Республики Башкортостан (10 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  50. 1 2 3 4 5 6 7 Итоги регистрации кандидатов на губернаторских выборах 14 сентября. «Петербургская политика» (11 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  51. Хайдар Валеев: «Активность избирателей в Башкирии остается стабильно высокой». ИА «Башинформ» (7 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  52. 1 2 У Хамитова в семь раз больше шансов, чем у второго кандидата, у остальных их нет совсем. «Бизнес Online» (30 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  53. Год последнего президента. Коммерсантъ (26 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 7 ғинуар 2015 года.
  54. 1 2 3 Республика Башкортостан. «Политком.RU» (2014-00-00). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  55. Хайбуллин А. Итоги выборов президента Башкирии-2014: конец «эпохи регионализма». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  56. Пикет не прошел муниципальный фильтр. Коммерсантъ (15 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 26 декабрь 2014 года.
  57. Согласно соцопросу перед досрочными выборами в Башкирии, 45% поддерживают врио президента Р. Хамитова. Интерфакс (25 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  58. Доклад «Региональные выборы в 2014 году. Сценарии кампаний и прогнозы». Фонд развития гражданского общества. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 22 декабрь 2014 года.
  59. 1 2 Нет конкуренции — не нужна и агитация. Эксперты не замечают избирательной кампании в Башкирии. ИА «ФедералПресс» (14 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2015 года.
  60. Первый после вечного. Коммерсантъ (26 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2015 года.
  61. В Башкирии работают пять специализированных участков для инвалидов по зрению. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  62. В Башкирии начались досрочные выборы президента республики. Интерфакс (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  63. В Уфе для голосования открыты 428 избирательных участков. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  64. В Башкирии начались досрочные выборы президента республики. Коммерсантъ (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  65. В Башкирии выдано 48 825 открепительных удостоверений. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  66. В Башкирии выборы проходят без происшествий — МВД по РБ. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  67. Пожарную безопасность на избирательных участках Башкортостана обеспечивают свыше трех тысяч сотрудников МЧС. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  68. За ходом выборов в Башкирии следят наблюдатели от «единороссов» и коммунистов. web.archive.org. «Республика Башкортостан» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  69. Штаб общественного контроля сообщает о первых нарушениях на выборах президента Башкирии. web.archive.org. Proufu.ru (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  70. В Тюменской, Курганской, Оренбургской, Новосибирской областях и Башкирии на выборах побеждают врио глав регионов — экзитполы. Интерфакс (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  71. По данным на 12 часов в Башкирии проголосовало 23, 82 % избирателей. ИА Стерлеград (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  72. Около половины жителей Башкирии проголосовали на выборах. «Российская газета» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  73. В Башкортостане свой выбор сделали 65,43 процента избирателей. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  74. На 20 часов предварительная явка на выборах в Башкирии составила 77,27 процента — ЦИК РБ. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  75. «Максимальная явка была в Башкортостане, а минимальная — в Вологодской области». Коммерсантъ (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  76. Правозащитники в Башкирии заявляют о том, что явка на выборах президента была накручена. Proufu.ru (22 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  77. Наблюдатели от КПРФ сообщили о вбросе бюллетеней на выборах в Башкирии. ИА «ФедералПресс» (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 16 ғинуар 2015 года.
  78. 1 2 ЦИК Башкирии не зафиксировал нарушений на выборах в республике. Интерфакс (14 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  79. Рустэм Хамитов получил удостоверение президента Башкирии. «Российская газета» (25 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2014 года.
  80. 1 2 3 4 Результаты выборов Президента Республики Башкортостан. Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 5 декабрь 2014 года.
  81. Хамитов победил на выборах в Башкирии. web.archive.org. РИА «Башкирия» (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025.
  82. Полный недоверия «Голос». Коммерсантъ (17 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 3 ғинуар 2015 года.
  83. Рустэм Хамитов получил удостоверение президента. «Независимая уральская газета» (25 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2014 года.

Тема буйынса өҫтәмә