Көн менән төндөң тигеҙләшеүе
Көн менән төндөң тигеҙләшеүе (рус. Равноденствие) — Ҡояш үҙенең эклиптика буйынса күренгән хәрәкәтендә күк экваторын киҫеп үткән астрономик күренеш[1][2][3][4][5][6][7]. Йыл һайын көн менән төн ике тапҡыр — яҙғыһын (Гринвич буйынса 20 март тирәһендә) һәм көҙгөһөн (22—23 сентябрҙә)[8] тигеҙләшә. Яҙғыһын был мәлдә Ҡояш күк йөҙөнөң Көньяҡ ярымшарынан — Төньяҡ ярымшарға, көҙгөһөн Төньяҡтан Көньяҡҡа күсә (был, ысынында, Ерҙең ҡояш тирәләй орбиталь хәрәкәтенең күренеп торған сағылышы).
Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдәрҙә Ҡояш нурҙары ер экваторы яҫылығына параллель төшә, һөҙөмтәлә Ерҙең Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙары тигеҙ дәрәжәлә яҡтыртыла[9], ә планетаның яҡтыртылған һәм яҡтыртылмаған ярымшарҙары араһындағы сик (терминатор) экваторға перпендикуляр һәм Төньяҡ һәм Көньяҡ географик ҡотоптар аша үтә[10] (1-се һүрәт). Көн менән төн тигеҙләшкәндә Ҡояш күк экваторында булғанлыҡтан, Ерҙең ике ярымшарында ла (географик ҡотоптар тирәһендәге өлкәләрҙән тыш) көн менән төн оҙонлоғо бер төрлө тиерлек[11] (атмосфера рефракцияһы һәм ҡояш дискыһының мөйөш диаметры дәүмәленең ҙурлығы арҡаһында бер нисә минутҡа ғына айырылалар).
Тасуирламаһы
Ерҙән күҙәткәндә Ерҙең Ҡояш тирәләй орбиталь хәрәкәте Ҡояштың Ер тирәләй эклиптика тип аталған күк сфераһының ҙур әйләнәһе буйлап бер йыллыҡ хәрәкәтендә сағыла. Эклиптика күк экваторы менән ике нөктәлә киҫешә, уларҙы яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәләре тип атайҙар[12]. Яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе Ер үҙенең орбитаһының экваториаль координаттар системаһына ҡарата түбәнәйгән нөктәһендә булғанда башлана[13]. Был мәлдә ерҙән күҙәткәндә Ҡояш үҙәге, эклиптика буйлап бер йыллыҡ хәрәкәт яһап, Көньяҡ ярымшарҙан Төньяҡҡа ҡарай күк экваторын киҫеп үтә һәм яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәһендә була. Көҙгөһөн көн менән төн тигеҙләшкәндә, киреһенсә, Ер орбитаһының күтәрелеү нөктәһендә урынлаша, ә Ҡояш дискыһының үҙәге, Төньяҡ ярымшарҙан Көньяҡҡа табан күк экваторын киҫеп үтә, һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләнеше нөктәһендә урынлаша[12].
Ҡояштың ҡалҡыу һәм байыу нөктәләре, шулай уҡ көн оҙонлоғо Ҡояштың ауышлығына бәйле. Ҡояш күктең Төньяҡ ярымшарында булғанда, Ерҙән күҙәткәндә ул төньяҡ-көнсығышта ҡалҡа һәм төньяҡ-көнбайышта байый. Был ваҡытта Ерҙең Төньяҡ ярымшарында йәшәүселәр өсөн ул ярты тәүлектән ашыу астрономик горизонт өҫтөндә була, шуға күрә көн төндән оҙонораҡ (Ерҙең Көньяҡ ярымшарында күҙәтеүселәр өсөн — киреһенсә). Ҡояш күктең Көньяҡ ярымшарында булғанда, ерҙәге күҙәтеүсе өсөн ул көньяҡ-көнсығышта ҡалҡа һәм көньяҡ-көнбайышта байый. Был ваҡытта Ерҙең Төньяҡ ярымшарында йәшәүселәр өсөн — көн төндән ҡыҫҡараҡ, ә Көньяҡ ярымшарҙа хәл ҡапма-ҡаршы була[14]. Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ҡояш күк экваторында урынлаша, шул арҡала ул көнсығышта ҡалҡа һәм көнбайышта байый. Шуға күрә был мәлдәрҙә Ерҙең барлыҡ урындарында көн һәм төн оҙонлоғо типә-тиң тиерлек була[8]. Көн ике сәбәп менән генә төндән бер нисә минутҡа оҙонораҡ була:
- көн оҙонлоғо ҡояш дискыһының үҙәгенең түгел, ә уның өҫкө сиге торошо менән билдәләнә (көн ҡояш дискыһының өҫкө сиге астрономик горизонт аҫтынан күтәрелеп, уға тейгәс кенә башлана, ә дискының өҫкө сиге горизонт аҫтына китеп юғалғас — тамамлана)[15];
- Ер атмосфераһында ҡояш нурҙарының һынылыуы (атмосфера рефракцияһы) арҡаһында ҡояш дискыһы горизонт өҫтөндә ул ысынбарлыҡта урынлашҡандан юғарыраҡ күренә, һөҙөмтәлә ул горизонт аҫтынан иртәрәк күтәрелә, ә аҫтына һуңыраҡ төшә[16][10].
Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдәрҙә ҡояш нурҙары ерҙең экватор яҫылығына параллель рәүештә төшә, һөҙөмтәлә Ерҙең Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙары Ҡояш менән тигеҙ дәрәжәлә яҡтыртыла (1-се һүрәт, өҫтә). Йылдың башҡа көндәрендә ҡояш нурҙары экватор яҫылығына ауыш төшә, шуға күрә ярымшарҙарҙың береһе нығыраҡ яҡтыртыла (1-се һүрәт, аҫта). Һуңғы осраҡта Ерҙең Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарында йыл миҙгеле айырмаһының сәбәбе аңлашыла: Төньяҡ ярымшарҙа ҡыш булғанда, Көньяҡ ярымшарҙа — йәй, һәм киреһенсә. Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкәндә Ерҙең Төньяҡ ярымшарында — яҙ, ә Көньяҡ ярымшарҙа көҙ була (көҙгө көн менән төн тигеҙләшкәндә — киреһенсә)[8]. Шуға күрә был күренештәрҙең атамалары Ерҙең ике ярымшарындағы хәлде бер тигеҙ иҫәпкә алһын өсөн яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләшеүен ҡайһы берҙә март һәм сентябрь айҙарының исемдәре менән атайҙар[5].
Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдәрҙә астрономик йыл миҙгеле үҙгәрә: яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көндә Ерҙең Төньяҡ ярымшарында астрономик ҡыш тамамлана һәм йәйге ҡояш торошона тиклем дауам иткән астрономик яҙ башлана, Көньяҡ ярымшарҙа йәй тамамлана һәм көҙ башлана[17]. Көҙгө көн менән төн тигеҙләшкән көндә хәл киреһенсә: Төньяҡ ярымшарҙа астрономик йәй тамамлана һәм көҙ башлана, Көньяҡ ярымшарҙа ҡыш тамамлана һәм астрономик яҙ башлана. Йылдың астрономик миҙгелдәре сиктәре климаттыҡы менән тап килмәүе мөмкин.
Ҡояш дискыһы үҙәгенең яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәһе аша бер-бер артлы ике тапҡыр үтеүе араһындағы ваҡыт арауығы тропик йыл тип атала һәм 365,2422 уртаса ҡояш тәүлеген тәшкил итә[18][19]. Тропик йыл тәүлектең бөтөн һанына тиң булмағанлыҡтан, төрлө календарь йылдарҙа көн менән төн тигеҙләшеүе (яҙғы ла, көҙгө лә) тәүлектең төрлө ваҡытында һәм ҡайһы берҙә төрлө даталарҙа башлана. Хәҙерге григориан календарында календарь йылдың уртаса оҙайлығы 365,2425 уртаса ҡояш тәүлегенә тиң, йәғни тропик йылдан 0,0003 тәүлеккә оҙонораҡ[20][21][6]. Был яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүенең 3300 йыл эсендә 1 тәүлеккә күсеүенә килтерә[20].
Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта (йылына ике тапҡыр) Ҡояш ауышлығының үҙгәреү тиҙлеге максималь — уртаса сәғәтенә 1' тирәһе; ә ҡояш торошо ваҡытында минималь була. Ҡояштың тура ҡалҡыуы, киреһенсә, ҡояш торошо ваҡытында — тиҙерәк һәм көн менән төн тигеҙләшеүе яҡынлашҡанда әкренерәк үҙгәрә[22].
Ер орбитаһы эллипс формаһында, һәм планета ҡышҡыһын йәйгегә ҡарағанда Ҡояшҡа яҡыныраҡ тора (ғинуар башында — перигелийҙы[23], ә июль башында афелийҙы үтә[24]). Шуға күрә Ер ҡышҡыһын үҙенең орбитаһы буйынса йәйгә ҡарағанда тиҙерәк хәрәкәт итә (Кеплерҙың 2-се законы буйынса), һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәһенән яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәһенә юлды яҙғынан көҙгөгә тиклемгегә ҡарағанда тиҙерәк үтә[25].
Яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәһе төрлө күк йөҙө координаттары системаһының төп нөктәләренең береһе булып тора: унан экваториаль координаттар системаһында — күк экваторы буйлап тура күтәрелеүҙе, шулай уҡ эклиптик координаттар системаһында эклиптика буйлап эклиптик оҙонлоҡто иҫәпләү башҡарыла[26][27][28][10].
Көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәләре Гиппарх осоронда булған йондоҙлоҡтарға тап килгән зодиак билдәләре (яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе нөктәһе — Ҡуҙы ♈, көҙгөһө — Үлсәү ♎ йондоҙлоғонда) менән билдәләнә[29]. Ерҙең әйләнеү күсәре прецессияһы сәбәпле барлыҡҡа килгән көн менән төн тигеҙләшеүенең күсеүе арҡаһында 2000 йылдан ашыу осор эсендә был нөктәләр хәҙерге заманда Балыҡ һәм Ҡыҙ йондоҙлоҡтарында урынлаша, әммә боронғо заманда бирелгән тамғалар әле лә һаҡлана[30][31].
Көн менән төн тигеҙләшеүе даталары
Ҡағиҙә булараҡ, көн менән төн тигеҙләшеүенең иң тәүге даталары — кәбисә йылдарға, ә иң һуңғылары кәбисә йылы алдынан булған йылдарға тура килә. Григориан календары ғәмәлдәге осорҙа рекордлы иртә көн менән төн тигеҙләшеүе — 1696 йылда (яҙғыһы — 19 мартта Бөтә донъя ваҡыты буйынса 15:03:31 сәғәттә, көҙгөһө — 22 сентябрҙә 03:07:59 сәғәттә), ә иң һуңғыһы 1903 йылда (яҙғыһы — 21 мартта Бөтә донъя ваҡыты буйынса 19:14:47 сәғәттә, көҙгөһө — 24 сентябрҙә 05:43:43 сәғәттә) була. Алдағы 100 йылда яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләшеүенең иң иртә көндәре — 2096 йылда (19 мартта Бөтә донъя ваҡытына ярашлы рәүештә 14:02:43 сәғәттә һәм 21 сентябрҙә 22:54:31 сәғәттә), ә иң һуңғылары 2103 йылда (21 мартта Бөтә донъя ваҡытына ярашлы рәүештә 06:22:53 сәғәттә һәм 23 сентябрҙә 15:24:14 сәғәттә) була[32][33].
Григориан календарын уйлап табыусыларҙың ниәте буйынса, яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүенең «рәсми» датаһы булып 21 март тора, сөнки тап ошо көн 21 марттан (яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүе көнө булараҡ) һуң беренсе тулған айҙан һуң йыл һайын үткәрелгән Пасханы байрам итеү ваҡытын билдәләгән Беренсе Никей соборы үткән 325 йылда яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүенең датаһы тип иҫәпләнә[34].
| Ҡояш торошо һәм көн менән төн тигеҙләшеүе даталары һәм ваҡыты UTC-0 ваҡыты буйынса | ||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| год | Яҙғы көн менән төн тигеҙлеге Март[35] |
Йәйге көн торошо Июнь[36] |
Көҙгә көн менән төн тигеҙлеге Сентябрь[37] |
Ҡышҡы көн торошо Декабрь[38] | ||||
| число | ваҡыт | число | ваҡыт | число | ваҡыт | число | ваҡыт | |
| 2010 | 20 | 17:32:13 | 21 | 11:28:25 | 23 | 03:09:02 | 21 | 23:38:28 |
| 2011 | 20 | 23:21:44 | 21 | 17:16:30 | 23 | 09:04:38 | 22 | 05:30:03 |
| 2012 | 20 | 05:14:25 | 20 | 23:09:49 | 22 | 14:49:59 | 21 | 11:12:37 |
| 2013 | 20 | 11:02:55 | 21 | 05:04:57 | 22 | 20:44:08 | 21 | 17:11:00 |
| 2014 | 20 | 16:57:05 | 21 | 10:51:14 | 23 | 02:29:05 | 21 | 23:03:01 |
| 2015 | 20 | 22:45:09 | 21 | 16:38:55 | 23 | 08:20:33 | 22 | 04:48:57 |
| 2016 | 20 | 04:30:11 | 20 | 22:34:11 | 22 | 14:21:07 | 21 | 10:44:10 |
| 2017 | 20 | 10:28:38 | 21 | 04:24:09 | 22 | 20:02:48 | 21 | 16:28:57 |
| 2018 | 20 | 16:15:27 | 21 | 10:07:18 | 23 | 01:54:05 | 21 | 22:23:44 |
| 2019 | 20 | 21:58:25 | 21 | 15:54:14 | 23 | 07:50:10 | 22 | 04:19:25 |
| 2020 | 20 | 03:50:36 | 20 | 21:44:40 | 22 | 13:31:38 | 21 | 10:02:19 |
| 2021 | 20 | 09:37:27 | 21 | 03:32:08 | 22 | 19:21:03 | 21 | 15:59:16 |
| 2022 | 20 | 15:33:23 | 21 | 09:13:49 | 23 | 01:03:40 | 21 | 21:48:10 |
| 2023 | 20 | 21:24:24 | 21 | 14:57:47 | 23 | 06:49:56 | 22 | 03:27:19 |
| 2024 | 20 | 03:06:21 | 20 | 20:50:56 | 22 | 12:43:36 | 21 | 09:20:30 |
| 2025 | 20 | 09:01:25 | 21 | 02:42:11 | 22 | 18:19:16 | 21 | 15:03:01 |
| 2026 | 20 | 14:45:53 | 21 | 08:24:26 | 23 | 00:05:08 | 21 | 20:50:09 |
| 2027 | 20 | 20:24:36 | 21 | 14:10:45 | 23 | 06:01:38 | 22 | 02:42:04 |
| 2028 | 20 | 02:17:02 | 20 | 20:01:54 | 22 | 11:45:12 | 21 | 08:19:33 |
| 2029 | 20 | 08:01:52 | 21 | 01:48:11 | 22 | 17:38:23 | 21 | 14:13:59 |
| 2030 | 20 | 13:51:58 | 21 | 07:31:11 | 22 | 23:26:46 | 21 | 20:09:30 |
| 2031 | 20 | 19:40:51 | 21 | 13:17:00 | 23 | 05:15:10 | 22 | 01:55:25 |
| 2032 | 20 | 01:21:45 | 20 | 19:08:38 | 22 | 11:10:44 | 21 | 07:55:48 |
| 2033 | 20 | 07:22:35 | 21 | 01:00:59 | 22 | 16:51:31 | 21 | 13:45:51 |
| 2034 | 20 | 13:17:20 | 21 | 06:44:02 | 22 | 22:39:25 | 21 | 19:33:50 |
| 2035 | 20 | 19:02:34 | 21 | 12:32:58 | 23 | 04:38:46 | 22 | 01:30:42 |
| 2036 | 20 | 01:02:40 | 20 | 18:32:03 | 22 | 10:23:09 | 21 | 07:12:42 |
| 2037 | 20 | 06:50:05 | 21 | 00:22:16 | 22 | 16:12:54 | 21 | 13:07:33 |
| 2038 | 20 | 12:40:27 | 21 | 06:09:12 | 22 | 22:02:05 | 21 | 19:02:08 |
| 2039 | 20 | 18:31:50 | 21 | 11:57:14 | 23 | 03:49:25 | 22 | 00:40:23 |
| 2040 | 20 | 00:11:29 | 20 | 17:46:11 | 22 | 09:44:43 | 21 | 06:32:38 |
| 2041 | 20 | 06:06:36 | 20 | 23:35:39 | 22 | 15:26:21 | 21 | 12:18:07 |
| 2042 | 20 | 11:53:06 | 21 | 05:15:38 | 22 | 21:11:20 | 21 | 18:03:51 |
| 2043 | 20 | 17:27:34 | 21 | 10:58:09 | 23 | 03:06:43 | 22 | 00:01:01 |
| 2044 | 19 | 23:20:20 | 20 | 16:50:55 | 22 | 08:47:39 | 21 | 05:43:22 |
| 2045 | 20 | 05:07:24 | 20 | 22:33:41 | 22 | 14:32:42 | 21 | 11:34:54 |
| 2046 | 20 | 10:57:38 | 21 | 04:14:26 | 22 | 20:21:31 | 21 | 17:28:16 |
| 2047 | 20 | 16:52:26 | 21 | 10:03:16 | 23 | 02:07:52 | 21 | 23:07:01 |
| 2048 | 19 | 22:33:37 | 20 | 15:53:43 | 22 | 08:00:26 | 21 | 05:02:03 |
| 2049 | 20 | 04:28:24 | 20 | 21:47:06 | 22 | 13:42:24 | 21 | 10:51:57 |
| 2050 | 20 | 10:19:22 | 21 | 03:32:48 | 22 | 19:28:18 | 21 | 16:38:29 |
Көн менән төн тигеҙләшеүен байрам итеү йолалары
Көн менән төн тигеҙләшеүе көнө ҡайһы бер илдәрҙә (Иран, Тажикстан, Афғанстан, Төркиә, Әзербайжан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан) һәм РФ төбәктәрендә (Башҡортостан[39], Татарстан, Дағстан һ.б.) Науруз милли байрамы менән тура килә (фар. نوروز — «яңы көн», 2009 йылдың 30 сентябренән халыҡ-ара байрам тип иғлан ителә)[40]. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, билдәле бер дәүләттәрҙә (Ҡаҙағстан, Иран, Афғанстан һ.б.) был байрам «икенсе Яңы йыл» булып тора (классик байрам — 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә, ә милли байрам 21 марттан 22-енә ҡараған төндә билдәләнә)[41].
Яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләшеүе, шулай уҡ йәйге ҡояш торошо яңы мәжүси байрамдар (Йыл тәгәрмәсенә ярашлы — остара, лита һәм мабон) сифатында билдәләнә. Көҙгө көн менән төн тигеҙләшеүе көнө (япон. 秋分の日) Японияла шулай уҡ дәүләт байрамы булып тора[42].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Равноденствие // Большая советская энциклопедия, 2-е изд / ред. Б. А. Введенский. — Советская энциклопедия, 1955. — Т. 35: Прокат – Раковины. — С. 463.
- ↑ Равноденствие // Большая советская энциклопедия, 3-е изд. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — Советская энциклопедия, 1975. — Т. 21: Проба – Ременсы. — С. 327.
- ↑ Жаров В. Е. Равноденствие // Большая российская энциклопедия / Гл. ред. Ю. С. Осипов. — М.: Большая российская энциклопедия, 2015. — Т. 28. — С. 121. Архивированная копия
- ↑ Сурдин В. Г. Большая энциклопедия астрономии. — М.: Эксмо, 2012. — 480 с.
- ↑ 1 2 Сурдин В. Г. Понятный космос: от кварка до квазара. — М.: АСТ, 2021. — С. 265. — 384 с. — ISBN 978-5-17-135800-6.
- ↑ 1 2 Куликов С. Нить времён. Малая энциклопедия календаря с заметками на полях газет. — М: Наука, 1991. — С. 206—218. — 288 с. — ISBN 5-02-014563-7.
- ↑ Ушаков Д. Н. Толковый словарь русского языка. — М, 1940.
- ↑ 1 2 3 Кононович, Мороз, 2022, с. 35–36
- ↑ День осеннего равноденствия. web.archive.org. Сибирский государственный университет геосистем и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ 1 2 3 Алиев А. С. Солнцестояние, суточное движение Земли, сферы созвездий // Современные инновации : журнал. — 2017. — № 6.
- ↑ День весеннего равноденствия. Что это за праздник и почему он важен. Когда в Россию приходит астрономическая весна. РБК (23 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 21 ғинуар 2025 года.
- ↑ 1 2 Жаров В. Е. Небесная сфера. Большая российская энциклопедия: научно-образовательный портал (26 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 28 июнь 2025 года.
- ↑ Жаров В. Е. Узел орбиты. Большая российская энциклопедия: научно-образовательный портал (2 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивированная копия
- ↑ Воронцов-Вельяминов Б. А. Астрономия: Учебное пособие. — М.: Просвещение, 1989. — С. 20. — 159 с.
- ↑ Жаров В. Е. Долгота дня // Большая российская энциклопедия / Гл. ред. Ю. С. Осипов. — М.: Большая российская энциклопедия, 2007. — Т. 9. — С. 217. Архивированная копия.
- ↑ Bonwick J. Astronomy for young Australians. — Melbourne: Thomas Harwood, 1864. — С. 37.
- ↑ День весеннего равноденствия. РИА Новости (23 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 12 декабрь 2024 года.
- ↑ Кононович, Мороз, 2022, с. 39
- ↑ Жаров В. Е. Тропический год. Большая российская энциклопедия: научно-образовательный портал (10 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 3 октябрь 2025 года.
- ↑ 1 2 Кононович, Мороз, 2022, с. 50
- ↑ Батурин В. Календарь. Астрономический институт Штернберга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 9 апрель 2025 года.
- ↑ Кононович, Мороз, 2022, с. 35
- ↑ Жаров В. Е. Перигелий. Большая российская энциклопедия: научно-образовательный портал (26 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 9 сентябрь 2025 года.
- ↑ Жаров В. Е. Афелий. Большая российская энциклопедия: научно-образовательный портал (26 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 13 декабрь 2024 года.
- ↑ Парфенов Е. Равноденствия и солнцестояния. Томский планетарий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 15 июль 2025 года.
- ↑ Кононович, Мороз, 2022, с. 29, 35
- ↑ Жаров В. Е. Системы небесных координат. Большая российская энциклопедия: научно-образовательный портал (31 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 3 август 2025 года.
- ↑ В весну с чистой совестью: что означает весеннее равноденствие? ТАСС (20 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 28 февраль 2021 года.
- ↑ Левитан Е. П. Редкое астрономическое явление // Наука и жизнь. — 1988. — № 9. — С. 116. Архивировано 15 июль 2025 года.
- ↑ Цесевич В.П. Эклиптика // Что и как наблюдать на небе. — М: Наука, 1984. — С. 48—49. — 304 с.
- ↑ Жаров В. Е. Зодиакальные созвездия // Большая российская энциклопедия / Гл. ред. Ю. С. Осипов. — М.: Большая российская энциклопедия, 2008. — Т. 10. — С. 525. Архивированная копия
- ↑ Équinoxe de printemps entre 1583 et 2999 (фр.). Observatoire de Paris. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 7 апрель 2025 года.
- ↑ Équinoxe d’automne de 1583 à 2999 (фр.). Observatoire de Paris. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026. Архивировано 28 сентябрь 2025 года.
- ↑ Климишин, 1990, с. 301—303
- ↑ Équinoxe de printemps entre 1583 et 2999 (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
- ↑ Solstice d’été de 1583 à 2999 (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
- ↑ Équinoxe d’automne de 1583 à 2999 (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
- ↑ Solstice d’hiver (фр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2022.
- ↑ В Уфе прошел Республиканский праздник весеннего равноденствия «Навруз». Министерство культуры Республики Башкортостан (20 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ Празднование Навруза от Африки до Азии. Национальное информационное агентство Таджикистана Ховар (11 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ Новый год: традиции и история праздника в Казахстане. Kazinform (23 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ Taylor E. Religion: A Clinical Guide for Nurses (инг.). — 2012: Springer Publishing Company, 2012. — P. 209—289. — ISBN 978-0-8261-0860-9.
Әҙәбиәт
- Жаров В. Е. Сферическая астрономия. — Фрязино: Век 2, 2006. — 480 с. — ISBN 5-85099-168-9.
- Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1990. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
- Кононович Э. В., Мороз В. И. Общий курс астрономии. — Изд. 8-е, испр.. — Москва: Ленанд, 2022. — 544 с. — ISBN 978-5-9710-6081-9.
- Куликовский П. Г. Справочник любителя астрономии / Под ред. В. Г. Сурдина. — М.: Ленанд, 2017. — 704 с.
- Сурдин В. Г. Большая энциклопедия астрономии. — М.: Эксмо, 2012. — 480 с.
- Сурдин В. Г. Понятный космос: от кварка до квазара. — М.: АСТ, 2021. — 384 с. — ISBN 978-5-17-135800-6.
- Воронцов-Вельяминов Б. А. Астрономия: Учебное пособие. — М.: Просвещение, 1989. — 159 с.
Һылтанмалар
- Жаров В. Е. Равноденствие // Большая российская энциклопедия
- Жаров В. Е. Долгота дня // Большая российская энциклопедия
- Жаров В. Е. Небесная сфера // Большая российская энциклопедия (портал)
- Seeing Equinoxes and Solstices from Space // NASA Earth Observatory
- Embracing the Equinox // NASA Science
- The Seasons, the Equinox, and the Solstices // National Weather Service
- День осеннего равноденствия 2023: когда, значение события, приметы. Известия (13 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.