Миғраж төнө
Исра́ һәм Миғраж (ғәр. إسراء ومعراج ) — төнгө сәйәхәт һәм күккә ашыу. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әл-Ҡудсиҙа булып, күккә ашыуы. Был Уның Мәккәләге осоронда миләди 619 йыл тирәһендә булған[1].
Этимология
Исра
Ислам риүәйәтенә ярашлы, бер кисте Ҡәғбә стенаһына һөйәлеп ятҡан [[Мөхәммәт Пәйғәмбәргә|Мөхәммәт]] пәйғәмбәргә Ябраил фәрештә ҡанатлы Бураҡ атлы йән эйәһе менән килә һәм Иерусалимға сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә.
Имам Мөслим Әнәс ибн Мәлик һүҙҙәренән ошо хадисты килтерә: «Миңә Бураҡты килтерҙеләр. Ул — оҙонса аҡ йән эйәһе, ишәктән бейегерәк, ҡасырҙан тәбәнерәк. Ул күҙ ташлаған һәр ергә тиҙ арала барып етә ине. Мин уға атланып Бәйтул-Мөҡәддәскә килдем. Юлда Мәҙинәлә туҡталып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыныҡ. Шулай уҡ Муса пәйғәмбәрҙең (ғ.с.) ағасы янында — Мәдйән тигән ерҙә туҡталдыҡ, унда ла ике рәҡәғәт намаҙ уҡыным. Аҙаҡ Муса пәйғәмбәр (ғ.с.) Бөтә Үтә Юғары Аллаһ менән һөйләшкән „Тур Асайна“ тауына барып етеп, унда ла ике рәҡәғәт намаҙ ҡылдым. Унан һуң Ғайса ибн Мәрйәм (ғ.с.) тыуған ергә барып еттек, бында ла мин ике рәҡәғәт намаҙ уҡыным».
Бураҡҡа атланып Фәләстингә килгәс, Мөхәммәт пәйғәмбәр Иерусалимда Ябраил фәрештә оҙатыуында 7 ҡат күк аша үтә. Унда ул Әҙәм, Ғайса, Ибраһим, Муса, Яхъя, Харун, Йософ, Иҙрис пәйғәмбәрҙәрҙе осрата һәм уларҙың дөйөм намаҙында имамлыҡ итә[3]. Был сәйәхәт менән Ҡөрьәндә телгә алынған аяндарҙың береһе (17:60) бәйле тип иҫәпләнә; тәфсирселәр фикеренсә, Мөхәммәт Кәғбә кәртәһе янында торғанда, Аллаһ уға Иерусалимды күрһәткән. Был ваҡиға «Әл-Исра» сүрәһенең тәүге аяттарында тасуирлана[4].
Үҙ ҡолон төндә «Харам мәсет»тән Беҙ аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә-яғын бәрәкәтле иткән «Йыраҡ мәсет»кә күсергән затҡа дан! Ул, ысынлап та, ишетеүсе, күреүсе!
Тәфсирҙәргә ҡарағанда, бында һүҙ Мәккәләге Харам-Мәсет — Әл-Харам мәсете, ә «Йыраҡ мәсет» тигәне Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете тураһында бара[5].
Миғраж
Намаҙҙан һуң Уның алдына йәнә Ябраил фәрештә килә. Ул Рәсүлгә йә шарап, йә һөт һайларға тәҡдим итә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр һөттө һайлай һәм Ябраил фәрештә менән күккә аша. Әл-Ҡудсиҙа (Иерусалимда) саҡта фәрештәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күкрәген асып, йөрәген таҙарта. Миғражда ниҙәр күргәне (53:6-18) «Ән-Нәджм» сүрәһендә һүрәтләнгән.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр төнгө сәйәхәте тураһында кешеләргә һөйләгәс, уға ышанмайҙар, сөнки Мәккәнән Сүриәгә каруан бер ай бара һәм бер ай ҡайта. Күптәр Исламдан баш тарта башлай. Кешеләр Әбү Бәкергә килә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр шулай тип һөйләй, тип еткерә. Әбү Бәкер Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә ышаныуын әйтә. Был хәл сәхәбәләрҙең Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә саҡ ҡына ла шик тотмауын күрһәтә[6]. Шунан Әбү Бәкер Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә килә һәм Әл-Ҡудс тураһында һораша башлай, сөнки уның был ҡалала булғаны була. Тыңлап бөткәс, ул һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәнен белдерә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр нимәлер һөйләгән ваҡытта Әбү-Бәкер һәр саҡ «Һин дөрөҫтө һөйләйһең. Һин Аллаһ Рәсүле икәнеңә шәһәҙәт бирәм», ти торған була. Был хәлдән һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әбү-Бәкергә «Иң тоғро һүҙле» (әс-Сиддиҡ) тигән ҡушамат бирә. Һүҙҙәренә дәлил итеп, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әл-Ҡудсиҙан Хижазға китеп барған каруандар тураһында һөйләй. Иерусалимдан ҡайтҡан юлаусылар Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һүҙҙәрен раҫлай.
Исра һәм Миғраж сәнғәттә
- Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең миғражына бағышлап (ғәр. الحرم القدسي الشريف, әл-Харам әл-Ҡудс әш-Шәриф тигән урында (Иерусалимдағы түбәлә) Ҡүббәт әл-Миғраж— Миғраж көмбәҙе һалынған.[7].
- Ғабдулла Туҡай «Миғраж» исемле шиғырын Миғраж төнөнә бағышлаған[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ислам: Энциклопедический словарь.— М.; Наука, 1991. — 315 с. С.115. ISBN 5-02-016941-2
- ↑ Баранов Х. К. Арабско-русский словарь: ок. 42 000 слов. — 3-е изд. — М., 2001.
- ↑ Аль-Исра валь-Ми‘радж – чудо Пророка Мухаммада ﷺ. islam.ru (23 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2020. Архивировано 14 июнь 2020 года.
- ↑ Пиотровский М. Б. Исра Архивная копия от 22 март 2013 на Wayback Machine // Мифы народов мира. М.: Советская энциклопедия, 1980
- ↑ Grabar, O., 1991
- ↑ Осман Нури Топбаш. Самый любимый человек. М. 2005. 51 с.
- ↑ le Strange, Guy.Palestine under the Moslems: A Description of Syria and the Holy Land from A. D. 650 to 1500 pp.154-155.
- ↑ Ғабдулла Туҡай. Мигъраҗ. Тукай донъясы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2025.
Әҙәбиәт
- Исра и Мирадж |[1] 2011 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.
- Пиотровский М. Б. Ал-Исра ва-л-Мирадж
- Schrieke B.Isrāʾ|brillonline=isra-SIM_3251
- Grabar O.al-Masd̲j̲id al-Ạkṣā.том=6