Нуриев Зыя Нурый улы

Нуриев Зыя Нурый улы (рус. Нуриев Зия Нуриевич; 21 март 1915 йыл19 октябрь 2012 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, мәғариф, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. СССР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1986), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1966).

Биографияһы

Зыя Нурый улы Нуриев 1915 йылдың 21 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Үрге Ыласынтау ауылында тыуған. 

1933 йылда Башҡортостан халыҡ мәғарифы институтын тамамлай. 1933—1935 йылдарҙа колхоз йәштәре мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1935—1938 йылдарҙа Борай районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.

1938—1940 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафында хеҙмәт итә. 1940—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1942—1943 йылдарҙа Полуб МТС-ы политбүлек етәксеһе вазифаһын үтәй. 1943—1944 йылдарҙа ВКП(б)-ның Боҙаяҙ район комитетының 2-се секретары

  • 1944—1945 — ВКП(б)-ның Ҡыйғы район комитетының 1-се секретары
  • 1945—1948 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире

1951 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1951—1952 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партия, профсоюз, комсомол ойошмалары бүлеге мөдире

  • 1952—1957 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары һәм 2-се секретары
  • 1957—1969 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары
  • 1969—1973 — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Әҙерләүҙәр Дәүләт комитеты рәйесе, СССР Әҙерләүҙәр министры
  • 1973—1985 — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, СССР Министрҙар Советы Президиумының агросәнәғәт комплексы буйынса комиссия рәйесе
  • 1985 йылдың ноябрь айынан — СССР күләмендәге персональ пенсионер.
undefined

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)
• Дүрт Ленин ордены (1957, 1965, 1975, 1985)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
• «Почёт Билдәһе» ордены (1944)
Салауат Юлаев ордены (2009)

Хәтер

  • 2020 йылдың мартында Башҡортостанда Зыя Нуриев иҫтәлегенә төрлө саралар үтәрелде[2].
  • 2015 йылдың 21 мартында Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында Зыя Нуриевҡа һәйкәл асылған[3]
  • Республика йорто эргәһендә урынлашҡан скверға Зыя Нуриев исеме бирелгән[4].

Әҙәбиәт

  • Нуриев З. Н. От аула до Кремля. Воспоминания и размышления. — Уфа: «Китап», 2000. 392 с. ISBN 5-295-02854-2
  • Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник./Сост. В. И. Ивкин. Москва, 1999. — ISBN 5-8243-0014-3
  • «Обновление земли»: (Успехи развития агроидустриального комплекса СССР), изд. АП Новости, 1985 г.
  • «Зия Нуриев». Книга-альбом в 2 частях. Уфа. Изд. Кипап, 2015.

Һылтанмалар

Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Нуриев Зия Нуриевич  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2024)
«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. НУРИЕВ Зыя Нурый улы  (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2024)
От башкирского аула до Кремля. Вспоминая Зию Нуриева. Газета «Республика Башкортостан», 21 марта 2013 года
Ҡотлоғәлләмов М. Бәхет ерҙән сыҡмаҫ, тирҙән сығыр. Зыя Нуриев: ҙур шәхестең оло яҙмышы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 март.


Тема буйынса өҫтәмә