Архипов Василий Сергеевич
Архипов Василий Сергеевич (1906 йылдың 16 [29] декабре, Губернск (Силәбе өлкәһе), Екатеринбург өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы — 1985 йылдың 13 июне, Мәскәү, СССР) — совет офицер-танкисы, танк ғәскәрҙәре генерал-полковнигы (1963). Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1940, 1944). 1931 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Василий Сергеевич Архипов 1906 йылдың 16 (29) декабрендә Рәсәй империяһы Пермь губернаһының, хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районына ҡараған Губернское ауылында тыуа. Милләте буйынса урыҫ. Күп балалы (8 бала) крәҫтиән ғаиләһенән. 7 синыфлы мәктәпте тамамлай.
1916 йылдан ун йәшлек сағында уҡ урындағы хәлле крәҫтиәндәрҙә эшләй.
1921 йылда Златоуст ҡалаһына китә һәм Үрге Ҡыялым күмер мейестәрендә ҡара эшсе, һуңынан таш карьерҙа ағас ҡырҡыусы һәм Силәбе электр станцияһында йөк тейәүсе булып эшләй[1].
1928 йылдың ноябрендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантон хәрби комиссариаты (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1929 йылда Винница ҡалаһында Украина хәрби округының 24-се уҡсылар дивизияһы 70-се уҡсылар полкының полк мәктәбен тамамлай, ошо уҡ полкта пулемет взводы отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә.
Бер үк ваҡытта 1930 йылда ситтән тороп Мәскәү автомобиль техникумын тамамлай. 1930 йылда хәрби хеҙмәт ваҡыты тулғас, сроктан тыш хеҙмәттә ҡала һәм шул уҡ полкта взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1931 йылдың мартында Одесса пехота мәктәбенә уҡырға ебәрелә, 1932 йылда уңышлы тамамлай. Мәктәпте тамамлағас, үҙенең 70-се уҡсылар полкына ҡайта һәм пулемет взводы командиры итеп тәғәйенләнә.
1932 йылда Житомирҙа Украина хәрби округының команда составын ҡайтанан әҙерләү курстарында танкист-командир башланғыс белемен ала, курстарҙы тамамлағас Винница ҡалаһында урынлашҡан 24-се уҡсылар дивизияһының айырым батальонында танк взводы командиры булып хеҙмәт итә.
1935 йылдан батальондың партия бюроһы секретары вазифаһына күсерелә. 1937 йылда шәхси үтенесе буйынса сәйәси эштән командир хеҙмәтенә кире ҡайтарыла һәм батальон мәктәбе командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1938 йылда Ленинградта бронетанк командирҙары составын камиллаштырыу курстарын тамамлай, Петергофта Ленинград хәрби округының 11-се танк бригадаһының уҡыу ротаһы командиры булып хеҙмәт итә.
1939 йылдың ноябрендә 35-се еңел танк бригадаһының 112-се айырым танк батальонында танк ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә.
Совет-фин һуғышы
1939 йылдың 30 ноябренән Т-26 танкылар ротаһы командиры вазифаһында Совет-фин һуғышының беренсе көнөнән үк ҡатнаша. «Маннергейм һыҙығы» нығытмаларын өҙөүҙә ҡыйыу алыша. 1940 йылдың ғинуарында Архипов ротаһы Тали станцияһын яулап ала. 11 февралдә рота менән тимер-бетон артиллерия дотының амбразураларын ҡаплап саперҙарға уны шартлатыу мөмкинлеген бирә. 12 февралдә рота беренсе булып танкка ҡаршы соҡорҙо аша үтеп фин артиллерияһы позицияларын тар-мар итә, бер нисә орудиеһын ҡыйрата, уҡсылар частарына юл аса. 26 февралдә Оккала станцияһы янындағы Хонканием туҡталышында танк алышы барышында танкистар 4 фин «Vickers Mk E» танкын юҡ итә, артиллеристар был алышта тағы ла 2 танкты ҡыйрата.
СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 21 мартындағы указы менән алышта күрһәткән батырлығы һәм юғары хәрби оҫталығы өсөн капитан Архиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Хәрби хәрәкәт туҡтатылғандан һуң 35-се еңел танк бригадаһының 115-се айырым уҡыу танк батальоны командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә, 1940 йылдың октябренән ошо бригаданың 108—се айырым танк батальоны командиры булып хеҙмәт итә. Бригада Ленинград хәрби округы составына инә һәм Выборгта тора, ә 1941 йылдың апрелендә Киев айырым хәрби округы составына Бердичев ҡалаһына күсерелә. Бригада үҙгәртелеп ҡоролғандан һуң 19-сы механизацияланған корпустың 43-сө танк дивизияһында айырым разведка батальоны командиры итеп тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында, 26 июндә Дубно — Луцк — Брода өсөн беренсе танк бәрелешендә, һуңыраҡ Новгород-Волынский янында контрударҙа ҡатнаша. 10 августа барлыҡ танкылары ҡыйратылған дивизия тылға сығарыла һәм тарҡатыла. Сентябрь айында В. С. Архипов Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 10-сы танк бригадаһының 10-сы танк полкы командиры итеп тәғәйенләнә, полк Сумск-Харьков оборона операцияһында һәм Северский Донец йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1941 йылдың йәйендәге тәүге алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн сираттан тыш майор званиеһы бирелә[2]. 1941 йылдың декабренән 10-сы танк бригадаһы командиры урынбаҫары була.
1942 йылдың мартында фронттан саҡырыла һәм Воронежда формалашҡан 109-сы танк бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың июнендә Брянск фронтында 16-сы танк корпусы составында бригада һуғышҡа инә, Воронеж-Ворошиловград оборона операцияһында ҡатнаша. Бригада тулыһынса ҡамауҙа ҡала, өс тәүлек буйына көсөргәнешле алыша һәм ҡулсаны йырып сыға.
1942 йылдың авгусында бригада Сталинград фронтына 1-се гвардия армияһы составына күсерелә һәм Котлубань янында һөжүм алыштарында ҡатнаша. Һуңыраҡ биригада Дон фронты составында Сталинградта ҡамалған 6-сы немец армияһын ҡыйрата. 1943 йылдың февралендә бригада Үҙәк фронтҡа күсерелә һәм Сева һөжүм операцияһына ҡушыла.
1943 йылдың майынан авгусына тиклем И. В. Сталин исемендәге Ҡыҙыл Армияның бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәренең хәрби академияһы ҡарамағындағы техник камиллаштырыу академик курстарында уҡый. Курстарҙы тамамлағандан һуң 3-сө гвардия танк армияһы 6-сы гвардия танк корпусының 53-сө гвардия танк бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә. Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыш аҙағына тиклем бригада командиры була. Чернигов-Полтава һөжүм операцияһында, Киев һөжүм һәм Киев оборона операцияларында, Днепровск-Карпат, Львов-Сандомир, Висло-Одер, Түбәнге Силезия, Берлин, Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.
Танк бригадаһының хәрби хәрәкәттәренә оҫта етәкселек иткәне һәм Перемышль ҡалаһын (Пшемысль, Польша) азат итеү өсөн һуғыштарҙа, Висла йылғаһын аша сыҡҡанда һәм уның көнбайыш ярындағы плацдармды тотҡанда күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 23 сентябрендәге указы менән икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, икенсе «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
1945 йылдың 20 апрелендә комбриг В. С. Архиповҡа танк ғәскәрҙәре генерал-майоры хәрби званиеһы бирелә.
1945 йылдың 1 майында 6-сы гвардия танк корпусы командиры генерал-майор Митрофанов, 53-сө гвардия танк бригадаһы командиры Архипов өсөнсө тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Тәҡдимде 3-сө танк армияһы командующийы генерал-полковник П. С. Рыбалко Һәм 1-се Украина фронтының бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Н. А. Новиков хуплай, әммә 1-се Украина фронтының хәрби советында Советтар Союзы Маршалы И. С. Конев һәм генерал-полковник К.В Крайнюков был ҡарар менән ризалашмай һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр[3][4].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа
Һуғыштан һуң Совет Армияһында элекке вазифаһында хеҙмәтен дауам итә, 1945 йылдың 20 июненән 6 авгусына тиклем 53 — сө гвардия танк полкы командиры (ЦГВ). 1945 йылдың 6 авгусынан командир урынбаҫары, 1946 йылдың майынан ноябренә тиклем Германияла совет оккупацион ғәскәрҙәре төркөмөнөң 3-сө гвардия механизацияланған армияһының 6-сы гвардия танк дивизияһы командиры. 1946 йылдың ноябренән 1948 йылдың июненә тиклем 6-сы гвардия кадрҙар танк полкы командиры. 1950 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияны тамамлай. 1950 йылдың ноябренән — Төркөстан хәрби округының бронетанк һәм механизацияланған (1954 йылдан — бронетанк, 1960 йылдан — танк) ғәскәрҙәре командующийы, 1954 йылдың ғинуарынан — хәрби округ ғәскәрҙәре командующийының танк ҡоралланыуы буйынса ярҙамсыһы, 1954 йылдың июленән — округтың хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы.
1958 йылдың апреленән — Киев хәрби округының 1-се айырым армияһы командующийы (штабы Черниговта). 1960 йылдың майынан Себер хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары. 1961 йылдың сентябренән Германия Демократик Республикаһы Милли Халыҡ Армияһының хәрби округы командующийының хәрби белгесе һәм өлкән хәрби кәңәшсеһе. 1970 йылдың авгусынан В. С. Архипов ауырыу сәбәпле Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы ҡарамағында була. 1971 йылдың июленән отставкала.
1985 йылдың 13 июнендә Мәскәүҙә вафат була, унда Кунцево зыяратында ерләнә (9-сы участка, туғандар ҡәбере янында).
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы (21.03.1940, 483 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы)[5];
- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23 сентябрь 1944, 4642 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы)[6];
- Өс Ленин ордены (21.03.1940[5], 30.12.1956[7], 31.10.1967)
- Октябрь Революцияһы ордены (28.12.1976)
- Биш Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.01.1940, 07.12.1941, 17.01.1945, 09.06.1945, 20.06.1949[7])
- II дәрәжә Кутузов ордены (10.01.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (03.11.1944)[7]
- СССР миҙалдары
Сит ил наградалары
- III дәрәжә «Грюнвальд Тәреһе» ордены (Польша)
- «Хәрби Тәре 1939—1945» (Чехословакия)
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (ГДР)
- Польша һәм Чехословакия миҙалдары
Хәрби званиелары
- Политрук (24.01.1936)
- Капитан (28.03.1939)
- Майор (26.08.1941)
- Подполковник (20.02.1942)
- Полковник (23.07.1942)
- Танк ғәскәрҙәре генерал-майоры (20.04.1945)
- Танк ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты (31.05.1954)
- Танк ғәскәрҙәре генерал-полковниғы (22.02.1963)
Хәтер
2015 йылдың 8 майында Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә Губернский ауылындағы Еңеү паркында постаментҡа танк ҡуйыла. В. С. Архипов хөрмәтенә Һарытау, Силәбе, Пшемысля урамдары аталған.
Китаптары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Жилин, 2008, Биографические сведения о жизни до 1938 года и службе в РККА в 1928—1945 годах приведены по автобиографии В. С. Архипова, написанной в 1947 году, приведена в главе «Человек героической судьбы»
- ↑ Присвоение новых военных званий отличившимся в боях // Красная Звезда : газета. — 1941. — 31 август (№ 205 (4960)). — С. 2.
- ↑ Сайт Подвиг народа — Наградной лист на Архипова В. С. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2022. Архивировано 31 май 2020 года.
- ↑ Сайт Подвиг народа — Оборотная сторона наградного листа на Архипова В. С. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2022. Архивировано 29 май 2020 года.
- ↑ 1 2 Наградной лист с представлением к званию Героя Советского Союза «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 60, л. 45)
- ↑ Наградной лист с представлением к званию дважды Героя Советского Союза «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 60, л. 50)
- ↑ 1 2 3 Награждён в соответствии с Указом Президиума Верховного Совета СССР от 04.06.1944 «О награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии»
Сығанаҡтар
- Белозерцев А. К.. Повесть о русском генерале. — Челябинск: Околица, 2000. — 100 с.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Голышев М. Его атакующий стиль. Архипов Василий Сергеевич // Люди бессмертного подвига. Очерки о дважды, трижды и четырежды Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Синицын. — 4-е испр. и доп.. — М.: Политиздат, 1975. — Т. 1. — С. 65—74. — 671 с. — 100 000 экз.
- Дважды Герои Советского Союза / сост. В. С. Вуколов. — М.: Воениздат, 1973. — С. 16—17. — 247 с. — 35 000 экз.
- Жилин В. А. Танкисты-герои 1943—1945 гг. — М.: Эксмо, Яуза, 2008. — 512 с. — (Герои Советского Союза). — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-30537-7.
- Залесский К. А. Архипов Василий Сергеевич // Великая Отечественная война. Большая биографическая энциклопедия. — М.: ACT, 2013. — С. 80—81. — 832 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-078426-4.
- Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооруженных сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975 гг.). — Усть-Каменогорск: Медиа-Альянс, 2013. — Т. 1. — С. 18—19. — 333 с. — ISBN 978-601-7378-16-5.
- Картаполов А. В. Архипов Василий Сергеевич // Великая Отечественная. Комбриги. Военный биографический словарь. Командиры танковых и самоходно-артиллерийских бригад. — М.: Рипол-классик, 2019. — Т. 3. — С. 34—35. — 800 с. — ISBN 978-5-386-13527-0.
Һылтанмалар
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Архипов Василий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» Музей Победы. Архипов Василий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).
- Портал Челябинской области. Архипов Василий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).]