Семёновка (Баймаҡ районы)

Семеновка (рус. Семёновское) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 377 кеше булған[2]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80206842001.

Тарихы

Ҡасабаның барлыҡҡа килеүе 1912—1913 йылдарҙа Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (ЮУГАО) тарафынан алтын ятҡылыҡтары табылыу менән бәйле. 1920 йылда рудникта 103 йортта 790 башҡорт йәшәгән[3]. Ауылдың атамаһы ятҡылыҡтарҙың беренсел документацияһын әҙерләгән һәм бында эшләгән геолог Семенов фамилияһынан алынған[4].

1913 йылда ЮУГАО составындағы бында инглиз ҡоралмалары менән йыһазландырылған циан-ил заводы төҙөлә. 1913—1917 йылдарҙа 16 бот алтын сығарыла[4].

Революция һәм Граждандар һуғышы осоронда йәмғиәттең хужалары ҡыуыла һәм производство туҡтай. 1928 йылда ғына, ҡоралмаларын яңыртҡандан һәм фабрика һәм шахталарҙа электр уты бирелгәндән һуң, ҡабаттан тергеҙелә. Фабрика ҡарамағындағы шахтала 150—180 кеше эшләй. 1943 йылда ЗИФ (Золотоизвлекающая фабрика[5]) төҙөлә[4]. 1950-се йылдарға тиклем Семеновка шахталары фабриканы юғары кимәлдәге алтын менән тәьмин итә, был ауылға яҡшы үҫешергә мөмкинлек бирә. Хәҙерге ваҡытта алтын сығарыу фабрикаһы ябылған (1998 йылда) һәм ташландыҡ хәлендә, предприятие территорияһы тирә-яә мөхите өсөн етди хәүеф тыуҙыра[5]. Ауылдан кешеләр күпләп күсенә, яңы эш урындары эҙләй[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 276 129 147 46,7 53,3

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 51 км

Билдәле шәхестәре

Семеновка руднигында шулай уҡ элекке Түбә руднигы идаралығы директорҙары Атанғолов Абдрахман Ғәлим улы һәм Ғәйнуллин Фәрүәз Әхмәҙи улы эшләгән[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. http://ufagen.ru/places/baymakskiy/semenovskiy_rudnik.html Семеновский рудник
  4. 1 2 3 4 5 6 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. 1 2 http://www.bashinform.ru/news/348750-semenovskaya-zolotoizvlekayushchaya-fabrika-v-bashkirii-obekt-povyshennoy-ekologicheskoy-opasnosti/ Семеновская золотоизвлекающая фабрика в Башкирии — объект повышенной экологической опасности

Сығанаҡтар

• Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Тема буйынса өҫтәмә