Ахун (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Ахун — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ахун исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, дуҫ, иптәш, ҡәрҙәш; хужа, әфәнде, (өндәшеү һүҙе); өйрәтеүсе[1] тигәнде аңлата.

Фамилия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы (10 август 1938 йыл — 2 декабрь 2019 йыл) — инженер-нефтсе, профсоюз органдары эшмәкәре. 19771990 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.

Ахунов Рөстәм Ринат улы (22 август) 1978 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылыш депутаты. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Ахунов Ғариф Ахунйән улы (18 сентябрь) 1925 йыл — 4 июнь 2000 йыл) — татар яҙыусыһы, драматург, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы.

Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы (әзерб. Elmira Hüseyn qızı Axundova, 26 май 1953, Раменский районы, Мәскәү) — яҙыусы, Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы, Әзербайжан сәйәси эшмәкәре, Әзербайжан Республикаһы Милли йыйылышы депутаты, Әзербайжан Республикаһының Украинала ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе. Филология фәндәре кандидаты.

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ахун — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.

Ахун (рус. Ахун) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл.

Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл.

Ахун — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл.

Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Благовар районындағы ауыл.

Халыҡ ижадында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдулла ахун — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ахун мегалитик комплексы - Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Ахун ауылынан 1 километрҙа, Ҡыйҙыш йылғаһы буйында, Учалы ҡалаһынан 25 километрҙа урынлашҡан[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ