СССР 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарында
1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарында сығыш яһаған СССР командаһына бөтә 15 союздаш республикаһының 53 ҡалаһынан һәм тораҡ пункттарынан 283 спортсы инә. Советтар Союзы йыйылмаһы вәкилдәре футболдан (СССР командаһы һайлап алыу матчтарында төшөп ҡалды) һәм үлән хоккейынан тыш, олимпия программаһының бөтә төрҙәрендә лә ҡатнаша. Спортсылар 103 миҙал яулай (43 алтын, 29 көмөш һәм 31 бронза), рәсми булмаған команда зачетында 682,5 мәрәй йыя һәм икенсе урынды биләгән АҠШ командаһын (463,5 мәрәй) 219 мәрәйгә артта ҡалдыра.
Совет йыйылма командаһы беренсе тапҡыр велоспортта, һыуға һикереүҙә һәм ат спортында миҙалдар яулай, шул иҫәптән тәүге алтын миҙалдар — велоспортта, елкән спортында, фехтованиела, ат спортында. Еңел атлеттар (11 алтын миҙал), гимнастар (10 алтын), ауыр атлеттар (5 алтын), ишкәкселәр, байдарка һәм каноэла ишеүселәр, уҡсылар, көрәшселәр яҡшы сығыш яһай. Баскетбол буйынса ир-егеттәр командаһы рәттән өсөнсө уйындарҙа көмөш миҙал яулай, ә ватерполистар, олимпия пьедесталының икенсе баҫҡысына күтәрелә.
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
| Спорт төрө | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы | |
|---|---|---|---|---|---|
| Еңел атлетика | 11 | 5 | 5 | 21 | |
| Спорт гимнастикаһы | 10 | 8 | 8 | 26 | |
| Ауыр атлетика | 5 | 1 | 0 | 6 | |
| Көрәш | 3 | 2 | 5 | 10 | |
| Фехтование | 3 | 2 | 2 | 7 | |
| Байдарка һәм каноэла ишеү | 3 | 1 | 0 | 4 | |
| Атыу | 2 | 2 | 3 | 7 | |
| Академик ишеү | 2 | 2 | 1 | 5 | |
| Бокс | 1 | 2 | 2 | 5 | |
| Елкән спорты | 1 | 1 | 0 | 2 | |
| Велоспорт | 1 | 0 | 4 | 5 | |
| Конный спорт | 1 | 0 | 0 | 1 | |
| Баскетбол | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| Һыу полоһы | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| Хәҙерге бишбәйге | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| Һыуға һикереү | 0 | 0 | 1 | 1 |
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Советский Союз на летней Олимпиаде 1960 года в Риме (ингл.). Olimpic Sports. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2010. Архивировано 15 апрель 2012 года.
- Рим — 1960. Games08.ru (2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2010.
- Игры XVII Олимпиады. История Олимпийских игр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 2 июнь 2012 года.
- Хавин, Б.Н. Всё об олимпийских играх. — 2-е изд, доп.. — М.: Физкультура и спорт, 1979. — С. 180—197. — 607 с.