Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | |
---|---|
рус. Город трудовой доблести | |
Ил |
![]() |
Төр | Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исеме |
Кемгә тапшырыла | 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә үҙ хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән Рәсәй ҡалаларына тапшырыла |
Статус | исем бирелә |
Статистика | |
Беренсе бүләкләү | 2 июль 2020 йыл |
Һуңғы бүләкләү | 15 ғинуар 2025 йыл |
Бүләкләнгәндәр иҫәбе | 70 |
![]() |
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы (рус. Город трудовой доблести) — Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исеме. 2020 йылдың 1 мартында раҫланған[1]. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы ҡалаларына бирелә. Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән бирелә[2][3][4].
«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү шарттары
«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреүгә түбәндәге шарттар нигеҙ булып тора:
1) предприятиеларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү һәм (йәки) уларға Дәүләт Оборона Комитетының күсмә Ҡыҙыл байраҡтарын тапшырыу;
2) предприятие хеҙмәткәрҙәрен хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләү;
3) 1941—1945 йылдарҙа ҡала халҡының документаль раҫланған хеҙмәт ҡаһарманлығы факттары[5].
«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеменә лайыҡ булған ҡалалар:
1) ҡала гербы һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡалаға маҡтаулы исем биреү тураһындағы указының тексы менән стела ҡуйыла;
2) 1 майҙа (Яҙ Һәм Хеҙмәт байрамы), 9 майҙа (Еңеү көнө), шулай уҡ ҡала көнөндә йәмәғәт саралары һәм байрам салюттары үткәрелә[6].
Маҡтаулы исемде биреү тәртибе
Рәсәй Федерацияһы территорияһында ҡалаға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһындағы тәҡдимде ҡаланың урындағы үҙидара органына Рәсәй гражданы йәки йәмәғәт берекмәһе индерә[7]. Ҡаланың урындағы үҙидара органы был башланғысты хуплаған осраҡта, уны Рәсәй Федерацияһы субъектының парламентына һәм хакимиәтенә индерә[8]. Улар тәҡдимде ҡарағандан һуң Рәсәй Федерацияһы Президентына ҡалаға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә йәки индерелгән тәҡдимде кире ҡаға[9].
Рәсәй Президентына мөрәжәғәте Рәсәй фәндәр академияһының ҡалаға маҡтаулы исем биреү өсөн нигеҙ барлығын раҫлаған эксперт һығымтаһы менән бергә ебәрелергә тейеш[10].
«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында мөрәжәғәт Рәсәй «Еңеү» ойоштороу комитеты тарафынан ҡарала[10], Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән раҫлана[4].
Тарихы
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәре батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм күп һанлы ҡаһарманлыҡ күрһәткән Рәсәй ҡалаларына биреү өсөн маҡтаулы исем булдырыуҙы Рәсәй йәмәғәте һәм сәйәсмәндәре бер нисә тапҡыр тәҡдим итә. Ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары тарафынан маҡтаулы исем булдырыла.
2009 йылда «Герой-ҡалаларҙың дәүләт-ара союзы» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы (рәйесе — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, космонавт Виктор Горбатко) тарафынан «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» («Город Трудовой Доблести и Славы») халыҡ-ара йәмәғәт маҡтаулы исеме булдырыла һәм положениеһы раҫлана, бер нисә ҡалаға бирелә[11].
Рәсәйҙә «Хеҙмәт даны ҡалаһы» маҡтаулы исемен булдырыу тураһында федераль закон проекттарын Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһына 2007 йылда депутаттар Валентин Варенников һәм Валерий Востротин[12], 2008 йылда — Силәбе өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы[13], 2014 йылда — депутаттар Виктор Шрейдер, Борис Зубицкий, Сергей Каргинов, Вячеслав Тимченко, Сергей Поддубный, Федерация Советы ағзаһы Валерий Шнякин[14][15], 2016 йылда — депутат Олег Смолин[16] индерә.
2017 йылда «Хеҙмәт даны ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем булдырыу тәҡдиме «Рәсәй йәмәғәт инициативаһы» порталында баҫылып сыға[17].
2019 йылдың беренсе яртыһында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһына Удмурт Республикаһының дәүләт Советы тарафынан «Рәсәй Федерацияһының „Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы“ маҡтаулы исеме тураһында» федераль закон проекты[18], Түбәнге Новгород өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы тарафынан «Рәсәй Федерацияһының „Хәрби хеҙмәт даны ҡалаһы“ маҡтаулы исеме тураһында» федераль закон проекты индерелә[19].
2019 йылдың 14 декабрендә «Рәсәй Федерацияһының „Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы“ маҡтаулы исеме тураһында» федераль закон проекты Рәсәй Дәүләт думаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан индерелә[20]. 2020 йылдың 20 февралендә закон проекты Рәсәй Дәүләт думаһы тарафынан өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителә, 2020 йылдың 26 февралендә Рәсәй Федерацияһы Советы тарафынан хуплана һәм 2020 йылдың 1 мартында 41-ФЗ һанлы федераль законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуя[21].
2020 йылдың 29 июнендә БДБ-ның Парламент-ара ассамблеяһы Рәсәйҙә ҡалаларға хеҙмәт батырлығы исемен биреү тәжрибәһен хуплай һәм башҡа илдәргә индерергә тәҡдим итә[22].
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ҡалалар
- 2020
2020 йылдың 2 июлендә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Боровичи, Екатеринбург, Иваново, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Һарытау, Томск, Ульяновск, Өфө, Силәбе, Ярославль ҡалаларына бирелә[23].
- 2021
2021 йылдың 20 майында «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Барнаул, Каменск-Уральский, Киров, Коломна, Амурҙағы Комсомольск, Красноярск, Магадан, Пенза, Рыбинск, Северодвинск, Төмән, Чебоксар ҡалаларына бирелә[24].
2021 йылдың 10 сентябрендә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Алдан, Бологое, Воркута, Дзержинск, Кемерово, Кострома, Лысьва, Мончегорск, Оха, Ступино, Сызрань һәм Чита ҡалаларына бирелә[25].
- 2022
2022 йылдың 15 ноябрендә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Әстерхан, Вологда, Златоуст, Каспийск, Норильск, Орск, Яҡутск, Горловка һәм Луганск ҡалаларына бирелә[26].
- 2023
2023 йылдың 11 сентябрендә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Владимир, Воткинск, Находка, Новомосковск, Подольск, Прокопьевск, Рязань, Рубцовск, Улан-Удэ һәм Ханты-Мансийск ҡалаларына бирелә[27].
- 2025
2025 йылдың 15 ғинуарында «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Үрге Пышма, Зеленодольск, Ишембай, Ҡурған, Ленинск-Кузнецкий, Мейәс, Салехард ҡалаларына бирелә[28].
Карта
Нумизматикала
Рәсәй банкы 2021—2023 йылдарҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» серияһындағы 12 тәңкә[29], 2024 йылда тағы 4 тәңкә сығара[30].
- Рәсәй банкы тәңкәләре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Федеральный закон от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почётном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 ғинуар 2025.
- ↑ Преамбула Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
- ↑ Часть 1 статьи 1 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почётном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 6 апрель 2020 года.
- ↑ 1 2 Часть 4 статьи 1 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почётном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Часть 2 статьи 1 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Часть 3 статьи 2 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Часть 1 статьи 3 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 21 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Часть 2 статьи 3 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 21 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Часть 3 статьи 3 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 21 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ 1 2 Часть 3 статьи 1 Федерального закона от 01.03.2020 № 41-ФЗ «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой доблести“» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 16 апрель 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
- ↑ Положение о почётном международном звании Город Трудовой Доблести и Славы. 16 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Законопроект № 487496-4 «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой славы“» Архивная копия от 5 октябрь 2019 на Wayback Machine, СОЗД ГАС «Законотворчество»
- ↑ Законопроект № 54645-5 «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой славы“» Архивная копия от 5 октябрь 2019 на Wayback Machine, СОЗД ГАС «Законотворчество»
- ↑ Звание «Город трудовой славы» будут присваивать за вклад в Победу Архивная копия от 14 декабрь 2019 на Wayback Machine, «Российская газета», 18.04.2014
- ↑ Законопроект № 502288-6 «О почетном звании Российской Федерации „Город трудовой славы“» Архивная копия от 5 октябрь 2019 на Wayback Machine, СОЗД ГАС «Законотворчество»
- ↑ Предлагается установить почетное звание «Город трудовой славы» . Дата обращения: 14 декабрь 2019. Архивировано 14 декабрь 2019 года.
- ↑ Установить почетное звание «Город трудовой славы» Архивная копия от 14 декабрь 2019 на Wayback Machine, Российская общественная инициатива
- ↑ Законопроект № 710424-7 «О почётном звании Российской Федерации „Город трудовой славы“» Архивная копия от 27 сентябрь 2019 на Wayback Machine, СОЗД ГАС «Законотворчество»
- ↑ Законопроект № 724173-7 «О почетном звании Российской Федерации „Город военно-трудовой славы“» Архивная копия от 30 сентябрь 2019 на Wayback Machine, СОЗД ГАС «Законотворчество»
- ↑ Путин внес в Госдуму законопроект о звании «Город трудовой доблести» . Дата обращения: 14 декабрь 2019. Архивировано 14 декабрь 2019 года.
- ↑ Федеральный закон от 01.03.2020 № 41-ФЗ . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 3 март 2020. Архивировано 2 март 2020 года.
- ↑ В странах СНГ могут появиться города трудовой доблести . Дата обращения: 7 август 2020. Архивировано 10 август 2020 года.
- ↑ Указ о присвоении почётного звания Российской Федерации «Город трудовой доблести» . Дата обращения: 2 июль 2020. Архивировано 2 июль 2020 года.
- ↑ Указ о присвоении почётного звания Российской Федерации «Город трудовой доблести» . Дата обращения: 10 сентябрь 2021. Архивировано 10 сентябрь 2021 года.
- ↑ Указ о присвоении почётного звания «Город трудовой доблести» . Дата обращения: 10 сентябрь 2021. Архивировано 10 сентябрь 2021 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15.11.2022 № 829 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. Архивировано 15 ноябрь 2022 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11.09.2023 № 668 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 12 сентябрь 2023. Архивировано 13 сентябрь 2023 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15.01.2025 № 16 ∙ Официальное опубликование правовых актов . publication.pravo.gov.ru (15 ғинуар 2025). Дата обращения: 15 ғинуар 2025.
- ↑ База данных по памятным и инвестиционным монетам. Банк России . cbr.ru. Дата обращения: 18 март 2023. Архивировано 18 март 2023 года.
- ↑ Серия «Города трудовой доблести»: новые монеты. Банк России . cbr.ru. Дата обращения: 5 май 2024.