Абдулла (исем)

Викидата элементы юҡ

Абдулла — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Абдулла исеме ғәрәп сығышына эйә һәм ул планетаның мосолман халҡы араһында киң таралған. Был исем ике тамырҙан булған: «Абд» — «ҡол» һәм Алла «Алла, ул» «Алла хеҙмәтсеһе» йә «Аллаһы Тәғәлә ҡоло» тип тәржемә ителә[1]. Мосолмандар ҡарашынан был исем малайҙарға иң уңышлыларҙың береһе булып тора.[2]

Билдәле кешеләр

Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы (23 февраль 1922 йыл — 24 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1943).

Юлмөхәмәтов Абдулла Мөхәмәтйән улы (16 ғинуар 1931 йыл — 20 апрель 2019 йыл) — журналист, партия органдары хеҙмәткәре. 1965—1980 йылдарҙа Бөрйән районы «Таң» гәзите мөхәррире, 1980—1991 йылдарҙа КПСС-тың Бөрйән район комитеты инструкторы, кабинет мөдире.

Абдулла Әхмәт (тулы исеме Абдулла Сафиулла улы Әхмәтов; 25 март 1905 йыл — 28 октябрь 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан татар яҙыусыһы, драматург һәм публицист. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Солтанов Абдулла Афзал улы (25 сентябрь 1928 йыл) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы (10 март 1896 йыл — 3 декабрь 1968 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1918—1923 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы хөкүмәте ағзаһы.

Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы; Ғабдулла Дәүләт (20 декабрь 1894 йыл — 12 декабрь 1963 йыл) — башҡорт милли һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре.

Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин; 17731845) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик.

Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы (14 март 1883 йыл — 10 июнь 1938 йыл) — ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан халыҡ мәғәрифы комиссары, Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Кейекбирҙин Абдулла Ғәлләм улы (рус. Каикбердин Абдулла Галлямович) (1914 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, артиллерист.

Атаһының исеме

Вәлиев Фәрит Абдулла улы (21 июнь 1952 йыл) — ғалим-химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1997), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы (20 март 1958 йыл — 1 декабрь 2008 йыл) — Мәскәү өлкәһе Эске эштәр баш идаралығы тиҙ хәрәкәт итеүсе махсус отрядының (СОБР) мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченныйы, отставкалағы милиция подполковнигы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995).

Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (27 декабрь 1900 йыл — 2 апрель 1972 йыл) — педагог. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВКП(б) ағзаһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).

Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы (22 декабрь 1924 йыл — 6 июнь 2017 йыл) — халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Халыҡ-ара һәм төрлө республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы (15 июль 1916 йыл — 10 декабрь 1944 йыл) — совет-фин һуғышында 1939—1940) ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы (29 декабрь 1901 йыл — 3 июль 1996 йыл) — ғалим-селекционер, БССР Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1950). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963).

Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (2 ноябрь 1895 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Топонимикала

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ