Күгәрсен (Ейәнсура районы)
Күгәрсен (рус. Кугарчи; элекке атамалары Сәлих, Аҡҡондоҙ) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы урынлашҡан ауыл. Һүрәм ауыл Советының административ үҙәге. ОКАТО коды — 80226834001.
Географик урыны
Республика әһәмиәтендәге Ира — Магнитогорск автомобиль юлында урынлашҡан Район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 34 километрҙа һәм Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 61 километрҙа Күгәрсен йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 24 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 78 км
Тарихы
Ауылға XIX быуат башында Ырымбур өйәҙе Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары ерҙәрендә үткәреү килешеүенә ярашлы нигеҙ һалына. Төрлө сығанаҡтар буйынса ауылға нигеҙҙе Күгәрсен-Бүләк ауылы башҡорттары (хәҙерге Шаран районының Күгәрсен — Бүләк ауылы) йәки Сәлих ауылы халҡы (Хәҙерге Ейәнәнсура районының Күгәрсен ауылы) һалған. 1812 йылда был ерҙәрҙә керҙәшлек килешеүе буйынса Бөгөлмә өйәҙенең Метрәй (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы) ауылынан күсеп килеүселәр төпләнә. Төрлө ваҡытта был ауыл исемен русса Джитебуляк, Зитебуляково һәм Кугарчино тип яҙғандар[2]
1866 йылда ауылда 50 йорт һәм 412 кеше иҫәпләнә, улар игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауылда мәсет тә була. 1900 йылда ауыл хәҙерге атамаһы менән иҫәпкә кергән, ике мәсет һәм һыу тирмәне булған. 1935—1936 йылдарҙа Күгәрсен ауылы Ейәнсура районының административ үҙәге булған[3].
Хәҙерге осор
Күгәрсен ауылы Һүрәм ауыл Советына ҡарай. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар, "Ямашла" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ял базаһы бар.
Халыҡ һаны
Билдәле шәхестәре
- Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы (10.02.1936) — хеҙмәт һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1958–1995 йылдарҙа «Мотор» ғилми производство предприятиеһы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1982 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980). Октябрь Революцияһы (1984) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры[7].
- Дурасов Владимир Александрович (14.07.1935) — совет дәүләт эшмәкәре. 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың төҫлө металлургия министры, 1989—1991 йылдарҙы СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кәримов Марат Нәби улы (9.01.1930) — шағир, тәржемәсе, журналист. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры (2003) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001).
- Кәримов Нәбиулла Ғимаҙелислам улы (15.09.1887—10.10.1971) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).
- Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы (28.02.1965) — журналист, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 2012 йылдан «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.
- Әбделминев Ким Ғимаҙи улы (5.01.1947) — СССР һәм Рәсәй химиктехнологы һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003).
Урамдары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ А.3. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Издательство "КИТАП" имени Зайнаб Биишевой, 2009. — С. 147. — 729 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Күгәрсен (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
- Күгәрсен (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2021)