ЦДУМ-дың енәйәт эше
Мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратының енәйәт эше (рус. Дело ЦДУМ) — үҙ-ара бәйле ике енәйәт процесы, 1936—1938 йылдарҙа РСФСР НКВД-һы (рус.)баш. хеҙмәткәрҙәре тарафынан Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты (диниә назараты) етәкселәренә ғәйеп тағып асыла; һуңынан, аҡлау эштәре барышында, хөкөм ҡарарҙары юҡҡа сығарыла. Улар «шпион-диверсия баш күтәреүселәр ойошмаһы» төҙөүҙә ғәйепләнә. Ойошманың етәкселәре тип шунан саҡ ҡына алда вафат булған Ризаитдин Фәхретдинов, шулай уҡ Кашаф Тәржемәнов күрһәтелә. Тәфтишселәр фекеренсә, улар Диниә назаратын ябып, «динлеләрҙе совет власына ҡаршы нәфрәт уятырға» планлаштырғандар. Бынан тыш, Японияла, Финляндия һәм Германияла аҡтар яғында булып, эмиграцияла йәшәгән милләтәштәре менән бәйләнештә булыуҙа, контрреволюцион пропаганда алып барыуҙа ғәйепләнәләр. Ғәйепләнгән 30 кешене ике ҡалала — Өфөлә һәм Мәскәүҙә хөкөм итәләр. Уларҙың күбеһе атып үлтерелә йәки төрмәлә вафат була (шул иҫәптән Фәхретдиновтың ике улы).
Ғәйепләнеүселәр һаны сағыштырмаса аҙ булыуына ҡарамаҫтан, «Диниә назараты эше» совет мосолман руханиҙарына ҡарата әһәмиәтле енәйәт эше була. Тәфтишселәр СССР-ҙың төрлө ҡалаларында диниә назаратына буйһонған (йәки 1920 йылдарҙа улар менән бәйләнештә торған) урындағы абруйлы мулла-монтағай «контрреволюцион ойошмаһы» филиалдары етәкселәре булыу ихтималынан сығып эш итә. СССР-ҙың ҡайһы бер ҡалаларында 1936—1940 йылдарҙа "Диниә назараты эше"нең шаңдауы булып мосолман дин әһелдәренә ҡарата советтарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барған тип эштәр асыла. Дөйөм алғанда, 100-ҙән ашыу кеше язалана, был һан «Диниә назараты эше» буйынса атылғандарҙан күпкә артығыраҡ булып сыға.
Диниә назараты 1936 йылға тиклем
Совет власының тәүге йылдарында большевиктар исламға һәм мосолман дин әһелдәренә православиеға ҡарағанда ыңғайыраҡ мөнәсәбәттә була, сөнки мосолман илдәрен донъя революцияһына ылыҡтырыу һәм Урта Азиялағы дини элиталар менән көнәркәшлек маҡсатын ҡуялар. Шуға күрә 1929 йылға тиклем мосолман руханиҙарын артыҡ эҙәрлекләмәйҙәр.
СССР-ҙың мосолман руханиҙары 1920 йылдар башына назараттар рәүешендәге дини үҙәктәрҙе тергеҙеп бөтөрә. 1920 йылда төҙөлөп, 1923 йылда РСФСР властары тарафынан теркәлгән Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты СССР-ҙа мөһим роль уйнай. Үҙәк назарат Өфөлә урынлаша. Ул Ырымбур мосолман диниә назаратының вариҫы булып тора. 1936 йылға тиклем Ризаитдин Фәхретдинов Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты етәксеһе булып тора. Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты юрисдикцияһы РСФСР-ҙың барлыҡ назараттарына ла йәйелдерелә (Ҡырым һәм Төньяҡ Кавказдан башҡа). Шулай итеп Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты юрисдикцияһы һәм мәхәлләләр һаны буйынса Советтар Союзының иң эре мосолман ойошмаһы булып тора[1].
1920 йылдар уртаһына тиклем Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты РСФСР-ҙа ғына түгел, Урта Азияла ла йоғонто яһарға тырыша. Урта Азия дин әһелдәренең эре берекмәләре булмай. Ғәмәлдә, улар бер кемгә лә буйһонмай. Өфө Үҙәк диниә назараты Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда шундай дини ойошмалар төҙөргә тотона. 1920 йылдар уртаһына Ташкентта Үзбәк ССР-ы мөфтиәт төҙөй, тик уның диндарҙар араһында йоғонтоһо булмай[2]. Улай ғына түгел, Үзбәк ССР-ы биләмәһендә ул осорҙа бер төркөм бойондороҡһоҙ диниә назараттары була.
1927 йылда назараттар Сәмәрҡәндтә, Кокандта, Андижанда, Наманганда, Маргеланда, Иҫке Бохарала һәм Хиуала була[2]. 1926 йылда Үҙәк диниә назараты вәкиле Төркмәнстанға ебәрелә[3].
Совет мосолмандарының берләшеүенә 1920 йылдарҙа ОГПУ-ның Көнсығыш бүлеге аяҡ сала, ул «көнсығыш республикалары» диниә назараттарының Үҙәк диниә назаратынан айырылыуы өсөн хәрәкәт ойоштора[4]. Был сәйәсәт һөҙөмтәһендә Үҙәк диниә назараты Урта Азия һәм Ҡаҙағстан назараттары өҫтөнән контролен юғалта. 1928 йылда совет Ҡаҙағстаны ЦДУМ юрисдикцияһынан сыға[5].
Әммә Мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратына башҡорт дин әһелдәре нығыраҡ ҡаршы тора. 1917 йылдың декабрендә Башҡортостан мосолмандары диниә назараты төҙөлә. Был 1917 йылдың ноябрендә Башҡорт автономияһы төҙөлөү менән тура килә. 1919 йылдың 20 мартында автономиясылар һәм большевиктар Башҡорт АССР-ын булдырыу тураһында килешеү төҙөй. 1922 йылдың 14 июнендә уға Өфө губернаһы ҡушыла. Совет власы 1924 йылда Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын теркәй[6].
1926 йылдың ғинуарында Башҡортостан диниә назараты Үҙәк диниә назаратына ҡаршы циркуляр сығара, ул «иҫке идаралыҡҡа башҡорт халҡы дәүләте сиктәрендә дин һылтауы менән низағ тыуҙырыуҙы тыйыуҙы» талап итә[7]. Был циркуляр ЦДУМ-дан үҙе ултырған бинаны бушатыуҙы талап итә һәм уға аҡса йыйыуҙы тыя[7].
Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты ағзалары иһә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын закондан тыш тип иғлан итә, сөнки ислам диндарҙарҙы милләттәргә бүлмәй тип белдерә[8]. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты хатта Башҡорт АССР-ында ла бик әҙ мәхәлләне контролдә тота (1929 йылға 2300 мосолман мәхәлләһенең 500-ө генә уның юрисдикцияһын таный)[9]), ә ике назараттың үҙ-ара һыйышмауы совет власы өсөн уңайлы була.
1929—1930 йылдарҙа СССР-ҙа коллективлаштырыу (рус.)баш. һәм сит илдәр сәйәсәте менән бәйле мосолмандарға мөнәсәбәт үҙгәрә. Был тотош коллективлаштырыуҙың башланыуы, шулай уҡ тышҡы сәйәсәт йүнәлештәрен ҡайтанан ҡарау һәм революцияны Көнсығыш илдәренә күсереү концепцияһынан баш тартыу менән бәйле була. Был осорҙа дини институттарға административ баҫым көсәйә, мәсеттәрҙе ябыу һәм дини үҙидараның һаҡланып ҡалған элементтарын бөтөрөү башлана. Был хаҡта 1930 йылдың майында Өфөлә Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты рәйесе Ризаитдин Фәхретдиновты ҡабул иткән Пётр Смидович та белдерә[10]. Осрашыуҙан һуң Смидович Михаил Калининға доклад яҙа:[10]:
Мосолмандарҙың бөтә дини ойошмалары ер йөҙөнән тулыһынса юҡҡа сығыу алдында тора. Әлегә мөхтәсибәттәрҙең (мосолман епископаттары) 87 проценты, 12 000 мәсеттең 10 000-дән ашыуы ябылған, муллаларҙың һәм мәзиндәрҙең 90-97 проценты ғибәҙәт ҡылыуҙы ойоштороу мөмкинлегенән мәхрүм… Мосолман руханилығы буйынса хәл башҡаларға ҡарағанда насарыраҡ, әммә, дөйөм алғанда, бөтә руханилыҡтарға хас күренеште һүрәтләй…
1930 йыл аҙағына диндарҙарға ҡарата мөнәсәбәт бер аҙ йомшара. Күпмелер мәсет кире ҡайтарыла, уларҙы яптырған ҡайһы бер әүҙемселәр яуапҡа тарттырыла. СССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарамағында дин мәсьәләләре буйынса даими комиссия ойошторола. Уның етәксеһе итеп Пётр Гермогенович Смидович һайлана[11]. Ҡайһы бер урындарҙа ошо комиссияға буйһонған комиссиялар эшләй башлай. Улар диндарҙар хоҡуҡтарын боҙоу тураһындағы ялыуҙарҙы ҡарарға тейеш була.
Мәсеттәр кире ҡайтарылһа ла, элекке һанына етмәй. 1927 йылда 2414 мәхәллә булһа, 1934 йылда иһә республикала 924 кенә мәхәллә ҡала[12]. Шулай итеп, 1927—1934 йылдарҙа Башҡортостанда мәсеттәрҙең дөйөм һаны 2,5 тапҡырҙан да артығыраҡҡа кәмей.
Смидовичтың комиссияһы оҙаҡ әүҙемлек күрһәтә алмай. 1933 йылдан (1935 йылдан Смидовичты юрист Пётр Красиков алмаштыра) диндарҙар хоҡуғын яҡлау һирәк күренешкә әйләнә, күберәк дингә ҡаршы көрәшеүселәр һүҙе өҫкә сыға башлай[13].
1934 йылда Комиссия формаль рәүештә бөтөрөлә, әммә шунда уҡ уның вәкәләттәре әлеге Смидович етәкселек иткән СССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарамағындағы Дини мәсьәләләрҙе ҡарау буйынса даими комиссияға тапшырыла[14]. 1938 йылда Комиссия йәнә формаль рәүештә бөтөрөлә, ә дин буйынса барлыҡ мәсьәләләрҙе ҡарау СССР НКВД-һына күсә[15]. Шулай итеп, дин мәсьәләләре буйынса эштәрҙе ҡарау СССР НКВД-һына тапшырыла; был структура шул уҡ осорҙа дин әһелдәренә ҡаршы репрессиялар алып бара.
Эште асыу
1936 йылда СССР-ҙа Оло террор башлана. Ошо осорҙа совет власы мосолман дин әһелдәренә ҡарата толерантлыҡ сәйәсәтенән баш тартып, уларҙы репрессиялауға күсә. Уларҙы православие дине әһелдәре яҙмышы көтә, 1937—1938 йылдарҙа уларҙың да күренекле етәкселәре лагерҙарҙа һәләк була йәки атыла[16].
Оло террор башланыу менән властар үҙҙәренә лояль ҡарашта булған Башҡорт АССР-ының Диниә назаратын тулыһынса юҡҡа сығара. 1936 йылда уның мөфтөйө Мөтиғулла Ғатауллин вафат була. Властар был назараттың документацияһын һәм архивын тулыһынса юҡҡа сығара, ә бинаһын Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты Президиумының 1937 йылдың 9 февралендәге ҡарары менән Башҡортостан өлкә балалар комиссияһына тапшыра[17]. Совет власы ЦДУМ менән Башҡортостан Диниә назаратын ҡушыу тураһында иғлан итә[18]. Әммә был ҡушылыу юридик яҡтан теркәлмәй. Быны Дини руханилыҡтар эштәре буйынса совет юрисконсульты Федулованың 1957 йылдың 16 октябрендәге һығымтаһы күрһәтә, унда СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратының хоҡуҡи вариҫы түгел тип хәбәр ителә[19]. Башҡорт АССР-ы мосолмандарының Диниә назараты руханиҙарының күпселеге оло террор йылдарында һәләк була.
Башҡорт АССР-ының Диниә назаратын юҡҡа сығарыу менән бергә Үҙәк диниә назаратына ҡарата репрессиялар башлана. 1936 йылдың 11 апрелендә ЦДУМ рәйесе Ризаитдин Фәхретдинов вафат була. Властар съезд үткәрергә һәм яңы рәйес һайларға рөхсәт бирмәй[20]. Мөфтөй вазифаһын Ғабдрахман Зәйнулла улы Рәсүлев башҡара.
Фәхретдиновтың вафаты ЦДУМ етәкселеген репрессиялауға сигнал була. Бер аҙна үтеүгә, 1936 йылдың 19 апрелендә Өфөлә ЦДУМ ҡаҙнасыһы Шәрәф Шәрәфетдинов ҡулға алына[21]. 1936 йылдың авгусында ул, РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһының 10—11-се пункттарына ярашлы, «контрреволюцион милләтсел ойошмала ҡатнашыусы булараҡ, совет власына ҡаршы көрәш һәм фекерҙәштәре араһында Совет ҡоролошон инҡар итеү идеяһын таратҡан һәм контрреволюцион мосолмандарҙы Совет власына ҡаршы көрәшкә ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн» 5 йылға иркенән мәхрүм ителә[21]. Хөкөм ҡарары буйынса: Шәрәфетдинов элек хөкөм ителгән була, ҙур срок бирелмәй һәм Өфө төрмәһенән концлагерға оҙатылырға тейеш була.
«ЦДУМ эше» Мәскәү ваҡиғалары айҡанлы асыла. 1936 йылдың майында унда 27 дин әһеле һәм етәксеһе ҡулға алына: Фәхретдиновтың урынбаҫары Кашаф Тәржемәнов, ЦДУМ ағзаһы Зыя Камали, Мәскәү мәсетенең имам-хатибы Абдулла Шәмсетдинов, Мәскәү заводтарының береһендәге инженер Мөхәммәт-Сәлих Ерзин һәм башҡалар[22]. Һорау алғанда Тәржемәнов ЦДУМ-ды таратырға ниәтләнгәндәрен әйтә[22].
Был мәсьәлә Фәхретдиновтың вафаты алдынан ҡаралған була. Тәржемәновта быны иҫбатлаған ике документ табалар[23]:
- Тәржемәнов ҡул ҡуйған 1935 йылдың 22 авгусында Фәхретдинов исеменә яҙылған 1694-се докладтың күсермәһе. Унда Тәржемәнов совет хөкүмәтенә йоғонто яһау маҡсатында Үҙәк диниә назаратын ябырға тәҡдим итә;
- Фәхретдиновтың 1935 йылдың 17 декабрендәге Үҙәк диниә назараты ағзаларына Үҙәк диниә назаратын ябыу мәсьәләһен тикшереү маҡсатында йәшерен ултырыш үткәреү тураһындағы 21-се яҙма тәҡдименең күсермәһе.
Үҙәк диниә назаратының үҙ-үҙен таратыуы ғәҙәти хәл кеүек күренә. 1928 йылда Тапый Ибраһимов Ҡырым мосолмандарының халыҡ диниә назаратын тарата[24].
1936 йылдың 16 июлендә һорау алғанда Тәржемәнов үҙен 1930 йылда төҙөлгән «контрреволюцион ойошма үҙәге» ағзаһы тип таный[23]. 1936 йылдың 17 июлендә Өфөлә Мулланур Усманов, Ғабдрахман Фәхретдинов, Ғәли Сиражетдинов, Баһауетдин Мәҡсүтов һәм Ғүмдә Хәбиров ҡулға алына[25]. Артабан дуҫының Ҡашғарияға (рус.)баш. ҡасырға йыйына тигән ошағы буйынса Ғәләметдин Ханисламов ҡулға алына[26]. Был ғәйепләү белдерелгән ваҡытта Ханисламов иген урлауҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған була[26].
1936 йылдың көҙөндә Тәржемәнов 1935 йылда Дим йылғаһы буйында дин әһелдәре менән йыйылышып, ЦДУМ-ды таратыу тураһында һөйләшеүҙәрен әйтә. Дим буйында булғандарҙың барыһын да ҡулға алалар[27].
Мәскәү мәсете имам-хатибы Абдулла Шәмсетдинов «япон разведкаһы ойошторған СССР-ҙағы диверсион, контрреволюцион милли ойошманың» етәксеһе булыуын таный[21]. Бынан һуң, 1936 йылдың 25 октябрендә әлегә Өфө төрмәһендә ултырған Шәрәф Шәрәфетдиновҡа контрреволюцион ойошма эшендә ҡатнашыуҙа ғәйепләү белдерелә[28]. Тәфтишселәр Шәрәфетдиновтың ғәйебен таныған Абдулла Шәмсетдинов менән тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләй[21].
1936 декабренә эште тикшереү тамамлана. Мәскәүҙә һәм Өфөлә ҡулға алынғандарҙы контрреволюцион баш күтәреү ойошмаһы төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. 1936 йылдың 15 декабрендә Мулланур Усманов ошо ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә[28].
«ЦДУМ эше» буйынса ғәйепләнеүселәр
«ЦДУМ эше» РСФСР-ҙың бер нисә ҡалаһында ҡарала. Иң ҙур төркөмдәр Мәскәүҙә һәм Өфөлә була. Уларға суд Мәскәүҙә һәм Өфөлә уҙа. Шулай уҡ Харьковта (урындағы мәсет муллаһы Шәрәф ҡулға алына), Омскиҙа һәм Ырымбурҙа ҡулға алыуҙар була.
Өфө төркөмө
Өфөлә ҡулға алынғандар[29]:
- Шәрәф Шәрәфетдинов, ЦДУМ ҡаҙнасыһы. 1877 йылда тыуа. Бығаса хөкөм ителә. 1928 йылда ОГПУ коллегияһы тарафынан советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге һәм легаль булмаған дини курстар ойошторған өсөн 3 йылға лагерға ебәрелә. 1936 йылдың 19 апрелендә ҡулға алына.
- Мулланур Баһауетдин улы Усманов, 1869 йылда тыуа. Элекке эре сауҙагәр. Граждандар һуғышы ваҡытында Японияға, ә һуңынан Харбинға ҡаса. 1925 йылда СССР-ға ҡайта, һатыусы булып эшләй. 1928 йылда Татар АССР-ы буйынса ОГПУ органдары тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1936 йылдың 17 июлендә иртән Кашаф Тәржемәновтың күрһәтмәләренән һуң ҡулға алына;
- Мотаһар Мирхәйҙәр улы Камалетдинов, Башҡорт АССР-ы Мосолмандарының диниә назараты мөфтөйө;
- Ғәли Сиразетдинов. 1936 йылдың 17 июлендә ҡулға алына;
- Баһауетдин Мәҡсүтов. 1936 йылдың 17 июлендә ҡулға алына;
- Абдулхаҡ Маннанов, ЦДУМ-дың элекке ҡаҙнасыһы;
- Зыя Фәттәх улы Мөжәүиров, «Башнефть» идаралығы инженеры;
- Ғәләметдин Хөснөтдин улы Ханисламов, «Дин вә мәғишәт» журналының элекке мөхәррире;
- Хәлим Ҡадир улы Абдрахманов;
- Ғарифйән Мөхәмәт улы Мостафин;
- Хәбибулла Абдулхаҡ улы Әхтәмов, элекке мулла, уҡытыусы;
- Ғүмдә Сәғиҙулла улы Хәбиров, татар теле уҡытыусыһы. 1936 йылдың 17 июлендә ҡулға алына;
- Ғабдрахман Ризаитдин улы Фәхретдинов. Мөфтөй Ризаитдин Фәхретдиновтың улы, ябылған «Башҡортостан» һәм «Ваҡыт» гәзиттәре мөхәррире. 1936 йылдың 17 июлендә ҡулға алына. 1936 йылдың аҙағында Өфө төрмәһендә һәләк була. Хөкөм ителмәй;
- Йыһангир Талха улы Абыҙгилдин, Өфөләге 1-се мәсет имам-хатибы. 1936 йылдың октябрендә Кашаф Тәржемәновтың Дим буйындағы йыйында ҡатнашты тигән күрһәтмәһенән һуң ҡулға алына;
- Хәнәфи Мозафар. Кашаф Тәржемәновтың Дим буйындағы йыйында ҡатнашты тигән күрһәтмәһенән һуң ҡулға алына;
- Зыя Камалетдинов (Зыя Камали), ЦДУМ ағзаһы. Ҡулға алынған һәм Мәскәүгә оҙатылған;
- Муса Шмаков, Южураллес белгесе. Ҡулға алына һәм төрмәлә үҙе үҙен үлтерә.
Шулай итеп, Өфө төркөмөнә ЦДУМ ағзалары ла, эшкә ҡатнашлығы булмаған кешеләр ҙә индерелә.
Мәскәү төркөмө
НКВД-ның Мәскәү идаралығы Тәржемәнов төркөмө менән шөғөлләнә. Бында Ризаитдин Фәхретдиновтың икенсе улы Рәшит ҡулға алына[30]. Шулай уҡ Р. Хөсәйенов, Ғ. Мостафин һәм Ноғоманов.
Мәскәүҙә 25 кешегә ғәйеп тағыла, шул иҫәптән:[21]:
- Кашаф Тәржемәнов, мөфтөй Фәхретдиновтың урынбаҫары, «Ислам» журналының элекке мөхәррире. 1936 йылдың майында Мәскәүҙә ҡулға алына;
- Зыя Камали (Зыяитдин Ямалетдин улы Камалетдинов), ЦДУМ ағзаһы, ҡаҙый;
- Абдулла Хәсән улы Шәмсетдинов, Мәскәү мәсете имам-хатибы. Тәржемәнов менән бергә ҡулға алына;
- Мөхәммәт-Сәлих Ерзин, инженер. Тәржемәнов менән бергә ҡулға алына;
- Бәҙретдин Девишев, ғилми хеҙмәткәр. Тәржемәнов менән бергә ҡулға алына;
- А.-Х. Казаков, хеҙмәткәр. Тәржемәнов менән бергә ҡулға алына.
Ҡазан төркөмө
Ҡазанда бер нисә кеше ҡулға алына. Улар араһында — Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт думаһының элекке депутаты Һаҙый Атласи, ул элегерәк татар графикаһын яңалифкә күсереүгә ҡаршы булған өсөн хөкөм ителгән булған (1936 йылдың 27 июлендә ҡулға алына)[31].
Омск
ЦДУМ эше буйынса шулай уҡ Омск мәсете имамы Ғәлә Ғәли улы Ғимуш ҡулға алына[22].
Ғәйепләүҙәр
Тәүге ғәйепләүҙәр буйынса, ғәйепләнеүселәр диндарҙарҙың совет власы менән ризаһыҙлығын тыуҙырыу өсөн Үҙәк диниә назаратын ябыу тураһында иғлан итергә йыйына. Кашаф Тәржемәнов Үҙәк диниә назараты етәкселеге һәм руханиҙарҙың бер өлөшө араһында Үҙәк диниә назаратын ябыу мәсьәләһе тикшерелеүен танығандан һуң, Өфөлә ҡулға алыуҙар уҙа[23]. Атап әйткәндә, Тәржемәнов 1935 йылдың октябрендә "Дим пикнигы"нда ҡатнашыуы тураһында һөйләй, уның барышында йыйылғандарға ЦДУМ-ды ябырға кәрәклеге тураһында хәбәр итеп, был ойошма диндарҙарға файҙа килтермәй, ә СССР-ҙа выждан азатлығы символы булып ҡына хеҙмәт итә, тип белдерә[27].
1936 йылдың 16 июлендә Кашаф Тәржемәнов 1930 йылда ойошторолған «контрреволюцион ойошма үҙәге» ағзаһы булыуын таный һәм үҙенең енәйәттәштәрен атай[25]. Бынан тыш, К. Тәржемәнов был үҙәктең Афғанстан, Төркиә һәм Япония илселектәре менән бәйләнештәре булыуын белдерә[25]. Был тәфтишселәргә мосолман руханиҙары төркөмө эшмәкәрлеген сит ил разведкалары менән бәйле тип билдәләргә мөмкинлек бирә. 1936 йылдың 17 июлендә ҡулға алынған Мулланур Усмановтан инглиз телендә «Япония» тип яҙылған штамптар һәм Япония тураһында альбом тартып алына[25]. Был япон разведкаһы менән бәйләнештә булыуҙарында ғәйепләүҙе еңеләйтә.
Японияла һәм уның контроле аҫтындағы Маньчжоу-Гола 1936 йылға байтаҡ мосолман аҡ эмиграцияһы йәшәй. Ул 1920 йылдың ноябрендә еңелгән аҡ частарҙың ҡалдыҡтары Маньчжурия менән сик аша сыҡҡандан һуң барлыҡҡа килә, улар араһында ике мең аҡ гвардиясы башҡорт була[32]. 1920 йылдың 20 ноябрендә уларҙың лидеры, «Алыҫ Көнсығыштың бөйөк имамы» Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев, Маньчжурияға күсеп, башҡорттарҙы унда ҡалырға һәм Рәсәй менән ҡораллы көрәште (Приморьела көрәште дауам итеүҙе талап иткән атаман Григорий Семёновтың позицияһына ҡаршы сығып) туҡтатырға саҡыра[32].
Японияла «Алыҫ Көнсығыштың бөйөк имамы» Ҡорбанғәлиев властар менән бәйләнешкә инә. Унда ул Уралдан Фудзиға тиклем Урал-Алтай халыҡтары берләшмәһе («Бөйөк Азия») идеяһын пропагандалай[33]. Был берләшмә нигеҙендә Ҡорбанғәлиев Япония контроле аҫтында, шулай уҡ Урта Азияны һәм Синьцзянды индереп, бойондороҡһоҙ ислам дәүләте булдырырға тәҡдим итә[33]. Ҡорбанғәлиев Волга менән Урал араһында төрки-мосолман дәүләте төҙөү яҡлы Ғаяз Исхаҡи менән бәхәскә инә[33].
Ҡорбанғәлиевтең ҡараштары совет властарына билдәле була. 1932 йылда Япония СССР сигендә Маньчжоу-Го булдырғандан һуң уға ҡыҙыҡһыныу көсәйә. 1932—1934 йылдарҙа властар Ҡорбанғәлиевтең СССР-ҙа ҡалған бөтә туғандарын, күп кенә күршеләрен һәм таныштарын ҡулға ала[34]. СССР-ҙа башҡорт һәм татар эмигранттары — «япон разведкаһы агенттары», ә улар менән бәйле кешеләр «контрреволюцион аҡ гвардия эмигрант ойошмаһы ағзалары» тип ҡарала[34].
1937 йылда «сит ил разведка органдарының һәм уларҙың троцкист-бухаринсылар агентураһының ҡайһы бер ысулдары һәм алымдары тураһында» мәҡәләләр йыйынтығы сыға. Унда С. Уранов түбәндәгеләрҙе хәбәр итә[35]:
Япон хәрбиҙәре, СССР-ҙың тәрән тылында (Урта Азия, Урал, Татарстан) күмәк диверсия акттарын ойоштороуға баҫым яһап, кулак-басмач, пантөркиәтсе һәм панисламсы контрреволюцион төркөмдәренең эмигрант үҙәктәре менән тығыҙ бәйләнештә тора. Улар Яҡын Көнсығышта һәм Европала контрреволюцион мосолман эмиграцияһы лидерҙарына асыҡтан-асыҡ ярҙам итә. Японияла «мосолман йүнәлеше» буйынса шпион һәм диверсия эшен төп ойоштороусы булып күптән япон разведкаһында хеҙмәт иткән мулла Ҡорбанғәлиев тора.
Шулай уҡ «ЦДУМ эше» буйынса тикшереү Ханисламовтың 1917 йылға тиклем Ҡорбанғәлиев менән таныш булыуын, совет осоронда уның менән бәйләнештә булыуын һәм уның ярҙамында сит илгә — Ҡашғарияға ҡасырға ниәтләнеүен асыҡлай[34]. Ханисламов үҙе 1936 йылдың 26 авгусында һорау алыу ваҡытында Ҡорбанғәлиев менән шәхсән таныш булмауын раҫлай[36]:
| Ҡорбанғәлиев Ғәбделхәйҙе «Дин вә мәғишәт» журналы хәбәрсеһе булараҡ беләм, шәхсән осрашҡаныбыҙ юҡ. 1932 йылда Юлдашевтың йортонда булғанда Ғатауллин һ.б. Ҡорбанғәлиев тураһында һөйләнеләр. |
Ғабдрахман Фәхретдинов атаһы Ризаитдин Фәхретдиновтың аҡ эмигрант мосолмандар менән хат алышыуын әйтә, әммә хат алышыуҙың йөкмәткеһе тураһында белмәгәнен белдерә[37]. 1936 йылдың 3 авгусында Ғабдрахман К. Тәржемәновтың һәм уның иптәштәренең контрреволюцион эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе йәшереүҙә ғәйепләнә[30]. 1936 йылдың 25 октябрендә һорау алыу ваҡытында Ғабдрахман атаһының контрреволюцион эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын таный[38].
1936 йылдың октябрендә ЦДУМ эшенә шаһит сифатында ҡаҙый ҡатын-ҡыҙ, Үҙәк диниә назараты ағзаһы Мөхлисә Буби йәлеп ителә. 1936 йылдың 19 октябрендәге беренсе һорау алыуҙан һуң Буби РСФСР Енәйәт кодексының 58.4.11-се статьяһы буйынса ғәйепләнә.
1936 йылдың 15 декабрендә ғәйепләү статьяһы ауырыраҡҡа үҙгәртелә. Ҡулға алынғандар сит ил разведкалары менән бәйләнештә ғәйепләнә. Хәҙер тәфтиш версияһы шундай була: мәрхүм мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов һәм Кашаф Тәржемәнов «шпион-диверсия баш күтәреүселәр ойошмаһы» лидерҙары булып иҫәпләнә[30]. Был ойошма эшмәкәрлеге өсөн СССР-ға агент Мулланур Усманов ебәрелә, ул ЦДУМ етәкселәренең береһе Зыя Камали менән бәйләнешкә инә[39].
Башҡорт АССР-ы Юғары судының 1936 йылдың 22 декабрендәге хөкөм ҡарарында түбәндәге ғәйепләү килтерелә. Ике сит ил державаһы разведкалары СССР-ҙа ЦДУМ етәкселәре — мәрхүм мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов һәм Кашаф Тәржемәнов етәкселегендә «мосолмандар араһында шпион-диверсия контрреволюцион ойошмаһы» булдыра[24]. Был контрреволюцион төркөм Берлин һәм Харбиндағы (рус.)баш. аҡ эмигрант үҙәктәренең йөкләмәләре буйынса эш итә[24]. Советтарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барыу буйынса күрһәтмәләр биргән эмигрант үҙәктәре етәкселәре тип Ғаяз Исхаҡи, Ғәлимйән Иҙриси һәм Рәшит Ибраһимов атала[24].
Хөкөм ҡарарҙары һәм хөкөм ителгәндәрҙең яҙмышы
1936 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ы Юғары суды 2301-се эш буйынса (Өфө төркөмө) хөкөм ҡарары сығара. 11 кеше 4 йылдан 8 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә, артабан уларҙың 3 йылдан 5 йылға тиклем хоҡуҡтары сикләнә (бөтәһе 11 кеше контрреволюцион ойошманың "Башҡортостан филиалы"ның әүҙем ағзалары тип атала)[40]. 12-се ғәйепләнеүсе («Башнефть» идаралығы инженеры Зыя Мөжәүиров) аҡлана[41]. Әммә был хөкөм ҡарары юғары инстанция тарафынан кире ҡағыла. РСФСР Юғары судының махсус коллегияһы 1937 йылдың октябрендә хөкөмдө юҡҡа сығара һәм эште ҡайтанан ҡарауға ебәрә[41]. 1938 йылда РСФСР-ҙың Юғары суды Өфө төркөмөнөң 11 ғәйепләнеүсеһенә ҡарата яңы хөкөм ҡарары сығара (Ғабдрахман Фәхретдинов ул ваҡытҡа вафат була һәм ғәйепләнеүселәр исемлегенән алып ташлана)[41]:
- 8 кеше (Абыҙгилдин, Камалетдинов, Шәрәф Шәрәфетдинов, Әхтәмов, Ханисламов, Усманов, Хәбиров һәм элегерәк аҡланған Мөжәүиров) атып үлтереүгә хөкөм ителә;
- 3 кеше 10 йылға лагерҙарға ебәрелеүгә һәм 5 йылға хоҡуҡтары сикләнеүгә хөкөм ителә.
Атып үлтереүгә хөкөм ителгәндәр СССР-ҙың Юғары судына ярлыҡау тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, ул 1938 йылдың майында Хәбиров менән Ханисламовтың хөкөм ҡарарын иректән мәхрүм итеүгә алмаштыра һәм "үпкә шешеүе"нән вафат булған Әхтәмовҡа ҡарата эште туҡтата[42]. Шулай итеп, Үҙәк диниә назаратының "Өфө төркөмө"нөң 12 фигурантының икәүһе хөкөм ҡарары үтәлгәнгә тиклем төрмәлә вафат була, 5 кеше 1938 йылдың 17 июнендә атып үлтерелә[19], ә тағы 5 кеше иркенән мәхрүм ителә. Уларҙың береһе (Ханисламов) 1942 йылдың 30 ғинуарында Соль-Илецк төрмәһендә вафат була[19].
«Мәскәү төркөмө» эше айырым ҡарала, ғәйепләнеүселәр Өфө төркөмө ағзаларына ҡарағанда йомшағыраҡ яза ала. 1937 йылдың ғинуарында СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы имам-хатип Абдулла Шәмсетдиновты атып үлтереүгә (1937 йылда язалана), ә ҡалғандарҙың күбеһен 10 йылға иркенән мәхрүм итеүгә һәм 5 йылға хоҡуҡтарын сикләүгә хөкөм итә[22]. 1949—1952 йылдарҙа ЦДУМ эшенең "Мәскәү төркөмө"нөң дүрт фигуранты: Аҡсурин, Девишев, Ерзин һәм Мусаев икенсе тапҡыр хөкөм ителә һәм лагерға оҙатыла[22]. 1937 йылдың 23 декабрендә ҡаҙый ҡатын Мөхлисә Буби атып үлтерелә.
Ҡазан төркөмө фигуранты Һаҙый Атласи 1938 йылдың 15 февралендә Татар АССР-ы Юғары суды ҡарары буйынса атыуға хөкөм ителә[23].
ЦДУМ эше менән бәйле процестар
«ЦДУМ эше» СССР һәм республиканың төрлө өлкәләрендә нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыуға килтерә. Был фигуранттарҙы ҡулға алынған Үҙәк диниә назараты ағзалары ҡушыуы буйынса советтарға ҡаршы баш күтәреүселәр ойошмалары төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Бындай ғәйепләнеүселәр һаны «ЦДУМ эше» буйынса хөкөм ителгәндәргә ҡарағанда күпкә артығыраҡ булып сыға. Тәфтишселәр Кашаф Тәржемәнов менән Ризаитдин Фәхретдинов етәкләгән баш күтәреү ойошмаһының СССР буйынса бер нисә филиалы бар тигән фараздан сығып эш итә. Үҙәк диниә назараты һәм урындағы руханиҙар араһындағы ныҡлы үҙ-ара мөнәсәбәттәр арҡаһында 1920 йылдарҙа һәр мосолман эшмәкәрен Ризаитдин Фәхретдинов һәм Кашаф Тәржемәнов менән бәйләнештә тороуҙа ғәйепләргә мөмкин була.
Ғәйеп ташланған кешене ҡулға алып, «фекерҙәштәрен» атарға мәжбүр итәләр. Ҡулға алынғандарҙы сит ил разведкалары, мосолман эмиграцияһы менән бәйләнештә ғәйепләйҙәр. Уларҙы йә «панисламсы», йә «милләтсе» тип яуапҡа тарттыралар. 1930 йылдарҙа совет махсус хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре бөтә совет мосолмандарының берләшеүе яҡлы булған дини лидерҙарҙы панисламсылар тип таный (әгәр лидер милләт үҙенсәлеге буйынса ойошоу яҡлы булһа, уны пантөркиәтселектә (рус.)баш. ғәйепләйҙәр)[43]. Шул арҡала Үҙәк диниә назараты етәкселәренең 1920 йылдарҙағы төрлө төбәктәрҙә (СССР-ҙа ла, сит илдәрҙә лә) бәйләнеш булдырыуы «панисламсы» эшмәкәрлеге тип иғлан ителә[44].
Ғәйепләнеүсе «хеҙмәттәшлек иткән» сит ил разведкаһын һайлау СССР-ҙың әлеге мәлдәге тышҡы сәйәсәтенә бәйле була. Мәҫәлән, «Ҡөрьән сылбыры» эше (1940—1941 йылдар) СССР-ҙың Германия менән яҡшы мөнәсәбәттәре булған осорҙа тыуа. Шуға күрә «Ҡөрьән сылбыры» фигуранттары нацист Германияһы разведкаһы менән бәйләнештә ғәйепләнмәй.
«Баш күтәреү ойошмаларын» икенсе бер көстәр менән дә бәйләргә маташыу күҙәтелә. Мәҫәлән, 1937 йылда № 26356-сы енәйәт эшендә Пермь мосолмандары һәм Ҡуян ауылы башҡорттары эшмәкәрлеге ҡарала. Шул уҡ ваҡытта Свердловск өлкәһе (Пермь 1938 йылға тиклем уның составына инә) «Урал баш күтәреү штабы» эше ҡарала, уны, йәнәһе лә, Урал өлкәһенең элекке башлығы Иван Дмитриевич Кабаков ойошторған була. Коммунист Кабаковты мосолмандар менән бәйләрлек бер нигеҙ ҙә булмай, тик 1937 йылдың 1 июнендә советтарға ҡаршы агитация өсөн ҡулға алынған православие руханийы уны ЦДУМ менән бәйле тип шаһитлыҡ итә[45]. Был рухани 1937 йылдың 13 авгусында Зәки Вәлидиҙең Франциянан Ташкенттағы Һаҙый Мәҡсуди һәм ЦДУМ аша подпольеға етәкселек итеп ята тип хәбәр итә[46]. Бынан тыш, ул «троцкистар һәм башҡа контрреволюцион партиялар руханиҙар менән берлектә» төҙөлгән штаб ЦДУМ менән бәйләнеш тота, тип белдерә[46]. Шулай уҡ һорау алыу протоколынан күренеүенсә, «Урал баш күтәреү штабы» ауылдарҙа, заводтарҙа, колхоздарҙа һәм диндарҙар араһында эш алып бара[45]. 1939 йылда күрһәтмәнең тәфтишсе тарафынан тултырылғаны, ә руханиҙың бары ҡул ҡуйғаны асыҡлана[45]. 1937 йылдың 11 сентябрендә барлыҡ фигуранттар атыла, ә мөлкәттәре тартып алына[47].
Свердловск (11999-сы эш)
Үҙәк диниә назараты эше менән Свердловск мосолман (татар-башҡорт) зыяратының ике хеҙмәткәре — мөтәүәлли Камалетдин Мусаҡаевты (1861 йылда тыуған) һәм законлы һайланмаған мулла Маннаф Ғәлимовты (1876 йылда тыуған) ғәйепләү буйынса 11999-сы эш бәйле була. Икеһе лә 1937 йылда ҡулға алына. Уларҙың береһе рәсми рәүештә зыяратта һаҡсы булып эшләй.
«Социализм юлы» гәзитендә Свердловск зыяратында легаль булмаған мосолман общинаһы тураһында «Контрреволюцион ояны туҙҙырырға» мәҡәләһе баҫылып сыға[48]:
Свердловск ҡалаһында дингә ҡаршы пропаганданың көсһөҙ булыуынан файҙаланып, татар зыяраты тирәләй тупланып, мулла һәм мәзин ҡалдыҡтары үҙҙәренең контрреволюцион эшен алып бара. Улар дин менән баштарын әйләндереп, артта ҡалған эшселәрҙең аңын томаларға тырыша. Хәйләкәрлек юлына баҫып, ысын йөҙҙәрен йәшереп, улар советтарға ҡаршы контрреволюцион эш алып барырға ынтыла.5 йыл элек Свердловскиға Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районынан Мөслим ауылы муллаһы Ғәлимов Маннаф килә. Ул татар зыяратында «һаҡсы» булып урынлаша. «Һаҡсы» битлеге аҫтында үҙенең ярамаған эшен алып бара. Ул йыназалар ойоштора, Ҡөрьән уҡый һ.б. Шуның менән бергә «ғәйет» үткәреү һылтауы менән бөтә татар контрреволюцион элементтары ҡалдыҡтарын үҙ тирәһендә туплай, үҙенә «кадрҙар» әҙерләй.
Һаҡсы Маннаф СУГРЭС-та «һаҡсы» булып йәшәгән мәзин Байҙағоловты үҙенә ала. Байҙағолов бер ҡайҙа ла эшләмәй, ә «изге» кеше булараҡ «хәйергә» йәшәй. Шулай итеп, мулла һәм мәзин ҡалдыҡтары татар зыяратын үҙҙәренең контрреволюцион эшмәкәрлеге үҙәгенә әйләндерә. Улар Үҙәк диниә назараты мөфтөйө менән тығыҙ бәйләнештә тора, унан күрһәтмәләр ала. «Ҡала мөфтөйө» булған Камалетдин Мусаҡаев һәм Мөхәмәтйәнов менән бергә халыҡ араһында аҡса йыялар. Ысын йөҙҙәрен фашламаһындар өсөн эшмәкәрлектәрендә 8-9 йәшлек ҡыҙҙы файҙаланалар.
Быларҙың барыһы тураһында ҡала советына бер нисә сигнал ебәрелә. Ҡала советы ла, зыярат хужалығы идаралығы ла ҡыбырламай. Улар нимә көтәләр, ни өсөн шундай хәлгә түҙеп торалар.
Ғәлимов 1933 йылдан Мосолман зыяратында һаҡсы булып эшләй[48]. Ул һорау алыу ваҡытында зыяратта «һайланып ҡуйылмаған совет» эшләгәнлеген һөйләй[48]. Үҙәк диниә назаратына аҡса ебәргәнен һәм түбәндәге ғәмәлдәрҙе башҡарғанын хәбәр итә[48]:
Үҙәк диниә назараты ихтыяждарына һәм урындағы сығымдарға, йәғни мулланы, ғибәҙәт йортон тотоу буйынса сығымдарға аҡса йыйыу һ.б. Бынан тыш, Үҙәк диниә назараты беҙгә һәр хатта тиерлек көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе итеп мосолман дини мәхәлләһен ойоштороуҙы һәм мулла һайлау бурысын ҡуя, Свердловск мосолмандары быны үтәргә һәм урындағы совет власы органынан юридик рәсмиләштереүгә өлгәшергә тейеш тип тәҡдим итә ине. Был һорауҙарҙы диндарҙар ҡарамағына сығарҙыҡ, әммә бер нисә ҡарттан тыш, беҙҙе бер кем дә хупламаны, һәм беҙ законлы «мәхәллә» (дини совет) ойоштора алманыҡ. Аҡса йыйыуға килгәндә, был бурысты мөмкин тиклем үтәнек. Һәр байрамда, йәғни Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында Мусаҡаев аша Үҙәк диниә назаратына йөҙ һәм унан да күберәк һум аҡса ебәрелде.
Мусаҡаев 1928 йылда Свердловскиҙа мөтәүәлли итеп һайланыуын белдерә[48]. 1933 йылдан ул был вазифаны законһыҙ атҡара[48].
Һөҙөмтәлә Ғәлимов менән Мусаҡаевҡа ҡарата 11999-сы эш ҡуҙғатыла (икеһе лә 1937 йылдың 6 июлендә ҡулға алына). Мусаҡаевты Колчак властарына ярҙам итеүҙә һәм 1919 йылда уларға һуңынан атып үлтерелгән ике агентты тотоп биреүҙә ғәйепләйҙәр[48].
Ғәлимов менән Мусаҡаевты контрреволюцион эшмәкәрлектә, Үҙәк диниә назараты етәкселәре Кашаф Тәржемәнов һәм Ризаитдин Фәхретдинов менән бәйләнештә булыуҙа ғәйепләйҙәр. 1937 йылдағы ғәйепләү һығымтаһында тәфтишсе Шәрәфетдинов түбәндәгеләрҙе белдерә:
Мусаҡаев, диндарҙарҙың легаль булмаған советы етәксеһе булараҡ, ҡасҡын мулла Ғәлимов Маннаф менән бәйләнешкә инеп, уны татар зыяратында һаҡсы итеп урынлаштыра, ул ғәмәлдә законһыҙ мулла була.Үҙәк диниә назараты менән туранан-тура бәйләнештә булып, элекке мөфтөй Фәхретдинов һәм уның урынбаҫары Тәржемәнов (япон разведкаһы резиденттары булараҡ ҡулға алыналар) менән бәйләнештә булып, уларға татар зыяратында дини йолаларҙы законһыҙ үтәгәне өсөн йыйылған аҡсанан матди ярҙам күрһәтә.
Мусаҡаев һәм Ғәлимов, ғәмәлдәге ҡоролошҡа дошманлыҡ мөнәсәбәтендә булып, татар зыяратына килеүселәр араһында дини пропаганда артына йәшеренеп, партия һәм Совет хөкүмәте сараларына ҡаршы даими агитация алып бара.
Бер үк ваҡытта Ц. Д. У. М. ҡушыуы буйынса, Үҙәк диниә назараты күрһәтмәләрен үтәү өсөн советтарға ҡаршы булған татарҙарҙы үҙ тирәһенә туплайҙар.
Шәрәфетдинов, Фәхретдиновтың ҡулға алыныуын белдереп, яңылыша. Ысынбарлыҡта Фәхретдинов ҡулға алынмай. Бынан тыш, Мусаҡаев менән Ғәлимовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған ваҡытҡа Фәхретдинов бер йылдан ашыу инде мәрхүм булып һанала.
1937 йылдың 8 сентябрендә Свердловск өлкәһе буйынса УНКВД «тройка»һы ҡарары менән Ғәлимов һәм Мусаҡаев атып үлтереүгә хөкөм ителә. Ҡарар шул уҡ көндө тормошҡа ашырыла, ә 1989 йылдың 16 ғинуарында улар аҡлана[49].
Кама буйындағы татар операцияһы
Ғәлимов һәм Мусаҡаевтың Свердловск эше ахыр сиктә Свердловскиҙа һәм 1938 йылға тиклем Свердловск өлкәһе составына ингән һәм территориаль яҡтан Свердловск өлкәһе буйынса НКВД идаралығы ҡарамағында булған Кама буйында милли билдә буйынса операцияға әүерелә. Ғәлимов һәм Мусаҡаев Үҙәк диниә назаратының япон резиденттары вәкилдәре тип иҫәпләнә. Шуға күрә татар халҡы Свердловск өлкәһе буйынса УНКВД етәкселеге тарафынан ышанысһыҙ һәм япон разведкаһы менән бәйле тип һанала башлай.
Пермдәге НКВД етәксеһе Василий Левоцкий, Свердловск УНКВД начальнигы Дмитриевтың күрһәтмәһен үтәп, үҙенең кабинетындағы кәңәшмәлә былай тип белдерә[50]:
Пермде алайыҡ, ул — оборона ҡалаһы, әммә унда татарҙар күп йәшәй, беҙ уны рус ҡалаһы итергә, бөтә татарҙарҙы ҡулға алырға тейешбеҙ, улар беҙҙе — рустарҙы — һатасаҡ.
Профессор Лейбович һүҙҙәренсә, Левоцкий татарҙарҙы «япон протектораттары» тип иҫәпләй.
Левоцкий бойороғо буйынса Краснокамскиҙа татарҙарҙы күпләп ҡулға алыу буйынса операция үткәрелә, уның барышында НКВД хеҙмәткәрҙәре «барактарға бәреп инә, кешеләрҙе ҡулға ала, уларҙы йөк автомашиналарына тейәй һәм 50-60 кешелек партиялар менән вокзалға йүнәлтә, унда уларҙы Левоцкий тырышлығы буйынса Краснокамскиға (рус.)баш. ебәрелгән тимер юл вагондары көтөргә тейеш була»[51].
1938 йылда Свердловскиҙа шулай уҡ Япония файҙаһына шпионлыҡта ғәйепләнгән татарҙарға ҡарата репрессиялар була. Шул уҡ ваҡытта татар коммунистарын ҡулға алалар. Тәфтишсе Шәрәфетдинов һәм НКВД-ның башҡа хеҙмәткәрҙәре «япон разведкаһы ойошторған „Иҙел-Урал“ милләтсел ойошмаһы» эшен аса[52]. Эштең фабулаһына ярашлы, япон разведкаһы тарафынан йәлеп ителгән Кашаф Тәржемәнов һәм Мәскәү мәсете имам-хатибы Шәмсетдинов Уралдың татар эшмәкәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә, улар мәғлүмәт йыйыу (Урал предприятиеларының етештереү ҡеүәте, тимер юлдарҙың үткәреү һәләте һәм ғәскәрҙәр һаны тураһында) һәм диверсиялар үткәреү өсөн агентура селтәрен төҙөргә тейеш була[53].
1937 йылдың 26—28 декабрендә Свердловскиҙа татар милләтселәре булараҡ 45 кеше (татарҙар, 1 башҡорт, 1 сыуаш һәм 2 удмурт), шул иҫәптән "Социализм юлы"ның элекке баш мөхәррире Сабир Садиҡов ҡулға алына[49]. 1938 йылдың 27 ғинуарында 1937 йылда «Социализм юлы» татар гәзитенең мөхәррире вазифаһынан бушатылған Сабир Садиҡов атып үлтерелә. Уның эшен тәфтишсе Шәрәфетдинов алып бара[54]. Садиҡов менән бергә камерала Ғ. Ҡормаев тотола, ул күрһәтмәләр алыуға нисек өлгәшеүҙәрен хәбәр итә[55]:
… Мин ҡулға алынғандан һуң 3 ай үткәс, йәғни 1938 йылдың 15 ғинуарында, III бүлектең IV бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Т. Хальков һәм тәфтишсе Т. Шәрәфетдинов мине һорау алыу өсөн саҡырып, былай тип белдерҙеләр: "Һинең, Ҡормаев, намыҫлы һәм ғәйепһеҙ кеше булғаныңды асыҡланыҡ, әммә беҙ һине дошман япон дәүләтенең шпион разведкаһын фашлау эшендә НКВД-ға ярҙам итеүеңде һорайбыҙ, сөнки был дәүләттәр араһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк.… Юғарыла күрһәтелгән тәфтишселәр мине ай ярымдан һуң азат итергә вәғәҙә бирҙе, ә иптәш Шәрәфетдинов, һинең эшең 58-се статьяның 10-сы һәм 11-се пункттары буйынса енәйәт составы булмау сәбәпле туҡтатыласаҡ һәм азат ителгәндә был хаҡта белешмә бирәсәкбеҙ, тине.
Мин, намыҫлы коммунист булараҡ, Свердловск НКВД-һының яуаплы хеҙмәткәрҙәренә ышандым һәм икенсе көндө, йәғни 1938 йылдың 16 ғинуарында, Шәрәфетдинов биргән ялған белдереүгә ҡул ҡуйҙым, унда шулай уҡ был ялған эштәге ялған ҡатнашыусылар күрһәтелгәйне…
Садиҡов менән бер көндә 1937 йылдың 26—27 декабрендә ҡулға алынған 43 кеше атып үлтерелә[49]. 1938 йылда Свердловскиҙа тағы ла 20-гә яҡын татар ҡулға алына, уларҙың икәүһен атып үлтерәләр, ә ҡалғандарының күбеһе азат ителә[49].
Свердловск менән бер үк ваҡытта Түбәнге Тагилда контрреволюцион төрки-татар ойошмаһы (200-гә яҡын кеше) фашлана, ул (тәфтишсе версияһы буйынса) «Волга буйы һәм бөтә Урал, шулай уҡ Ырымбур далаларын да индереп, Иҙел-Урал үҙаллы татар дәүләтен булдырыу» маҡсатында Японияға иҫәп тота[49]. Ойошма башлығы итеп Абдулхан Юнысовты һанайҙар, уны 1937 йылдың 27 декабрендә ҡулға алалар, әммә 1938 йылдың 16 мартында азат итәләр[49].
Шокурово ауылында (Түбәнге Сергин районы) 1937 йылдың октябрендә 1922—1925 йылдарҙа Ҡытайҙан ҡайтҡан 9 татарҙы ҡулға алалар, уларҙы япон разведкаһы эгидаһы аҫтында татар милләтсе ойошмаһын булдырыуҙа ғәйепләйҙәр һәм 1938 йылдың ғинуар — февралендә атып үлтерәләр[49].
Горький һәм Куйбышев өлкәләре
Волга буйында НКВД хеҙмәткәрҙәре мосолман дин әһелдәренә ике ялған ғәйепләү эше асалар[56]:
- Горький өлкәһе Краснооктябрьский районының баш күтәреү ойошмаһы (1937 йыл). Был эш буйынса 76 (башҡа сығанаҡтар буйынса 78) ҡала һәм ауыл муллалары яуапҡа тарттырылған, 56 кеше атылған;
- «Мортазин төркөмө» («Куйбышев өлкәһе контрреволюцион милли ойошмаһы — сит ил „Иҙел-Урал“» ойошмаһы ячейкаһы) — 1937 йылдың 20 декабрендә УНКВД «тройка»һы ҡарары менән 41 кеше атыуға хөкөм ителгән, ә 1 кеше иркенән мәхрүм ителгән.
НКВД хеҙмәткәрҙәре фекере буйынса, был ике ойошма Үҙәк диниә назараты лидерҙары (атап әйткәндә, Кашаф Тәржемәновтың) йоғонтоһона бирелгән һәм мосолман эмиграцияһы менән бәйле була[57].
Көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан (1937—1938 йылдар)
1937—1938 йылдарҙа Көньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда мосолман эмиграцияһы һәм япон разведкаһы менән бәйле «советтарға ҡаршы панисламсы террорсы һәм баш күтәреүсе шпион-диверсиялар ойошмаһы» «асыҡлана»[58]. Күпселек — 267 кешенән 231-е Көньяҡ Ҡаҙағстандан, ә ҡалғандары Үзбәкстандан була[58]. Уларҙың эшен «ЦДУМ эше» менән бәйләйҙәр: «япон шпиондары» — ЦДУМ ҡаҙыйы Мәһди Мәғҡулов (1937 йылда атыла) һәм ЦДУМ мөфтөйө урынбаҫары Кашаф Тәржемәнов менән бәйләнештә ғәйепләйҙәр[58]. Был эш һөҙөмтәһендә ике абруйлы ишан — үзбәк Йосопхан Үмәртүрәев һәм ҡаҙаҡ Әлкән Йыһангирхужаев 1937 йылда атып үлтерелә[59].
Ҡөрьән сылбыры (1940—1941 йылдар)
1940 йылдың 3 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ында ишан Суфыйхан Искәндәров ҡулға алына, ул Үзбәкстанда Афғанстан менән бәйле панисламсы ойошма бар тип белдерә[2]. Искәндәровтың күрһәтмәләренә (уның буйынса тикшереү Алматыла алып барыла) һәм агентура хәбәрҙәренә таянып, НКВД хеҙмәткәрҙәре Сәмәрҡәнд ҡалаһында һәм өлкәһендә, Төркмәнстанда һәм Ҡаҙағстанда «панисламсы дошмандар» таба[2]. 1907 йылғы Искәндәров Сәмәрҡәнд өлкәһенең Аҡ Дарья районындағы (рус.)баш. Тора-Айғыр ауылында тыуа һәм юғары дини белемле ишан, мулла була[2].
Ҡулға алынған кешеләрҙе «панисламсы баш күтәреүселәр ойошмаһы» төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Был енәйәт эше буйынса 237 кеше (мосолман руханиҙары, революцияға тиклемге донъяуи элита вәкилдәре) шик аҫтына алына. Уларҙы Урта Азия биләмәһендә «капиталистик мосолман дәүләттәренең кафыр-большевиктарға һәм совет власына ҡаршы» ҡораллы ярҙамы менән мосолман руханиҙары етәкселегендәге шәриғәт принциптарына нигеҙләнгән дәүләт булдырырға теләүҙә ғәйепләйҙәр. Тәфтиш версияһы буйынса, улар мосолман илдәре (Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә), шулай уҡ Бөйөк Британия һәм Франция илдәре разведкалары менән бәйле була.
Тәфтиш версияһы ошолай була: «панисламсы ойошма» әүҙемселәре ЦДУМ етәкселәре мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов, урынбаҫары Кашаф Тәржемәнов һәм ҡаҙый Мәһди Мәғҡулов етәкселегендә «шпион-разведка эше» алып барырға тейеш була[60]. Был күрһәтмәләр ҡаҙаҡ һәм Урта Азия мөхтәсибтәренә, муллаларына һәм ишандарына, йәнәһе, 1923 һәм 1926 йылдарҙағы мосолмандарҙың дөйөм Рәсәй съездарында еткерелә[60].
Был енәйәт эше буйынса 70 кеше ҡулға алына, уларҙың 12-һе атыла. 1959 йылдың 27 авгусында «Ҡөрьән сылбыры» фигуранттары тулыһынса аҡлана.
ЦДУМ эше фигуранттарын аҡлау
Хрущёв етәкселек иткән осорҙағы аҡлау эше барышында эштең бөтә фигуранттары тиерлек аҡлана. Эште ҡайтанан ҡарау талабы менән "ЦДУМ эше"нең "Мәскәү төркөмө"нән иҫән ҡалған дүрт кеше (Бәҙәмшин, Аҡсурин, Ерзин һәм Мусаев) мөрәжәғәт итә[22]. 1956 йылдың мартында СССР Юғары суды, «судта күптәр законһыҙ тәфтиш ысулдарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә үҙҙәренә яла яҡҡан» тип таный, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара һәм "Мәскәү төркөмө"нөң хөкөм ителгән 24 кешеһенә ҡарата эште туҡтата[22]. 1960 йылдарҙа Мөжәүиров аҡлана. Имам-хатип Абдулла Шәмсетдиновҡа ҡарата хөкөм ҡарары көсөндә ҡалдырыла[22].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Юнусова А. Б., Азаматов Д. Д. 225 лет ЦДУМ. — Уфа, 2013.
- ↑ 1 2 3 4 5 Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 116.
- ↑ Гусева Ю. Н. Мрачное эхо «Дела ЦДУМ»: «Цепь Корана» и репрессии против мусульманской элиты в СССР (1940 год) // Новый исторический вестник. — 2017. — № 2 (52). — С. 118.
- ↑ Гусева Ю. Н. Объединительные тенденции в деятельности Центрального духовного управления мусульман в 20-е годы XX века // Эхо веков — Гасырлар авазы. — 2013. — № 1/2. — С. 50 — 55.
- ↑ Гусева Ю. Н. Мрачное эхо «Дела ЦДУМ»: «Цепь Корана» и репрессии против мусульманской элиты в СССР (1940 год) // Новый исторический вестник. — 2017. — № 2 (52). — С. 95.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 155.
- ↑ 1 2 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 156.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 157.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 163.
- ↑ 1 2 Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 203.
- ↑ Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 184.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 196.
- ↑ Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 204, 206.
- ↑ Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 206.
- ↑ Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 216.
- ↑ Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 218.
- ↑ Юнусова А. Б. Автономия башкирского ислама: к 100-летию Духовного управления мусульман Башкортостана // Известия Уфимского научного центра Российской академии наук. — 2017. — № 4. — С. 111, 189.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 155, 189.
- ↑ 1 2 3 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 189.
- ↑ Ислам и советская власть (1917 - 1936). Сборник документов / Сост. Д.Ю. Арапов. - М., 2010.
- ↑ 1 2 3 4 5 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 173.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 174.
- ↑ 1 2 3 4 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 175.
- ↑ 1 2 3 4 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 187.
- ↑ 1 2 3 4 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 176.
- ↑ 1 2 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 183.
- ↑ 1 2 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 186.
- ↑ 1 2 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 176—177.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 173—189.
- ↑ 1 2 3 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 180.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 174—175.
- ↑ 1 2 Юнусова А. «Великий имам Дальнего Востока» Мухаммед-Габдулхай Курбангалиев // Вестник Евразии. — 2001. — № 4. — С. 89.
- ↑ 1 2 3 Юнусова А. «Великий имам Дальнего Востока» Мухаммед-Габдулхай Курбангалиев // Вестник Евразии. — 2001. — № 4. — С. 92.
- ↑ 1 2 3 Юнусова А. «Великий имам Дальнего Востока» Мухаммед-Габдулхай Курбангалиев // Вестник Евразии. — 2001. — № 4. — С. 91.
- ↑ Юнусова А. Б. Японская военная разведка и мусульманская эмиграция на Дальнем Востоке накануне и в годы Второй мировой войны // Археография Южного Урала. подвиг народов России в Великой Отечественной войне. Материалы V Межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 60-летию Победы в Великой Отечественной войне. — УФА: ЦЭИ УНЦ РАН, 2005. — С. 171—172.
- ↑ Юнусова А. «Великий имам Дальнего Востока» Мухаммед-Габдулхай Курбангалиев // Вестник Евразии. — 2001. — № 4. — С. 108.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 178.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 179.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 177.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 187—188.
- ↑ 1 2 3 Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 188.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 188—189.
- ↑ Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 103.
- ↑ Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 106.
- ↑ 1 2 3 Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 278.
- ↑ 1 2 Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 277—278.
- ↑ Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 281.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Процесс 1937 года. Репрессии. Мусульманское духовенство. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Государственный архив административных органов Свердловской области. Фонд 1. Опись 2. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2026. Архивировано 6 сентябрь 2021 года.
- ↑ Станковская Г., Лейбович О. Роль НКВД в массовой операции по оперативному приказу № 00447 // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 91 — 92.
- ↑ Станковская Г., Лейбович О. Роль НКВД в массовой операции по оперативному приказу № 00447 // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 92.
- ↑ Старостин А. Н.. Ислам в Свердловской области. — Москва: Логос, 2007. — С. 68.
- ↑ Старостин А. Н.. Ислам в Свердловской области. — Москва: Логос, 2007. — С. 68—69.
- ↑ Казанцев А. П. Сквозь тернии 2. — Верхняя Пышма: Филантроп, 2010. — С. 218.
- ↑ Казанцев А. П. Сквозь тернии 2. — Верхняя Пышма: Филантроп, 2010. — С. 218—219.
- ↑ Гусева Ю. Н., Сенюткина О. Н. Мусульманское духовенство Нижегородского и Самарского Поволжья в 1930-е годы: проблемы выживания // Известия Пензенского государственного педагогического университета им. В. Г. Белинского. — 2012. — № 27. — С. 583—584.
- ↑ Гусева Ю. Н., Сенюткина О. Н. Мусульманское духовенство Нижегородского и Самарского Поволжья в 1930-е годы: проблемы выживания // Известия Пензенского государственного педагогического университета им. В. Г. Белинского. — 2012. — № 27. — С. 583.
- ↑ 1 2 3 Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г.. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 105.
- ↑ Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 105.
- ↑ 1 2 Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 117.