СССР 1956 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында

СССР командаһы ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1956 йылда сығыш яһай. Ул 4 союздаш республиканың 11 ҡалаһынан һәм тораҡ пункттарынан 53 спортсынан тора.

Советтар Союзы йыйылмаһы вәкилдәре бобслей һәм конькиҙа фигуралы шыуыуҙан тыш, Олимпия уйындары программаһының бөтә төрҙәрендә лә ҡатнаша.

Спортсылар 16 миҙал яулай (7 алтын, 3 көмөш һәм 6 бронза), рәсми булмаған команда зачётында 103 мәрәй йыя һәм икенсе урынды алған Австрия командаһын 36,5 мәрәйгә артта ҡалдыра (66,5 мәрәй). СССР йыйылмаһы тарихында тәүге тапҡыр конькиҙа, саңғыла һәм хоккейҙа — алтын, ә тау саңғыһында беренсе бронза яулай.

27 ғинуарҙа саңғысы Павел Колчин 30 километрға уҙышта өсөнсө урынға сығып, СССР-ға ҡышҡы Олимпия уйындарының беренсе миҙалын яулай. 28 ғинуарҙа 26 йәшлек саңғысы Любовь Козырева 10 саҡрым арауыҡта еңеп, СССР тарихында беренсе ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы була. Һуңыраҡ ошо уҡ көндө конькиҙа йүгереүсе Евгений Гришин алтын миҙал яулай.

Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Конькиҙа йүгереү спорты 4 1 2 7
Саңғы ярыштары 2 2 3 7
Шайбалы хоккей 1 0 0 1
Тау саңғыһы спорты 0 0 1 1

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар