Сәйетбаба
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Сәйет
Сәйетбаба, икенсе исеме Мырҙаҡай — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында урынлашҡан ауыл. Сәйетбаба ауыл Советы үҙәге. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2452 кеше[2]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828001.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Красноусол): 57км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл (Ғафури районы)): 72 км
- Башҡортостандың географик үҙәге(Ерек ауылы янында таш ҡуйылған): 17 км
Тарихы
Өйә йылғаһы буйында урынлашҡан Сәйетбаба ауылы кесе-табын ырыуының төп ауылдарының береһе булған. Ауылдың исеме ошо ерҙең милексесе Сәйетбаба Күбәков исеме менән бәйле. Табындарҙың шәжәрәләрендә уның исеме, шулай уҡ ата-бабалары һәм вариҫтары ла телгә алына.
Сәйетбабаның шәжәрәһе түбәндәгесә: Майҡы-бей, уның улы Солтан-бей, унан һуң Ихсан-бей, Арслан-бей, Дәүләткилде-бей, Бәйтерәк, Аҡбирҙе, Аҡһабай-бей, Ҡылсан-бей, Байшәкүр, Джиәнбирҙе, Кубәк, шунан Сәйетбаба һәм уның улдары Мырҙаҡай менән Ямантай.
Сәйетбаба Күбәковтың йәшәгән йылдары һәм социаль хәле билдәһеҙ. Тик ревизия иҫәптәрендә вариҫтары тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған: уның улдары Мырҙаҡай Сәйетбабин (1735—1815) йорт старшинаһы вазифаһын башҡара. Ошо дата һәм вазифа буйынса Сәйетбабаның XVII быуат аҙағында һәм XVIII быуат башында йәшәүе ихтимал тип фараз итергә була
Мырҙаҡай Сәйетбабиндың вариҫтары:
- Ҡотломбәт (1756 йылғы) һәм уның улдары: Әхтәм, Рәсүл (Сиразетдиндың атаһы), Ильяс (1762—1814).
- Ильястың улдары: Байназар, Абдулфаиз, Кәлимулла.
- Әхмәт (1784 йылғы) — старшина ярҙамсыһы, зауряд-есаул, уның улы Хоббутдин.
- Ибниәмин (1789 йылғы).
- Мансур (1792 йылғы).
- Хөснөтдин (1800 йылғы).
- Сәйетбабаның икенсе улы Ямантайҙың вариҫтарынан уның ейәне Ҡаһарман Ямантаев (1799 йылғы) булыуы билдәле.[5]
1795 йылда Сәйетбаба ауылында 33 ихата һәм 300 кеше иҫәпкә кергән. 1865 йылғы мәғлүмәткә ярашлы, халыҡ һаны 148 ихатала 864 кешегә еткән. Төп шөғөлдәр малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ булған. Ауылда мәсет эшләгән.[6]
1906 йылғы мәғлүмәттәр Сәйетбабала ике мәсет, ике мәҙрәсә, ике тимерлек, ике мануфактура кибете һәм дүрт бакалея лавкаһы булған күһәтә. Өҫтәмә шөғөлдәр араһында урман кәсебе һәм тирмән таштары эшләү билдәләнгән.
XIX быуат башында ауылға XVIII быуат аҙағында нигеҙ һалынған Яңы Сәйетбаба ауылы ҡушылған.
Билдәле шәхестәре
тулы исемлек
- Вәхитов Әнүр Хисмәт улы (20 декабрь 1932 йыл — 24 декабрь 1984 йыл) — әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты (1965). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
- Ишемйәров Марат Һәҙиәт улы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе
- Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (3.12.1936), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005).
- Йәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
- Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы (25 октябрь 1911 йыл — 19 март 1968 йыл) — күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1961), профессор (1961). Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Ленин (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
- Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы (22 ноябрь 1946 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
- Лира Фәйзуллина, Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (16.02.1929—27.09.1996), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1968—1975 йылдарҙа Белорет районының Егәҙе ауыл Советы рәйесе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967)[7].
- Шәрипов Миҙхәт Вилдан улы (8.07.1948), журналистика ветераны, «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» республика гәзиттәренең элекке үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы (28.12.1976—26.11.2020), ғалим-фольклорсы. 1997 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лаборанты, 2003 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр, 2007 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — өлкән, 2019 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (2006)[8].
- Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы, яҙыусы
- Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы (5 июль 1914 йыл — 19 сентябрь 1989 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1986).
- Мәһәҙиев Марат Шәриф улы (рус. Магадеев Марат Шарифович) (20 июль 1962 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетатаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
- Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. 2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар (2005) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы (8 март 1961 йыл) — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008)
- Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы (рус. Алтынбаев Самигулла Гилязович; 12 август 1916 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы. Гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Рәхимғолов Сафа Әхмәтша улы (1912 йыл — 9 май 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының разведка дивизионында кавалерист-разведчик, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Шәйәхмәтов Ғиндулла Шириаздан улы (15 август 1930 йыл) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РФ мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Ҡурған өлкәһе Искәндәр (1953), 1957 йылдан — Ғафури районының Йөҙимән тулы булмаған урта мәктәбе директоры, 1961 йылдан — Имәндәш тулы булмаған урта мәктәп уҡытыусыһы, 1963 йылдан — Сәйетбаба урта мәктәбе директоры, 1967 йылдан — уҡытыусыһы. Кейекбаев Жәлил музейын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1991 йылдан директоры. Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978)[9].
Иҫтәлекле урындары
- Телсе ғалим Жәлил Кейекбаев музейы
- Сәйетбаба ауылы «Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге»
- Ауыл эргәһендә боронғо археологик ҡурғандар
- «Урман сәтләүеге» тәбиғәт ҡомартҡыһы
- «Әбйәлил ишан зыяраты» ҡомартҡыһы
- «Ташмөйөш»
- «Мәсет»
- «Һуғышта ҡатнашыусыларға мемориаль таҡта»
- Әтәс шишмәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
- ↑ Саитбаба. Генеология и архивы. Уфаген.
- ↑ Саитбаба // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2019)
- ↑ В Уфе скончалась молодой ученый, эпосовед Гульнар Юлдыбаева. ИА «Башинформ», 27 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы.Шәйәхмәтов Ғиндулла Шириаздан улы
Һылтанмалар
- Сәйетбаба // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 апрель 2022)
- Сәйетбаба ауылы сайты
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 156-сы б.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Сәйетбаба ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)