Гагарин Юрий Алексеевич

Гагарин Юрий Алексеевич (9 март 1934 йыл, Клушино, Гжатский (хәҙерге Гагарин) районы, Көнбайыш өлкә (хәҙерге — Смоленск өлкәһе), СССР — 27 март 1968 йыл, Новосёлов ауылы, Киржач районы, Владимир өлкәһе, СССР) янында — СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы, бер нисә дәүләттең юғары маҡтау билдәләре кавалеры, бик күп Рәсәй һәм сит ил ҡалаларының почетлы гражданы.

СССР Хәрби-һауа көстәре полковнигы (1963), 1-се класлы хәрби осоусы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1961), ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ағзаһы, 7-се һәм 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин донъя тарихында йыһан киңлегенә осоусы тәүге кеше була[1]. Бортында Гагарин булған «Восток-1» карабы Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа өлкәһендә урынлашҡан Байконур космодромынан «Восток» ракета-йөрөтөүсе менән ебәрелә. 108 минут[2] осҡандан һуң Гагарин Энгельстан алыҫ түгел Һарытау өлкәһенә төшә. 1961 йылдың 12 апреле, Юрий Гагариндың йыһанға осоу көнө, байрам — Космонавтика көнө тип иғлан ителә.

Тәүге йыһан осошо бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ә Юрий Гагарин үҙе донъяла танылыу яуланы. Сит ил хөкүмәттәре һәм йәмәғәт ойошмалары саҡырыуы буйынса ул 30-ға яҡын илдә булған[3]. Шулай уҡ беренсе космонавт Советтар Союзы эсендә лә сәфәрҙәр яһай. Артабанғы йылдарҙа Гагарин ҙур ижтимағи-сәйәси эш алып бара, профессор Н. Э. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа көстәре инженер академияһын тамамлай, Космонавтар әҙерләү үҙәгендә эшләй һәм йыһанға яңы осошҡа әҙерләнә.

1968 йылдың 27 мартында Юрий Гагарин Владимир өлкәһе Киржач районы Новоселово ауылы янында тәжрибәле инструктор В. С. Серёгин етәкселегендә МиГ-15УТИ самолетында күнекмә осошон башҡарғанда һәләк була. Фажиғәнең сәбәптәре бөгөнгә тиклем асыҡланып бөтмәгән.

Советтар Союзында Гагариндың үлеме менән бәйле дөйөм халыҡ матәм көнө иғлан ителә (СССР тарихында беренсе тапҡыр дәүләт башлығы булмаған кеше иҫтәлегенә). Ерҙең беренсе космонавты хөрмәтенә бер нисә тораҡ пункт (шул иҫәптән тыуған ҡалаһы — Гжацк) тип үҙгәртелә, урамдар һәм проспекттар атала. Донъяның төрлө ҡалаларында Гагаринға бик күп һәйкәл ҡуйыла.

Биографияһы

Ғүмеренең тәүге йылдары һәм белем алыуы

Юрий Алексеевич Гагарин 1934 йылдың 9 мартында РСФСР-ҙың Көнбайыш өлкәһе Гжатский районының Клушино ауылында (хәҙерге — Смоленск өлкәһенең Гагарин районы тыуған[1][4] (йәғни ата-әсәнең йәшәгән (теркәлгән) урыны буйынса). Тыуған урыны — Гжатск ҡалаһының бала табыу дауаханаһы[5] (1968 йылда Гагарин ҡалаһы тип үҙгәртелә)

Эшсе мөхиттә тыуып үҫкән: атаһы Гагарин Алексей Иванович (14 март 1902 йыл — 30 август 1973 йыл)[6] — 30 августа 1973[7]), — балта оҫтаһы, әсәһе, Матвеева Анна Тимофеевна (20 декабрь 1903 йыл — 12 июнь 1984 йыл), һөтсөлөк-тауар фермаһында эшләй[комм. 1][8], Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән. Олатаһы, Матвеев Тимофей Матвеевич (1871—1918), Путилов заводында эшсеһе, Санкт-Петербургта, Автовта, Богомолов (хәҙер Возрождение) урамында, XIX быуат аҙағында йәшәгән[9].

undefined
undefined

Гагариндар ғаиләһендә өс ул һәм бер ҡыҙ булған. Юрий өсөнсө улы була.

Юрийҙың бала сағы Клушин ауылында үтә. 1941 йылдың 1 сентябрендә малай мәктәпкә бара, әммә 12 октябрҙә ауыл баҫып алына һәм уҡыуы туҡтатыла. Немецтар ғаиләне бәләкәй балалары менән ҡыуып сығара, ә йортта оҫтахана ойоштора. Ҡыш башланғансы, Гагариндар ҙур булмаған ер өй ҡаҙып, кәҫ менән ҡаплап, мейес һалғандар. Немец һалдаттары атаһын туҡмаған һәм уны эшләргә мәжбүр иткән. Сигенер алдынан немецтар уның өлкән ағаһы Валентинды һәм һеңлеһе Зояны Германияға ҡыуып алып китәләр. Юра әсәләрҙең балаларын алып китеп барыусы машина артынан йүгереп барыуын, немецтарҙың уларҙы винтовка төйҙәһе менән ҡыуыуын күрә. Артабан Юрий Гагарин һуғыш йылдарын телгә алмай[10]. Клушино ауылы 1943 йылдың 9 апрелендә Ҡыҙыл Армия тарафынан азат ителгәнгә тиклем йыл ярым самаһы оккупация аҫтында була. Шунан һуң ғына мәктәптә уҡыу яңынан башлана.

1945 йылдың 24 майында Гагариндар ғаиләһе Гжатск ҡалаһына күсеп килә. 1949 йылдың майында Юра урта мәктәптең алтынсы класын тамамлай. Ата-әсәһе һәм уҡытыусылары уны Гжатскиҙа ете йыллыҡ мәктәпте тамамларға өгөтләйҙәр, ләкин Юрий уҡыуын Мәскәүҙә туғандары йәшәгән ерендә дауам итергә теләй. Мәскәүгә барыу килеп сыҡмай: ата-әсә улын юлға әҙерләгән арала Мәскәү һөнәрселек училищеларына ҡабул итеү тамамланған була. Тик 30 сентябрҙә генә ағаһы Гагарин Савелий Иванович ярҙамында Юрий Люберец һөнәрселек училищеһына уҡырға инә[11][12]. Бында ул художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша — тынлы оркестрҙа торбала уйнай[13][14].Бер үк ваҡытта Юрий киске эшсе йәштәр мәктәбенә уҡырға инә. Уҡыу ваҡытында, 1949 йылдың 16 декабрендә, ВЛКСМ-ға инә. 1951 йылдың майында киске мәктәптең етенсе класын, ә июнь айында училищены «формаға һалыусы һәм ҡойоусы» һөнәре буйынса яҡшы билдәләр менән тамамлай[1][10].

1951 йылдың авгусында Гагарин Һарытау индустриаль техникумының литейная бүлегенә уҡырға инә, уҡыуҙан тыш үҙен һәйбәт физкультурник һәм «Хеҙмәт резервтары» физкультура-спорт йәмғиәте секретары итеп күрһәтә.

1954 йылдың 25 октябрендә тәүге тапҡыр СССР ДОСААФ-ының Һарытау аэроклубында шөғөлләнә башлай. 1955 йылда Юрий Гагарин ҙур уңыштарға өлгәшә, уҡыуҙа яҡшы билдәләренә өлгәшә һәм Дубки спорт аэродромында Як-18 самолетында беренсе тапҡыр үҙ аллы оса. Аэроклубта Юрий Гагарин бөтәһе 196 тапҡыр һауаға күтәрелеп, осоу ваҡытын 42 сәғәт 23 минутҡа еткерә[1].

Хәрби-диңгеҙ авиацияһындағы карьераһы

1955 йылдың 27 октябрендә әрме сафына саҡырыла һәм Чкалов (Ырымбур) ҡалаһына К. Е. Ворошилов исемендәге 1-се осоусылар хәрби-авиация училищеһына ебәрелә. Ул ваҡытта билдәле осоусы-инструктор Я. Ш. Аҡбулатовта уҡый[15]. Хәрби училищела Юрий Гагарин взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Юғары талаптарға риза булмаусы ҡул аҫтындағы бер нисә кеше Юрийҙы туҡмай, шунан һуң ул бер айға яҡын госпиталдә ята. Әммә училищеға ҡайтҡас, сержант Гагарин үҙенә лә, иптәштәренә лә талапсанлыҡты кәметмәй[10].

Уҡыуҙа Юрий бөтә дисциплиналар буйынса ла иң юғары балдарға өлгәшә. Ул самолётты ултыртыу мәлен генә үҙләштерә алмай — самолёттың мороно әленән-әле ергә төкөгән. Училище етәкселеге уҡыуҙан ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ләкин бойороҡҡа ҡул ҡуйылмай, сөнки Юрий, күктән башҡа йәшәй алмайым, тип илай. Һуңғы минутта училище начальнигы Гагариндың бәләкәй буйлы булыуына иғтибар итә, был күренеш мөйөшөнә йоғонто яһай һәм ерҙе тойоуҙы кәметә. Гагариндың креслоһына ҡалын өҫтәмә һалаар, шунан һуң ул бирелгән бурысты башҡарып сыға алған[10]. 1957 йылдың 25 октябрендә Гагарин училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай[1].

Ике йыл Луостариҙа (Мурманск өлкәһе) Төньяҡ флот[1] Хәрби-һауа көстәренең 122-се истребитель авиация дивизияһының МиГ-15бис/21 самолёттары[16]. К октябрю 1959 года налетал в общей сложности 265 часов[1][17]. менән ҡоралланған 769-сы истребитель авиация полкында[16] хеҙмәт итә. 1959 йылдың октябренә ул йәмғеһе 265 сәғәт оса[1][17]. Уның хәрби чины — өлкән лейтенант.

Йыһан отрядында

КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының 1959 йылдың 5 ғинуарындағы 22-10-сы һәм СССР Министрҙар Советының 1959 йылдың 22 майындағы 569-264-се ҡарарында космонавтарҙы отрядҡа йыйыу һәм уларҙы «Восток-1» карабында тәүге осоуға әҙерләү тураһында рәсми күрһәтмә ҡабул ителә.

Буласаҡ космонавтарҙы һайлап алыу һәм әҙерләүҙе СССР Хәрби-һауа көстәре башҡара. 20 кандидат һайлап алыу планлаштырыла.

Космонавтарға кандидаттарҙы Үҙәк хәрби-тикшеренеү авиация госпитале белгестәренең махсус төркөмө һайлап ала[18]. Психологтар Гагарин характерының түбәндәге һыҙаттарына иғтибар итә:

Әүҙем хәрәкәт менән тамашалар ярата, унда ҡаһарманлыҡ, еңеүгә ихтыяр, ярыш рухы өҫтөнлөк итә. Спорт уйындарында команданың инициаторы, етәксеһе, капитаны урынын биләй. Ҡағиҙә булараҡ, бында уның еңеүгә ихтыяры, сыҙамлығы, фиҙакәрлеге, команда тойғоһо үҙ ролен уйнай. Иң яратҡан һүҙем — «эшләргә». Йыйылыштарҙа эшлекле тәҡдимдәр индерә. Үҙ көсөмә, үҙ көсөмә ышанам. Күнекмәләрҙе еңел үткәрә, һөҙөмтәле эшләй. Бик гармониялы үҫешкән. Саф йөрәкле. Саф күңелле. Әҙәпле, ипле, теүәллек ярата. Юраның интеллектуаль үҫеше юғары. Хәтер яҡшы. Иптәштәре араһында киң әүҙем иғтибар, ынтылыш, тиҙ реакция менән айырылып тора. Түҙемле. Дөрөҫ тип иҫәпләгән фекерҙе яҡларға ҡурҡмай[комм. 2].

1959 йылдың 9 декабрендә Гагарин космонавтарға кандидаттар төркөмөнә индереү үтенесе менән рапорт яҙа. Бер аҙнанан уны Үҙәк ғилми-тикшеренеү авиация госпиталендә бөтә яҡлап медицина тикшереүе үтеү өсөн Мәскәүгә саҡыралар. 1960 йыл башында тағы бер махсус медицина комиссияһы ҡарай, ул өлкән лейтенант Гагаринды йыһанға осоу өсөн яраҡлы тип таный.

1960 йылдың 11 ғинуарында Хәрби-һауа көстәре баш командующийы К. А. Вершинин бойороғо буйынса 26266-сы махсус хәрби часть ойошторола, уның бурысы космонавтар әҙерләү була (һуңыраҡ часть Хәрби-һауа көстәре космонавтар әҙерләү үҙәге итеп үҙгәртелә). Гагарин 1960 йылдың 3 мартындағы Хәрби-һауа көстәре баш командующийы К. А. Вершинин бойороғо буйынса космонавтарға кандидаттар төркөмөнә алына, ә 11 мартта ғаиләһе менән бергә яңы хәрби хеҙмәт урынына юллана. 25 мартта космонавтар әҙерләү программаһы буйынса даими дәрестәр башлана[19][20].

Космонавты һайлау һәм әҙерләү

Реактив истребитель авиацияһы лётчигы беренсе космонавт булырға тейеш булыуы СССР Министрҙар Советының Оборона технологиялары буйынса дәүләт комитетының 1-се Махсус конструктор бюроһының баш конструкторы С. П. Королев һәм уның теләктәштәрендә шик тыуҙырмай.

Йыһан техникаһы менән эшләү өсөн тулыһынса сәләмәт, профессиональ әҙерлекле, тәртипле, бөтә билдәләнгән физик һәм медицина талаптарына яуап биргән айырым кандидаттар кәрәк була[21].

Гагариндан тыш йыһанға беренсе осошҡа тағы бер нисә дәғүәсе була; бөтәһе егерме кеше була (СССР-ҙың Беренсе космонавт корпусы). Кандидаттар хәрби летчик-истребителдәр араһынан Королев ҡарары буйынса һайлап алына, бындай осоусыларҙың артыҡ йөкләнеш, стресслы хәлдәр һәм баҫым төшөү тәжрибәһе булырға тейеш[22]. Беренсе космонавтар отрядына һайлап алыу түбәндәге медицина, психологик һәм башҡа параметрҙар нигеҙендә үткәрелә: 25—30 йәш, бейеклеге 170 см, ауырлығы 70—72 кг[23], бейеклеккә һәм стратосфераға яраҡлашыу һәләте, реакция тиҙлеге, физик сыҙамлылыҡ, психик тигеҙлек[24]. Рәсми хеҙмәт характеристикаһына ярашлы, Юрий Гагариндың буйы 165 сантиметр[25], ә беренсе космос турисы Деннис Титоның «Time» журналында баҫылған мәғлүмәттәре буйынса 157 см тәшкил итә[26]. Буйға һәм ауырлыҡҡа талаптар «Восток» космос карабында тейешле сикләүҙәр арҡаһында барлыҡҡа килә, улар «Восток» ракета йөрөткөсөнөң ҡеүәте менән билдәләнә. Бынан тыш, кандидаттарҙы һайлап алғанда ыңғай ҡылыҡһырлама, партияла ағзалыҡ (Гагарин 1959 йылда КПСС ағзаһы вазифаһына кандидат булды, 1960 йылдың йәйендә партияға инде), сәйәси әүҙемлек, социаль сығыш иҫәпкә алына[27].

Егерме дәғүәсе араһынан алтауһын һайлап алалар, улар — Юрий Гагарин, Герман Титов, Григорий Нелюбов, Андриян Николаев, Павел Попович һәм Валерий Быковский. 1960 йылдың декабренән 1961 йылдың ғинуарына тиклемге осорҙа Жуковский ҡалаһында йыһанға беренсе осошҡа космонавтарға алты кандидат әҙерләнә. Космонавтар әҙерләү үҙәге булдырылған була, әммә ул әле эшләмәй тиерлек, шуға күрә төп әҙерлек Осоу ғилми-тикшеренеү институтының (ФРИ) филиалының береһендә, «Восток-3А» космос аппараттары моделе урынлашҡан 47-се лабораторияла үтә[28]. Һуңыраҡ Космонавтар әҙерләү үҙәге барлыҡ кадрҙар менән даими урынлашыу урынына — Звездныйға күсә. Йәнәшәлә, Чкалов станцияһы янында тәүге торлаҡ фонды — тыңлаусы-космонавтар ғаиләләрен һәм Космонавтар әҙерләү үҙәгенең етәксе составы ғаиләләренең бер өлөшөн урынлаштырыу өсөн фатирҙар булдырыла[29].

Космонавтарҙың күнекмәләренә Советтар Союзы Геройы Галлай Марк Лазаревич етәкселек итә. Кандидаттарҙың берәйһе корабль «шарында» үҙ урынын алғанда, Галлай: «Ҡуҙғалдыҡ! (Поехали!)» — тип әйтә, — һәм осошта штаттағы һәм штаттан тыш хәлдәрҙе сағылдырыу башлана. «Ҡуҙғалдыҡ!» командаһы һәр күнекмәлә яңғырай, уға өйрәнеп китәләр. Ә Марк Лазаревич һуңынан был команданы һуғышҡа тиклем үк Ленинград аэроклубында үҙен осорға өйрәткән лётчик-инструкторҙарының береһе биреүе хаҡында һөйләй.

1961 йылдың 17-18 ғинуарында сығарылыш имтихандарын 6 кандидат тапшыра. Беренсе имтихан Осоу ғилми-тикшеренеү институты филиалында үтә. Имтихан ваҡытында космонавтарға кандидаттар тренажер булып хеҙмәт иткән «Восток» космос карабы кабинаһына сиратлап инә. Тренажёрҙа имтихандан һуң буласаҡ космонавт 40—50 минут дауамында ҡабул итеү комиссияһына штаттағы һәм штаттан тыш хәлдәрҙә йыһан карабында эшләүе тураһында һөйләй, һорауҙарға яуап бирә (Гагарин, Титов, Николаев һәм Попович — «бишле», Нелюбов һәм Быковский «яҡшы» билдәләр ала). Икенсе көндө имтихандар Чкаловский ҡасабаһы (хәҙер был ҡала) янындағы хәрби аэродромда дауам итә. Унда барыһы ла яҡшы белем күрһәтә. Имтихандарҙың шәхси эштәрен, характеристикаларын һәм һөҙөмтәләрен ҡарап, ҡабул итеү комиссияһы актта былай тип яҙа: «Беҙ космонавтарҙы осоштарҙа ҡулланыу тәртибен тәҡдим итәбеҙ: Гагарин, Титов, Нелюбов, Николаев, Быковский, Попович»[30].

25 ғинуарҙа Хәрби-һауа көстәренең 21-се баш командующийы бойороғо менән төркөмдөң бөтә ағзалары тәүгеләрҙән булып космонавт вазифаларына ҡабул ителде.

1961 йылдың 23 мартында отряд командиры итеп Юрий Гагарин тәғәйенләнә.

Королёв ашыға, сөнки 1961 йылдың 20 апрелендә американдар үҙ кешеһен йыһанға ебәрәсәге тураһында мәғлүмәттәр була. Шуға күрә стартты 1961 йылдың 11 апрель менән 17 апрель араһына планлаштырырға ниәтләйҙәр. Йыһанға осасаҡ кеше һуңғы мәлдә билдәләнә — Дәүләт комиссияһы ултырышында Гагарин һайлана, уның алмашсыһы (дублёры) итеп Титов Герман тәғәйенләнә[31].

1961 йылдың 3 апрелендә КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ултырышы үтә. Уны КПСС Үҙәк Комитеты секретары Н. С. Хрущёв үткәрә. СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Д. Ф. Устиновтың доклады буйынса Үҙәк Комитет Президиумы кешене йыһанға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1961 йылдың 8-се апрында «Восток» космос карабын осороу буйынса Дәүләт комиссияһының ябыҡ ултырышы үтә, уның менән СССР Министрҙар Советының оборона технологиялары буйынса дәүләт комитеты рәйесе К. Н. Руднев етәкселек итә. Комиссия С. П. Королев һәм Н. П. Каманин ҡултамғаһы менән йыһанға осоу буйынса беренсе бурысты раҫлай:

Ер тирәләй бер урап, 180—230 километр бейеклектә осош башҡарырға, билдәләнгән районға ултырырға. Осош маҡсаты — кешенең махсус йыһанға осоу мөмкинлеген, караптың осоу ҡорамалын, караптың Ер менән бәйләнешен, караптың һәм космонавтың осоу-төшөү сараларының ышаныслы булыуын тикшереү.

Ултырыштың асыҡ өлөшөнән һуң комиссия тар составта ҡала һәм Каманиндың Юрий Гагаринға осоуға рөхсәт биреү тураһындағы тәҡдимен хуплай, Титовты запас космонавт итеп раҫлай[32][33].

Артабанғы тормошо һәм карьераһы

1961 йылдың 1 сентябрендә Юрий Гагарин Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһына уҡырға инә. 1968 йылда иһә диплом проектын яҡлай. Дәүләт экзаменацион комиссияһы уға «осоусы-инженер-космонавт» квалификацияһын бирә һәм академия адъюнктураһында уҡырға тәҡдим итә.

Һәләк булыуы

undefined

1968 йылдың 27 мартында Юрий Гагарин Владимир өлкәһе Киржач районы Новоселовка ауылы эргәһендә хәрби осоусы В. С. Серегин менән самолетта күнекмәләр эшләү ваҡытында һәләк була. Гагарин менән Серёгиндың кәүҙәләре яндырыла. Гагарин һәм Серёгин менән хушлашыу 1968 йылдың 30 мартында була, Совет Армияһы Үҙәк йортонда көлө менән урналар ҡуйыла, Ҡыҙыл майҙанда матәм митингыһы үтә, илдә бер минут тынлыҡ иғлан ителә, Кремль диуарында Гагарин һәм Серёгин көлө менән урналар хәрби хөрмәт менән ерләнә[34].

Авиаһәләкәт сәбәптәрен тикшереү буйынса Дәүләт комиссияһы ойошторола. Отчет 29 томдан тора һәм йәшерен рәүештә тотола; уның деталдәре һуңғы ваҡытҡа тиклем уның айырым ағзаларының мәҡәләләренән һәм интервьюларынан ғына билдәле булған. Комиссия һығымталарының асылы түбәндәгесә була: экипаж, осош ваҡытында һауа торошо үҙгәреү сәбәпле, ҡапыл маневр яһай, һәм болот ҡатламынан вертикаль рәүештә тиерлек сыға. Осоусыларҙың машинаны горизонталь осошҡа сығарырға тырышыуына ҡарамаҫтан, самолет ер менән бәрелешә, һәм экипаж һәләк була. Тикшереү барышында техниканың ватылыуы һәм етешһеҙлектәре асыҡланмаған. Осоусыларҙың ҡалдыҡтарын һәм ҡанын химик анализлау сит матдәләрҙе күрһәтмәй[35][36].

Гагариндың йыһанға осоуына 50 йыл тулыу айҡанлы дәүләт комиссияһының уның үлем сәбәптәре тураһында сер һығымталары сиселә. Рәсәй Федерацияһы Президенты архивы мәғлүмәттәре буйынса, һауа судноһының һәләкәткә осрауының сәбәбе итеп шар-зондтан ҡапыл тайпылыу йәки, моғайын, болоттарҙың өҫкө ситенә сығыуға юл ҡуймау манёвры аталған. Ҡатмарлы метеорологик шарттарҙа был самолеттың критик осош режимына эләгеүенә һәм ҡолауына килтергән[37][38].

С. М. Белоцерковский етәкселегендәге бер төркөм белгестәрҙең тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ҡапыл манёврға башҡа самолёттың яҡынайыуы һәм ҡапыл ситләшеүе, уның көслө өйөрмәле эҙенә эләгеүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Һөҙөмтәлә Гагарин һәм Серёгиндың МиГ-15УТИ-һы яҫы штопорға эләгә. Болот ҡатламында осҡан осоусылар осоу бейеклеген күрә алмаған. Дөрөҫ булмаған метеорологик мәғлүмәттәргә һәм приборҙар күрһәтмәләренә таянып, осоусылар самолетты ҡолауҙан сығарып өлгөрөр тип уйлай, ләкин бейеклек запасы етерлек булмай. Болот ҡатламынан сыҡҡас, һикерергә (катапультланыу) һуң була[36].

2013 йылда Алексей Леонов хәбәр итеүенсә, тикшереү комиссияһы документтарының серен сисеү һөҙөмтәһендә был версия тулыһынса раҫлана: Су-15 самолеты космонавтарҙың күнекмә осоу зонаһына рөхсәтһеҙ килеп инә. Үтә ҙур тиҙлек менән осҡан истребитель болот араһында Гагарин һәм Серёгин самолётынан 10-15 метр алыҫлыҡта үтеп, уларҙың самолётын спиралгә индерә, унан осоусыларҙың сығыу ваҡыты булмай[39][40][41]. Шуның менән бергә А. А. Леоновтың дәлилдәре юҡ һәм уны тикшереү комиссияһы ағзаһы А. Д. Миронов кире ҡаға[42][43][44][45][46].


Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуары янында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Хәрби дәрәжәләре, ғаиләһе, дингә мөнәсәбәте

Хәтер

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

  1. «… отец плотничал, а мать была дояркой. За хорошую работу её назначили заведующей молочнотоварной фермой колхоза.» — Гагарин, 1961
  2. Из заключения комиссии, состоявшей в основном из врачей и психологов, при аттестации 23 августа 1960 года. Цит. по: Губарев В. Юрий Гагарин: «Я чувствовал себя хорошо…» (Комментарий к Главному полёту XX века) // Наука и жизнь. — 2011. — № 4. — С. 6.
  3. Звание присвоено Центральным советом Союза спортивных обществ и организаций СССР. Ю. А. Гагарин — заслуженный мастер спорта СССР // «Известия» : Газета. — 1961. — 14 апрель (№ 90 (13636)). — С. 3.

Сығанаҡтар

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Гага́рин Юрий Алексеевич / Александров А. П. // Восьмеричный путь — Германцы [Электронный ресурс]. — 2006. — С. 237. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 6). — ISBN 5-85270-335-4.
  2. Давыдов В. А. Первый Пилотируемый Полёт, том 2. — Родина Медиа, 2011. — С. 42. — 1096 с. — ISBN 978-5-905350-01-6 / 9785905350016.
  3. По материалам стенда на ВДНХ // Отчёт о СССР: космос = USSR Report: Space. — Foreign Broadcast Information Service[en], Joint Publications Research Service[en], 1986. — С. 25. — 92 с. — (JPRS (Series)). См. также полный текст отчёта 2013 йылдың 2 май көнөндә архивланған..
  4. Пресс-бюллетень № 1 17. Оргкомитет по подготовке и проведению празднования в 2011 году 50-летия полёта в космос Ю. А. Гагарина (22 август 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2011. Архивировано 21 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  5. Николаев Николай. Тайна рождения Юрия Гагарина, // «Рабочий путь»Смоленск (2 март 2011). 14 апрель 2011 тикшерелгән. 2013 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
  6. Юрий Гагарин: Один полёт и вся жизнь. Полная биография первого космонавта … Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2022. Архивировано 16 август 2021 года.
  7. Гагарин Алексей Иванович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2019. Архивировано 4 август 2016 года.
  8. «На ферму прибежала рассыльная … Бегу, — ответила мама. — Вот задам поросятам корму, зайду переодеться домой …» — Гагарин, 1979
  9. Автово (недоступная ссылка — история). Администрация Санкт-Петербурга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
  10. 1 2 3 4 Лесков, Сергей. Главный полёт человека // Газета «Известия». — 2011. — 5 апрель.
  11. Михайлова, Екатерина. Люберецкое ремесленное училище. Ю. А. Гагарин — сын Земли и звёзд. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 26 декабрь 2018 года.
  12. Гагаринский техникум в подмосковных Люберцах — уже не Гагаринский. ИА REGNUM (3 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 26 декабрь 2018 года.
  13. Алина Василенко. Играл на трубе, танцевал вальс. Необычные факты из биографии Юрия Гагарина. газета Аргументы и факты (11 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  14. Владислав Шурыгин (старший). Трубач космической зари. Об истории одной фотографии Юрия Гагарина. Ваши новости (12 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года. 2021 йылдың 17 апрель көнөндә архивланған.
  15. Копылов И. С., Лазукин А. Н., Райкин Г. Л. Первый космонавт // Оренбургское лётное: Очерк истории Оренбургского высш. воен. авиационного Краснознамённого училища лётчиков им. И. С. Полбина. — М.: Воениздат, 1976. — 268 с.
  16. 1 2 Ольга Воробьёва Север в судьбе первопроходца 2018 йылдың 17 август көнөндә архивланған. // Красная звезда. — 2011. — 12 апреля.
  17. 1 2 Юрий Алексеевич Гагарин. astronaut.ru (3 май 2018). Архивировано 3 апрель 2013 года.
  18. 1 2 3 Юрий Гагарин — первый космонавт планеты Земля (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2011. Архивировано 14 апрель 2013 года. 2013 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
  19. Хронология событий Центра. ФГБУ «НИИ ЦПК имени Ю. А. Гагарина». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2013. Архивировано 17 апрель 2013 года.
  20. 50 лет назад в СССР создан Центр подготовки космонавтов (недоступная ссылка — история). Ветераны отчизны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2013. Архивировано 17 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  21. Таких берут в космонавты!, «РЕТРОпортал.ру». 22 март 2013 тикшерелгән.
  22. Космонавт Леонид Каденюк: «Мне запрещали вступать в контакт с НЛО», «Комсомольская правда в Украине» (11 апрель 2009). 15 март 2011 тикшерелгән.
  23. Лантратов Константин. Резюме для космонавта, Журнал «Коммерсантъ-Власть», № 19 (773) (19 май 2008). 15 март 2011 тикшерелгән.
  24. Жихарев Виталий. Герои нашего времени (7 апрель 2010). 15 март 2011 тикшерелгән.
  25. Минобороны России. рассекреченные архивные документы из фондов ЦА МО, рассказывающие об офицерской службе первого космонавта планеты Земля. Юрий Гагарин. На пути к звездам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2022. Архивировано 2 апрель 2022 года. 2022 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  26. Tito, Dennis. Yuri Gagarin. Despite a humble upbringing, he became the first man in space and sparked a new era of exploration (ингл.). time.com. — «Gagarin's eventual success in beating off 19 others to man the first flight owed as much to his physical characteristics as to his performance. Standing only 1.57m tall was an advantage in a small cockpit. Gagarin's humble upbringing and outgoing personality helped win him friends too—and fans.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2019.
  27. Лебедев В. В. Астронавты и космонавты. Размышления о прочитанном., «Советская Россия» (20 апрель 2010). 15 март 2011 тикшерелгән. 2012 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
  28. Зубрилин, Павел. Л. А. Китаев-Смык рассказал о подготовке первых космонавтов в Жуковском  (рус.), Газета «Авиаград Жуковский» (12 апрель 2017). 27 февраль 2018 тикшерелгән. 2018 йылдың 28 февраль көнөндә архивланған.
  29. Карпов, Е. А.. Из истории подготовки первых космонавтов, astronaut.ru. 18 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  30. Л. А. Китаев-Смык «Мои встречи с Юрием Гагариным»  (рус.), ГМИК им. К.Э. Циолковского (13 декабрь 2016). 27 февраль 2018 тикшерелгән.
  31. Сын земли. Студенческая газета «Планета «КИТ», № 11. Спецвыпуск, посвящённый 30-летию полёта Ю. А. Гагарина 1. Коряженский индустриальный техникум (12 апрель 2011). Архивировано 14 апрель 2013 года.
  32. Каманин Н. П. Скрытый космос (в 4-х кн.). — М.: Инфортекст-ИФ, 1995—1997.
  33. Сидоров, Анатолий. Инопланетяне страны Советов. Газета «Вечерняя Москва» (12 апрель 2013). Архивировано 19 апрель 2013 года.
  34. Скорбные дни прощания // Огонёк. — 1968. — № 15 (6 апреля). — С. 1—4.
  35. Белоцерковский С. М., Леонов А. А. Последний полёт. Наука и жизнь, № 5 (1987). Архивировано 14 апрель 2013 года. 2013 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
  36. 1 2 Белоцерковский С. М.. Тайна гибели Гагарина и Серёгина. Итоги 30-летних исследований, Наука и жизнь, № 3 (1998). 7 апрель 2013 тикшерелгән.
  37. Рассекречены данные о возможной причине падения самолёта Гагарина, РИА Новости (8 апрель 2011). 7 апрель 2013 тикшерелгән.
  38. Рассекречена причина смерти Гагарина, Интерфакс (8 апрель 2011). 7 апрель 2013 тикшерелгән.
  39. Леонов: Гагарин погиб из-за неосторожного манёвра другого самолёта. РИА Новости (11 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2013. Архивировано 28 июнь 2013 года.
  40. Позднякова Мария. Гибель Гагарина произошла иначе, чем это считалось раньше // Аргументы и факты : газета. — 2013. — 19 июня (№ 25 (1702)). — С. 12.
  41. Алексей Леонов: «Трудно быть первым». Colta. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2014. Архивировано 19 апрель 2014 года.
  42. Миронов, Арсений. «Алексей Леонов должен извиниться за то, что обвинил лётчиков-испытателей в гибели Гагарина», «Комсомольская правда» (27 июль 2017). 19 февраль 2018 тикшерелгән.
  43. Миронов, Арсений Удивительные вымыслы и реальные предпосылки. Журнал «Авиапанорама», № 3. «Высокие технологии и инновации» (26 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2017. Архивировано 24 декабрь 2017 года. 2017 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
  44. Пушкарёва, Ольга Истинные причины гибели Гагарина скрывали долгие годы: член Госкомиссии по расследованию причин катастрофы. ИА REGNUM (25 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2017. Архивировано 24 декабрь 2017 года.
  45. Вот почему погиб Гагарин, Независимая газета (21 март 2008). 19 февраль 2018 тикшерелгән.
  46. Милкус, Александр. Что скрыла госкомиссия, расследовавшая гибель Гагарина, Комсомольская правда, № 44-ч (26376-ч) (23 апрель 2015). 19 февраль 2018 тикшерелгән.
  47. Светлана Самоделова. Секретная премия Юрия Гагарина. За свой полёт первый космонавт получил 15 тысяч рублей и кучу подарков. Московский комсомолец № 25325 (12 апрель 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2018. Архивировано 14 апрель 2013 года.
  48. Роскосмос. Биография Ю.А. Гагарина, Центр управления полётами (ЦУП). 28 апрель 2013 тикшерелгән. 2013 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
  49. 1 2 «Космонавт узнал, что отныне он не только носитель воинского звания майора, но и заслуженный мастер спорта, и военный лётчик уже не третьего, а первого класса», — Галлай, 1985, [1]
  50. Гагарин Алексей Иванович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2019. Архивировано 4 август 2016 года.
  51. Звание Почётного гражданина города Оренбурга присвоено Постановлением Оренбургского городского Совета от 11 апреля 2000 года № 59 (посмертно). Официальный сайт Администрации Оренбурга. Архивировано из оригинала 12 декабрь 2007 года. 2007 йылдың 12 декабрь көнөндә архивланған.
  52. Шаров П. Незабываемая встреча с Гагариным, // «Новости космонавтики» (11 ноябрь 2004). 4 февраль 2013 тикшерелгән. 2013 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
  53. История любви Гагарина. Комсомольская правда (10 апрель 2006). Архивировано 14 апрель 2013 года.
  54. Гагарина Галина Юрьевна. Российский экономический университет имени Г. В. Плеханова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2011. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
  55. Гагарин, 1961, с. 39
  56. Rockwell, Trevor. "The Road to the Stars is Paved by the Communists!": Soviet Propaganda and the Hero-Myth of Iurii Gagarin (инг.). — University of Victoria, 2005. — P. 39, 40. Архивная копия от 26 апрель 2016 на Wayback Machine
  57. 1 2 Интервью: Я горжусь обвинениями в том, что ввёл Юрия Гагарина в православие. Интерфакс-Религия (12 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.
  58. 1 2 «ФОМА»: «Первый космонавт о разрушении Храма Христа Спасителя» 2020 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған. // Интерфакс-религия, 2011 г.
  59. Юным атеистам-ленинцам Страны Советов // Наука и религия. — 1966. — № 8. — С. 69.
  60. Парк покорителей космоса на месте приземления Гагарина под Саратовом откроется в 2021 году. ТАСС (20 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2021. Архивировано 16 апрель 2021 года.
  61. Атлас Антарктики / Редкол. Гл. ред. Е. И. Толстиков. — Москва—Ленинград: Главное управление геодезии и картографии МГ СССР, 1966. — Т. 1. — С. XXIII. — 3000 экз.
  62. Масленников Б. Г. Морская карта рассказывает / Под ред. Н. И. Смирнова. — 2-е изд. — М.: Воениздат, 1986. — С. 243. — 35 000 экз.
  63. Вострышев М. И. Москва: все улицы, площади, бульвары, переулки. — М.: Алгоритм, Эксмо, 2010. — С. 349—351. — ISBN 978-5-699-33874-0.
  64. Анохина, Наталья. Главный памятник Гагарину во всём городе. Турбина.ру (11 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 11 июль 2018 года.
  65. Пахомова, Елена. Памятник Юрию Гагарину торжественно открыт в Гринвиче. РИА Новости (7 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 29 апрель 2021 года.
  66. В Хьюстоне у штаб-квартиры NASA воздвигли бронзового Гагарина. НТВ (5 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 14 май 2019 года.
  67. Беркенев, Андрей. У первой штаб-квартиры NASA в Хьюстоне прошла памятная церемония в честь Юрия Гагарина. ТАСС (11 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2019. Архивировано 31 май 2019 года.
  68. Фирсов П. П. «Полёт» Ю. Гагарина в Форосе. 2004.