Вяльбе Елена Валерьевна

Еле́на Вале́рьевна Вя́льбе (Труби́цына 20 апрель 1968, Магадан, Магадан өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, педагогия фәндәре кандидаты[1], атҡаҙанған тренер, атҡаҙанған спорт мастеры[2].

Рәсәй саңғы ярыштары федерацияһы президенты (2010 йылдан), Рәсәй саңғы спорты төрҙәре ассоциацияһы етәксеһе (2020)[3].

2024 йылғы һайлауҙарҙа Рәсәй Федерацияһы президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле[4].

Биографияһы

Елена Трубицина 1968 йылдың 20 апрелендә Магадан ҡалаһында тыуған. 1991 йылда Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын (Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты) тамамлай[2][1].

2002 йылда Рәсәй Президенты Дәүләт идаралығы академияһында (Рәсәй Президенты Халыҡ хужалығы һәм дәүләт идаралығы академияһы, Мәскәү) ҡайтанан әҙерлек үтә[1].

2008 йылда Рәсәй дәүләт социаль университетында (Мәскәү) «Ярыштар системаһы һәм юғары квалификациялы саңғысы-уҙышсыларҙы төп стартҡа әҙерлек этабы структураһы» темаһына диссертация яҡлай[5].

Спорт карьераһы

Спорт менән 8 йәшендә Магадандың 2-се йәштәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Тәүге тренерҙары Геннадий Попков һәм Виктор Ткаченко була. 11 йәшендә Магадан өлкәһенең саңғы спорты буйынса йыйылма командаһы составына инә. 14 йәшендә СССР-ҙың спорт мастеры исемен ала.

1986 йылда АҠШ-тың Лейк-Плэсид ҡалаһында юниорҙар араһында донъя чемпионатында 17 йәшендә бөтә уҙыштарҙа ла (ике көмөш — эстафетала һәм 5 км классикала, 15 км ирекле стилдә бронза) наградалар яулай[5].

1986/87 йылдар миҙгелендә өлкәндәр араһында Донъя кубогында Финляндияның Лахти ҡалаһында тәүгә ҡатнаша.

Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында беренсе тапҡыр сығыш яһай, унда ике тапҡыр чемпион була. Команда менән эстафетала көмөш миҙал яулай (Сметанина, Шамшурина һәм Тихонова менән берлектә)[5].

Саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионатында 1991 йылда өс алтын миҙал һәм бер көмөш миҙал яулай[5].

undefined

Беренсе тапҡыр Олимпия уйындарында 1992 йылда (1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары) ҡатнаша, унда эстафетала чемпион була (Сметанина, Лазутина һәм Егорова менән берлектә), шәхси уҙыштарҙа дүрт бронза миҙал яулай[1].

1997 йылдың 20 декабрендә Швейцарияның Давос ҡалаһында классик стилдә 15 километрға йүгереүҙә донъя кубогы этабында һуңғы һәм рекордлы 45-се еңеү яулай. Наганолағы Олимпия уйындарында сираттағы олимпия алтынын яулай һәм карьераһын тамамлай (30 йәшендә)[2][1].

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге

  • 2001 йылдан алып Мәскәү өлкәһе губернаторының ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе булып тора. Хөкүмәттә балалар спортына булышлыҡ итеү һәм үҫтереү, спортта допинг ҡулланыуға ҡаршы көрәш, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау менән шөғөлләнә (2001)
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында төбәк бүлексәһенән «Берҙәм Рәсәй» партияһының сәйәси советы ағзаһы
  • 2017 йылдан — Хакас Республикаһы башлығы Виктор Зиминдың штаттан тыш кәңәшсеһе
  • 2024 йылғы һайлауҙарҙа президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле

[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

undefined

Хәрби званиеһы — запастағы подполковник (2016). Магаданда саңғы ярыштары буйынса спорт мәктәбе 2002 йылдан алып Елена Вяльбе исемен йөрөтә.

Сығанаҡтар

  • Масленников И. Б., Смирнов Г. А. Лыжные гонки. — М.: Физкультура и спорт, 1999. — 2-е изд., испр. и доп. — С. 181—183.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Персона: Вяльбе, Елена Валерьевна. 6 февраль 2024 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 Вяльбе, Елена Валерьевна. 6 февраль 2024 тикшерелгән.
  3. Елена Вяльбе стала главой Ассоциации лыжных видов спорта России. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2020. Архивировано 4 февраль 2020 года.
  4. 1 2 Доверенные лица. Putin2024.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2024.
  5. 1 2 3 4 Вяльбе Елена Валерьевна. Федерация Лыжных Гонок России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2024.
  6. Звание «Почётный гражданин города Магадана» присвоили лыжнице Елене Вяльбе 28 лет назад. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2017. Архивировано 30 август 2017 года.
  7. Указ Президента РФ от 22 апреля 1994 г. № 808 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта Российской Федерации по итогам XVII зимних Олимпийских игр 1994 года». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  8. Указ Президента РФ от 16 апреля 1997 г. № 376 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Вяльбе Е. В.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  9. Указ Президента Российской Федерации от 29 июня 2018 года № 377 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 10 май 2019 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә