Ураҙа байрамы

Ураҙа байрамы (Ғәйет әл-Фитр, рус. Ураза-байрам; ғәр. عيد الفطر‎) — Ислам донъяһындағы ике төп байрамдың береһе. Ул изге Рамаҙан айында үтәлгән ураҙа тамамланыуын билдәләй һәм ислам календары буйынса Шәүүәл айының беренсе көнөнә тура килә. Байрам асылы — Аллаһы Тәғәләгә итәғәт иткән өсөн шөкөр итеү, ғәфү-миһырбанлыҡ һорау, ғаилә һәм йәмәғәт берҙәмлеген нығытыу. Байрам алдынан бирелә торған зәҡәт әл-фитр (фытыр саҙаҡаһы) — уның мотлаҡ социаль йолаларының береһе булып тора.

Башҡортостан Республикаһында 1992 йылдан Ураҙа байраманың беренсе көнө ял — байрам көнө тип иғлан ителгән[1].

undefined

Этимологияһы

Ураҙа байрамын мосолмандар ғәрәп телендә Ғийдүл-Фитр тип йөрөтәләр. Был «ғәдә» тигән ҡылымдан алынған, башҡортсаға тәржемә иткәндә, ҡайҙалыр барып ҡайтыу, тигәнде аңлата. Терминологияла ул билгеле бер ваҡытта йәки урында даими рәүештә ҡабатлана торған эшкә әйтелә. Шуға күрә ғәйд — ул йыл һайын бер үк ваҡытта, тейешле тәртиптә, Шәриғәт нигеҙендә үткәрелә торған байрам. Ә Ғийдүл-Фитр — ашау-эсеү байрамы мәғәнәһендә. Ул йыл һайын, Рамаҙан айы тамамланғас, 1 шәүүәл көнө үткәрелә[2].

Байрам тарихы

Ғәйет әл-Фитр — ислам календарының төп байрамдарының береһе[3]. Был көн Рамаҙан айы дауамында барған ураҙаның тамамланыуын белдерә. Ураҙа тамамланыу (ауыҙ асыу) көнөн байрам итеү традицияһы Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан башлана[4]. Исламда ай календарына таяналар, шуға күрә байрамдың датаһы йыл һайын үҙгәреп тора. Миҫал өсөн, ай һәм григориан календарҙарының тап килмәүе арҡаһында, 2025 йылда Ураҙа байрамы 31 март кисенә, дөрөҫөрәге, 30 марттан 31-нә ҡараған төнгә тура килә, ә 2024 йылда — 9 апрелдән 10-на ҡараған төнгә тура килгән[5].

Байрам йолалары

Мосолмандар бер-береһен: «Ғәйет мөбәрәк!» (Байрам мөбәрәк булһын!) тигән һүҙҙәр менән тәбрикләйҙәр. Байрам алдынан һәм байрам көнөндә (Ғәйет намаҙына тиклем) мотлаҡ саҙаҡа (фытыр саҙаҡаһы) йыйыла. Йыйылған аҡса йәмәғәт файҙаһына (мәҫәлән, мохтаждарға, мосафирҙарға һәм башҡаларға) ҡоро аҙыҡ-түлек йәки ошо аҙыҡ-түлектең аҡсалата эквиваленты (хәнәфи мәҙһәбендә) рәүешендә тапшырыла.

undefined

Ураҙа байрамы көнөндә тантаналы ритуал намаҙын (Ғәйет намаҙын) уҡыу, иң яҡшы, матур кейемдәр кейеү, традицион аш-һыу әҙерләү ҡабул ителгән. Байрам намаҙынан һуң, ғәҙәттә, байрам табындары ҡорола, ҡунаҡҡа күршеләрҙе, туғандарҙы һәм дуҫтарҙы саҡыралар. Яуап йөҙөнән күстәнәстәр менән ҡунаҡҡа баралар, шатланалар һәм күңел асалар.

Бөтә мосолмандар өсөн шатлыҡлы булған байрам көнөндә балалар төрлө уйындарҙа ҡатнаша, күршеләренә йөрөй. Ә күршеләр балаларҙы татлы ризыҡтар менән һыйлай. Был ваҡытта шулай уҡ фәҡирҙәргә саҙаҡа биреү, бүләктәр өләшеү һәм бер-береңдән ғәфү үтенеү ҡабул ителгән.

Ураҙа байрамында үҙенсәлекле салауат (намаҙ) уҡыу ҡабул ителгән. Ул ике рәҡәғәттән тора һәм, ғәҙәттә, асыҡ һауала йәки ҙур залда башҡарыла[6]. Намаҙ тик йәмәғәт булған (ғәрәпсә جَمْعِيَّةٌ) урындарҙа ғына уҡыла. Намаҙ ваҡытында өҫтәмә алты тәкбирҙе (тәкбир әйткәндә — «Аллаһу әкбәр» тип Аллаһты ололағанда — ҡулдарҙы ҡолаҡ япраҡтарына тиклем күтәрергә) әйтелә.

Сөнни исламдың хәнәфи мәҙһәбендә беренсе рәҡәғәт башында өс тәкбир һәм икенсе рәҡәғәттә рөҡуғ (билгәсә эйелеү) алдынан тағы өс тәкбир әйтелә. Башҡа сөнни мәҙһәбтәрҙә ғәҙәттә 12 тәкбир ҡулланыла, улар ошоға оҡшаш рәүештә ете һәм биш тәкбирҙән торған ике төркөмгә бүленә.

Шиғый исламында намаҙ беренсе рәҡәғәттәге тиләүәт (ғәрәпсә تلاوت — Ҡөрьәнде иғтибар менән уҡыу) аҙағында, рөҡуғ алдынан — алты тәкбирҙән, ә икенсеһендә биш тәкбирҙән тора. Теге йәки был ерлектә урынлашҡан хоҡуҡи мәҙһәбкә ҡарап, намаҙҙың ике төрө булыуы мөмкин: фарз (ғәрәпсә فرض — мотлаҡ) йәки мөстәхәб (мотлаҡ түгел, әммә башҡарылыуы хуплана). Намаҙҙан һуң мосолмандар, төрлө аш-һыу әҙерләп һәм уларҙан ауыҙ итеп, Ураҙа байрамын билдәләйҙәр, был байрамдың «Татлы Ғәйет» йәки «Шәкәр байрамы» тигән башҡа атамаларын да аҡлай.

Ғәйет әл-Фитр (Ураҙа байрамы) Ҡояш байып, күктә яңы ай күренгәс башлана. Ай күренгән төн Көньяҡ Азияның күп кенә илдәрендә, мәҫәлән, Бангладеш, Һиндостан һәм Пакистанда, Чанд Раат (Ураҙа байрамын шулай тип атайҙар) тип билдәләнә. Һуңға айҙың 29-сы көнөнән һуң Ай (юлдаш) күренмәһә (мәҫәлән, болоттар ҡаплаған булһа), байрам кесе көнгә ҡалдырыла[7].

Пакистанда Рамаҙан айының күренеүен ҙур дәрт менән байрам итәләр. Яңы ай күренеүе тураһында мәсеттәрҙә, телеканалдарҙа һәм радиостанцияларҙа иғлан итәләр. Байрам итеү шунда уҡ башлана һәм иртәнге Фәжер намаҙына тиклем дауам итә. Мосолмандар ғаиләләре менән баҙарҙарға, сауҙа үҙәктәренә юлланалар. Баҙарҙа Чанд Раат өсөн кәрәк-яраҡтарҙы — шальвар-камиз (рус.)баш., беләҙектәр, биҙәүестәр, сумкалар һәм аяҡ кейемдәрен бүләккә һатып алалар һәм дуҫ-иштәргә һәм яҡындарға бүләк итәләр[7].Ә балаларға бүләккә яңы йомшаҡ уйынсыҡтар алалар[8]. Был байрам алдынан бөҙрәханаларға һәм матурлыҡ салондырына яҙылыу бик ауыр, сөнки кисен унда кеше күп була. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙ балалар ҡулдарын мехенди менән биҙәй. Ҡына менән биҙәк һалыусы оҫталарҙың хеҙмәте был көндәрҙә бик популяр. Кешеләр шулай уҡ өйҙәрен биҙәй һәм байрам аштары әҙерләй башлай[9]. Баҙар урамдары, ҡала үҙәге, хөкүмәт биналары, банктар һәм мәсеттәр байрам уттары менән биҙәлә. Чанд Раат шулай уҡ дуҫтар һәм алыҫ туғандар менән осрашыу өсөн яҡшы форсат бирә[10].

Төрлө илдәрҙә байрам итеү мәҙәниәте

Ғәрәбстан ярымутрауы илдәрендә

Фарсы ҡултығындағы ғәрәп илдәрендә ир-аттар ғәҙәттә яңы тобе (традицион аҡ оҙон халат) һатып ала йәки иҫкеһен грек сәтләүеге майы менән буяй. Ҡатын-ҡыҙҙар был байрам өсөн яңы кейемдәр кейә, хушбуйҙар ҡуллана һәм сәстәрен матур итеп үрә[11]. Мәжлестәрҙә емеш-еләк, финик, сәй йәки ҡәһүә тәҡдим итәләр. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ҡалаларындағы биналар, магазиндар, юлдар һәм өйҙәр сағыу байрам уттары менән биҙәлә[12]. Шулай уҡ киң йәмәғәтселек өсөн күп һанлы тамашалар, мәҫәлән, театр күрһәтелә. Ауыл ерҙәрендә йәшәүселәр, ҡағиҙә булараҡ, байрамды тыйнағыраҡ билдәләй, әммә һәр ваҡыт күмәкләп ғаиләләре һәм общиналары менән йыйылалар[13].

Бахрейнда байрамға әҙерлек барышында ҡузи (ғузи) йәки мәчбус (икенсе атамаһы: кабса) кеүек ризыҡтарҙы тантаналы киске аш өсөн әҙерләйҙәр. Был илдә хәлүә һәм ханфруш кеүек татлы ризыҡтар популяр[14]. Ир-аттар ғәҙәттә сауб[15] (иҙәнгә тиклем еткән оҙон халат) кейә, ә ҡатын-ҡыҙҙар ғабәйә кейә, шулай уҡ ҡулдарына һәм аяҡтарына хна менән биҙәй.

Сәғүд Ғәрәбстанында ла мосолмандар өйҙәрен биҙәй һәм ғаиләһе, дуҫтары өсөн затлы ризыҡтар әҙерләй. Фестиваль өсөн яңы кейем һәм аяҡ кейемдәре һатып алалар. Сәғүд Ғәрәбстанында Ураҙа байрамын билдәләү төбәккә ҡарап айырылырға мөмкин, әммә бөтә байрамдарға хас булған уртаҡ һыҙат — йомартлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ. Мәсеттәге намаҙҙарҙан һуң бөтә туғандарҙың ғаилә башлығының да өйөндә йыйылып ҡунаҡ булыу — ғәҙәти традиция. Тантаналы киске аш бирелгәнсе, кескәй балалар оло туғаны алдына теҙелеп баҫа, ә өлкәндәр уларға бүләк итеп аҡса һәм уйынсыҡтар өләшә[16].


Оманда байрамда ғәҙәттә шуваа (тәмле финик пастаһында маринадланған һарыҡ ите)[17] һәм машуай (лимонлы дөгө менән бирелгән балыҡ ризығы) кеүек аш-һыу әҙерләйҙәр[18], улар ҡәһүә менән бергә бирелә[19]. Ибри кеүек ҡайһы бер урындарҙа йыш ҡына байрам фестивалдәре уҙғарыла, унда фольклор йырҙары башҡарыла һәм традицион бейеүҙәр буйынса мастер-кластар үткәрелә[19].

Левант илдәре

Ураҙа байрамы намаҙынан һуң Иерусалим халҡы Әл-Аҡса мәсете ихаталарын төрлө уттар һәм Ураҙа намаҙында ҡатнашыу өсөн бөтә Фәләстин ерҙәренән килгән балалар өсөн уйынсыҡтар менән биҙәй. Күп кенә фәләстиндәр был көндө Израилдә тотҡонлоҡта булған ватандаштарының ғаиләләрен барып күреү, төрмәләргә барыу һәм яҡындарының ҡәберенә сәскәләр һалыу өсөн урамға сыға[20].

Фәләстиндәр һәм иордандар өйҙәрен биҙәй һәм ғаиләһе, дуҫтары өсөн затлы ризыҡтар әҙерләй. Был көнгә яңы байрам кейеме һәм аяҡ кейеме һатып алалар. Фәләстиндә һәм Иорданияла байрамды үткәреү төбәккә ҡарап төрлөсә булырға мөмкин, әммә бер нисә уртаҡ һыҙат бар — ғаилә берҙәмлеге, ҡунаҡсыллыҡ, был көндө туғандар араһында низағ һәм талаштар булмаҫҡа тейеш. Намаҙҙан һуң мосолмандар үҙҙәре үҫкән ата-әсә йортона йыйылалар. Был ғәҙәти фәләстин-иордан йолаһы. Иордандар шулай уҡ фәнүстәр (байрамдарҙа ҡабыҙыла торған төрлө төҫтәге фонарҙар) йәки «Ураҙа фонарҙары» (ғәрәпсә: فانوس — фонарь, шәм) элеп ҡуя[21].

undefined

Ливанда Ураҙа байрамы ваҡытында Ливан һәм башҡа ғәрәп йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттар үтә. Музыканттар йыш ҡына Ливандың баш ҡалаһы Бейруттың яр буйында сығыш яһай. Музыкаль сараларҙан тыш, сәнғәт күргәҙмәләре лә ҙур популярлыҡ менән файҙалана[22]. Маамуль һәм кахк (шәкәр пудраһы һәм бал, сәтләүек, иретелгән май ҡушылмаһы менән ҡапланған бисквит печеньеһы) — был төбәктәге татлы ризыҡтар; уларҙы Ливанда, шулай уҡ Египетта һәм Иорданияла байрам ваҡытында бешерәләр һәм яратып ашайҙар[23].

Көньяҡ Азия

Афғанстандың күпселек өлөшөн тәшкил иткән сөнни мосолман мәҙәниәтендә Ураҙа байрамы ҙур әһәмиәткә эйә һәм өс көн дауамында киң билдәләнә. Байрамда, ғәҙәттә, балалар һәм ғаиләнең иң кесе ағзалары өсөн махсус тантаналар була. Пушту телле общинала «Ахтар мо Мубарак ша!» (пушту теленән «Байрам менән!») тигән сәләмләү киң таралған. Афғандар байрамға әҙерлекте ун көн алдан өйҙәрен таҙартыуҙан (дари телендә «хана такани» тип атала) башлай. Баш ҡала һәм башҡа ҡала халҡы яңы кейем-һалым, татлы ризыҡтар һәм төрлө ҡабымлыҡтар, шул иҫәптән джалеби, шор-наход (ноҡот, картуф һәм һарымһаҡтан яһалған салат), кейк ва колча (эслекһеҙ ябай бәлеш) һатып алыу өсөн баҙарҙарға сыға. Традицион болани (вегетариан шелпектәре) — Афғанстанда Ураҙа байрамы ваҡытында иң популяр ризыҡтарҙың береһе[24].

Ураҙа байрамында афғандар тәүҙә байрам намаҙын уҡый, ә һуңынан ғаиләләре һәм дуҫтары менән өйҙәрҙә йыйылып, бер-береһен «Ид Мубарак!» тип сәләмләй. Ҡотлауға яуап итеп ғәҙәттә «Эйдет Мубарак Роза ва намазет Кабул дахель Хаджиха ва Газиха» тип өҫтәйҙәр, был: «Ураҙа байрамы менән; тотҡан ураҙаларығыҙ һәм уҡыған намаҙҙарығыҙ Аллаһ тарафынан ҡабул ителһен, Хажға барыусылар исемлегендә булырға яҙһын», — тигәнде аңлата.

Һиндостанда Ураҙа байрамы дәүләт байрамы тип иғлан ителгән. Байрам Чанд Раатта яңы ай күренеү менән башлана. Был кистә кешеләр байрам башланыуға яңы әйберҙәр һатып алыу өсөн баҙарҙарға юллана: кейем-һалым, бүләктәр һатып ала һәм икенсе көнгә ашамлыҡтар әҙерләй башлай. Ураҙа байрамына традицион ризыҡтарға йыш ҡына бирьян, шир хурма һәм сивайян (һөт һәм емеш-еләк менән нескә татлы һурпа) һәм башҡа төбәк ризыҡтары инә[25]. Ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенең ҡулдарына хна һәм мехенди һала[26]. Икенсе көндө иртәнсәк мосолмандар урындағы мәсеткә йәки Идгаһҡа (ҡала ситендә Ураҙа байрамында намаҙ уҡыу өсөн тәғәйенләнгән асыҡ майҙан) намаҙға баралар һәм өйгә ҡайтыр алдынан фытыр саҙаҡаһын бирәләр. Бынан һуң балаларға иди (аҡсалата бүләктәр) тапшырыла, ә дуҫтар һәм туғандар бергә киске аш ашарға һәм байрам итергә бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр[27].

Шри-Ланка мосолмандары был байрамда ваттилаппам, фалуда (шәфтуал һәм базилик менән һөт коктейле рәүешендәге десерт), самоса, гулаб джамун, шир хурма, май бәлеше (кевум) һәм башҡа милли һәм төбәк ризыҡтарын яратып ашай[28].

Непалда ла Ураҙа байрамы дөйөм милли байрам булып тора. Непал мосолмандары был ваҡиғаны билдәләп, йыш ҡына популяр непал десерты — севаи (вермишель пудингы) ашай. Байрамды бөтә илдә тантаналы намаҙ уҡыу, төшкө аш менән билдәләйҙәр[29].

Көньяҡ-Көнсығыш Азия

Брунейҙа йәш ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡтар өсөн «kepala meja» (кепала меджа; тәржемәлә — «өҫтәл башы») тип аталған төп байрам ризығын әҙерләй. Ул матур итеп биҙәлгән торт рәүешендә бирелә. Был ғаиләлә ҡыҙға тәҡдим яһап, уны ҡатын итеп алырға теләгән һәр ир-ат тортты киҫеп ала ала. Был байрамда шулай уҡ ошо илгә генә хас булған махсус ризыҡтар бирелә: креветкалар менән келупи (Вануату пальмаһы япраҡтарына төрөлгән дөгө рулеттары) йәки тахай (ыҫланған сардинелла), самбал һәм карри[30].

Таиландта 3 миллионға яҡын мосолман йәшәй. Көньяҡ провинцияларҙа Ураҙа байрамында яңы алтын биҙәүестәр (алҡалар һәм йөҙөктәр) һатып алыу һәм тағыу популяр йола булып тора, күрше Мьянма дәүләтендә лә ошоға оҡшаш традиция бар. Илдең ҡайһы бер өлөштәрендә мосолмандар ҡунаҡтар өсөн үҙҙәренең махсус ҡунаҡ йорттарын аса һәм унда үҙенсәлекле ризыҡтар менән һыйлайҙар.

Мьянманың мосолмандар күпселекте тәшкил иткән бәләкәй ҡалаларында һәм ҙур ауылдарында Ураҙа байрамы ваҡытында ислам динен тотҡан бирман йәштәре «Джаго» (бирман теленән «уян» тигәнде аңлата)[31] тип аталған йырсылар төркөмдәре ойоштора. «Джаго» командалары йырлағанда, ғәҙәттә, музыка ҡоралдарын ҡулланмай, тик һирәк осраҡта ғына ирен гармоникаһы ҡулланылырға мөмкин. Был берәҙәк йырсылар төркөмдәре популяр һинд фильмдарының көйҙәрен башҡара, әммә уларҙы бирман телендәге Ҡөрьән текстары, ураҙа тотоу, ислам принциптары, шулай уҡ намаҙ һәм Ғәйет намаҙының файҙаһы тураһындағы саҡырыуҙар менән алыштыра[32].

Индонезия мосолмандары араһында Ғәйет әл-Фитр «Хари Райя Идул Фитри» булараҡ билдәле, шулай уҡ «Лебаран» тигән исеме лә популяр. Был көн бөтә ил буйынса милли байрам һәм дөйөм ял көнө булып тора. Баш ҡалаға аҡса эшләргә килгән кешеләр, ғаиләләре менән байрам итеү һәм ата-әсәләренән, туғандарынан, дуҫтарынан һәм өлкән быуын яҡындарынан бөтә үпкә-рәнйештәр өсөн ғәфү үтенеү өсөн өйҙәренә ҡайта[33]. Лебаран тантаналары алдынан кисен тәкбир әйтәләр, Ҡөрьән уҡыуҙар һәм өйҙәрҙә лампалар ҡабыҙалар. Байрам көнөндә иртәнге Ғәйет намаҙына тиклем мәсеттәрҙә ярлылар һәм мохтаждар өсөн Зәкәт әл-фытыр саҙаҡаһы таратыла. Кешеләр туғандары һәм күршеләре менән милли кейемдәрҙә йыйылып, махсус Лебаран табыны ойоштора. Балаларға сағыу төҫтәге конверттарҙа аҡса бирәләр. Унан һуң Индонезия мосолмандары, ҡәберҙәрҙе таҙартыу һәм мәрхүмдәрҙең иҫтәлеген хөрмәтләү өсөн, ғәҙәттә, туғандарының зыяраттарына бара. Шулай уҡ улар тере туғандарын да ололай һәм «хәләл бихәләл» тип аталған махсус йола ярҙамында уларҙың һаулығы өсөн доға ҡыла. Был йола байрам ваҡытында йәки Идул Фытрыҙан һуң бер нисә көн үткәс үткәрелә[34].

Индонезияла яҡын кешеләр менән байрам иткәндә кетупат, ренданг, опор аям (кокос һөтөндә төрлө тәмләткестәр — корица, тмин, кориандр менән быҡтырылған тауыҡ ите) һәм гулай (тауыҡ итенән әсе рагу) кеүек махсус тантаналы ризыҡтар бирелә. Лебаран ваҡытында төрлө байрамдар: фестивалдәр, урамдарҙа барабан ҡағыу уйындары һәм масштаблы парадтар уҙғарыла[35].

Байрам көндәре

Шәүүәл айының беренсе көнө байрам көнө тип һанала[36], әммә йола буйынса мосолман илдәрендә мәктәптәр, учреждениелар һәм магазиндар ғәҙәттә тағы ике-өс көн дауамында эшләмәй.

Традиция буйынса Ураҙа байрамы яңы ай күренгән беренсе төндөң ҡояш байыған ваҡытынан башлана[37]. Ураҙа байрамы бер көн, ҡайһы бер илдәрҙә мәҙәни традицияларға ярашлы өс көн байрам булыуы мөмкин[38]. Был көндө ураҙа тотоу тыйыла һәм байрам намаҙы уҡыла[39]. Мотлаҡ хәйриә акты булараҡ, бөтә ярлыларға һәм мохтаждарға аҡса йәки аҙыҡ-түлек (зәҡәт әл-фытыр; ғәрәпсә زكاة الفطر‎ — ураҙа саҙаҡаһы) бирелә[40]. Зәкәт әл-фытыр Рамаҙан айы дауамында байрам көнөнөң ҡояш байыуына тиклем түләнә, ләкин уны байрам намаҙына тиклем биреү иң яҡшыһы (мәстәхәб) тип һанала[41].

Рәсәйҙә

Ураҙа ғәйетенең беренсе көнө Адыгея, Башҡортостан (1992 йылдан алып), Дағстан, Ингушетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасай-Черкес, Татарстан, Чечен[42] һәм Ҡырым[43] республикаларында рәсми рәүештә ял байрам көнө тип билдәләнә.

Төркиә һәм башҡа ҡайһы бер ислам дәүләттәренән айырмалы рәүештә, Рәсәй төбәктәрендә байрам бер көн генә билдәләнә. Мәскәүҙә төп ғибәҙәт ҡылыу Мәскәү йәмиғ мәсетеендә үтә. Мосолмандарға юғары мөфтөй мөрәжәғәт итә. Иртәнге намаҙға Йәмиғ мәсетенә меңләгән кеше йыйыла.

2020 йылдың 19 майында, COVID-19 пандемияһы шарттарында, Рәсәй мосолмандарының рухи идаралығы һәм Рәсәй мөфтөйҙәре советы рәйесе мөфтөй Рауиль Ғәйнетдин 24 май байрамында Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙәге мәсеттәрҙең намаҙ уҡыусылар өсөн ябыласағы тураһында иғлан итте. Ул диндарҙар коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса һаҡланыу сараларын үтәргә һәм байрамды өйҙә ҡаршыларға тейешлеген белдерҙе. «Беҙ үҙ теләгебеҙ менән йәмәғәт намаҙы шатлығынан, ҙур һәм тығыҙ байрам рухынан баш тартабыҙ, Аллаһ һаҡлаһын, артабанғы кешеләрҙең үлеменә һәм ғазаптарына сәбәпсе булмаҫ өсөн». Ул мосолмандарҙы коронавирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә һаҡланыу сараларын күрергә саҡырҙы. "Байрамды ғаиләбеҙ менән, өйҙәребеҙҙә үткәрәсәкбеҙ, һис шикһеҙ, тотҡан ураҙабыҙ (Ураҙа), барлыҡ доғаларыбыҙ, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙ Бөйөк Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителәсәгенә һәм сауаплы булыуына шик юҡ", - тип билдәләне Рауль Ғәйнетдин. майҙа Мәскәү собор мәсетендә байрам намаҙы үтәсәк, социаль дистанция һаҡланасаҡ, тип иғлан итте мөфтөй[44].

Башҡортостанда

Ураҙа байрамы (Ғәйет әл-Фитр) Башҡортостан Республикаһында халыҡтың күпселеге тарафынан билдәләнгән төп мосолман байрамы һәм дәүләт тарафынан билдәләнгән ял көнө булып тора. Байрамды үткәреү ислам диненең дөйөм принциптары менән төрки һәм башҡорт ҡатнаш мәҙәни йолаларға нигеҙләнә.

Республикала Ураҙа байрамының датаһы һәм уның ял көнө булараҡ статусы ҡабул ителгән ислам ай календарына ярашлы Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йыл һайын иғлан ителә. 2026 йылда Хөкүмәт, ислам календарына ярашлы, 20 мартты Ураҙа байрамы һәм рәсми ял көнө итеп билдәләне[45][46]. Байрам айҙы күреү ғәмәлдәренә бәйле, шуға күрә датаны һаҡлау алдынан раслау мотлаҡ.

Төп саралар һәм йолалар:

  • Ғәйет намаҙы: Башҡортостандың барлыҡ мәсеттәрендә иртәнге байрам намаҙы үтә[47]. «Ләлә-Тюльпан» йәмиғ мәсете (Өфө) илдәге төп сараларҙың береһе булып тора[48]. Ул 1998 йылда асылған, 1000-гә яҡын диндәрҙе һыйҙыра ала.
  • Традиция буйынса байрам намаҙында Башҡортостандың етәксеһе ҡатнаша[47], ул дин тотоусыларҙы ҡотлай. Байрам намаҙын ғәҙәттә Башҡортостан мосолмандарының рухи лидеры Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин үткәрә.
  • Фытыр саҙаҡаһы (зәҡәт әл-фитр): Байрамға әҙерләнеү мотлаҡ хәйриә актын — фытыр саҙаҡаһын биреүҙе үҙ эсенә ала. Был аҡсалата йәки ризыҡ итеп, асыҡ мәсеткә йәки махсус йыйым пункттарына бирелә.
  • Ғаилә йолалары: Намаҙдан һуң кешеләр туғандары менән осраша, шәп кейемдәр кейә, йәмәғәт ашамлыҡтарын (мәҫәлән, бауырһаҡ, бәлеш, эремсек, ҡорот) әҙерләй, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, балаларға бүләктәр тапшыра. «Ғәйет мөбәрәк булһын!» тип ҡотлау йыш осрай[47][49].

Иҫкәрмәләр

  1. Аҡбутина Ә. Н. Ураҙа байрамы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Баһаутдинов А. М. Ҡыҫҡаса русса-башҡортса аңлатмалы ислам һүҙлеге. — Өфө: 210. — 120 с. — ISBN 978-5-94705-211-4.
  3. Ahmad ibn Hanbal, Musnad, vol. 4, 141—142, (no. 13210).
  4. [Ураза-байрам в 2024 году: дата, суть и традиции праздника 21.02.2024]. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  5. Когда Ураза-байрам в 2024 году. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  6. Inter-islam.org. Eid ul Fitr and the 6 Fasts of Shawwal (ингл.). www.inter-islam.org (26 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 11 август 2013 года.
  7. 1 2 ‘Chand Raat’ is here again (ингл.). www.thenews.com.pk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  8. Khan, Dr Aamir. Chand Raat brings joys to shoppers, traders | The Express Tribune (3 май 2022). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  9. Chitwood, Ken. What is Eid al-Fitr and how do Muslims celebrate it? 6 questions answered. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  10. Pedia, Team Utsav. Chand Raat : The Eve of Muslim Festival of Eid-ul-Fitr, Meethi Eid | Utsavpedia (5 ноябрь 2014). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  11. Cultural Resources and Policies: Celebrating Eid (ингл.). abudhabiculture.ae. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  12. Celebrating Eid (1 февраль 2018). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  13. Saville, Farrah. How To Celebrate Eid-al-Fitr In Doha. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  14. Nazareth, Melissa. The Best Souvenirs In Bahrain And Where To Find Them. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  15. Thawb | clothing | Britannica. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  16. Saudi kicks off worldwide Eid al-Fitr celebrations to mark end of Ramadan (30 март 2025). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  17. Babu Thomas Web Developer- designer. Traditional Omani Food. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  18. Felicia Campbell. The Food of Oman: Recipes and Stories from the Gateway to Arabia / James Oseland. — USA, Kansas City: Andrews McMeel Publishing, 2015. — 288 с. — ISBN 978-1449460822.
  19. 1 2 James Blake Wiener. The Food of Oman by Felicia Campbell (Book Review) (ингл.). www.worldhistory.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  20. When is Eid al-Fitr 2022? Here's everything you need to know about the celebration. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  21. Concerts and celebratio­ns during Eid al-Fitr in Levant. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  22. When is Eid al-Fitr 2022? Here's everything you need to know about the celebration. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  23. Eid Al-Fitr 2018: Celebration marking the end of Ramadan brings feasts, new clothes and gifts (14 июнь 2018). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  24. Lauren Cocking. The 10 Most Delicious Eid al-Fitr Foods and Dishes From Around the World (ингл.). Culture Trip (27 апрель 2017).
  25. Recipe for Shir Khurma – Traditional Hyderabad Cuisine Dessert for Eid-Ul-Fitr Ramadan (ингл.). wanderingmist.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  26. Huge Eid congregation held in Dinajpur - Click Ittefaq (ингл.). web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2025.
  27. Как празднуют Ид аль-Фитр в разных странах мира? Россия. Исламский мир. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  28. Sinhala New Year and Eid Al Fitr (ингл.). www.sundaytimes.lk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  29. Muslim cultural practices in Nepal (ингл.). web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  30. Oh! The good old Raya » Borneo Bulletin Online (19 май 2022). 31 март 2025 тикшерелгән.
  31. ​Celebrating Eid ul Fitr: a festive end to a weeks-long fast​. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  32. Prayers and tears for Eid in quake-hit Mandalay (31 март 2025). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  33. Todd, Watson,. Indonesia prepares for Idul Fitri (4 август 2013). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  34. Richard C. Martin. Encyclopedia of Islam and the Muslim world (инг.) / Rochelle Davis. — New York City, U.S.: Macmillan Inc., 2004. — P. 640—649. — 874 p.
  35. Eid for all: celebrating Eid-al-Fitr from Istanbul to Philly (25 июль 2014). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  36. Шейх Махир ибн Зафир Аль-Кахтани. «Ураза-Байрам (Ид Аль-Фитр) — один день или три дня?» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  37. Adewunmi, Bim When is Eid 2014? It could be Monday or Tuesday, it might be Sunday. The Guardian. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано 26 июль 2014 года.
  38. https://www.embracerelief.org/how-long-does-eid-last-understanding-eid-holidays-in-different-countries/ (ингл.). Embrace the World. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  39. Eid al-Fitr 2019: Everything you need to know. Al Jazeera. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано 3 июнь 2019 года.
  40. Heiligman, Deborah. Celebrate Ramadan and Eid al-Fitr with Praying, Fasting, and Charity (инг.). — National Geographic Children's Books. — ISBN 978-0792259268. Архивная копия от 1 август 2020 на Wayback Machine
  41. Articles and FAQs about Islam, Muslims. Islamicfinder.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано 28 август 2013 года.
  42. Ураза-Байрам объявлен выходным днем в республиках Северного Кавказа. REGNUM (7 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. 2013 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.
  43. Указ Главы Республики Крым О нерабочем праздничном дне (24 июль 2014). 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  44. Председатель Совета муфтиев России призвал мусульман праздновать Ураза-байрам дома. Коммерсантъ> (19 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2023. Архивировано 26 май 2020 года.
  45. Правовой акт. Правительство Республики Башкортостн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  46. В Башкирии определили даты Ураза-байрама и Курбан-байрама на 2026 год. Уфа. АиФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.
  47. 1 2 3 Глава Башкирии принял участие в праздничном намазе в честь Ураза-байрама. Молодёжная газеты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.
  48. Соборная мечеть «Ляля-Тюльпан» г.Уфа. Центральное духовное управление мусульман России.
  49. Гульназ Данилова. Как мусульмане отмечают Ураза-байрам в Башкирии. RG.ru (10 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә