СССР 1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында
1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында сығыш яһаған СССР командаһын 4 союз республикаһының 18 ҡалаһынан һәм тораҡ пункттарынан 79 спортсы тәшкил итә. Советтар Союзы йыйылма командаһы вәкилдәре бобслейҙан башҡа олимпия программаһының бөтә төрҙәрендә лә ҡатнаша. Спортсылар 27 миҙал (13 алтын, 6 көмөш һәм 8 бронза) яулай, рәсми булмаған команда зачетында 192 мәрәй йыя һәм икенсе урын алған ГДР командаһын (135 мәрәй) 57 мәрәйгә артта ҡалдыра.
Совет саңғысылары яҡшы сығыш яһай, 4 алтын миҙал яулай: Раиса Сметанина 2 алтын миҙалға эйә була, ә Галина Кулакова дүрт тапҡыр олимпия чемпионы була. Фигуралы шыуыусылар һәм биатлонсылар 2-шәр алтын миҙал яулай, ә Николай Круглов Инсбруктың абсолют олимпия чемпионы була. Хоккейсылар дүртенсе олимпиадала рәттән алдынғылыҡты бирмәй.
Миҙал яулаусылар
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
| Спорт төрө | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы | |
|---|---|---|---|---|---|
| Саңғы ярыштары | 4 | 2 | 4 | 10 | |
| Конькиҙа йүгереү спорты | 4 | 2 | 3 | 9 | |
| Фигуралы шыуыу | 2 | 2 | 0 | 4 | |
| Биатлон | 2 | 0 | 1 | 3 | |
| Хоккей | 1 | 0 | 0 | 1 |
Һылтанмалар
- Советский Союз на зимней Олимпиаде 1976 года в Инсбруке (ингл.). Olimpic Sports. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2010. Архивировано 17 апрель 2012 года.
- Хавин, Б.Н. XII зимние Олимпийские игры // Всё об олимпийских играх. — 2-е изд, доп.. — М.: Физкультура и спорт, 1979. — С. 273—278. — 607 с.