Парашютистар көнө
Байрам тарихы
1929 йылда РККА-ның хәрби-һауа көстәре комбригы Леонид Григорьевич Минов Амторг Совет сауҙа ойошмаһы составында «Ирвин» компанияһының заводына бара, заводта етештергән ҡотҡарыу парашюттары менән таныша һәм бер нисә һикереү яһай. СССР-ға ҡайтҡас, Минов РККА-ның Хәрби-һауа көстәренең парашют әҙерлеге буйынса инструкторы вазифаһына тәғәйенләнә һәм 1930 йылдың йәйенә Мәскәү хәрби округының 11-се авиация бригадаһының 30 ирекмәне өсөн теоретик әҙерлек үткәрә[2]
1930 йылдың 26 июлендә Воронеж янында Минов етәкселегендәге 5 Совет лётчигы һәм механиктары (Мошковский, Егоров, 3ахаров, Коваленков, Кухаренко, Мухин, Поваляев, Пойдус, Филиппов, Фрейман, Черкашин) СССР-ҙа тәүге тапҡыр самолеттан күнекмә һикереүҙәр серияһын башҡара. Миновтың АҠШ-ҡа сәфәре һөҙөмтәһендә һатып алынған «Ирвин» компанияһының америка парашюттары һикереү өсөн ҡулланыла[3]. 26 июлдән 29 июлгә тиклем сбор үткәрелгән ваҡытта бөтәһе 59 күнекмә һәм күрһәтмә парашют менән һикереү башҡарыла.
1930 йылда алған тәүге тәжрибәһе Советтар Союзында парашютсылыҡты артабан үҫтереүгә этәргес бирә. 1931 йылдың аҙағына совет парашютсылары 600-гә яҡын күнекмә һәм күрһәтмә һикереү яһай[4]. Был мауығыу шул тиклем популяр була, хатта ҡала мәҙәниәт һәм ял парктарында «парашют вышкалары» ҡуйыла, уларҙан теләгән һәр кем һикерә ала[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В России отмечают День парашютиста // Аргументы и факты.
- ↑ Советский парашютизм: как все начиналось.
- ↑ Парашютное дело в СССР. спецназ.орг. Архивировано из оригинала 28 октябрь 2012 года.
- ↑ День парашютиста // calend.ru.
- ↑ День парашютиста // Вести ФМ.