Кәрим (Учалы районы)

Кәрим (шулай уҡ Төпәй) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 270 кеше булған[2]. Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820002.

Тарихы

Кәрим ауылы 1786 йылғы картала һәм ревизия материалдары буйынса юҡ. Әммә ул 1802 йылда Ырымбур губернаһы картаһында күрһәтелгән. VIII рәүиз 115 ир-егетте һәм 149 ҡатын-ҡыҙҙы асыҡлаған. X рәүиз буйынса — 69 хужалыҡта 633 кеше йәшәгән. 1920 йылда 189 хужалыҡта 877 кеше йәшәгән. Ҡара-табынлыларҙан тәүге төпләнеүсе билдәле түгел. Шулай уҡ уның балаларының исемдәре лә асыҡланмаған. 1866 йылда Кәрим ауылында (Әбделкәримдә) 104 йортта 601 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ир балалар мәктәбе булған. 1900 йылда мәсет теркәлгән. 30‑сы йылдарҙа Төпәй ауылы менән берләшкәндән һуң Кәримтөпәй тип йөрөтөлә. 50‑се йылдар аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 270 125 145 46,3 53,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (95  %)[4].

Ревизия материалдары

1858 йылда[5] һәм 1859 йылда[6] Кәрим ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 63 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Илсеғол): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Алтын-Таш): 16 км

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Зарипов урамы (рус. улица Зарипова)
  • Ҡыҙырғәлин урамы (рус. улица Кызыргалина)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Төпәй урамы (рус. улица Тупеева)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

  • Әүлиәләр ерлеге
  • Башмаҡлы тауы
  • Кәйек тауы
  • Кеҙә тауы
  • Ям юлы (йәки Губернатор юлы)[9]

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. В Башкирии ушел из жизни 99-летний ветеран. ИА «Башинформ», 9 сентября 2024 года
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме
  9. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә