Олимпия уйындарында футбол
Йәйге Олимпия уйындарында футбол буйынса ярыштар тәүге тапҡыр 1900 йылда Парижда үткән уйындарҙа ойошторола һәм артабан һәр береһенең программаһына индерелә башлай. 1932 йылда Лос-Анджелестағы уйындарына индерелмәй.
Башта ирҙәр ярыштар араһында үткәрелә, айырым ҡатын-ҡыҙҙар турниры 1996 йылда Атланталағы йәйге Олимпия уйындарына башлап индерелә.
Тарихы
Футбол спорт төрө булараҡ тәүге тапҡыр Париждағы Олимпия уйындарында барлыҡҡа килә. Франция, Бельгия һәм Бөйөк Британияның өс клубы ике уйын үткәрә. Инглиздәр француздарҙы 4:0 иҫәбе менән еңә һәм беренсе олимпия чемпионы тип иғлан ителә. Франция икенсе, Бельгия өсөнсө була.
Шулай уҡ 1904 йылда Сент-Луистағы Олимпиадала өс команда уйнай. Турнирҙа Канаданың «Галт» клубы һәм ике Америка командаһы ҡатнаша. Канадалылар чемпион була, ә АҠШ-тың ике командаһы көмөш һәм бронза миҙалдар яулай.
Әлеге ваҡытта Халыҡ-ара олимпия комитеты был ярыштарҙың икеһен дә Олимпия уйындарының рәсми программаларының бер өлөшө тип һанай, шул уҡ ваҡытта ФИФА һәм IFFHS уларҙы күргәҙмә ярыштары тип һанай һәм статистикаға индермәй.
1904 йылда ФИФА ойошторола, һәм 1908 йылда Лондонда үткән йәйге уйындарҙан башлап Олимпия уйындарында футбол ярыштары менән идара итә. Шул ваҡыттан алып футбол турнирында милли йыйылма командалар һәм илдән берешәр команда ғына ҡатнаша (1908 йылғы уйындарҙа Францияның ике командаһының ҡатнашыуы берҙән-бер иҫкәрмә). Шулай уҡ ярыштың форматы сифатында «Олимпия системаһы» индерелә (командалар төшөп ҡала бара) һәм турнирҙа һәүәҫкәр уйынсылар ғына ҡатнаша ала тигән ҡарар ҡабул ителә.
1930 йылда футбол буйынса беренсе донъя чемпионаты үткәрелгәнгә тиклем, Олимпиадала футбол турниры ошо спорт төрө буйынса мөһим халыҡ-ара ярыш була, әммә профессиональ уйынсыларҙың ҡатнашыуы тыйылғанлыҡтан, был статус донъя чемпионатына күсә. ФИФА 1924 һәм 1928 йылғы Олимпия турнирҙарын «һәүәҫкәрҙәр араһында донъя чемпионаты», йәғни хәҙерге донъя чемпионатының тәүгеләре тип рәсми рәүештә таный[2].
1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарынан башлап ярыш форматы үҙгәртелә һәм ҡатнашыусылар һаны сикләнә. Ошо мәлдән алып 16 команда дүрт команданан торған дүрт төркөмгә бүленә һәм үҙ төркөмдәре эсендә бер-береһенә ҡаршы уйын үткәрә. Төркөмдәге иң яҡшылары плей-оффҡа сыға.
Профессиональ уйынсыларға (тик Азия, Африка, КОНКАКАФ зонаһы һәм Океания илдәре генә) 1984 йылдағы Лос-Анджелеста үткән йәйге Олимпия уйындарынан башлап ҡатнашырға рөхсәт ителә. Тыйыу 1992 йылда тулыһынса бөтөрөлә, шул уҡ ваҡытта уйынсылар өсөн өлөшләтә йәш сиге индерелә — улар 23 йәштән өлкән булырға тейеш түгел. 1996 йылдан һәр командала төрлө йәштәге өс уйынсы уйнай ала, ҡалғандары 23 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш.
Призёрҙар
Ирҙәр
1. Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан рәсми тип танылған турнирҙар; ФИФА уларҙы күргәҙмә тип һанай, сөнки уға нигеҙ һалынмаҫ элек үткәрелгән.
2. Финал матчының беренсе яртыһында (Бельгия — Чехословакия), бельгиялылар файҙаһына 2:0 иҫәбе менән чехословак уйынсылары, арбитрға ризаһыҙлығын белдереп, майҙанды ташлап сыға, бының өсөн улар дисквалификациялана. Ике еңеүсене билдәләү өсөн өҫтәмә турнир үткәрелә, финал матчында Испания йыйылма командаһы Голландия йыйылма командаһын еңә (3:1) һәм икенсе урынды биләй. Голландтар 3-сө урында ҡала.
3. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, бронза миҙал өсөн матчта тигеҙ иҫәпкә уйнаған командалар өҫтәмә матчтан азат ителә, икеһе лә бронза миҙалдар менән бүләкләнә.
Ҡатын-ҡыҙҙар
| Йыл | Үткәрелеү урыны |
Финал | 3-сө урын өсөн матч | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1-се урын | Иҫәп | 2-се урын | 3-сө урын | Иҫәп | 4-се урын | ||
| 1996 Күҙәтеү |
АҠШ |
2 : 1 | Ҡытай |
Норвегия |
2 : 0 | Бразилия | |
| 2000 Күҙәтеү |
Норвегия |
3 : 2 өҫтәлмә ваҡыт |
АҠШ |
Германия |
2 : 0 | Бразилия | |
| 2004 Күҙәтеү |
АҠШ |
2 : 1 өҫтәлмә ваҡыт |
Бразилия |
Германия |
1 : 0 | Швеция | |
| 2008 Күҙәтеү |
АҠШ |
1 : 0 өҫтәлмә ваҡыт |
Бразилия |
Германия |
2 : 0 | Япония | |
| 2012 Күҙәтеү |
АҠШ |
2 : 1 | Япония |
Канада |
1 : 0 | Франция | |
| 2016 Күҙәтеү |
Германия |
2 : 1 | Швеция |
Канада |
2 : 1 | Бразилия | |
| 2020 Күҙәтеү |
Канада |
1 : 1 пенальти 3 : 2 |
Швеция |
АҠШ |
4 : 3 | Австралия | |
Миҙал иҫәбе
Дөйөм иҫәп
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы |
|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 4 | 2 | 2 | 8 | |
| 2 | 3 | 1 | 1 | 5 | |
| 3 | 3 | 0 | 0 | 3 | |
| 4 | 2 | 5 | 2 | 9 | |
| 5 | 2 | 2 | 0 | 4 | |
| 6 | 2 | 0 | 3 | 5 | |
| 7 | 2 | 0 | 2 | 4 | |
| 8 | 2 | 0 | 0 | 2 | |
| 9 | 1 | 3 | 1 | 5 | |
| 10 | 1 | 3 | 0 | 4 | |
| 11 | 1 | 2 | 2 | 5 | |
| 12 | 1 | 2 | 0 | 3 | |
| 13 | 1 | 1 | 3 | 5 | |
| 14 | 1 | 1 | 1 | 3 | |
| 1 | 1 | 1 | 3 | ||
| 16 | 1 | 1 | 0 | 2 | |
| 1 | 1 | 0 | 2 | ||
| 18 | 1 | 0 | 2 | 3 | |
| 1 | 0 | 2 | 3 | ||
| 20 | 1 | 0 | 1 | 2 | |
| 1 | 0 | 1 | 2 | ||
| 22 | 1 | 0 | 0 | 1 | |
| 23 | 0 | 3 | 1 | 4 | |
| 24 | 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 0 | 1 | 1 | 2 | ||
| 26 | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 30 | 0 | 0 | 3 | 3 | |
| 31 | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| Бөтәһе | 32 | 32 | 33 | 97 | |
Ирҙәр
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы |
|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 3 | 1 | 1 | 5 | |
| 2 | 3 | 0 | 0 | 3 | |
| 3 | 2 | 3 | 2 | 7 | |
| 4 | 2 | 2 | 0 | 4 | |
| 5 | 2 | 0 | 3 | 5 | |
| 6 | 2 | 0 | 0 | 2 | |
| 7 | 1 | 3 | 1 | 5 | |
| 8 | 1 | 3 | 0 | 4 | |
| 9 | 1 | 2 | 0 | 3 | |
| 10 | 1 | 1 | 1 | 3 | |
| 1 | 1 | 1 | 3 | ||
| 12 | 1 | 1 | 0 | 2 | |
| 1 | 1 | 0 | 2 | ||
| 14 | 1 | 0 | 2 | 3 | |
| 1 | 0 | 2 | 3 | ||
| 16 | 1 | 0 | 1 | 2 | |
| 1 | 0 | 1 | 2 | ||
| 18 | 1 | 0 | 0 | 1 | |
| 1 | 0 | 0 | 1 | ||
| 20 | 0 | 3 | 1 | 4 | |
| 21 | 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 0 | 1 | 1 | 2 | ||
| 23 | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 27 | 0 | 0 | 3 | 3 | |
| 28 | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| 0 | 0 | 1 | 1 | ||
| Бөтәһе | 26 | 26 | 27 | 79 | |
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://olympics.com
- ↑ Уругвай — четырёхкратный чемпион мира по футболу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2012. Архивировано 29 сентябрь 2021 года.