Башҡортостан митрополияһы

Башҡортостан митрополияһы[1] (рус. Башкортостанская митрополия) — Башҡортостан Республикаһы территорияһында Мәскәү патриархатының Урыҫ православие сиркәүе составындағы митрополия. Изге Синод тарафынан 2011 йылдың 27 декабрҙә булдырылған.

Митрополия Рәсәй Православие Сиркәүе епархия идаралығының яңынан төҙөлә башлаған өс баҫҡыслы структураһы ойошторолоуына ярашлы булдырылды. Митрополия тарихи ғәмәлдә булған Өфө һәм Стәрлетамаҡ епархияларына алмашҡа төҙөлдө.

Епархиялар

Бөрө епархияһы

2017 йылдың 29 июлендә Рәсәй Православие Сиркәүе Изге Синоды ҡарарына ярашлы Өфө, Салауат һәм Нефтекама епархиялары составынан бүленеп сыҡты.

Территорияһы: Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Учалы ҡалалары; Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Ҡараиҙел, Мишкә, Нуриман, Учалы, Хайбулла райондары.

Өфө епархияһы

Территорияһы: Башҡортостан Республикаһының Благовещен, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары; Благовещен, Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Категориялар