Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина (рус. Рахматуллина Зугура Ягануровна, 1961 йылдың 26 авгусы, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй философы, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор; Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы (2004—2006); Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары; Рәсәй Федерацияһының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2011—2016); Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2016—2021). Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры (2021 йылдан).
Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина 1961 йылдың 26 авгусында Башҡорт АССР-ының Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында донъяға килә (1992 йылдың 25 февраленен — Башҡортостан Республикаһы).
Ул Салауат педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында «рус теле һәм әҙәбиәте» белгеслеген ала. Хеҙмәт юлын БДУ-ның бер кафедраһында лаборант булып башлай, һуңынан бүлек инженеры булып эшләй. 1986 йылда этика, эстетика һәм культрология кафедраһы аспирантураһына инә һәм уны 1991 йылда уңышлы тамамлап, шул уҡ кафедрала ассистент, өлкән уҡытыусы, һуңынан доцент булып хеҙмәтен дауам итә[1].
1996—1999 йылдарҙа БДУ-ның философия кафедраһында докторантура үтә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, ошо уҡ кафедрала доцент булып эшләй һәм кафедра мөдире вазифаһын башҡара. 2000—2002 йылдары — Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО кафедраһы, артабан этика, эстетика һәм культрология кафедраһы мөдире, профессор[2].
2004 йылда Зөһрә Рәхмәтуллина юғары етәкселек вазифаһына билдәләнә: 2006 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры булып эшләй
2006—2010 йылдарҙа ул тағы ла Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында этика, эстетика һәм культрология кафедраһы (ЮНЕСКО кафедраһы) мөдире.
2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.
2011 йылда «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе кандидаттарының федераль исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Вәкәләттәре 2011 йылдың 4 декабренән башлана. Зөһрә Рәхмәтуллина Думаның мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
2016 йылдың 18 сентябрендәге һайлауҙа Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды[3].
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2016 йылдың 26 авгусындағы указы менән Зөһрә Рәхмәтуллина II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән наградланды.
2021 йылдың 18 ноябренән — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры[4]. .
Ғилми эшмәкәрлеге
Зөһрә Рәхмәтуллина — Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.
Философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләренә арналған 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы.
Хеҙмәттәре
- Культура общения и взаимопонимания - Учебное пособие.
- Этикет как ценность культуры. — Уфа: Гилем, 2004.
- Башкирская традиция (социально-философский анализ). — Уфа, 2000.
- Милләт күрке — әҙәп. — Өфө, 1998.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2015 йылдың 28 апрелендә Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезында Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды. Башҡортостандан депутат булараҡ, Зөһрә Рәхмәтуллина республикала йыш була: һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө кимәлдә үткәрелгән күп төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ул билдәле шағир һәм публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның тыл һалдаттарына арналған китабының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙғарылған исем туйында ҡатнашты[1].
Ғаиләһе
Тормошта, бер ҡыҙы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2016).
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2013).
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Маҡтау грамотаһы (2011).
- Рәсәй федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының маҡтау грамотаһы (2009).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Рахматуллина, Зугура Ягануровна. Энциклопедия ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2025.
- ↑ Рахматуллина, Зугура Ягануровна. Традиция башкирского этноса как социокультурное явление: Философский анализ : автореф. дис. ... д-ра филос. наук : 09.00.11 / Башкирский гос. ун-т. - Уфа, 2000. - 39 с.
- ↑ Рахматуллина Зугура Ягануровна. Фракция «Единая Россия» в Государственной Думе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2025.
- ↑ Директором Института истории, языка и литературы стала Зугура Рахматуллина. Башинформ (18 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26 августа 2016 года № 432 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2025. Архивировано 27 март 2019 года. (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2025)
- ↑ Владимир Путин наградил депутата из Башкирии медалью ордена «За заслуги перед Отечеством». Башинформ (15 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2025.
Сығанаҡтар
- Рахматуллина Зугура Ягануровна. Партия «Единая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2025.
Һылтанмалар
- Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 август 2021)
- Зугура Рахматуллина: «Великая Победа ковалась и в глубоком башкирском тылу». Башинформ (7 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2025.
- Зөһрә Рәхмәтуллина: «Ауыл китапханаһы закон тарафынан яҡланасаҡ» (башҡ.) (22 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2025.