М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (рус. Башкирский государственный художественный музей имени М. В. Нестерова) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөләге сәнғәт музейы.

1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай[1]. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала[2].

Тарихы

undefined

Өфөлә тыуған рәссам М. В. Нестеров XIX быуаттың икенсе яртыһы — XX быуат башы рус рәссамдарының уникаль коллекцияһын, шулай уҡ үҙенең утыҙға яҡын картинаһын 1913 йылда тыуған ҡалаһына бүләк итә. Коллекцияға И. И. Шишкин, И. И. Левитан, Н. А. Ярошенко, К. А. Коровин, А. Н. Бенуа, В. Д. Поленов, А. Е. Архипов һәм башҡа күп билдәле осталарҙың эштәре инә. Экспозицияны (рус.)баш. Өфө властары төҙөлөп ятҡан Аксаков халыҡ йортона урынлаштырырға ниәтләй. Әммә уның төҙөлөшө Беренсе донъя һуғышы һәм 1917 йылғы революция ваҡиғалары арҡаһында оҙаҡҡа һуҙыла. Шуға күрә 1919 йылға тиклем Нестеров бүләге Мәскәүҙә һаҡлана.

1919 йылдың 7 ноябрендә — Өфө колчаксыларҙан азат ителгәндән һуң — Губерна Революцион комитеты махсус ҡарар менән ҡалала «Октябрь революцияһы исемендәге Художество пролетар музейы»на нигеҙ һала. Аксаков халыҡ йорто төҙөлөп бөтмәгәнлектән, музейҙы урынлаштырыу өсөн сауҙагәр-урман сәнәғәте эшмәкәре М. А. Лаптевтың йорто бүленә[3][4][5]. Нестеров коллекцияһын Мәскәүҙән Өфөгә — тыныс булмаған, ас һәм граждандар һуғышынан емерелгән ил аша — алып килеү бер ҙә еңелдән булмай. Был эш рәссамдың дуҫы һәм яҡташы, билдәле архитектор И. Е. Бондаренкоға йөкмәтелә. Үҙе Өфөгә килгәс, уға музей менән етәкселек итеүҙе лә ышанып тапшыралар. Музей 1920 йылдың ғинуарында асыла.

И. Е. Бондаренконың энергияһы арҡаһында, 1920 йылдың майына музей йыйылмаларында 1500 экспонат, ә китапханаһында 2500 том иҫәпләнә. 1920—1930 йылдарҙа музей Мәскәү һәм Петроград музей фондтары экспонаттары (рус.)баш. менән тулыландырыла. Ул саҡта музейға К. А. Коровин, П. В. Кузнецов, Л. В. Туржанский, И. Н. Крамской, В. Г. Перов, М. А. Врубель, В. А. Серов, М. Ф. Ларионов һ.б. рәссамдарҙың эштәре килә. Боронғо рус һынлы сәнғәте коллекцияһының айырыуса ҡиммәтен 1921 йылда Мәскәү музей фонды аша иң ҙур коллекционер һәм реставратор Г. О. Чириковтан килгән иконалар тәшкил итә[6].

Экспозиция майҙаны — 391 квадрат метр, һаҡлау берәмектәренең дөйөм һаны 10 000 нан ашыу. Бында М. В. Нестеровтың иртә ижадын сағылдырған картиналар, XIXXX быуат башындағы боронғо рус сәнғәте һәм рус һынлы сәнғәте коллекциялары (рус.)баш., Башҡортостандың заманса һынлы сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш сәнғәте коллекциялары бар.

Исеменең үҙгәреүҙәре: 1919 йылдан — Өфө Октябрь революцияһы исемендәге художество пролетар музейы, 1921 йылдан — Өфө художество пролетар сәнғәт музейы, 1922 йылдан — Өфө художество музейы, 1929 йылдан — Башҡорт дәүләт художество музейы (1954 йылда М. В. Нестеров исеме бирелә), 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһының М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, 1998 йылдан — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы.

Адресы: 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27.

Филиалдары

Музей коллекцияһы

Әлеге ваҡытта музейҙа Башҡортостандың билдәле рәссамдар А. Э. Тюлькин, Д. Д. Бурлюк, Р. М. Нурмөхәмәтов, А. А. Кузнецов, Ә. Ф. Лотфуллин, Ф. А. Кащеев, Ә. Х. Ситдикова, Р. М. Хәлитов, Б. Ф. Домашников, А. Д. Бурзянцев, А. В. Пантелеев, В. П. Пустарнаков; графиктар Р. Ш. Ғүмәров, Б. М. Палехов, Э. М. Сәйетов; рәссам-монументалистар (рус.)баш. М. Н. Елгаштина, В. Н. Морозова; скульпторҙар Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев, А. П. Шутов; шулай уҡ театр-декорация сәнғәте осталарының ижад емештәре һаҡлана.

Ватан рәссамдарынан М. В. Нестеров, И. Е. Репин, М. А. Врубель, И. К. Айвазовский, В. А. Серов, И. И. Левитан, А. К. Саврасов, К. А. Коровиндың һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, Б. М. Кустодиев, Е. А. Лансере, Ф. А. Малявин һүрәттәре, Л. М. Антокольский скульптураһы бар. М. В. Нестеровтың бүләк ителгән 60-ҡа яҡын эше — музейҙың төп ҡиммәт булып һанала.

Боронғо иконалар, тәүге баҫма һәм ҡулъяҙма китаптар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре музей ҡаҙнаһын тулыландыра. Ундағы боронғо рус һынлы сәнғәте өлгөләре төрлө икона яҙыу мәктәптәренә ҡарай. Экспозицияла XVI быуат аҙағында билдәһеҙ оҫта эшләгән «Ике Деисус чины иконаһы» (Богоматерь һәм Иоанн Предтеча) бар.

Музей коллекцияһы һынлы сәнғәттең бөтә төрҙәренән 4000-дән ашыу экспонаттан тора. Фәнни китапханала 10 000-дән ашыу китап иҫәпләнә.

Ҡаҙаныштары

  • «Турстат» аналитик агентлығының 2020 йылдың апрелендә иғлан ителгән «Рәсәйҙең иң яҡшы художество музейҙары» рейтингында (рус.)баш. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ун яҡшы сәнғәт учреждениеһы араһынан тәүге бишәү рәтендә атала һәм исемлектә дүртенсе булып тора[7].

Иҫкәрмәләр

  1. Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Республики Башкортостан Башкирский государственный художественный музей имени М.В. Нестерова. Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)
  2. В. М. Сорокина. Нестеров М. В. исемендәге художество музейы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  3. Особняк М.А. Лаптева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  4. Дом Лаптева (здание Музея). Государственное учреждение культуры Научно-производственный центр по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия Республики Башкортостан при Министерстве культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  5. Лаптев М. А. йорто (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  6. Светлана Игнатенко. К 90-летию Башкирского государственного художественного музея им. М. В. Нестерова // Ежемесячный журнал «Бельские просторы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 31 декабрь 2013 года.
  7. Лейла Аралбаева. Художественный музей им. М. Нестерова вошёл в пятерку лучших музеев России. Информационное агентство «Башинформ» (9 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Башкирский государственный художественный музей имени М. В. Нестерова. Э. П. Фенина. Уфа. 1974 г.
  • Сорокина В. М. Далёкие мечты осуществились // Мир музея, 2002. — № 5 (Сентябрь-октябрь). — С. 14-23 (с воспр.).
  • Сорокина В. М., Игнатенко С. В. Музей на реке Белой // Государственная Третьяковская галерея, 2007. — № 3. — С. 4-15 (с воспр.). — Текст парал.: рус., англ.
  • Игнатенко С. В. Башкирский государственный художественный музей им. М. В. Нестерова, Уфа // Художественная галерея, 2008. — № 170.
  • Игнатенко С. В. Храм искусств. Из истории. Музей сегодня // Уфа. 435 лет созидания: Каталог. — Уфа: Башкирская пресса, 2008. — С. 45
  • Михаил Васильевич Нестеров. Коллекция музея: Справочное издание / Авт.-сост. В. М. Сорокина. — Л.: Иван Фёдоров, 1997. — 40 с.
  • Произведения Михаила Васильевича Нестерова. Живопись и графика 1878—1922 годов: Несброшюрованный альбом. Вып. I из серии «Башкирский государственный художественный музей им. М. В. Нестерова» / Авт.-сост. Э. В. Хасанова; Науч. ред. С. В. Игнатенко. — Уфа: Информреклама, 2004. — 26 отд. л. цв. ил., текстовый блок 4 с.
  • Давид Бурлюк. Фактура и цвет. Произведения Давида Бурлюка в музеях российской провинции: Каталог выставки — каталог наследия. Кн. I и II / Авт. вступ. ст., сост. кат. и разделов С. В. Евсеева [С. В. Игнатенко]. — Уфа: Башкортостана, 1994. — 128 с.

Тема буйынса өҫтәмә