Башҡорт АССР-ы гербы
Башҡорт АССР-ы гербы — Башҡорт АССР-ының дәүләт символы. 1981 йылдың 4 июлендә раҫлана. 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһы парламенты тарафынан бөтөрөлә.
Тарихы
1925 йылда ВЦИК Башҡортостан Республикаһының РСФСР гербын ҡабатлаған һәм «АБССР» тигән яҙыу өҫтәлгән гербын раҫлай[1]. 1937 йылдың 23 июнендә Башҡорт АССР-ы Советтарының X Ғәҙәттән тыш съезы ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 1937 йылғы Конституцияһында дәүләт символы тасуирлана: тирә яғын алтын башаҡтар уратып алған, ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына ҡойонған ҡыҙыл ертелктә алтын төҫөндәге, бер-береһенә сатраш, һаптары аҫҡа ҡаратып һалынған ураҡ һәм сүкеш һүрәтләнгән, «РСФСР» һәм «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары берләшегеҙ!» тигән яҙмалы РСФСР гербы композицияһына «РСФСР» һүҙенән өҫтә вағыраҡ хәрефтәр менән рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡорт АССР-ы» тип өҫтәлгән. Һәр яҙыу айырым ярымтүңәрәк юл булып тора. Башаҡтар бәйләнгән таҫма бантына рус һәм башҡорт телдәрендә «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән девиз яҙылған. Был герб 1938 йылдың 9 февралендә раҫлана.
1978 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ы гербы өлөшләтә үҙгәртелә. Уның !ҫк! яғында биш ҡанатлы йондоҙ пәйҙә була.
1990 йылдың 13 октябрендәге айырым ҡанун менән барлыҡ ҡануниәт акттарындағы республиканың атамаһын Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы тип үҙгәртергә ҡушыла, әммә был эшләнмәй. 1992 йылдың 25 февралендә республиканың атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртеү тураһында Ҡанун ҡабул ителә.
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ гербы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
Һылтанмалар
- Герб Башкортостана Архивная копия от 17 октябрь 2018 на Wayback Machine
- Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 04.06.1981 N 6-2/142 «Об утверждении Положения о Государственном гербе Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» Архивная копия от 4 ғинуар 2015 на Wayback Machine
- Гербы. Башкирская энциклопедия.
