Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы йәки Ҡабарҙы-Балҡария (ҡаб.-черк. Къэбэрдей-Балъкъэр Республикэ; ҡарас.-балҡ. Къабарты-Малкъар Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[1][2], Төньяҡ Кавказ федераль округындағы Рәсәй Федерацияһы субъекты. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының дәүләт телдәре — балҡар, ҡабарҙы, һәм урыҫ телдәре[3].

Төньяҡта — Ставрополь крайы, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Төньяҡ Осетия — Алания, көньяҡта — Грузия, көнбайышта Ҡарасай-Черкесия менән сиктәш.

1922 йылда автономиялы өлкә булараҡ ойошторола. 1936 йылда Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы тип үҙгәртелә. Баш ҡалаһы — Нальчик.

География

undefined
undefined

Республика башлыса Төньяҡ Кавказ тауҙарында урынлашҡан, тик төньяҡ-көнсығыш өлөшө — тигеҙлекте биләй.

  • Иң бейек нөктәһе: Эльбрус тауы (5642 м)
  • Төньяҡтан көньяҡҡа максималь оҙонлоғо: 167 км;
  • Көнсығыштан көньяҡҡа максималь оҙонлоғо: 123 км.

Климат

Климаты урта-континенталь. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4 °С-тан алып (тигеҙлектә) −12 °С-ҡа тиклем (тауҙарҙа), шулай уҡ рәүештә июлдең уртаса температураһы +23…+4 °С. Яуым-төшөм йылына 500—2000 мм.

Йылғалар

Күлдәр

  • Чирик (Серек) күл
  • Шадхурей
  • Тамбукан

Шарлауыҡтар

  • Абай-Су
  • Чегем

Иң бейек түбәләре

  • Эльбрус (5642 м)
  • Дыхтау (5204 м)
  • Коштантау (5152 м)
  • Пушкин сусағы (5100 м)
  • Шхара (5068 м)
  • Джангитау (5058 м)
  • Мижирги (5025 м)

Халҡы

Росстат мәғлүмәттәре буйынса республиканың халыҡ иҫәбе 905 464 кеше тәшкил итә. (2024). Халыҡ тығыҙлығы — 72.61 кеше/км2.

Халыҡ 2010 йылдағы иҫәбе,
кеше[4]
2002 йылдағы иҫәбе,
кеше[5]
1989 йылдағы иҫәбе,
кеше[6]
Ҡабарҙылар ▼490 453 (57,2 %) 498 702 (55,3 %) 363 494 (48,2 %)
Урыҫтар ▼193 155 (22,5 %) 226 620 (25,1 %) 240 750 (31,9 %)
Балҡарҙар ▲108 577 (12,7 %) 104 951 (11,6 %) 70 793 (9,4 %)
Төрөктәр ▲13 965 (1,6 %) 8 770 (1 %) 4 162
Осетиндар ▼9 129 (1,1 %) 9 845 (1,1 %) 9 996 (1,3 %)
Әрмәндәр ▼5 002 5 342 3 512
Украиндар ▼4 800 7 592 12 826 (1,7 %)
Корейҙар ▼4 034 4 722 4 983
Сиғандар ▲2 874 2 357 2 442
Черкестар ▲2 475 725 614
Татарҙар ▼2 375 2 851 3 005
Әзербайжандар ▼2 063 2 281 2 024
Милләтен күрһәтмәгәндәр ▲2 269 15 0

Иҫкәрмә: 2010 йылда һандары 2000 кешенән артҡан халыҡтар күрһәтелгән

undefined
  1. Ҡабарҙылар- Төньяҡ Кавказдағы адыгэ субэтносы.Адыгэ халыҡтары Рәсәйҙә һәм башҡа дәүләттәрҙә (нигеҙҙә Яҡын Көнсығышта) йәшәүсе халыҡтар төркеме (ҡабарҙы, сәркәстәр, адыгэлар). Рәсәйҙә дөйөм һандары яҡынса 800 мең тонна тәшкил итә.
  2. Балкарҙар – Төньяҡ Кавказда йәшәүсе төрки халыҡ. Төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә кереүсе телендә һөйләшәләр.

Административ-территориаль бүленеше

  • Республика ҡарамағындағы ҡалалар:
  • Райондар:
    • Баксан районы
    • Зольск районы
    • Лескен районы
    • Майский районы
    • Прохладный районы
    • Терск районы
    • Урван районы
    • Чегем районы
    • Черек районы
    • Эльбрус районы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Харенко А. А. Горными тропами Кабардино-Балкарии: Спутник туриста. — Нальчик: Эльбрус, 1972. — 104, [16], [24] с. — 30 000 экз. (обл.; карты-схемы)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә