Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Aprove.svg

РФА экспертизаһы

Arrow-Right.png
Logo-ran.png
Рәсәй Фәндәр академияһы
экспертизаһын үткән
Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү
Ҡул ҡуйылған ваҡыты 20 март 1919 йыл
Ҡул ҡуйылған урыны РСФСР-ҙың
Мәскәү ҡалаһы
Ҡөсөнә инә 1919 йылдың 23 марты
Имза ҡуйҙылар В. И. Ленин, М. Ф. Владимирский, И. В. Сталин, А. С. Енукидзе

М. А. Ҡулаев, Ә. И. Бикбауов,
М. Д. Халиҡов
Яҡтар

РСФСР флагы (1918-1954) Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы

Башҡортостан автономияһы Башҡорт Хөкүмәте
Язык русса

Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү (Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү; рус. Соглашение центральной Советской власти с Башкирским правительством о Советской Автономной Башкирии; Соглашение Российского рабоче-крестьянского правительства с Башкирским правительством о советской автономии Башкирии) — Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының (АБСР) барлыҡҡа килеүе, дәүләт һәм идара итеү ҡоролошо тураһындағы документ[1]. 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә төҙөлгән.

Һөйләшеүҙәрҙең беренсе этабы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың 21 ноябрендә А. В. Колчактың Ваҡытлы Бөтөн Рәсәй хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәтен бөтөрөү тураһындағы күрһәтмәһен раҫлаусы фарманы донъя күргәс, Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостан автономияһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, совет власы яғына сығырға ҡарар итә[2][3]. Һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Гәрәй Ҡарамышев һәм Сәләхетдин Мәскәүгә юллана. Әммә был миссия уңышһыҙ тамамлана. Беренсе делегат ҡулға алына һәм ҡушылғанды үтәй алмай, ә икенсеһе, фронт һыҙығын үтеп сыҡһа ла, ышанып тапшырылған йомошто үтәмәҫкә ҡарар ҡыла. 1918 йылдың декабрь уртаһында һөйләшеүҙәр алып барыу бурысы Муллайән Халиковҡа һәм Х. Сәғитовҡа йөкмәтелә. 1919 йылдың 30 ғинуарында Муллаян Халиҡов Өфө губерна революцион комитеты менән һөйләшеүҙәр башлай. Ҡултамғалар ҡуйылған һөйләшеү протоколдары күсермәһе, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын таныштырыу өсөн, Халиҡовҡа тапшырыла[4].

Өфө губревкомы уҙған һөйләшеүҙәр тураһында РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе В. И. Ленинға хәбәр итә. 1919 йылдың 6 февралендә ебәрелгән телеграммаға яуап булып, Мәскәүҙән Өфө губревкомы рәйесе Борис Нимвицкий исеменә М. Д. Халиков менән һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү, талап ителгән милли автономияны гарантиялау һәм Башҡорт армияһына, әгәр Ҡыҙыл Армия яғына сыҡһа, амнистия иғлан ителәсәге тәҡдиме менән телеграмма килә[4].

Башҡорт хөкүмәтенең һәм Башҡорт ғәскәренең 1919 йылдың 8 февралендә уҙған берлектәге ултырышында Өфөлә ҡаралған килешеүҙәр тураһында һөйләшелә һәм урындағы етәкселәр менән Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһының үҙәк органдары араһында Башҡортостан һәм уның совет власы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында килешеүҙе кисектермәйсә төҙөү буйынса йомғаҡлау һөйләшеүен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бының өсөн Өфөгә Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе Мстислав Ҡулаевты, Башҡорт өлкә советы ағзалары М. Д. Халиҡов һәм Х. Сәғитовты, Башҡорт ғәскәре командиры адъютанты Әбдрәшит Бикбауовты ебәрергә ҡарар ителә. Шулай уҡ М. А. Ҡулаевты һәм М. Д. Халиҡовты Үҙәк совет власы менән һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында Мәскәүгә ебәреү тәҡдиме индерелә[4].

Һөйләшеүҙәрҙең икенсе этабы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт хөкүмәте 16 февраль ултырышында 1919 йылдың 18 февралендә сәғәт 10-да совет власы яғына сығыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ көндө, ҡарарҙа күрһәтелгән ваҡытта, Башҡорт ғәскәренең совет власы яғына сығыуын башлау тураһында Бойороҡ донъя күрә[5].

А. В. Колчак хөкүмәте был пландарға аяҡ салырға маташа. 1919 йылдың ғинуар башында уҡ Башҡорт хөкүмәтенә оппозицияла торған һәм башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе булған М. Ғ. Ҡорбанғәлиев аҡтар менән йәшерен һөйләшеүҙәр алып барған була, һәм А. В. Колчак уға 1919 йылдың 15 февралендә казак хеҙмәте тибындағы үҙидаралыҡ вәғәҙә итә. 18 февралдә Колчак Көнбайыш армияһы командующийына Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидерҙары Ә. Ә. Вәлидовты һәм М. А. Ҡулаевты ҡулға алыу тураһында шифрланған телеграмма ебәрә, әммә телеграмманың шифрын сисеү тотҡарланыу сәбәпле, улар әсирлеккә эләкмәй ҡала. А. В. Колчак башҡорттарға, урында хәл ителәсәк эштәрендә үҙидаралыҡ рөхсәт итәсәген белдереп, 1919 йылдың 20 февралендә мөрәжәғәт иткәнлектән, ҡайһы бер башҡорт ғәскәри подразделениеларының большевиктар яғына сығыуы кисектерелә[6].

1919 йылдың 18 февралендә Өфөлә РСФСР хөкүмәте вәкилдәре һәм башҡорт делегацияһы ҡатнашлығында ултырыш уҙғарыла, унда РСФСР Милләттәр эштәре буйынса Халыҡ комиссариатынан (Наркомнацтан) — Мирсәйет Солтанғәлиев, Өфө ревкомынан — Б. Н. Нимвицкий, партия губкомынан — В. Седенков һәм 5-се Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) Реввоенсоветынан нарком В. М. Смирнов ҡатнаша. Башҡорт хөкүмәте һәм Совет хөкүмәте вәкиллеге араһында килешеүҙең яҡынса проекты эшләнә. Килешеүгә ҡултамға ҡуйылып, раҫланыр саҡта ғына, 19 февралдә, Көнсығыш фронты Реввоенсоветынан, «һөйләшеүҙәрҙе туҡтатып торорға һәм уны Семберҙә уҙғарырға» тигән телеграмма килеп төшә, сөнки, Башҡорт ғәскәренең ҡыҙылдар яғына күсеүе башланыу айҡанлы, бындай һөйләшеүҙәр 1-се Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) частары урынлашҡан ерҙә башланған була[7].

1919 йылдың 21-22 февралендә I Бөтә Башҡорт хәрби съезында килешеүҙе әҙерләү буйынса башҡарылған эш ыңғай баһа ала, Ваҡытлы революцион комитет һайлана һәм уға Башҡортостан Хөкүмәтенең идаралыҡ (власть) вазифаһы тулыһынса тапшырыла[8].

1919 йылдың 21 февралендә, килешеүҙе ҡабул итеү маҡсатында, башҡорт делегацияһы Сембергә, Көнсығыш фронты Реввоенсоветы штабына бара. Тимер юлда тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында делегаттар тәғәйен урынға тик 1919 йылдың 27 февралендә генә барып етә. Ошо көндө үк улар Көнсығыш фронты Реввоенсоветы ағзалары менән осраша һәм килешеүҙең баштағы тексына ҡултамға ҡуя (Сембер яҡынса килешеүе)[9][10].

Тулы килешеүгә ҡул ҡуйыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың 7 мартында Башҡортостан делегацияһы, Тулы килешеү төҙөү маҡсатында, Мәскәүгә бара [11]. Делегацияның эшен Мәскәүгә килгән Башревком ағзаһы Әхмәтзәки Вәлидов әүҙем ҡеүәтләй[11]. 1919 йылдың 9 мартында, ҡыҙыу дискуссиялар һәм консультациялар барышында, 14 параграфтан торған «Тәүге Мәскәү килешеүе» булараҡ тарихҡа ингән килешеү ентекләп эшләнә. Башҡортостан яғынан уға М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов, РСФСР яғынан — И. В. Сталин, А. З. Каменский ҡул ҡуя. Яраштырыу һәм иҫкәрмәләр индереү маҡсатында килешеү күсермәләре РСФСР Халыҡ Комиссариаттарына ебәрелә. Өҫтәмәләр индергәндә, килешеү проекты «Килешеү» («Соглашение») тигән тулы атама ала, уның структураһына һәм йөкмәткеһенә күп үҙгәрештәр индерелә[12].

1919 йылдың 16 мартында килешеү мәсьәләһе РКП(б) Үҙәк Комитетының В. И. Ленин ҡатнашлығында уҙған ултырышында ҡарала[13]. РСФСР-ҙың Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында (Наркомнац) ике яҡтың да вәкилдәре — И. В. Сталин, М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов — барыһы тарафынан да килешеүгә ҡул ҡуйыла[13].

1919 йылдың 20 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советында (СНК) килешеүҙе раҫлау һәм ВЦИК-ка тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ултырыш барышында килешеүгә В. И. Ленин ҡул ҡуя. Шул уҡ көндә килешеү ВЦИК тарафынан тулыһынса раҫлана — документҡа Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) рәйесе вазифаһын башҡарыусы М. Ф. Владимирский һәм ВЦИК секретары А. С. Енукидзе ҡултамғаларын ҡуя[13][14].

1919 йылдың 23 мартында «Килешеү» тексы «Известия ВЦИК» (№ 63/615) гәзитендә баҫылып сыға[14].

Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң булған ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың һуңына Республика Хөкүмәте Килешеүҙең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса күп әһәмиәтле эштәр башҡара[15]. Әммә Үҙәк хөкүмәт эшмәкәрлеге автономияны сикләүгә йүнәлтелгән була[16]. 1920 йылдың 19 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына мөнәсәбәте тураһында» декреты («Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһында дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарары) сыҡҡандан һуң, республика Килешеү гарантиялаған сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарынан ғәмәлдә ҡолаҡ ҡаға. Етәксе органдар һәм халыҡтың (баҫтырылған Бөрйән-Түңгәүер ихтилалын индереп) автономия хоҡуҡтарын сикләүгә ҡаршы сығыуы һөҙөмтәһеҙ була һәм Башревкомды тарҡатыу менән тамамлана[17][18]. Артабан автономия хоҡуғы бирелгән башҡа республикалар ҙа 1920 йылдың 19 майында сыҡҡан декреттың принциптарына тура килгән шундай уҡ стандарт хоҡуҡ йыйылмаһына эйә була[19].

Документтың структураһы һәм йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Килешеү»ҙең титул бите

Документ Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының йәмғиәт, дәүләт һәм идара төҙөлөшөн билдәләгән 16 параграфтан тора[20].

1-се параграф Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы Кесе Башҡортостан сиктәрендә барлыҡҡа килә һәм РСФСР-ҙың федератив өлөшө, тип билдәләй[14][21].

1-се, 3-сө, 4-се параграфтар республика территорияһын аныҡлай. 2-се һәм 3-сө параграфтарҙа республика составына ингән айырым өйәҙҙәрҙең улустары һәм тораҡ пункттары тасуирлана. 4-се параграф был биләмәләрҙә йәшәгән халыҡ фекерен асыҡлағанға тиклем Башҡорт хөкүмәтенә буйһонмаған (үҙәге Златоуст ҡалаһы булған тау-завод районы һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең көньяғына ҡараған ҡайһы бер улустар) территорияларҙы билдәләй[22].

5-се параграф республика территорияһындағы тимер юлдар, заводтар һәм рудниктар Үҙәк Совет власы ҡарамағында ҡала, тип билдәләй. Тағы ла урындағы сәнәғәт етештергән продукттарҙы бүлгәндә, тәү сиратта республика ихтыяждары һәм мохтажлығы ҡәнәғәтләндерелергә тейеш, тип әйтелә[22][23].

6-сы параграф республиканың 13 кантондан торған идара-территория төҙөлөшөн билдәләй. Бында ниндәй кантон ҡайһы территорияны биләүе тасуирлана һәм уның административ үҙәге күрһәтелә[22][21].

7-се параграф 4-се параграфта күрһәтелгән территориялар статусына мөрәжәғәт итә. Башҡортостанға ҡушыла ҡалһа, улар айырым административ берәмек тәшкил итергә тейеш була[24].

8-се параграф республикала власть 1918 йылдың 10 июлендә Советтарҙың V Бөтә Рәсәй съезында раҫланған РСФСР Конституцияһына төгәл нигеҙләнеп ойошторола, тип айырып билдәләй[22][21].

9-сы һәм 10-сы параграфтарБашҡорт армияһын (дүрт полклы башҡорт кавалерия дивизияһы һәм өс полклы башҡорт уҡсылар бригадаһы) булдырыуҙы регламентлай. Ул «Рәсәй һәм донъя контрреволюцияһына ҡаршы көрәш» маҡсатында булдырыла. Уның структураһы, буйһоноуы, уға идара итеү, ҡоралланыуы һәм йөкмәткеһе билдәләнә[22][25].

11-се параграф республикала эске тәртип һаҡлауға бағышланған һәм, тәртип «ҡоралланған пролетариат» тарафынан урынлаштырылырға тейеш, тип билдәләй[25].

12-се параграф «Совет власы ойоштороу һәм илдә мәҙәни-ағартыу сараларын уҙғарыу» эштәрендә финанс яҡтан республикаға РСФСР-ҙың таяныс булыуын нығыта[26][23].

13-сө параграф Башҡортостан Советтары съезы саҡырылғанға тиклем Башҡорт Совет Республикаһы сиктәрендә власть тулылығы менән Башҡортостан хәрби-революцион комитетына күсә тип билдәләй. Был параграф шулай уҡ съезд саҡырыу буйынса махсус ҡатнаш комиссия булдырыу кәрәклеген атай. Ҡатнаш комиссия составына биш кеше инергә тейеш, уларҙың икәүһе Башревком һәм тағы икәүһе — Үҙәк Совет власы вәкилдәре була, бишенсе кеше яҡтар һәм комиссия килешеүе буйынса тәғәйенләнә[27][23].

14-се параграф ике яҡтың — Башревкомдың (йәки Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының) һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен бер-беһенә ебәреүҙе рәсмиләштерә[27][23].

15-се параграф ваҡытлыса, Башҡортостан Советтары съезы саҡырылғанға тиклем, республиканың баш ҡалаһы итеп Темәсте билдәләй[27].

16-сы параграф Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын, идара учреждениеларын һәм йәмәғәтселек ойошмаларын республика РСФСР-ға инмәҫ борон башҡарған эшмәкәрлектәре өсөн яуаплылыҡҡа (репрессияға) тарттырмау гарантияһын нығыта[27][23].

Документтың әһәмиәте

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың мартында Килешеү нигеҙендә Башҡортостан автономияһын таныу ҙур тарихи әһәмиәткә эйә була, һәм башҡорт халҡы уны ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡаршы ала[28]. БашҡортостанРСФСР-ҙың ике яҡлы килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән беренсе һәм берҙән-бер автономиялы республикаһы. Башҡорт АССР-ын РСФСР-ҙың федератив өлөшө сифатында таныу Башҡортостан һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе килешеү нигеҙендә ҡороу традицияларын тергеҙеү һәм яңыртыу факты була. Республиканың дәүләт-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла һәм уға киң вәкәләттәр бирелеү тормошҡа ашырыла[29]. Был Килешеү Рәсәйҙең федерализацияһына башланғыс һала — күп халыҡтарға совет формаһындағы дәүләтселек алыу мөмкинлеге (автономиялы милли республика, автономиялы милли өлкә һ. б.) асыла. Документ баҫылып сыҡҡан дата — «Башҡорт АССР-ы ойошторолған көн» тип йөрөтөлә. Әлеге ваҡытта был Килешеү Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының преамбулаһында телгә алына. Документҡа ҡул ҡуйылған көн: 20 март — Башҡортостан Республикаһында иҫтәлекле көн[30].

  1. Кульшарипов М. М. Соглашение..., 2010, с. 7
  2. Еникеев З.И., Еникеев А.З., 2007, с. 240
  3. Плотников И. Ф., 2007, с. 457
  4. 1 2 3 Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 71
  5. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 72-73
  6. Наумова Н. И., 2003, с. 91-92
  7. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 74-75
  8. Кульшарипов М.М. В лагере..., 2010, с. 147
  9. Кульшарипов М.М. В лагере..., 2010, с. 150
  10. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 75
  11. 1 2 Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 149
  12. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 78-79
  13. 1 2 3 Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 79
  14. 1 2 3 Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 150
  15. Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 160
  16. Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 157-160
  17. Кульшарипов М.М. Майский (1920 г.) декрет..., 2010, с. 173-177
  18. Давлетшин Р. А., 2007, с. 544
  19. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 92
  20. Кульшарипов М.М. Подписание ..., 2010, с. 150
  21. 1 2 3 Еникеев З.И., Еникеев А.З., 2007, с. 246
  22. 1 2 3 4 5 Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 151
  23. 1 2 3 4 5 Еникеев З.И., Еникеев А.З., 2007, с. 249
  24. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана., 2011, с. 138
  25. 1 2 Еникеев З.И., Еникеев А.З., 2007, с. 248
  26. Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 151-152
  27. 1 2 3 4 Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 152
  28. Кульшарипов М.М. Подписание..., 2010, с. 153-154
  29. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 80
  30. Согласно Закону № ВС-10/21 «О праздничных и памятных днях, профессиональных праздниках и иных знаменательных датах в Республике Башкортостан» от 27 февраля 1992 года

• Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917-1925 гг.). Документы и материалы: В 4 т. / Авт.-сост. Б. X. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002. — 608 с. ISBN 5-295-02917-4  (рус.)
Кульшарипов М. М. В лагере белых и переход на сторону советской власти // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 141—149. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.  (рус.)
Кульшарипов М. М. Подписание Соглашения с Центром // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 149—163. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.  (рус.)
Кульшарипов М. М. Майский (1920 г.) декрет о государственном устройстве Башкирской АССР // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 170-179—163. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.  (рус.)
Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 71—81. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.  (рус.)
Наумова Н. И. Из истории взаимоотношений колчаковской власти и башкирского национального движения (1918 – 1920 гг.) // Вестник Томского государственного университета. Серия «История. Краеведение. Этнология. Археология».. — 2003. — № 236. — С. 90-97.  (рус.)
Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 246—263. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.  (рус.)
А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 2 / Сост. Н. М. Хисматуллина, З. Ю. Бурангулова, З. Г. Гатиятуллин.. — Уфа: Китап, 2011. — 436 с. — ISBN 978-5-295-05211-8 (ч. 2), 5-295-03701-0.  (рус.)
Давлетшин Р. А. Крестьянское повстанческое движение 1918-21 // Башкирская энциклопедия. В 7 т. / глав. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — Т. 3. — С. 543-544. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.  (рус.)

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «ҮҘӘК СОВЕТ ВЛАСЫ МЕНӘН БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АРАҺЫНДА БАШҠОРТ СОВЕТ АВТОНОМИЯҺЫ ТУРАҺЫНДА КИЛЕШЕҮ». Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019  (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2024)
Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». КОЛЧАК Александр Васильевич. Дата публикации: 01.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 04.12.2019  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2024)