Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы
Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (рус. Гумерова Лилия Салаватовна ; 1972 йылдың 16 декабре, Учалы, Башҡорт АССР-ы) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог—ғалим. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары, 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле[1]. 2019 йылдан — рәйесе.
2015 йылдан Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты[2].
Биографияһы
Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова 1976 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Учалы ҡалаһында тыуған.
1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика һәм психология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә педагог-психолог, психология уҡытыусыһы булып башлай.
2001 йылдан — Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәтенең I категориялы (рус.)баш. белгесе, артабан хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.
2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлеге мөдире.
2010—2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил[3].
2011 йылдың 14 мартында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 28-се Отрада һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (рус.)баш. итеп һайлана[4]. 2011 йылдың 15 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[5].
2012 йылдың 24 октябрендә Ғүмәрова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[6].
2014 йылдың 25 сентябрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ғүмәроваға Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында сенатор вәкәләттәрен бирә[7][8]. 2019 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостандың яңы Башлығы Радий Хәбиров уның вәкәләттәрен оҙайта[9].
2014 йылдың 1 октябренән — Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты (рус.)баш. рәйесенең беренсе урынбаҫары[10].
2015 йылдың 18 декабрендә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе итеп һайлана[11].
2019 йылдың 25 сентябрендә Ғүмәрова РФ Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе итеп һайлана[12][13].
2024 йылдың 26 сентябренән Лилиә Ғүмәрова яңынан Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса совет комитеты рәйесе итеп һайлана[14].
Федерация Советындағы эшмәкәрлеге
Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Лилиә Ғүмәрова Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
- Шундай уҡ маҡсаттар менән ул Башҡортостанда ла йыш була[15]
- 2015 йылда 1 октябрҙән 5-нә тиклем уҙған «Сочи-2015» Халыҡ-ара инвестиция форумы эшендә ҡатнаша[16].
- «Parlamentarium» ғилми бәхәс клубы эшмәкәрлегенә ярашлы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары һәм студенттары менән осраша[17].
Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге
- 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ағзаһы[18];
- 2016 йылдан — Спиваков фондының Попечителлек советы рәйесе[18];
- 2018 йылдан — «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының Ойоштороу комитеты рәйесе[18];
- 2019 йылдан — Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе[18];
- 2019 йылдан — «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Көслө ғаилә» проекты координаторы[18];
- 2019 йылдан — Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы советы ағзаһы[18];
- 2020 йылдан — «Минең илем — минең Рәсәйем» Бөтә Рәсәй конкурсының эксперт советы рәйесе[18].
Санкциялар
Украиналағы хәрби хәрәкәттәр фонында Лилиә Ғүмәрова 2022 йылдың 9 мартынан Европа Берлеге санкциялары аҫтында. 2022 йылдың 15 мартынан — Бөйөк Британия санкциялары аҫтында. 2022 йылдың 30 сентябренән — АҠШ санкциялары аҫтында. Шулай уҡ Канада, Швейцария, Австралия һәм Яңы Зеландия санкциялары аҫтында тора.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015) [19];
- II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орденының миҙалы (2018) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа, парламентаризмды үҫтереүҙә һәм закон сығарыу эшмәкәрлегендә күрһәткән әүҙем хеҙмәттәре өсөн;
- Дуҫлыҡ ордены (2022) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[20];
- «МПА СНГ. 25 лет» миҙалы (27 март 2017 йыл, БДБ-ның Парламент-ара ассамблеяһы) — парламентаризмды үҫтереү һәм нығытыу эшендәге ҡаҙаныштары, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға индергән өлөшө, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе һәм парламент-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуы өсөн[21].
- II дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (2024)[22].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Гумерова, Лилия Салаватовна. Председатель комитета Совфеда РФ по науке, образованию и культуре (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
- ↑ Лилия Салаватовна Гумерова. Конструирование среды дошкольного образовательного учреждения как условие формирования экономической культуры детей старшего дошкольного возраста. — Екатеринбург, 2012. Архивировано 2 октябрь 2019 года. (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
- ↑ Лилия Гумерова избрана на должность Уполномоченного по правам ребенка в Республике Башкортостан. ИА Башинформ (28 ғинуар 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 7 июнь 2020 года.
- ↑ Председатель Центризбиркома Башкирии огласил предварительные итоги выборов. ИА Башинформ (14 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ Лилия Гумерова избрана заместителем Председателя Госсобрания Башкирии. ИА Башинформ (15 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
- ↑ Рустэм Хамитов назначил заместителей Премьер-министра Правительства Башкортостана (недоступная ссылка — история). Официальный сайт Главы Башкортостана (24 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025.
- ↑ Рахимкулова Арина. Лилия Гумерова наделена полномочиями сенатора. ИА Башинформ (25 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
- ↑ Указ Президента Республики Башкоторстан . Правовой акт .25.09.2014. npa.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 2 октябрь 2019 года.
- ↑ Указ Главы Республики Башкоторстан. Правовой акт. 19.09.2019. npa.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 2 октябрь 2019 года.
- ↑ Об избрании Гумеровой Лилии Салаватовны первым заместителем председателя Комитета Совета Федерации по науке, образованию и культуре. Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 1 октябрь 2019 года.
- ↑ Басыров Артур. Лилия Гумерова избрана председателем Совета Федеральной национально-культурной автономии башкир. ИА Башинформ (18 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
- ↑ Об избрании Гумеровой Лилии Салаватовны председателем Комитета Совета Федерации по науке, образованию и культуре. Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 1 октябрь 2019 года.
- ↑ Два выпускника школы губернаторов возглавили комитеты в Совете Федерации. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 25 сентябрь 2019 года.
- ↑ Лилия Гумерова вновь возглавит комитет Совфеда по науке, образованию и культуре (26 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2025.
- ↑ Лилиә Ғүмәрова: «Өфөләге „Йылмайыу-2015“ операцияһы бер ниндәй санкциялар ҙа Рәсәйҙең сит илдәр менән бәйләнештәрен юҡҡа сығара алмауын иҫбатланы» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 31 август
- ↑ Лилиә Ғүмәрова: «Бюджет аҡсаларын сифатлы тотоноу — заман талабы». — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 октябрь
- ↑ Сенатор от Башкортостана встретилась со студентами и преподавателями БАГСУ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 12 октябрь (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Гумерова Лилия Салаватовна. Партия «Единая Россия». Федеральный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-209-06.
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан — Официальный сайт Главы Республики. 09.10.2015 Архивная копия от 13 июнь 2021 на Wayback Machine (рус.)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14 ноября 2022 года № 816 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025. Архивировано 14 ноябрь 2022 года.
- ↑ Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 27 марта 2017 года № 17 «О награждении медалью «МПА СНГ. 25 лет»
- ↑ Гумерова, Лилия Салаватовна Председатель комитета Совфеда по науке, образованию и культуре. ТАСС Энциклопедия.
Һылтанмалар
- Энциклопедия ТАСС, 2024. Гумерова, Лилия Салаватовна. Председатель комитета Совфеда РФ по науке, образованию и культуре (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
- Гумерова Лилия Салаватовна// Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан» Архивная копия от 11 апрель 2021 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
- Гумерова Лилия Салаватовна // Совет Федерации Архивная копия от 1 октябрь 2019 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2025)
Һылтанмалар
- Басиров А. Лилия Гумерова избрана председателем Совета Федеральной национально-культурной автономии башкирdate=2015-12-18. «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2015.
- Басиров А. Рәсәйҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдоdate=2015-12-18. «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2015.
- Лилиә Ғүмәрова: «Өфөләге „Йылмайыу-2015“ операцияһы бер ниндәй санкциялар ҙа Рәсәйҙең сит илдәр менән бәйләнештәрен юҡҡа сығара алмауын иҫбатланы» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 31 август
- СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан(недоступная ссылка) (рус.)