Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмалары

Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмалары (рус. Мичуринская ель и старовозрастные посадки лиственницы в Белебее) — төбәк әһәмиәтендәге Бәләбәй ҡалаһындағы дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005).

Тасуирламаһы

Ултыртылған ағастар Төньяҡ Америка шыршыһының ике ағасынан (зәңгәр йәки «күк шыршы» формаһы), Сукачев ҡарағасынан тора. Шыршыны ағалы-энеле баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Максимовтар йәшәгән йорт ихатаһына урыҫ селекционеры Мичурин Вениамин Николаевич иҫтәлеккә ултыртҡан, тип фаразлана. Ул 1907 йылда Башҡортостанға селекция эшендә кәрәкле ҡырағай сейә һөйәктәрен эҙләп килә. Әлеге ваҡытта ағастың бейеклеге 19 метр, олононоң диаметры 30 сантиметр самаһы. Уның эргәһендә яҡынса шундай уҡ йәштәге 2 ҡарағас үҫә. Уларҙың бейеклеге 18 метр, олонононоң диаметры 50 сантиметр. Майҙаны — 0,005 га. Һаҡланған ағастар Бәләбәй ҡалаһы үҙәгендә, Чапаев урамы, 43 һәм Шапошников урамы, 54 адрестары буйынса шәхси ихаталарҙа урынлашҡан.

Шыршы һәм ҡарағас ултыртмалары фәнни һәм тарихи әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 11 апрелендәге 161-се Ҡарары менән ағастарҙы ҡырҡыу һәм уларҙың үҫеү шарттарын насарайтыусы хужалыҡ эшмәкәрлек төрҙәре тыйыла[1].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә