Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың оялары
Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың оялары (рус. гнезда хищных птиц в Авзянском лесничестве[1]) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан зоология тәбиғәт ҡомартҡыһы (1986). Һаҡлау зонаһының майҙаны — 591 гектар. Тәбиғәт ҡомартҡыһы тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә.
Тасуирламаһы
Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың оялары тәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Үрге Әүжән ауылынан көньяҡ—көньяҡ-көнбайышҡа табан 14 километр алыҫлыҡта, Әүжән участка урмансылығының биләмәһендә урынлашҡан.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1986 йылдың 17 ноябрендәге 10-131-р һанлы бойороғона ярашлы, зоология тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[1].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһында бөркөт оялары участкаларын һаҡлайҙар. Бөркөт — һирәк осрай торған ҡош төрө. Ул Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
Ояһы ҡарағайҙа Көньяҡ Уралдың үҙәк райондары өсөн хас булған ҡарағай-ҡайын һәм ҡайын урмандары араһында, Ҡурғашлы йылғаһы үҙәненең битләүендә урынлашҡан. Ғәҙәттә, бөркөттәрҙең бер нисә ояһы була, йыртҡыс ҡоштар улар менән сиратлап файҙаланалар.
Ҡурғашлы йылғаһында европа бәрҙеһе йәшәй — ул Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китабына индерелгән республикала һаҡланырға тейешле төр.
Һаҡлау режимы Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге «Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау тураһында»ғы 48-се һанлы ҡарары менән билдәләнгән[2]: тәбиғәт комплексының үҙенсәлектәренә бәйле тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә мал көтөү, бесән сабыу, ағас ҡырҡыу, ҡоштарҙы оя ҡороу осоронда тынысһыҙлау, ниндәй ҙә булһа ла төҙөлөш тыйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Распоряжение Кабинета Министров Башкирской АССР от 17 ноября 1986 г. №10-131-р.
- ↑ Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 26.02.1999 №48 «Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях в Республике Башкортостан».
Әҙәбиәт
- Лоскутова Н. М., Едренкина Л. А. Опыт организации памятников природы многолетних гнезд крупных хищных птиц // Состояние и задачи охраны государственных памятников природы Башкирии. — Уфа, 1988. — С. 43-44.
- Мулдашев А. А. Гнезда хищных птиц в Авзянском лесничестве // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с. — С. 105.
Һылтанмалар
- Гнезда хищных птиц в Авзянском лесничестве. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).