Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы
Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева (рус. Нурия Исхаковна Ирсаева; 1942 йылдың 13 октябре, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының (1980), Татарстандың (1998) һәм РСФСР-ҙың (1984) халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).
Биографияһы
1942 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡанбәк ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын[1], ә 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Сергей Кайтовтың режиссёр Шәүрә Мортазина ҡуйған «Балаларым минең» пьесаһында Вера ролендә тәү башлап сығыш яһай[2].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Сәрүәр («Башмағым» Хәбибулла Ибраһимов);
- Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу» Фәйзи Мирхәйҙәр);
- Илгизә («Әсәләр көтәләр улдарын» Әсғәт Мирзаһитов);
- Ғәлиә («Тапшырылмаған хаттар» А. Ҡотой — Рифҡәт Исрафилов);
- Мәйсәрә («Зәңгәр шәл» Кәрим Тинчурин);
- Серафина («Нискавуори ҡатындары» Хелла Вуолийоки);
- Миләүшә («Миләүшә, әсе миләш» Нәжиб Асанбаев);
- Айгөл («Айгөл иле» Мостай Кәрим);
- Домна Пантелеевна («Таланттар һәм табыныусылар» Александр Островский);
- Мария («Изгеләрҙән изге» Ион Друцэ);
- Вера («Балаларым минең» Сергей Кайтов);
- Айһылыу («Айһылыуҙың айлы кистәре» Ибраһим Абдуллин) һәм башҡалар.
Фильмографияһы
Ғаиләһе
- Ҡыҙы — Гөлназ, ейәнсәрҙәре Әсиә, Кәримә, бүләсәрҙәре Милана, Вәрисә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980);
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984);
- Алексей Дмитриевич Попов исемендәге көмөш миҙал (1985);
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1987)
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)[4].
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Рәсәй актерҙары» мәғлүмәт базаһы 2017 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
- ↑ Нурия Ирсаеваның берҙән-бер ҡыҙы Гөлназ... (билдәһеҙ). shonkar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
- ↑ Өфөлә легендар артистар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде.
, 2017, 26 декабрь (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
- ↑ Актриса Нурия Ирсаева стала почетным гражданином города Уфы
Һылтанмалар
- Саитов С. С. Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- База данных «Актёры России» 2017 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
- Нурия Ирсаева
- Она полностью посвятила себя театру (К юбилею актрисы Нурии Ирсаевой)