Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова (рус. Баталова Рима Акбердиновна, 1964 йылдың 1 ғинуары, Шаран районы, Башҡорт АССР-ы) — 100-ҙән 5000 метрға тиклем йүгереү буйынса 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы[1].
Биографияһы
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова 1964 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шаран районы) Саҡты ауылында тыуған.
Мәктәп йәшендә күреү һәләте насар инвалид-спортсылар секцияһында еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1988), Урал физик культура академияһын (1996) тамамлай. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте (ДСО «Спартак») Өфө уҡыу-производство предприятиеһының физик культура коллективы тәрбиәләнеүсеһе.
1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә шөғөлләнә[2].
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова СССР, БДБ һәм Рәсәй йыйылма командалары составында Сеул (1988), Барселона (1992), Атлант (1996), Сидней (2000), Афина (2004), Пекинда (2008) үткән Паралимпия уйындарында ҡатнашып, 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 метр дистанцияларҙа йүгереү буйынса 13 тапҡыр чемпионка, көмөш (1992) һәм бронза (1998) призеры була.
18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы.
Насар күреүсе инвалид спортсылар араһында йүгереү дисциплиналары буйынса 18 тапҡыр донъя рекордсыһы.
СССР (1981—1991), Рәсәй (1991—2011) Паралимпия йыйылма командалары ағзаһы.
32 йыл дауамында Рима Аҡбирҙе ҡыҙы халыҡ-ара спорт ареналарында СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын яҡлай.
Рәттән 6 Паралимпия уйындарында уңышлы сығыш яһап, Баталова яулаған 17 миҙал (13 алтын, 2 көмөш, 2 бронза) Рәсәй граждандары өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.
Ҙур ҡаҙаныштары өсөн Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Рима Баталлова — әүҙем йәмәғәтсе. Паралимпия хәрәкәтенең инвалид спортсыларының мөһим мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлаша. Физик культураны һәм спортты пропагандалау, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнә, Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.
- Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт советы ағзаһы (2002—2006).
- Рәсәй Паралимпия комитетының Вице-президенты (2000).
- «Башҡортостан Республикаһы буйынса Спорт хоҡуғы академияһы төбәк филиалы»н ойоштороусы (2007)[4].
- Башҡортостан Республикаһының физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың Паралимпия һәм Судлимпия хәрәкәтенең «Яңырыу» Республика йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты ағзаһы (2007).
- Сочи ҡалаһындағы XXII Ҡышҡы олимпия (2009) һәм Ҡышҡы Паралимпия уйындарын (2014) ойоштороу комитеты ағзаһы.
- Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәтселек советы ағзаһы (2010).
- Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2010—2011).
- Башҡортостан Республикаһының Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды идараһы рәйесе (2012).
Ғаиләһе
Тормошта, ҡыҙы бар.
Шөғөлдәре
Әҙәбиәт уҡырға, бешеренергә һәм ҡунаҡ саҡырырға ярата.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2022).
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (6 апрель 2002 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2000 йылда Сиднейҙағы ХІ Паралимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн.
- Почёт ордены (3 декабрь 1996 йыл) — 1996 йылдағы Х йәйге Паралимпия уйындарында актив ҡатнашҡаны һәм юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- Дуҫлыҡ ордены (10 август 2006 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, Афиналағы XII Паралимпия уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- «Шәхси ҡаһарманлыҡ өсөн» ордены (3 декабрь 1992 йыл) — Инвалидтарҙың Паралимпия уйындарын үткәреү ваҡытында юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкәне, ҡаһарманлығы, фиҙакәрлеге һәм сыҙамлылығы өсөн.
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (15 декабрь 2000 йыл) — 2000 йылдағы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, донъя, Европа чемпионаттарында юғары спорты ҡаҙаныштары өсөн.
- Салауат Юлаев ордены (10 ноябрь 2004 йыл) — юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019).
- «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» Почёт Билдәһе (1994 йыл).
- Өфө ҡалаһының (2001) һәм Шаран районының почётлы гражданы[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Баталова Рима Акбердиновна. Государственная Дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2025. Архивировано 11 октябрь 2025 года.
- ↑ Башкирские спортсмены примут участие в Олимпийских играх для инвалидов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2025. Архивировано 17 июнь 2020 года.
- ↑ 1 2 Баталова, Рима Акбердиновна - Персона ТАСС. Энциклопедия ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2025.
- ↑ Объекты законотворчества: Система обеспечения законодательной деятельности. sozd.duma.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2025.
Һылтанмалар
- Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- Баталова Римма Акбердиновна. Вице-президенты ПКР. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- Баталова Рима Акбердиновна (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)