27 июнь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Ваҡ, кесе һәм урта предприятелар көнө.
Ер:
- Ананас көнө.
- Балыҡсылыҡ көнө.
- Банкоматтың тыуған көнө.
- Микробиом көнө.
- Ҡыҙыл шарап көнө.
- Осраҡлы уй-фекерҙәрҙе яҙыу көнө.
Милли
Джибути: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Канада: Милли гимн көнө.
Колумбия: Ҡәһүә көнө.
Тажикстан: Милли берҙәмлек көнө.
Ер: Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Аргентина: Биологтар көнө.
Венесуэла: Журналистар көнө.
Үзбәкстан: Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары көнө.
Төркмәнстан: Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1615 йыл: Европаға тәүге тапҡыр сәй килтерелә.
- 1865 йыл: Рәсәй империяһының Тимер юлы эштәре министрлығы ойошторола.
тулы исемлек
- 1910 йыл: Рәсәй империяһының III Дәүләт думаһы артабан «Столыпиндың аграр реформаһы» тип исем алған ҡанун ҡабул итә.
- 1910 йыл: Петербургта Пётр I һәйкәле асыла.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ураев Пётр Васильевич (1910—22.07.1967), СССР-ҙың партия, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1957—1963 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары, Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—1963) һәм алтынсы (1963—1967) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Зубово Поляна районы Березина ауылынан.
- Рәхимова Ирина Владимировна (1960), бухгалтер. «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының баш бухгалтеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кәримова Лена Әшрәф ҡыҙы (1966), табип, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2005—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2015 йылдан — хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, 2017 йылдан — ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Гречишников Владимир Фёдорович (1917—15.08.1958), инженер-конструктор. Ленин премияһы (1958), СССР-ҙың өс дәүләт премияһы (1951, 1953, 1958) лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1953). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр улы (1922—29.12.2009), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1967). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Касаткин Сергей Степанович (1957), энергетик-инженер, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1981 йылдан Башкирэнерго берекмәһе Үҙәк электр селтәрҙәренең өлкән, баш инженеры, 1994—1998 йылдарҙа Кушнаренко район электр селтәрҙәре начальнигы, 1998—2005 йылдарҙа Үҙәк электр селтәрҙәре директоры; 2005—2009 йылдарҙа Кушнаренко районы хакимиәте башлығы. Өфөнөң 24-се саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Энергетика министрлығының почётлы энергетигы. Сығышы менән Кушнаренко районының Кушнаренко ауылынан.
- Исҡужина Нәҡиә Дамир ҡыҙы (1972), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2011 йылдан — Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1998), доцент (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Ураҙбай ауылынан.
- Дихин Ришат Марат улы (1987—27.03.2021), муниципаль хеҙмәткәр. 2019 йылдың февраленән 2021 йылдың 27 мартына тиклем Асҡын район хакимиәте башлығы. Сығышы менән ошо райондың Урмияҙ ауылынан.
- Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна (1992), Рәсәй спортсыһы, еңел атлет. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Суворова Валентина Павловна (1933—11.01.2014), педагог. 1954 йылдан Әбйәлил районы Ҡыҙыл Башҡортостан урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1956 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1967—1970 йылдарҙа директор, 1979—1988 йылдарҙа директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
- Алһыу (1983), йырсы, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2018), Башҡортостан Республикаһының (2019) һәм Татарстан Республикаһының (2010) халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның тыныслыҡ өсөн артисы (2011). Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Булатов Ғәзий Ғиҙиәт улы (1919—23.08.1994), публицист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1986). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Ниғмәтуллин Сабит Хисмәт улы (1924), йөҙйәшәр, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 1959—1984 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы предприятиеларында столяр, балта оҫтаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Генерал Шайморатов (2024) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яңы Бүләк ауылынан.
- Хлёсткин Рудольф Николаевич (1939—19.04.2011), химик-технолог-ғалим. 1986—1992 йылдарҙа Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү (1983) һәм нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
тулы исемлек
- Кузнецов Валерий Владимирович (1949), химик-ғалим, 2000—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002). Сығышы менән Дондағы Ростов ҡалаһынан.
- Рахманҡолова Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (1959), үҫемлектәр физиологы-ғалим. 2003—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында кафедра мөдире, 2011 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы институтында төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре [докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1850 йыл: Лафкадио Херн, Ирландия һәм АҠШ яҙыусыһы, тәржемәсе, шәрҡиәт белгесе.
- 1869 йыл: Эмма Гольдман, Америка сәйәсмәне, яҙыусы, философ.
тулы исемлек
- 1880 йыл: Хелен Келлер, АҠШ-тың һуҡыр һәм һаңғырау яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм уҡытыусы.
- 1895 йыл: Ирина Одоевцева, ғүмеренең төп өлөшөн сит илдәрҙә үткәргән СССР яҙыусыһы, шағир.
- 1920 йыл: Ай Эй Эл Даймонд (төп исеме Ицек Домнич), Америка киносценарисы.
- 1925 йыл: Дмитрий Бисти, СССР рәссамы, график, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, СССР Сәнғәт академияһы академигы.
- 1930 йыл: Росс Перо, АҠШ бизнесмены, филантроп, сәйәсмән.
- 1935 йыл: Лоран Терзиефф, Франция актёры.
- 1940 йыл: Борис Хмельницкий, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, йырсы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2001).
- 1950 йыл: Сергей Юшенков, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник, ғалим, философия фәндәре кандидаты; Рәсәй сәйәсмәне, Дәүләт думаһы депутаты.
- 1955 йыл: Изабель Аджани, Францияның театр һәм кино актрисаһы, йырсы, биш тапҡыр «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1965 йыл: Пабло Бенгоэчеа, Уругвай футболсыһы, тренер.
- 1975 йыл: Тоби Магуайр, Америка актёры.
- 1976 йыл: Вардуи Варданян, Әрмәнстандың эстрада йырсыһы.